Киләсәктә беҙҙе нимә көтә?
Һеҙҙеңсә, донъя хәле...
-
шул килеш ҡалырмы?
-
насарланырмы?
-
яҡшырырмы?
ИНЖИЛДӘ НИМӘ ТИП ӘЙТЕЛӘ?
«Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ, сөнки элеккеләр үтте инде» (Асылыш 21:4, «Инжил. Изге Яҙманы тәржемә итеү институты»).
БЫЛ ҺҮҘҘӘР НИМӘНЕ АҢЛАТА?
Һеҙҙең ҡәнәғәтлек килтергән эшегеҙ буласаҡ (Ишағыя 65:21—23).
Бөтә ауырыуҙар һәм ғазаптар юҡҡа сығасаҡ (Ишағыя 25:8; 33:24).
Туғандарығыҙ һәм дуҫтарығыҙ менән бергә, бәхетле булып, мәңге йәшәйәсәкһегеҙ (Зәбур 37:11, 29).
ИЗГЕ ЯҘМАҒА ЫШАНЫП БУЛАМЫ?
Эйе. Түбәндә быға кәмендә ике сәбәп килтерелә:
-
Алланың үҙ вәғәҙәһен үтәргә көсө етә. Изге Яҙмала Йәһүә Алла ғына «Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе» тип атала (Асылыш 15:3). Шуға күрә ул донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртеү хаҡындағы вәғәҙәһен үтәй ала. Инжилдә: «Аллаға барыһы ла мөмкин», — тип әйтелә (Матфей 19:26).
-
Алла үҙ вәғәҙәһен үтәргә теләй. Мәҫәлән, Йәһүә Алла үлгән кешеләрҙе «юҡһына», шуға күрә уларҙы терелтергә бик ныҡ теләй (Әйүп 14:14, 15).
Ижилдә, Ғайса пәйғәмбәр ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырған, тиелә. Ул кешеләргә бик ныҡ ярҙам итергә теләгәнгә күрә, шулай эшләгән (Марк 1:40, 41). Мохтаждарға ярҙам итеп, Ғайса Атаһының сифаттарын камил рәүештә сағылдырған (Яхъя 14:9).
Һис шикһеҙ, Йәһүә Алла ла, Ғайса Мәсих тә беҙгә бәхетле киләсәк бүләк итергә теләй! (Зәбур 72:12—14; 145:16; 2 Петр 3:9).
УЙЛАНЫР ӨСӨН ҺОРАУ:
Алла, донъя хәлен яҡшы яҡҡа үҙгәртер өсөн, нимә эшләйәсәк?
Изге Яҙмала был һорауға яуап бар. МАТФЕЙ 6:9, 10-ды һәм ДАНИЛ 2:44-те ҡарағыҙ.