ЙӘШТӘРҘЕҢ ҺОРАУҘАРЫ
Миңә көсләү тураһында нимә белергә кәрәк? 1-се өлөш. Һаҡлыҡ саралары
Нимә ул көсләү?
«Көсләү» тигән һүҙ төрлө ерҙә төрлө юридик мәғәнә йөрөтһә лә, ғәҙәттә, уның аҫтында кешене енси мөнәсәбәткә инергә мәжбүр итеү, ҡайһы саҡта быны көс ҡулланып эшләү күҙ уңында тотола. Был бәләкәй йә үҫмер баланы көсләүҙе, инцесты (яҡын туған менән енси бәйләнеш), шулай уҡ ышаныслы тип һаналған кеше (табип, уҡытыусы йә дини етәксе) тарафынан көсләүҙе үҙ эсенә алырға мөмкин. Һүҙ менән йә физик яҡтан мәсхәрәләүгә дусар булған ҡайһы бер кешеләргә, булған хәл тураһында кемгә лә булһа һөйләһәләр, язалау менән янайҙар.
Бер тикшеренеү буйынса, тик Ҡушма Штаттарҙа ғына яҡынса 250 000 кеше үҙҙәренең көсләү ҡорбаны булып китеүҙәре хаҡында белдерә. Уларҙың яртыһы тиерлек — 12-нән 18-гә тиклемге йәштәге балалар.
Һиңә нимә белергә кәрәк?
Изге Яҙмала көсләү хөкөм ителә. Изге Яҙмала 4000 йыл тирәһе элек булған бер осраҡ иҫкә алына. Көслө енси теләккә бирелгән бер төркөм ир-ат Содомға килгән ике ир кешене көсләргә теләгән. Йәһүәнең шул ҡаланы юҡ итеүенең бер сәбәбе ошо булған (Башланмыш 19:4—13). Бынан тыш, яҡынса 3500 йыл элек Мусаға бирелгән Ҡанун инцесты (яҡын туған менән енси бәйләнеште), шул иҫәптән ғаилә ағзаһы тарафынан көсләүҙе тыйған (Левиттар 18:6).
Күп осраҡта кешегә танышы һөжүм итә. «Балалар менән секс тураһында нисек һөйләшергә» тигән китапта былай тип яҙылған: «Өс осраҡтың икәүһендә көсләнгән кеше көсләүсе менән таныш. Енәйәтсе ҡараңғы мөйөштән килеп сыҡҡан сит кеше түгел» («Talking Sex With Your Kids»).
Көсләү ир-аттарға ла, ҡатын-ҡыҙҙарға ла янай. Мәҫәлән, Ҡушма Штаттарҙа көсләү ҡорбандарының яҡынса 10 проценты — ир кешеләр. Америкалағы көсләү менән көрәшкән бер ойошма хәбәр итеүенсә, көсләүгә дусар булған малайҙар һәм ирҙәр «ир кеше тип һаналмаҫбыҙ» йә «хәҙер гомосексуалист булып китербеҙ» тип ҡурҡырға мөмкин («Rape, Abuse & Incest National Network»).
Көсләүҙең киң таралыуы ғәжәп түгел. Изге Яҙмала, «ахырызаман килгәндә» күп кешеләр «ҡаты бәғерле... тотанаҡһыҙ, аяуһыҙ» булыр, тип алдан әйтелгән (2 Тимофейға 3:1—3). Башҡаларҙы көсләгән кешеләр тап шундай сифаттар сағылдыра ла инде.
Бында көсләү ҡорбанының ғәйебе юҡ. Башҡа кешене көсләргә берәүҙең дә хаҡы юҡ. Бындай эш өсөн тик енәйәтсе генә яуаплы. Шулай ҙа енси һөжүм ихтималлығын кәметер өсөн һин нимәлер эшләй алаһың.
Һин нимә эшләй алаһың?
Әҙерлән. Берәйһе, хатта үҙең осрашып йөрөгән кеше йәки туғаның һине енси мөнәсәбәткә инергә этәргән осраҡта нимә эшләреңде алдан уйла. Эрин исемле бер ҡыҙ, йәштәштәренең теләһә ниндәй баҫымына әҙерләнер өсөн, була алған ситуацияларҙы сәхнәләштереп, үҙеңде нисек тоторға икәнен алдан хәл итергә кәңәш бирә. «Был сәйер булып күренергә мөмкин, — ти ул, — ләкин ысынбарлыҡта был көсләү ҡорбаны булыу ҡурҡынысын кәметә».
Изге Яҙмала былай тиелә: «Тормошта уяу булығыҙ, аҡылһыҙҙар кеүек түгел, ә аҡыл эйәләре кеүек йәшәгеҙ. ...Сөнки яман заманда йәшәйбеҙ» (Ефестарға 5:15, 16).
Үҙеңдән былай тип һора: «Әгәр ҙә, берәйһе миңә ҡағылып, үҙемде уңайһыҙ хис итһәм, мин нимә эшләрмен?»
Сигенеү юлын алдан әҙерләп ҡуй. Өҫтә иҫкә алынған ойошма бындай кәңәш бирә: «Дуҫтарығыҙ йә яҡындарығыҙ ғына белгән берәй махсус һүҙ уйлап сығарығыҙ. Әгәр һеҙҙә шик тыуһа, шылтыратып, эргәгеҙҙәге кеше бер нәмә лә һиҙмәҫлек итеп был хаҡта белдерә алаһығыҙ. Шул саҡта дуҫтарығыҙ йә туғандарығыҙҙың береһе һеҙҙең янға килер йәки һеҙ китә алһын өсөн берәй сәбәп уйлап табыр». Әгәр ҡурҡыныс ситуацияларға бөтөнләй эләкмәҫкә тырышһаң, үҙеңде күп проблемаларҙан ҡотҡарырһың.
Изге Яҙмала былай тиелә: «Алдын-артын уйлаусы, хәүеф-хәтәрҙе күреп, ҡасып китә, ә тәжрибәһеҙҙәр, туп-тура барып, яфа сигә» (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:3).
Үҙеңдән былай тип һора: «Мин ҡурҡыныс янағанда ниндәй сигенеү юлын әҙерләп ҡуйҙым?»
Сиктәр ҡуй һәм уларҙы боҙма. Мәҫәлән, әгәр һин берәйһе менән осрашып йөрөһәң, һеҙгә икәүләшеп ниндәй тәртип яраҡлы, ниндәйе юҡ икәнлеге хаҡында фекер алышырға кәрәк. Әгәр ул кеше сик ҡуйыуҙы аҡылһыҙ тип һанаһа, һиңә башҡа берәү — һинең принциптарыңды хөрмәт иткән кеше кәрәк.
Изге Яҙмала былай тиелә: «Мөхәббәт әҙәпһеҙ ҡыланмай, үҙенә файҙа эҙләмәй» (1 Коринфтарға 13:4, 5).
Үҙеңдән былай тип һора: «Минең принциптарым ниндәй? Ниндәй тәртип рөхсәт ителгән сиктәрҙе боҙа?»