ЙӘШТӘРҘЕҢ ҺОРАУҘАРЫ
Миңә көсләү тураһында нимә белергә кәрәк? 2-се өлөш. Һауығыу
Ғәйеп хисен нисек еңергә?
Көсләү ҡорбандарының күбеһен ғәйеп хисе яфалай. Улар хатта булған хәлдә үҙҙәрен ғәйепле тип уйларға мөмкин. 6 йәштән 13 йәшкә тиклем көсләүгә дусар булған 19 йәшлек Карен бына нимә ти: «Иң ауыры — ғәйеп хисе менән көрәшеү. „Нисек мин шул тиклем оҙаҡ шундай мөғәмәләне түҙҙем икән?“ — тип үҙемә асыуым килә».
Әгәр һиндә лә шундай уҡ хистәр тыуһа, ошоларҙы иғтибарға ал:
Балалар эмоциональ яҡтан да, физик яҡтан да енси мөнәсәбәткә әҙер түгел. Улар енси мөнәсәбәттәрҙең нимә икәнен бөтөнләй аңламай һәм быға аңлы рәүештә ризалаша алмай. Шунлыҡтан көсләүҙә уның ғәйебе юҡ.
Балалар ололарға ышаныусан, шуның өсөн улар еңел генә енәйәтсенең ҡорбаны була алалар. «Саф булырға хоҡуҡ» тигән китапта былай тиелә: «Аҙҙырыусылар — бик оҫта алдаҡсылар, һәм балалар уларҙың мәкерле алымдарын белә алмай» («The Right to Innocence»).
Көсләүгә дусар булғанда, баланың енси теләге уянырға мөмкин. Һинең осраҡта ла шулай булған икән, шуны бел: был организмдың ҡағылыуҙың айырым бер төрөнә ирекһеҙ реакцияһы. Был һинең шундай мөнәсәбәттәргә үҙ теләгең менән инеүеңде һәм ғәйепле булыуыңды аңлатмай.
Кәңәш. Һиңә көсләү ҡорбаны булған сағыңда нисә йәш булһа, шул йәштәге берәй бала тураһында уйла. Үҙеңдән: «Был бала шундай уҡ хәлгә эләкһә, уны ғәйепләү ғәҙел булыр инеме?» — тип һора.
Карен береһенә алты йәш булған өс баланы ҡараған саҡта шул турала уйланған. Беренсе тапҡыр көсләү ҡорбаны булғанда Каренға ла алты йәш булған. Ул былай ти: «Мин баланы был йәштә кәмһетеү ни тиклем еңел икәнен аңланым, мине лә рәнйетеү еңел булған».
Факт. Һиңә ҡаршы ҡылынған енәйәт өсөн көсләүсе ғәйепле. Изге Яҙмала: «Яуыздың яуызлығы ла уның үҙенә генә иҫәпләнер», — тип әйтелә (Йәзәкил 18:20).
Асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙең файҙаһы
Ышанысҡа лайыҡ булған ололарҙың береһе менән булған хәл тураһында һөйләш. Был һиңә еңеллек килтерер. Изге Яҙмала: «Ысын дуҫтың яратыуы һис ҡасан һүрелмәй, бәхетһеҙлеккә осрағанда уға яҡын туғаныңа таянғандай таянып була», — тип әйтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17).
Әлбиттә, һиңә был турала бөтөнләй һөйләшмәү еңелерәк. Бәлки, бер кемгә лә бер нәмә лә әйтмәү һине, стена кеүек, артабанғы ғазаптарҙан һаҡлайҙыр. Ләкин уйлап ҡара: өндәшмәү стенаһы, һине күңел әрнеүенән һаҡлаһа ла, ярҙам алырға ҡамасаулай.
Мәҫәлән, Джанет исемле йәш ҡатынға асыҡтан-асыҡ һөйләшеү ҙур еңеллек килтергән. «Үҫмер сағымда мин яҡшы белгән һәм ышанған кеше мине көсләне. Күп йылдар буйы үҙ кисерештәремде эсемдә тоттом, — тип бүлешә ул. — Ләкин барыһын да әсәйемә һөйләгәндән һуң, ауыр йөктән ҡотолғандай булдым».
