ҒАИЛӘ ӨСӨН ЯРҘАМ | НИКАХ
Никахта көнләшеү хисенән нисек арынырға?
Әгәр ир менән ҡатын бер-береһенә ышанмаһа, никахтары бәхетле була алмай. Шуға күрә нисек нигеҙһеҙ көнләшеүҙән арынырға?
Был мәҡәләлә
Көнләшеү нимә ул?
«Көнләшеү» тигән һүҙҙең бер нисә мәғәнәһе бар. Был мәҡәләлә кемдер тормош иптәшебеҙгә йәки тормош иптәшебеҙ башҡа кешегә урынһыҙ ҡыҙыҡһыныу күрһәтә кеүек тойолғанда тыуа алған хис тураһында һүҙ барыр. Беҙҙә шундай хистәр тыуһа, никахыбыҙға ҡурҡыныс янай, тип уйлауыбыҙ ихтимал. Әгәр шулай уйларға етди сәбәптәр бар икән, көнләшеү хисе тәбиғи һәм урынлы. Никах — ике кешене берләштергән иң тығыҙ бәйләнеш. Шунлыҡтан ирле-ҡатынлыларға никахтарын яҡлар өсөн бөтә көстәрен һалырға кәрәк.
Изге Яҙманан принцип: «Улар инде икәү түгел, ә бер бөтөн. Шулай булғас, Алла ҡушҡанды кеше айырырға тейеш түгел» (Матфай 19:6).
«Көнләшеү хисен төтөн датчигы менән сағыштырып була. Әгәр ҙә никахҡа берәй ҡурҡыныс янай икән, ул шундай датчик һымаҡ һеҙҙе иҫкәртә һәм нимәлер эшләргә дәртләндерә ала» (Бенджамин).
Нигеҙһеҙ көнләшеү сәбәпһеҙ шиктәр һәм ҡурҡыуҙар арҡаһында тыуа. Тормош иптәшебеҙгә ҡарата ысын яратыу беҙҙе шундай емергес хистән һаҡлай ала (1 Коринфтарға 13:4, 7). Психология фәндәре докторы Роберт Лихи үҙенең китабында шулай яҙа: «[Нигеҙһеҙ көнләшеү] арҡаһында ҡылынған эштәр һеҙ яҡларға тырышҡан мөнәсәбәттәрҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуя» a.
Нигеҙһеҙ көнләшеү хисе нимә арҡаһында тыуа ала?
Беренсенән, элекке никахығыҙҙа тормош иптәшегеҙ хыянат иткәнгә, һеҙҙең нигеҙһеҙ көнләшеү хисе тыуырға мөмкин. Ә икенсенән, атай-әсәйегеҙҙең никахы хыянат арҡаһында боҙолған булһа, минең дә шуға оҡшаш хәл булыр, тип ҡурҡаһығыҙҙыр.
«Мин бәләкәй булғанда атайым әсәйемә хыянат итте, шуға күрә миңә башҡаларға ышаныуы ауыр. Был йән яраһы арҡаһында ҡайһы берҙә миндә иремә ҡарата шиктәр тыуа» (Мелисса).
Тағы нимә нигеҙһеҙ көнләшеүҙе уята ала? Үҙеңә ышанып етмәү. Был тойғо арҡаһында һеҙ, башҡалар никахымды тарҡатыр, тип уйларға мөмкин. Һеҙ хатта, тормош иптәшем минән яҡшыраҡ берәүҙе тапһа, ул шунда уҡ мине ташлап китәсәк, тип ҡурҡа алаһығыҙ.
«Минең иремә туйҙа кейәүҙең дуҫы булырға тәҡдим иттеләр. Ул ризалашһа, уға ҡайһы саҡта кәләштең берәй әхирәте эргәһендә барырға һәм уның менән бейергә тура килер ине. Миңә был идея оҡшаманы һәм мин иремдең баш тартыуын талап иттем» (Наоми).
Туй йолалары һәр ерҙә төрлө һәм мәсихселәргә, уларҙа ҡатнашырғамы-юҡмы икәнен хәл иткәндә, Изге Яҙмалағы принциптар буйынса эш итергә кәрәк. Наомиҙың реакцияһы дөрөҫ булғанмы? Үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, ул үҙенең көнләшеүе нигеҙһеҙ булғанын таный. «Ул ваҡытта мин үҙемде ышанысһыҙ тоя инем, — тип бүлешә Наоми. — Ирем мине башҡа ҡатын-ҡыҙҙар менән сағыштыра, тип уйлай инем. Ысынында, был улай түгел ине».
