Алла мине кисерерме икән?
Изге Яҙманан яуап
Эйе, әгәр һеҙ бының өсөн кәрәкле аҙымдар яһаһағыҙ, Алла гонаһтарығыҙҙы кисерәсәк. Изге Яҙмала, Йәһүә — «ғәфү итеүсе Алла», ул киң күңелле һәм тулыһынса кисерә, тип яҙылған (Ниҡәми 9:17; Зәбур 86:5; Ишағыя 55:7). Тимәк, гонаһтарыбыҙ юйыла йәки юҡҡа сыға, тип әйтеп була (Илселәр 3:19). Улай ғына ла түгел, Алла мәңгегә кисерә. Ул: «Гонаһтарын башҡаса иҫемә төшөрмәм», — ти (Йәрәмиә 31:34). Кисергәндән һуң, ул, беҙҙе ҡат-ҡат ғәйепләр һәм яза бирер өсөн, гонаһтарыбыҙҙы иҫебеҙгә төшөрөп тормай.
Әммә Алланың беҙҙе кисереүе уның хистәргә бирелеп эш итеүен йә үҙ принциптарында ныҡ тормауын күрһәтмәй. Ул үҙенең тәҡүә нормаларын һис ҡасан да үҙгәртмәй. Тап шуның өсөн дә ул ҡайһы бер гонаһтарҙы кисермәй (Ешуа 24:19, 20).
Алла кисерһен өсөн, нимә эшләргә?
Шуны танығыҙ: гонаһ ҡылып, һеҙ Алла нормаларын боҙғанһығыҙ. Бәлки, ҡылған эшегеҙ арҡаһында башҡаларға ла зыян тейгәндер, әммә һеҙ беренсе сиратта Алла алдында гонаһлы булыуығыҙҙы танырға тейеш (Зәбур 51:1, 4; Илселәр 24:16).
Аллаға доғала мөрәжәғәт итегеҙ һәм ҡылған гонаһығыҙ тураһында һөйләп бирегеҙ (Зәбур 32:5; 1 Яхъя 1:9).
Гонаһ ҡылғанығыҙ өсөн тәрән үкенес кисерегеҙ. «Алла ихтыяры менән көйөнөү», йөрәккә үтеп инеп, тәүбәгә килтерә (2 Кәринттәргә 7:10). Шулай уҡ тик гонаһ хаҡында ғына түгел, ә уға килтергән аҙымдар эшләгәнегеҙгә лә үкенегеҙ (Матфай 5:27, 28).
Тәртибегеҙҙе үҙгәртегеҙ (Илселәр 3:19). Бының өсөн, бәлки, нимәнәндер баш тартырға йә фекер йөрөтөү һәм эш итеү рәүешен тулыһынса үҙгәртергә кәрәк булыр (Эфестарға 4:23, 24).
Хатағыҙҙы төҙәтергә һәм килтергән зыянды ҡапларға тырышығыҙ (Матфай 5:23, 24; 2 Кәринттәргә 7:11). Һеҙҙең арҡала зыян күргәндәрҙән ғәфү үтенегеҙ, уларҙың хәлен яҡшыртыр өсөн барыһын да эшләгеҙ (Лука 19:7—10).
Ғайса Мәсихтең ҡорбаны нигеҙендә кисереү һорап, Аллаға доға ҡылығыҙ (Эфестарға 1:7). Доғағыҙға яуап алыр өсөн, тәүҙә үҙегеҙгә башҡаларҙы кисерергә кәрәк (Матфай 6:14, 15).
Әгәр инде ауыр гонаһ ҡылған булһағыҙ, үҙегеҙгә рухи ярҙам күрһәтә алған һәм һеҙҙең өсөн доға ҡыла алған кеше менән һөйләшегеҙ (Яҡуп 5:14—16).
Алланың кисереүенә ҡағылышлы яңылыш ҡараштар
«Мин бигерәк күп гонаһ ҡылдым, Алла мине кисермәҫ инде».
Алла Изге Яҙма аша биргән аҙымдар буйынса эш итһәк, ул беҙҙе кисерер, сөнки уның кисереү һәләте беҙҙең гонаһтарҙан юғарыраҡ. Ул кешенең ауыр гонаһтарын да, ҡат-ҡат ҡылған гонаһтарын да кисерергә мөмкин (Ишағыя 1:18).
Мәҫәлән, Исраил батшаһы Дауыт зина ҡылған һәм кеше үлтергән, әммә Алла уны кисергән (2 Самуил 12:7—13). Үҙен гонаһлылар араһындағы иң гонаһлы кеше тип атаған илсе Павел да Алланан кисереү алған (1 Тимәтигә 1:15, 16). Беренсе быуатта Ғайса Мәсихте үлтергән йәһүдтәр тәүбә итеп үҙгәрһә, Алла хатта уларҙы ла кисерер ине (Илселәр 3:15, 19).
«Берәй руханиға йә дин етәксеһенә барыһын да һөйләп бирһәм, гонаһтарым кисерелер».
Беҙҙең көндәрҙә Аллаға ҡаршы ҡылынған гонаһтарҙы кисерергә бер кешенең дә хаҡы юҡ. Берәйһенә гонаһтарын асып һалған кеше рухи яҡтан һауығыу юлына баҫырға мөмкин, әммә гонаһтарҙы тик Алла ғына кисерә (Эфестарға 4:32; 1 Яхъя 1:7, 9).
Улай булғас, Ғайсаның үҙ илселәренә әйткән һүҙҙәре нимә аңлата һуң? Ул бит: «Кемдең гонаһтарын ғәфү итһәгеҙ, шуныҡы ғәфү ителер; кемдекен ғәфү итмәһәгеҙ, шуныҡы ғәфү ителмәҫ», — тигән (Яхъя 20:23). Ғайса шуны күҙ уңында тотҡан: илселәргә изге рух бирелгәс, ул уларға махсус вәкәләт бирәсәк (Яхъя 20:22).
Шул вәғәҙәгә ярашлы, б. э. 33 йылында илселәр изге рух менән һуғарылған (Илселәр 2:1—4). Ханания менән Сафираны хөкөм иткәндә илсе Петер шул вәкәләтте ҡулланған. Ул мөғжизәле рәүештә уларҙың алдағанын асыҡлаған, һәм Петерҙең хөкөмө уларҙың гонаһы кисерелмәйәсәген күрһәткән (Илселәр 5:1—11).
Илселәр үлгәндән һуң, изге рух бүләге, шулай уҡ һауыҡтырыу, төрлө телдәрҙә һөйләү һәм башҡа һәләттәр бирелеү туҡтатылған (1 Кәринттәргә 13:8—10). Шуға күрә бөгөн бер кеше лә башҡаларҙы гонаһтан азат итә алмай.