Изге Яҙмала бер енестәге кешеләрҙең никахы тураһында нимә әйтелә?
Изге Яҙманан яуап
Барлыҡҡа килтереүсебеҙ никахҡа ҡағылышлы күрһәтмәләрҙе кешеләр ундай закондар сығара башлағандан күпкә алдараҡ урынлаштырған булған. Изге Яҙманың беренсе китабында былай тип яҙылған: «Шуға күрә кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм уның менән икеһе бер тән булыр» (Башланмыш 2:24). Вайндың һүҙлеге буйынса, «ҡатын» тип тәржемә ителгән боронғо еврей һүҙе «инә енестәге кеше» тигәнде аңлата («Vine’s Expository Dictionary of Biblical Words»). Ғайса ла никахҡа инеүсе кешеләр «ир менән ҡатын» булырға тейешлеге хаҡында әйткән (Матфай 19:4).
Тимәк, Алланың ниәте буйынса, никах — ир менән ҡатын араһындағы бик яҡын, айырылмаҫ мөнәсәбәттәр. Ир менән ҡатын бер-береһен тулыландырыр өсөн яратылған. Шуға күрә улар бер-береһенең эмоциональ һәм енси ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә ала һәм шулай уҡ балалар тыуҙыра ала.