Йәһүә шаһиттарының Изге Яҙма өйрәнеү курсы нимә ул?
Йәһүә шаһиттарының Изге Яҙма нимәгә өйрәткәнен белергә ярҙам иткән файҙалы курсы бар. Беҙ тәҡдим иткән программа һеҙгә ошо яҡтарҙан ярҙам итер:
Бәхетле тормош алып барырға.
Алла менән дуҫлашырға.
Изге Яҙмала киләсәк тураһында нимә әйтелгәнен белергә.
Ошо биттә
Изге Яҙманы өйрәнеү нисек үтә?
Шәхси инструктор һеҙгә Изге Яҙма менән танышырға ярҙам итер. Изге Яҙманы өйрәнеү курсы ярҙамында һеҙ, тема артынан тема үтеп, Изге Яҙманың нимәгә өйрәткәнен белерһегеҙ һәм был белемдәр һеҙҙең үҙегеҙгә ниндәй файҙа килтергәнен күрерһегеҙ. Күберәк белер өсөн, ошо видеояҙманы ҡарағыҙ.
Был курс өсөн аҡса түләргә кәрәкме?
Юҡ. Йәһүә шаһиттары Ғайса пәйғәмбәрҙең үҙенең шәкерттәренә биргән, «бушлай алдығыҙ — бушлай бирегеҙ», тигән күрһәтмәһе буйынса эш итә (Матфей 10:8). Өҫтәүенә, Изге Яҙма китабы өсөн дә, «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән баҫма өсөн дә түләргә кәрәкмәй.
Курс күпме дауам итә?
Тулы курс 60 дәрестән тора. Өйрәнеү тиҙлеге һеҙгә бәйле, әммә күптәргә аҙнаһына бер йә бер нисә дәрес үтеү оҡшай.
Нимәнән башларға?
1. Онлайн-заявка тултырығыҙ. Ундағы мәғлүмәт Йәһүә шаһиттарының береһе һеҙҙең менән бәйләнешкә инә алһын өсөн генә кәрәк.
2. Инструктор һеҙҙең менән бәйләнешкә инер. Һеҙҙең инструктор был курс тураһында һеҙгә ентекләберәк һөйләр һәм бөтә һорауҙарығыҙға яуап бирер.
3. Үҙегеҙҙең инструктор менән нисек өйрәнеүегеҙ тураһында һөйләшегеҙ. Бер-берегеҙ менән осрашып, шулай уҡ телефон йә видеоэлемтә, хаттар йә электрон почта аша өйрәнергә була. Ғәҙәттә, өйрәнеү бер сәғәт тирәһе дауам итә, ләкин һеҙҙең графикка ҡарап, ул ҡыҫҡараҡ йә оҙонораҡ була ала.
Башта өйрәнеп ҡарарға буламы?
Эйе. Бының өсөн онлайн-заявка тултырығыҙ. Инструктор һеҙҙең менән бәйләнешкә ингәс, өйрәнеү оҡшармы-юҡмы икәнен белер өсөн, өйрәнеп ҡарарға теләйем, тип әйтегеҙ. Был осраҡта ул үҙ эсенә тәүге өс дәресте генә алған «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән брошюраны ҡулланыр.
Изге Яҙманы өйрәнеү мине Йәһүә шаһиты булырға мәжбүр итәме?
Юҡ. Йәһүә шаһиттарына кешеләрҙе Изге Яҙмаға өйрәтеү оҡшай, ләкин беҙ берәүҙе лә динебеҙҙе ҡабул итергә мәжбүр итмәйбеҙ. Беҙ ни бары Изге Яҙмала нимә әйтелгәнен күрһәтәбеҙ, ә нимәгә ышанырға икәнен кеше үҙе хәл итә (1 Петр 3:15).
Үҙемдең Изге Яҙма китабын ҡулланырға яраймы?
Эйе, һеҙ Изге Яҙманың теләгән бер тәржемәһен ҡуллана алаһығыҙ. Беҙгә «Яңы донъя тәржемәһе» оҡшаһа ла (сөнки ул аныҡ һәм теүәл), күптәрҙең үҙҙәре күнеккән тәржемә буйынса өйрәнергә теләүе аңлашыла.
Өйрәнеүгә башҡа кешеләрҙе саҡырырға мөмкинме?
Эйе. Һеҙ өйрәнеүгә үҙегеҙҙең ғаиләгеҙҙе йә берәй дуҫығыҙҙы саҡыра алаһығыҙ.
Әгәр ҙә мин элек Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнгән булһам, яңынан өйрәнергә кәрәкме?
Эйе. Моғайын, был яңы курс һеҙгә элеккеләренә ҡарағанда нығыраҡ оҡшар, сөнки ул кешеләрҙең хәҙерге ихтыяждарын иҫәпкә алып яңыртылған. Был курс, элекке Изге Яҙма өйрәнеү программаларына ҡарағанда, үҙләштереү өсөн еңелерәк һәм уға күп видеояҙмалар өҫтәлгән.
Һеҙҙең Изге Яҙманы үҙ аллы өйрәнеү программаһы бармы?
Эйе. Күптәр инструктор менән өйрәнеү күпкә эффективыраҡ икәнен аңлаһа ла, ҡайһы берәүҙәр тәүҙә Изге Яҙманы үҙ аллы өйрәнергә теләй. «Изге Яҙманы өйрәнеү ҡоралдары» тигән биттә Изге Яҙманы өйрәнергә ярҙам иткән түләүһеҙ ҡушымта һәм ресурстарҙың теҙмәһе килтерелә. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре:
Изге Яҙма тураһында видеояҙмалар. Был ҡыҫҡа видеодәрестәрҙә Изге Яҙманың төп тәғлимәттәре аңлатыла.
Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар. Был мәҡәләләрҙә Изге Яҙма тураһындағы төрлө-төрлө һорауҙарға яуап бирелә.
Изге Яҙма аяттарын аңлатыу. Изге Яҙмалағы популяр аяттарҙың һәм фразаларҙың мәғәнәһе аңлатыла.