Төп мәғлүмәткә күсеү

Алланы күргән кеше бармы?

Алланы күргән кеше бармы?

Изге Яҙманан яуап

 Бер кешенең дә Алланы күргәне юҡ (Сығыш 33:20; Яхъя 1:18; 1 Яхъя 4:12). Изге Яҙмала: «Алла Ул — Рух», — тип әйтелә; рух — күҙгә күренмәй торған йәшәү формаһы (Яхъя 4:24; 1 Тимофейға 1:17).

 Ләкин фәрештәләр Алланы күрә алалар, сөнки улар — рухи заттар (Матфай 18:10). Бынан тыш ҡайһы бер кешеләр, үлгәндән һуң күктә йәшәр өсөн рухи тәндә терелтелгәс, Алланы күрә аласаҡ (Филиптарға 3:20, 21; 1 Яхъя 3:2).

Бөгөн Алланы нисек «күреп» була?

 Изге Яҙмала «күреү» тигән һүҙ йыш ҡына күсмә мәғәнәлә ҡулланыла, мәҫәлән, кеше нимәнелер тәрән итеп аңлағанда (Ишағыя 6:10; Иремия 5:21; Яхъя 9:39—41). Был мәғәнәлә кеше күңел күҙе менән күрә ала, йәғни иман ярҙамында Алланы белә һәм уның сифаттарын ҡәҙерләй ала (Ефестарға 1:18). Изге Яҙмала шундай иман булдырырға ярҙам итеүсе аҙымдар тураһында әйтелә.

  •   Алланың яратыу, йомартлыҡ, аҡыл һәм көс кеүек сифаттарын ул барлыҡҡа килтергән нәмәләр аша белегеҙ (Римдарға 1:20). Алла Әйүпкә үҙе булдырған нәмәләр тураһында әйткәс, был тоғро кеше уны үҙ күҙҙәре менән күргәндәй булған (Әйүп 42:5).

  •   Изге Яҙманы өйрәнеп, Алла тураһында белем алығыҙ. Унда: «Уны эҙләһәң, табырһың», — тип әйтелә (1 Йылъяҙма 28:9; Зәбур 119:2; Яхъя 17:3).

  •   Ғайса Мәсихтең тормошо менән танышып, Алланы белегеҙ. Ғайса Атаһының, Йәһүә Алланың, сифаттарын камил рәүештә сағылдырған, шуға күрә ул:«Мине күргән кеше Атаны ла күргән була», — тип әйтә ала (Яхъя 14:9).

  •   Алланы ҡыуандырып йәшәгеҙ, һәм уның һеҙҙең өсөн башҡарған эштәрен күрерһегеҙ. Ғайса: «Саф күңеллеләр бәхетле, сөнки улар Алланы күрер», — тигән. Өҫтәрәк әйтелгәнсә, Алланы ҡыуандырыусы кешеләрҙең ҡайһы берҙәре күктә йәшәр өсөн терелтелер һәм унда «Алланы күрер» (Матфай 5:8; Зәбур 11:7).

Муса, Ибраһим һәм башҡалар Алланы күрмәгәнме ни?

 Изге Яҙманың ҡайһы бер өҙөктәрен уҡыған саҡта, кешеләр Алланы ысынлап та күргән кеүек тойола. Әммә контексҡа иғтибар итһәк, Алла исеменән фәрештә эш иткәне йә кешеләр Алланы күренештә күргәне аңлашыла.

 Фәрештәләр.

Боронғо ваҡытта Алла үҙ вәкилдәре итеп фәрештәләрҙе ебәргән. Улар, кешеләргә күренеп, Алла исеменән һөйләгән (Зәбур 103:20). Мәҫәлән, Алла Муса менән янып торған ҡыуаҡтан һөйләшкәндә, «Муса, Аллаға ҡарарға ҡурҡып, йөҙөн йәшерҙе», — тип уҡыйбыҙ Изге Яҙмала (Сығыш 3:4, 6). Ләкин контекстан күренеүенсә, Муса Алланы түгел, ә Йәһүәнең фәрештәһен күргән (Сығыш 3:2).

 Шулай уҡ Алла «Муса менән... йөҙгә-йөҙ ҡарап һөйләшә ине» тип әйтелә, ә был Алланың Муса менән яҡын аралашыу булыуын аңлата (Сығыш 4:10, 11; 33:11). Муса ысынлап та Алланың йөҙөн күрмәгән, Алла уға хәбәрҙе «фәрештәләр аша» еткергән (Галаттарға 3:19; Илселәр 7:53). Әммә Мусаның иманы шул тиклем көслө булған, ул хатта «күҙгә күренмәҫ Алланы» күргән кеүек булған (Еврейҙарға 11:27).

 Алла Ибраһим менән дә шулай уҡ итеп фәрештәләр аша һөйләшкән. Изге Яҙманы уҡыған ваҡытта Ибраһим Алланы ысынлап та күргән кеүек тойолорға мөмкин (Башланмыш 18:1, 33). Әммә Ибраһимға килгән «өс мосафир[ҙың]» ысынында Алла ебәргән фәрештәләр икәне контекстан асыҡ күренә. Ибраһим уларҙың Алла вәкилдәре икәнен аңлаған һәм улар менән Йәһүәнең үҙе менән һөйләшкәндәй һөйләшкән (Башланмыш 18:2, 3, 22, 32; 19:1).

 Күренештәр.

Алла шулай уҡ күренештәрҙә, йәғни кешенең аҡылындағы образдарҙа күренгән. Мәҫәлән, Изге Яҙмала Муса һәм башҡа израилдәр «Израиль Аллаһын күрҙе» тип әйтелгән, ә ысынында улар «күренештә Алланы күр[гән]» (Сығыш 24:9—11). Изге Яҙмала шулай уҡ башҡа шуға оҡшаш һүҙбәйләнештәр ҙә осрай: мәҫәлән, пәйғәмбәрҙәр: «Мин... Йәһүәне күрҙем», —тип әйткән (Ишағыя 6:1; Данил 7:9; Амос 9:1). Әммә контекстан күренеүенсә, һәр осраҡта ла улар Алланы ысынында түгел, ә күренештә күргән (Ишағыя 1:1; Данил 7:2; Амос 1:1).