Үткәндәрҙе иҫенә төшөрөп, Джанетт бындай һөйләшеүгә нимә ҡамасаулай алғанын аңлаған. «Үҙең кисергән көсләү тураһында һөйләү уңайһыҙ, — тип таный ул. — Миңә килгәндә иһә, өндәшмәй ғазап сигеү проблеманы хәл итмәй икәнен аңланым. Был турала элегерәк һөйләшһәм, күпкә яҡшыраҡ булыр ине».
«Дауалау ваҡыты»
Һин кисергән бындай аяныслы хәл үҙең тураһында яңылыш фекерҙәр, мәҫәлән, йәнәһе һин кәмселекле, яраҡһыҙ кеше һәм башҡаларҙың енси теләктәрен ҡәнәғәтләндерер өсөн генә йәшәйһең тигән фекер тыуҙырырға мөмкин. Ләкин хәҙер һинең ундай хаталы ҡараштарҙан арынырға һәм күңел яраларыңды дауаларға мөмкинлегең бар (Вәғәзсе 3:3). Был йәһәттән һиңә нимә ярҙам итә ала?
Изге Яҙманы өйрәнеү. Изге Яҙмала Алланың фекерҙәре яҙылған. Улар «дошман ҡәлғәләрен», мәҫәлән, үҙебеҙ тураһындағы хаталы ҡараштарҙы емерергә һәләтле (2 Коринфтарға 10:4, 5). Ошо аяттарҙы уҡы һәм уйлан: Ишағыя 41:10; Иремия 31:3; Малахи 3:16, 17; Лука 12:6, 7; 1 Яхъя 3:19, 20.
Доға. Әгәр ҙә һине кәрәкһеҙлек тойғоһо йә ғәйеп хисе солғап алһа, доға ҡылып, «үҙ йөгөңдө Йәһүәгә һал» (Зәбур 55:22). Йәһүә һәр ваҡыт һинең яныңда!
Йыйылыш өлкәндәре. Был мәсихсе ирҙәр, «елдән йәшеренер урын кеүек, дауыллы ямғырҙан һыйыныр урын кеүек» булырға өйрәтелгәндәр (Ишағыя 32:2). Улар һиңә үҙ-үҙеңә дөрөҫ ҡараш үҫтерергә һәм артабан тормошоңдо ҡорорға ярҙам итер.
Файҙалы аралашыу. Изге Яҙма принциптары буйынса йәшәгән ир-аттарға һәм ҡатын-ҡыҙҙарға иғтибар ит. Уларҙың бер-береһе менән нисек мөғәмәлә итеүен күҙәт. Ваҡыт уҙыу менән һин шуны күрерһең: көсө һәм хакимлығы булған ҡайһы бер кешеләр, башҡаларҙы яратабыҙ тиһәләр ҙә, уларҙы түбәнһетә, әммә һәр кеше лә ундай түгел.
Татьяна исемле йәш ҡатын ошо мөһим хәҡиҡәтте үҙләштерергә тырыша. Бала сағынан бер нисә ир уны үҙҙәренең енси теләктәрен ҡәнәғәтләндерер өсөн ҡулланған. «Минең өсөн айырыуса ҡәҙерле булған ир-аттар миңә ғазаптар килтерҙе», — ти ул. Ваҡыт уҙыу менән ул ысынлап ярата белгән ирҙәр ҙә бар икәнен аңлаған. Шундай һығымтаға килергә уға нимә ярҙам иткән?
Таня Изге Яҙмалағы нормалар буйынса йәшәгән бер ғаилә менән аралаша башлаған. Шул ир менән ҡатындың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен күреү уның ҡарашын үҙгәрткән. Бына ул нимә ти: «Шул ирҙең ҡатыны менән нисек мөғәмәлә иткәнен күреп, мин ҡаты бәғерле булмаған ирҙәр ҙә бар икәнен аңланым. Ул үҙ ҡатыны өсөн ҡурсалаусы ине. Алла ниәте буйынса шулай булырға тейеш тә» a (Ефестарға 5:28, 29).
a Әгәр ҙә һеҙҙең хроник депрессия, ашҡаҙан эшмәкәрлеге йә йоҡо насарайыу, үҙ-үҙеңде яралау ғәҙәте, әүәҫлек булдырыусы матдәләр ҡулланыу кеүек проблемаларығыҙ булһа йәки үҙ-үҙеңә ҡул һалыу тураһында уйҙарығыҙ тыуһа, квалификациялы табиптарға мөрәжәғәт итеү аҡыллы булыр ине.