Изге Яҙма фәнгә ҡаршы киләме?
Изге Яҙманан яуап
Әлбиттә, Изге Яҙма фәнни китап түгел, әммә фәнгә ҡағылышлы һорауҙарҙа ул теп-теүәл. Әйҙәгеҙ, Изге Яҙмалағы фәнни факттарҙың ул яҙылған осорҙа йәшәгән күп кешеләрҙең ышаныуҙарынан айырылып торғанын күрһәткән бер нисә миҫал ҡарайыҡ.
Ғаләмдең башланғысы булған (Башланмыш 1:1). Әммә боронғо мифтарҙың күбеһендә, Ғаләм барлыҡҡа килтерелгән тип түгел, ә башта булған хаостан үҙенән-үҙе тәртипкә килгән, тип әйтелә. Вавилондар, Ғаләмде ике океандан сыҡҡан илаһтар тыуҙырған, тип ышанған. Башҡа легендалар буйынса, Ғаләм ғәйәт ҙур йомортҡанан килеп сыҡҡан, имеш.
Ғаләм уйлап сығарылған илаһтарҙың теләктәренә түгел, ә тәбиғәттең теүәл ҡанундарына буйһона (Әйүп 38:33; Иремия 33:25). Төрлө халыҡтарҙың мифтары, илаһтар нимә теләй, шуны эшләй ала, ә ҡайһы саҡ бик рәхимһеҙ эш итә, һәм кешеләр улар алдында көсһөҙ, тип өйрәтә.
Ер бер нәмәгә лә эленмәгән (Әйүп 26:7). Боронғо халыҡтарҙың күбеһе, Ер яҫы түңәрәк йәймә кеүек, ул бер әзмәүер йәиһә хайуан, мәҫәлән, үгеҙ йә ташбаҡа өҫтөндә тора, тип ышанған.
Океандар һәм башҡа һыу ятҡылыҡтарынан пар рәүешендә күтәрелгән һәм ямғыр, ҡар йә боҙлауыҡ булып ергә кире төшкән һыу йылғаларҙы тулыландыра (Әйүп 36:27, 28; Вәғәзсе 1:7; Ишағыя 55:10; Амос 9:6). Боронғо гректар иһә, йылғаларҙы ер аҫтындағы океан һыуҙары тулыландыра, тип уйлаған, һәм был фекер XVIII быуатҡа тиклем йәшәп килгән.
Тауҙар күтәрелә һәм түбәнәйә, әлеге көндәге тауҙар ҡасандыр һыу аҫтында булған (Зәбур 104:6, 8). Ҡайһы бер мифтарҙа иһә, тауҙарҙы әле нисек булһа, шундай итеп илаһтар барлыҡҡа килтергән, тип әйтелә.
Гигиена ҡағиҙәләрен тотоу һаулыҡты һаҡларға ярҙам итә. Боронғо Израиль халҡына бирелгән Ҡанунда, мәйеткә ҡағылғандан һуң йыуынырға, йоғошло ауырыуҙар булғанда карантин индерергә, кеше тиҙәген ныҡлы итеп күмеп ҡуйырға, тигән күрһәтмәләр булған (Левит 11:28; 13:1—5; Ҡанун 23:13). Мысырҙа иһә шул уҡ осорҙа асыҡ яраларҙы кеше тиҙәге ҡушылған ҡатышма менән дауалағандар.
Изге Яҙмала фәнни хаталар бармы?
Изге Яҙманы намыҫлы тикшереү унда бер ниндәй ҙә хата юҡ икәнен күрһәтә. Бына Изге Яҙмалағы факттарҙы яңылыш аңлатҡан һәм киң таралған бер нисә фекер:
Миф: Изге Яҙмала, Ғаләм алты көн эсендә барлыҡҡа килтерелгән, тип әйтелә, һәм алты көндө тура мәғәнәлә аңларға кәрәк.
Факт: Изге Яҙмала Ғаләмдең ҡасан барлыҡҡа килтерелгәне хаҡында әйтелмәй (Башланмыш 1:1). Башланмыш китабының 1-се бүлегендә тасуирланған ижади көндәр күпме дауам иткәне билдәһеҙ булған оҙайлы осорҙо аңлата. Бынан тыш, ер һәм күк барлыҡҡа килтерелгән бөтә ваҡыт араһы ла «көн» тип атала (Башланмыш 2:4, ЯДТ).
Миф: Изге Яҙмала, үҫемлектәр Ҡояш әле булмаған саҡта барлыҡҡа килтерелгән, тиелә. Ә бит фотосинтезһыҙ был мөмкин түгел (Башланмыш 1:11, 16).
Факт: Изге Яҙма буйынса, Ҡояш — «күк»те тәшкил иткән йондоҙҙарҙың береһе — үҫемлектәр донъяһынан алда барлыҡҡа килтерелгән (Башланмыш 1:1). Ҡояштың тоноҡ яҡтылығы беренсе ижади «көн»дә үк, йәғни беренсе ижади осор ваҡытында уҡ ергә үтеп ингән булған. Өсөнсө ижади «көн»гә иһә атмосфера асыҡланған, һәм яҡтылыҡ Ергә фотосинтез өсөн етерлек дәрәжәлә төшә алған (Башланмыш 1:3—5, 12, 13). Һуңыраҡ ҡына ҡояш Ерҙән ҡарағанда ап-асыҡ күренә башлаған (Башланмыш 1:16).
Миф: Изге Яҙмала, Ҡояш Ер тирәләй әйләнә, тиелә.
Факт: Вәғәзсе 1:5-тә: «Ҡояш ҡалҡа ла бата һәм ҡалҡыр урынына ҡайтырға ашыға», — тиелә. Әммә был һүҙҙәр Ҡояштың хәрәкәте Ерҙән ҡараған кешегә нисек күренеүен генә тасуирлай. Беҙ ҙә хәбәр һөйләгәндә, «ҡояш ҡалҡа», «ҡояш бата», тип әйтәбеҙ бит, ысынында иһә Ерҙең Ҡояш тирәләй әйләнеүен яҡшы беләбеҙ.
Миф: Изге Яҙмала, Ер яҫы, тиелә.
Факт: Изге Яҙмала яҙылған «донъяның сигенә үк» тигән һүҙҙәр Ерҙең яҫы булыуын һәм уның сиктәре бар икәнен аңлатмай, ә айырыуса йыраҡ ерҙәрҙе тасуирлай (Ғәмәлдәр 1:8). Шуның кеүек үк, «ерҙең дүрт мөйөшө» тигән һүҙҙәр ҙә күсмә мәғәнә йөрөтә һәм бөтә ер йөҙөн аңлата; беҙ әле лә йыш ҡына «ерҙең дүрт яғы» тигән һүҙбәйләнеште ҡулланабыҙ (Ишағыя 11:12; Лука 13:29).
Миф: Изге Яҙмала, әйләнәнең оҙонлоғо өс диаметрға тигеҙ, тиелә, ә бит ул диаметрҙың пи (π) һанына, йәғни яҡынса 3,1416-ға ҡабатландығына тигеҙ.
Факт: 1 Батшалар 7:23 һәм 2 Йылъяҙма 4:2-лә әйтелгәнсә, «баҡыр диңгеҙ»ҙең диаметры 10 терһәк, ә «әйләнә оҙонлоғо, үлсәү бауы менән үлсәгәндә, 30 терһәк» тәшкил иткән. Был үлсәмдәр, күрәһең, яҡынса алынған булған. Ә, бәлки, әйләнә оҙонлоғон — эске яҡтан, ә диаметрын тышҡы яҡтан үлсәгәндәрҙер.