Йәһүә кем ул?
Изге Яҙманан яуап
Изге Яҙмала яҙылғанса, Йәһүә — ул хаҡ Алла, бар нәмәне лә Булдырыусы (Асылыш 4:11). Ибраһим һәм Муса пәйғәмбәрҙәр, шулай уҡ Ғайса Мәсих Йәһүәгә табынған (Башланмыш 24:27; Сығыш 15:1, 2; Яхъя 20:17). Йәһүә ниндәйҙер бер халыҡтың ғына Аллаһы түгел, «ул — бөтөн ер өҫтөнән бөйөк Батша» (Зәбур 47:2).
Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Йәһүә — Алланың үҙенең генә исеме (Сығыш 3:15; Зәбур 83:18). Был исем «булырға» тигән еврей ҡылымынан яһалған, һәм, ҡайһы бер ғалимдарҙың фекеренсә, «Ул булырға бирә» тигән мәғәнә йөрөтә. Бындай мәғәнә Йәһүәнең Барлыҡҡа килтереүсе һәм үҙ ниәттәрен Үтәүсе булараҡ ролдәренә бик тә тап килеп тора (Ишағыя 55:10, 11). Изге Яҙма беҙгә Йәһүә исемен йөрөтөүсе Шәхесте, бигерәк тә уның төп сифаты булған мөхәббәтте, белергә ярҙам итә (Сығыш 34:5—7; Лука 6:35; 1 Яхъя 4:8).
Алланың исеме башҡортса «Йәһүә» тип әйтелә, еврей телендә иһә дүрт хәреф יהוה (ЙХВХ йәиһә ИГВГ) менән бирелә һәм тетраграмматон тип атала. Алланың исеме боронғо еврей телендә нисек яңғырағандыр, уныһы инде хәҙер теүәл билдәле түгел a.
Ни өсөн Алла исеменең боронғо еврей телендә нисек яңғырағаны билдәле түгел?
Боронғо еврей телендә һуҙыңҡы өндәрҙе аңлатҡан хәрефтәр булмаған. Ул заманда еврейҙар һүҙҙәрҙе тик тартыңҡы хәрефтәр менән генә яҙған, кешеләр иһә, кәрәкле урындарҙа һуҙыңҡыларҙы ҡушып, анһат ҡына уҡыған. Әммә, Еврей Яҙмалары (Иҫке Ғәһед) яҙылып бөтөүгә, йәһүд халҡында Алла исемен ҡысҡырып әйтергә ярамай тигән ырым таралған. Шуға ла улар, уҡыған саҡта тетраграмматон осраһа, Йәһүә тип әйтәһе урынға «Хоҙай» йә «Алла» тип уҡыған. Быуаттар үтеүгә был ғәҙәт шул тиклем таралған ки, хатта Алла исеменең борон нисек әйтелгәне бөтөнләй онотолған b.
Ҡайһы берәүҙәр иҫәпләүенсә, Алланың исеме «Яхве» тип әйтелгән булған, ә икенселәр иһә әйтелештең башҡа варианттарын да тәҡдим итә. Үле диңгеҙ төргәктәре араһында грек телендә яҙылған Левиттар китабының бер өлөшө лә булған, унда Алла исеменең транслитерацияһы Иао́ тип бирелгән. Боронғо грек авторҙары Иаэ́, Иабэ́ һәм Иауэ́ тип тә яҙған, әммә боронғо еврей телендә Алла исеменең әйтелеше шул формаларҙың берәйһенә тура килгәндер тип уйларға бер нигеҙ ҙә юҡ c.
Алла исеме хаҡында яңылыш ҡараштар
Яңылыш ҡараш. Ҡайһы бер тәржемәләрҙә Йәһүә исеме өҫтәп ҡуйылған.
Факт. Еврей Яҙмаларында Алланың исеме тетраграмматон рәүешендә яҡынса 7 000 тапҡыр осрай d. Күп тәржемәләрҙә Алла исеме аңлы рәүештә алып ташланып, «Хоҙай» кеүегерәк титулдарға алмаштырылған.
