Төп мәғлүмәткә күсеү

ТӘБИҒӘТ МӨҒЖИЗӘЛӘРЕ

Ағас ҡырмыҫҡаһы үҙ антенналарын нисек таҙарта?

Ағас ҡырмыҫҡаһы үҙ антенналарын нисек таҙарта?

 Бөжәктәргә оса, шыуыша һәм тирә-яҡты күҙәтә алыр өсөн, таҙалыҡ мөһим. Мәҫәлән, ағас ҡырмыҫҡаһының антеннаһына ҡунған бысраҡ уға йүнәлеште билдәләргә, аралашырға һәм еҫтәрҙе һиҙергә ҡамасаулай. «Тәбиғәттә һеҙ бысраҡ бөжәкте тапмаҫһығыҙ, — тип һөйләй зоолог Александр Хакманн. — Улар таҙалыҡ һаҡларға өйрәнгән».

 Иғтибар итегеҙ. Хакманн коллегалары менән Camponotus rufifemur төрөнә ҡараған ағас ҡырмыҫҡаларының нисек итеп үҙенең антенналарын таҙартыуын өйрәнгән. Баҡһаң, ҡырмыҫҡа, антенналарына йәбешкән ваҡ-төйәктән арыныр өсөн, аяғын ҡыҫҡыс рәүешендә бөкләй ҙә, һәр антеннаһын шул «ҡыҫҡыс» аша үткәрә икән. Аяғындағы ҡылдар эре киҫәксәләрҙе ҡырып төшөрә, ә ваҡ туҙанды тараҡ һыпырып ташлай. Ул тараҡтың тештәре араһындағы арауыҡ антенналарҙағы төктәргә тура килеп тора. Ә кеше сәсенең һикһәндән бер өлөшө кеүек кенә ваҡлыҡтағы туҙанды тағы ла вағыраҡ тешле тараҡ һепереп төшөрә.

 Ағас ҡырмыҫҡаһы антенналарын таҙарта

 Хакманн һәм уның коллегалары әйтеүенсә, ағас ҡырмыҫҡаһының антенналарын таҙартыу механизмы промышленностә файҙа килтерергә мөмкин. Мәҫәлән, ваҡ ҡына микроэлектрон элементтар һәм ярым үткәргестәр яһағанда, хатта бик бәләкәй генә туҙан бөртөгө лә зыян килтерергә мөмкин, ә был ысул проблеманы хәл итә алыр ине.

 Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Ағас ҡырмыҫҡаһының үҙенең антенналарын таҙартыу һәләте эволюция һөҙөмтәһеме? Әллә Барлыҡҡа килтереүсенең ижад емешеме?