Изге Яҙмала косметика һәм биҙәүестәр тураһында нимә әйтелә?
Изге Яҙманан яуап
Изге Яҙмала был турала бик күп әйтелмәһә лә, Алла косметика, биҙәүестәр һәм матурлай торған башҡа әйберҙәр ҡулланыуҙы тыймай. Шулай ҙа Инжилдән күренеүенсә, иң беренсе сиратта «баҫалҡы һәм тыныс холҡоноң һулымаҫ эске матурлығы» тураһында ҡайғыртырға кәрәк (1 Петр 3:3, 4).
Биҙәүестәр ҡулланыу тыйылмай
Изге Яҙмала телгә алынған ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен биҙәгән. Ибраһимдың улы Исхаҡҡа кейәүгә сыҡҡан Рабиға алтын танау алҡаһы, алтын беләҙектәр һәм башҡа затлы биҙәүестәр тағып йөрөгән. Быларҙың барыһын уға буласаҡ ҡайныһы бүләк итеп тапшырған булған (Башланмыш 24:22, 30, 53). Шулай уҡ Әсфирә лә, Фарсы империяһының батшабикәһе булырға әҙерләнгәндә, биҙәнеү-матурланыу әйберҙәрен ҡулланырға ризалашҡан. Күрәһең, был әйберҙәр араһында тәнгә һөртөр өсөн төрлө хуш еҫле майҙар ҙа булған (Әсфирә 2:7, 9, 12).
Изге Яҙмалағы миҫалдарҙа биҙәүестәр йыш ҡына ыңғай яҡтан һүрәтләнә. Мәҫәлән, яҡшы кәңәш биреүсе кеше «иғтибарлы ҡолаҡ өсөн... алтын алҡа» менән сағыштырыла (Ғибрәтле һүҙҙәр 25:12). Алла Израилгә ҡарата хистәрен кәләшен беләҙектәр, муйынсаҡ һәм алҡалар менән биҙәгән ир кешенең хистәре менән сағыштырған. Биҙәүестәр Израиль халҡын «бик-бик гүзәл» иткән (Йәзәкил 16:11—13).
Косметика һәм биҙәүестәр хаҡында яңылыш ҡараштар
Яңылыш ҡараш. 1 Петр 3:3-тә «[сәстәрҙе] ҡабартып ҡуйыу» һәм «алтын биҙәүестәр тағыу» тыйыла.
Факт. Контекстан күренеүенсә, Изге Яҙмала эске матурлыҡ тышҡы матурлыҡтан һәм биҙәнеү әйберҙәренән өҫтөн ҡуйыла (1 Петр 3:3—6). Бындай сағыштырыу Изге Яҙманың башҡа урындарында ла осрай (1 Самуил 16:7; Ғибрәтле һүҙҙәр 11:22; 31:30; 1 Тимофейға 2:9, 10).
Яңылыш ҡараш. Яуыз Изәбәл батшабикәнең «ҡаш-күҙҙәренә һөрмә тарт[ҡаны]» косметика ҡулланырға ярамағанды күрһәтә (2 Батшалар 9:30).
Факт. Изәбәл үҙен биҙәгәне өсөн түгел, ә яуыз эштәр ҡылғаны, мәҫәлән, сихырсылыҡ менән шөғөлләнгәне һәм кеше үлтергәне өсөн хөкөм ителгән (2 Батшалар 9:7, 22, 36, 37).