Төп мәғлүмәткә күсеү

ТӘБИҒӘТ МӨҒЖИЗӘЛӘРЕ

Эттең еҫ һиҙеү һәләте

Эттең еҫ һиҙеү һәләте

 Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, эт еҫ һиҙеү һәләте ярҙамында башҡа эттең йәшен, енесен һәм кәйефен билдәләй ала. Ә махсус рәүештә өйрәтелгән эттәр шартлатҡыстарҙы һәм наркотиктарҙы таба ала. Кеше тирә-яҡты башлыса күреү һәләтенә таянып тикшерә, ә эт бының өсөн еҫ һиҙеү һәләтен ҡуллана. Еҫтәр эт өсөн юл күрһәтеүсе төп билдә булып тора.

 Иғтибар итегеҙ. Эт еҫтәрҙе кешегә ҡарағанда меңдәрсә тапҡыр яҡшыраҡ һиҙә. АҠШ-тың Милли стандарттар һәм технологиялар институты мәғлүмәттәре буйынса, эт, «ҡайһы бер матдәләрҙең концентрацияһы үтә түбән булһа ла, уларҙы тоя ала. Был иһә олимпия бассейнындағы һыуға буталған балғалаҡтың дүрттән бер өлөшө ҡәҙәр генә шәкәрҙең тәмен һиҙеүгә тиң».

 Эттең еҫ һиҙеү һәләте ни өсөн шул тиклем көслө һуң?

  •   Эттең танауы еүеш, тимәк, ул еҫ һеңгән бөртөксәләрҙе яҡшыраҡ эләктерә ала.

  •   Эттең тын юлы икәү: береһе тын алыр өсөн, икенсеһе еҫ һиҙер өсөн. Эт тын алғанда, һауа танау ҡыуышлығының еҫ һиҙеү рецепторҙары булған өлөшөнә йүнәлә.

  •   Эттең танауының еҫ һиҙеү өлөшөнөң майҙаны 130 квадрат сантиметрҙан да ашыуыраҡ, ә кешенеке — 5 квадрат сантиметр ғына.

  •   Эттең еҫ һиҙә торған күҙәнәктәре кешенекенә ҡарағанда 50 тапҡырға күберәк булырға мөмкин.

 Быларҙың барыһы эткә ҡатмарлы ҡушылмалар эсенә ингән һәр матдәнең еҫен айырырға ярҙам итә. Әйтәйек, беҙ аш еҫен һиҙәбеҙ, ә эт аштағы һәр нәмәнең еҫен айырым һиҙә, ти белгестәр.

 Рак ауырыуын тикшереүсе «Пайн-стрит» (Pine Street Foundation) институты белгестәре әйтеүенсә, эттең мейеһе һәм танауы «еҫтәрҙе билдәләү буйынса ер йөҙөндәге иң камил яйланмаларҙың береһе булып тора». Бөгөн белгестәр шартлатҡыстар, контрабанданы табыу өсөн һәм шулай уҡ сирҙәрҙе, шул иҫәптән рак ауырыуын билдәләр өсөн электрон «танауҙар» уйлап сығарыу өҫтөндә эшләй.

 Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Эттең еҫ һиҙеү һәләте — эволюция һөҙөмтәһеме? Әллә Барлыҡҡа килтереүсенең ижад емешеме?