ҒАИЛӘ ӨСӨН ЯРҘАМ
Наҙлы хистәрҙе нисек белдерергә?
Ваҡыт уҙыу менән ҡайһы бер ирле-ҡатынлыларҙың бер-береһенә ҡарата хистәре һыуына. Һеҙҙең менән дә шулай булһа, был борсолор өсөн сәбәп түгелме?
Нимә белергә кәрәк?
Никах ныҡ булһын өсөн, наҙлы хистәр белдереү үтә мөһим. Физик яҡтан һау-сәләмәт булырға теләһәк, даими туҡланырға һәм һыу эсергә кәрәк, ә никах бәхетле һәм ныҡ булһын өсөн, көн дә бер-береңә йылы, наҙлы хистәр белдереү мөһим. Хатта тиҫтәләгән йылдар бергә йәшәгән ирле-ҡатынлылар ҙа тормош иптәшенең, яратам, тип ышандырып тороуына мохтаж.
Ысын мөхәббәт эскерһеҙ. Ундай яратыу икенсе кешенең бәхетле булыуын теләй. Шуға күрә наҙлы хистәрҙе үҙеңдең кәйефең булғанда ғына белдереү етерлек түгел. Иғтибарлы тормош иптәше, ире йә ҡатынының иркәләүгә мохтаж булыуын күреп, уның ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тырыша.
Ғәҙәттә, ҡатындар яратыуға ирҙәренә ҡарағанда нығыраҡ мохтаж. Ир үҙенең ҡатынын бик ныҡ яратырға мөмкин, ләкин әгәр ул наҙлы хистәрен көндөң башында һәм аҙағында ғына йәки яҡынлыҡ ҡылыр алдынан ғына белдерһә, ҡатыны иренең яратыуына шикләнә башлауы ихтимал. Йылы хистәрҙе көн дауамында мөмкин ҡәҙәр йышыраҡ белдереү яҡшы булыр ине.
Нимә эшләп була?
Наҙлы хистәрҙе һүҙҙәр менән белдереү. «Мин һине яратам» һәм «ҡәҙерлем минең» тигән ябай һүҙҙәр тормош иптәшегеҙгә һеҙҙең яратыуығыҙҙы тойорға ярҙам итер.
Изге Яҙмалағы принцип: «Кеше күңелендә нимә йөрөтә, телендә лә шул була» (Матфей 12:34).
Кәңәш. Наҙлы һүҙҙәрҙе әйтеү менән генә сикләнмәгеҙ, уларҙы записка, электрон почта, текст хәбәрҙәре аша белдерегеҙ.
Наҙлы хистәрҙе эштәр менән белдереү. Тормош иптәшегеҙҙе ҡосаҡлау, үбеү йә ҡулынан тотоу ғына ла һеҙҙең «мин һине яратам» тигән һүҙҙәрегеҙ буш һүҙҙәр түгел икәнен күрһәтә. Яратыуҙы шулай уҡ йомшаҡ ҡына ҡағылыу, мөләйем ҡараш һәм көтөлмәгән бүләк менән күрһәтеп була. Ә ҡатынығыҙға көндәлек тормошта ярҙам итеү тураһында нимә әйтеп була? Ауыр сумкаһын күтәрешеү, ишек асыу, һауыт-һаба һәм кер йыуыу, төшкө йә киске аш әҙерләү — бындай эштәр күпселек ҡатындар өсөн ярҙам ғына түгел, ә яратыу билдәһе лә.
Изге Яҙмалағы принцип: «Һүҙ һәм тел менән түгел, эштәребеҙ менән ихлас яратайыҡ» (1 Яхъя 3:18).
Кәңәш. Тормош иптәшегеҙгә осрашып йөрөгән ваҡыттағы кеүек үк хәстәрле һәм иғтибарлы булығыҙ.
Бергә ваҡыт үткәреү. Икәүҙән-икәү генә ваҡыт үткәреп, һеҙ никахығыҙҙы нығытаһығыҙ һәм бер-берегеҙ менән аралашыу оҡшай икәнен күрһәтәһегеҙ. Әлбиттә, балалар һәм көн дә тыуып торған тормош мәшәҡәттәре арҡаһында икәү генә ҡалыу еңел булмаҫҡа мөмкин. Улайһа, һеҙ, моғайын, даими рәүештә икәүләп кенә саф һауала йөрөүҙе генә булһа ла планлаштыра алырһығыҙ.
Изге Яҙмалағы принцип: «Иң яҡшыларҙы һайлап ала беле[геҙ]» (Филиптарға 1:10).
Кәңәш. Эштәре күп булған ҡайһы бер парҙар, икәүҙән-икәү генә ҡалыр өсөн, даими рәүештә романтик кистәр һәм романтик ял көндәре ойоштора.
Тормош иптәшеңде яҡшыраҡ белеү. Һәр кемдең наҙлы хистәргә ихтыяжы үҙенә күрә бер төрлө. Бер-берегеҙ менән наҙлылыҡ күрһәтеүҙең ниндәй төрҙәре оҡшауы һәм был йәһәттән нимәне яҡшыртып булыуы тураһында һөйләшегеҙ. Шунан һуң тормош иптәшегеҙҙең теләктәрен иҫәпкә алырға тырышығыҙ. Никах ныҡ булһын өсөн, наҙлы хистәр белдереү үтә мөһим икәнен онотмағыҙ.
Изге Яҙмалағы принцип: «Мөхәббәт... үҙенә файҙа эҙләмәй» (1 Коринфтарға 13:4, 5).
Кәңәш. Тормош иптәшегеҙҙән наҙлылыҡ талап итмәгеҙ. Бының урынына үҙегеҙҙән: «Тормош иптәшемдә миңә ҡарата наҙлы хистәр уянһын өсөн, мин нимә эшләй алам?» — тип һорау яҡшыраҡ булыр.