Нигеҙһеҙ көнләшеүҙең сәбәбе ниндәй генә булмаһын, ул һеҙҙе тормош иптәшегеҙҙә шикләнергә йә уны хыянат итеүҙә сәбәпһеҙ ғәйепләргә этәрергә мөмкин. Һөҙөмтәлә, был мөнәсәбәттәр боҙолоуы һәм һаулыҡ ҡаҡшауы кеүек күңелһеҙ эҙемтәләргә килтерә ала.
Изге Яҙманан принцип: «Көнсөллөк — һөйәктәр өсөн серек» (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:30).
Көнләшеү хисен нисек контролдә тоторға?
Тормош иптәшегеҙгә ышанысығыҙҙы арттырығыҙ. Тормош иптәшегеҙҙең тоғро булмауына билдәләр эҙләмәгеҙ, ә уның ни өсөн ышанысығыҙға лайыҡ булыуы хаҡында уйланығыҙ.
«Мин иремдең яҡшы сифаттары хаҡында уйлайым. Әгәр ҙә ул кемгәлер иғтибар күрһәтә икән, ул быны дөрөҫ булмаған ниәттәрҙән сығып түгел, ә башҡалар тураһында эскерһеҙ ҡайғыртҡанға эшләй. Мин һәр ваҡыт үҙемдең иҫемә шуны төшөрөп торам: әгәр ҙә ата-әсәйемдең никахы уңышлы булмаған икән, был минең дә никахым шундай буласаҡ тигәнде аңлатмай (Мелисса).
Изге Яҙманан принцип: «Мөхәббәт... бөтөн нәмәгә ышана» (1 Коринфтарға 13:4, 7).
Шиктәр менән көрәшегеҙ. Юғарыла иҫкә алынған Роберт Лихи былай тип яҙа: «Асыуланғанда, беҙ йыш ҡына үҙ фекерҙәребеҙҙе дөрөҫ тип һанайбыҙ. Үҙ дөрөҫлөгөбөҙгә ышаныу дәлил булып китә. Әммә нимәнеңдер дөрөҫлөгөнә ышаныу уны факт итмәй, ә ышаныу тойғоһо ысын дәлил була алмай» b.
«Әгәр ҙә тыуған хәлде үҙеңсә аңлатһаң һәм булмаған нәмәне уйлап сығарһаң, никахта ауырлыҡтар тыуырға мөмкин» (Надин).
Изге Яҙманан принцип: «Аҡыллы булыуығыҙ һәр кемгә билдәле булһын» (Филиптарға 4:5, ЯДТ).
Борсолоуҙарығыҙ хаҡында тормош иптәшегеҙгә һөйләгеҙ. Көнләшеүегеҙҙең сәбәбе ниндәй генә булмаһын, үҙегеҙҙе борсоған нәмә хаҡында тормош иптәшегеҙгә һөйләгеҙ. Шулай уҡ, ҡаршы енестәге кеше менән аралашҡанда, һәр берегеҙ үҙен нисек тотасағы тураһында һөйләшеп ҡуйығыҙ. Әммә ҡағиҙәләр урынлаштырабыҙ тип, бер сиктән икенсе сиккә һуғылмағыҙ.
«Шундай һөйләшеү ваҡытында шуны онотмағыҙ: тормош иптәшегеҙ һеҙгә ауыртыу килтерергә теләмәй, ә дөрөҫ эш итергә теләй. Шуға күрә уның ниәттәрен шик аҫтына ҡуймағыҙ. Бәлки, һеҙ үҙегеҙ хистәргә бай һәм шуға ла унан күпте көтәһегеҙҙер. Ә бәлки, тормош иптәшегеҙ һеҙгә етерлек иғтибар бүлмәүе хаҡында белмәйҙер ҙә» (Сиара).
Изге Яҙманан принцип: «Һәр кем үҙенә файҙа булғанды түгел, ә башҡаға файҙалыны эҙләһен» (1 Коринфтарға 10:24).