Яңылыш ҡараш. Ҡөҙрәт эйәһе Аллаға уны айырып торған исем кәрәк түгел.
Факт. Изге Яҙманы яҙыусылар, Алланың үҙе тарафынан рухландырылып, Йәһүә тип уның исемен бер нисә мең тапҡыр ҡулланған. Шулай уҡ Алла үҙенең хеҙмәтселәренә уның исемен әйтергә ҡушҡан (Ишағыя 42:8; Йәил 2:32; Малахи 3:16; Римдарға 10:13). Бынан тыш, халыҡты уның исемен оноторға мәжбүр итергә тырышҡан ялған пәйғәмбәрҙәрҙе Алла хөкөм иткән (Иремия 23:27).
Яңылыш ҡараш. Йәһүдтәрҙең киң таралған йолаһына эйәреп, Алланың исемен Изге Яҙманан алып ташларға кәрәк.
Факт. Ҡайһы бер йәһүд күсереп яҙыусылары Алла исемен әйтмәһә лә, күсермәләр яһағанда уны Изге Яҙманың ҡулъяҙмаларынан алып ташламаған. Алла беҙҙең кеше йолаларын түгел, ә үҙенең әмерҙәрен үтәп йәшәүебеҙҙе теләй (Матфей 15:1—3).
Яңылыш ҡараш. Алланың исемен Изге Яҙмала ҡулланырға ярамай, сөнки бит уның еврей телендә теүәл нисек әйтелеүе билдәле түгел.
Факт. Был фекергә ярашлы, Алла үҙенең исемен, кешеләр ниндәй генә телдә һөйләшмәһен, бер үк төрлө әйтеүҙәрен теләй булып сыға. Әммә, Изге Яҙманан күренеүенсә, Алланың боронғо ваҡыттағы хеҙмәтселәре төрлө телдә һөйләшкән һәм яңғыҙлыҡ исемдәрҙе төрлөсә әйткән.
Миҫалға Израиль хөкөмсөһө Ешуа Навиндың исемен алайыҡ. Б. э. I быуатында йәшәгән мәсихселәрҙең еврей телендә һөйләшкәндәре был исемде Йехошу́а тип, ә грек телендә һөйләшкәндәре Иесу́с тип әйткәндер. Изге Яҙмала был еврей исеменең грекса варианты ла килтерелә, тимәк, мәсихселәр исемдәрҙе үҙ телендә нисек әйтергә өйрәнгән булһа, шулай ҡулланған (Ғәмәлдәр 7:45; Еврейҙарға 4:8).
Алланың исеменә ҡарата ла шул уҡ принципты ҡулланырға була. Изге Яҙмала Алла исеменең хаҡлы рәүештә үҙ урынын биләүе уның нисек әйтелергә тейешлегенән күпкә мөһимерәк.
a Мәҫәлән, «Изге Китапты тәржемә итеү Институты» татар теленә тәржемә иткән Башланмыш китабында, 2-се бүлектең 4-се аятына килтерелгән төшөрмәлә былай тип әйтелә: «Боронғо йәһүдтәрҙә был исем „Яхве“ рәүешендә әйтелгән булыуы ихтимал».
b «Изге Китапты тәржемә итеү Институты» тәржемә иткән Башланмыш китабында, 2-се бүлектең 4-се аятына килтерелгән төшөрмәлә былай тиелә: «... Алланың изге исемен ҡысҡырып әйтергә ярамағанлыҡтан, ваҡыт уҙыу менән ул „Раббы“ (йәһүдсә „Адонай“ — „минең Хужам“ мәғәнәһендә) йәки „Алла“ формаһында ҡулланыла башлаған».
c Күберәк мәғлүмәт алыр өсөн, «Алла Һүҙен тикшереү өсөн ҡорал» тигән брошюраның «Еврей Яҙмаларында Алла исеме» тип аталған 1-се бүлеген ҡарағыҙ.
d «Theological Lexicon of the Old Testament», 2-се том, 523—524 бб.