Төп мәғлүмәткә күсеү

Ғазаптар ҡасан да булһа бөтөрмө?

Ғазаптар ҡасан да булһа бөтөрмө?

Һеҙ нимә тиерһегеҙ?

  • Эйе.

  • Юҡ.

  • Бәлки.

ИНЖИЛДӘ НИМӘ ТИП ӘЙТЕЛӘ?

«Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ» (Асылыш 21:4, «Инжил. Изге Яҙманы тәржемә итеү институты»).

БЫНЫ БЕЛЕҮ ҺЕҘГӘ НИНДӘЙ ФАЙҘА КИЛТЕРӘ?

Ауырлыҡтарҙың Алланан түгел икәненә ышаныс өҫтәй (Яҡуб 1:13).

Ғазап сиккәндә, Алла хәлебеҙҙе аңлай икәнен белеү йыуаныс бирә (Зәкәриә 2:8).

Бөтә ғазаптарҙың юҡ ителәсәгенә өмөт тыуҙыра (Зәбур 37:9—11).r

ИЗГЕ ЯҘМАҒА ЫШАНЫП БУЛАМЫ?

Эйе. Түбәндә быға кәмендә ике сәбәп килтерелә:

  • Алла ғазаптарҙы һәм ғәҙелһеҙлекте нәфрәт итә. Йәһүә Алла, боронғо заманда халҡы йәберләнгәндә, ниндәй хистәр кисергән? Изге Яҙмала әйтелгәнсә, дошмандар «үҙҙәрен улар менән мәрхәмәтһеҙ» тотҡанда, Алла ғазапланған (Хөкөмсөләр 2:18).

    Алла берәүҙәрҙең башҡаларға зыян килтереүенә тыныс ҡына ҡарап тора алмай. Мәҫәлән, Изге Яҙмала, «ғәйепһеҙҙең ҡанын ҡойоусы ҡулдар» Алла өсөн ерәнгес, тип әйтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 6:16, 17).

  • Алла һәр беребеҙ хаҡында ҡайғырта. Һәр кеше «үҙ ғазабын һәм үҙ әрнеүен үҙе белә», әммә уларҙы Йәһүә Алла ла белә! (2 Йылъяҙма 6:29, 30).

    Оҙаҡламай Йәһүә Алла үҙ Батшалығы ярҙамында һәр беребеҙҙең ғазаптарын бөтөрәсәк (Матфей 6:9, 10). Әлегә иһә ул үҙен ысын күңелдән эҙләгән кешеләрҙе йыуата (Ғәмәлдәр 17:27; 2 Коринфтарға 1:3, 4).

УЙЛАНЫР ӨСӨН ҺОРАУ:

Ни өсөн Алла ғазаптарҙы рөхсәт итә?

Изге Яҙмала был һорауға яуап бар. РИМДАРҒА 5:12-не һәм 2 ПЕТР 3:9-ҙы ҡарағыҙ.