Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йәһүә арыған кешегә көс бирә

Йәһүә арыған кешегә көс бирә

2018 йылдың йыллыҡ шиғыры: «Йәһүәгә өмөтләнгәндәргә иһә яңынан көс инер» (ИШАҒ. 40:31).

ЙЫРҘАР: 3, 47

1. Беҙ ниндәй ауырлыҡтар менән осрашабыҙ, һәм ни өсөн Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең тоғро ҡалыуына шатлана? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәттәрҙе ҡарағыҙ.)

БЫЛ донъя төҙөлөшөндә йәшәү еңел түгел. Һеҙҙең һәр берегеҙ, ҡәҙерле ҡәрҙәштәр, ауырлыҡтар менән осраша. Күптәр ауырыуҙарҙан интегә. Ҡайһы берәүҙәргә, инде үҙҙәре йәш булмаһалар ҙа, олоғайған туғандары хаҡында ҡайғыртырға кәрәк. Башҡаларға, ғаиләләрен тәьмин итер өсөн, күп эшләргә тура килә. Күптәр был проблемаларҙың береһе менән генә түгел, ә бер нисәһе менән көрәшә! Был күп ваҡыт, көс һәм аҡса талап итә. Әммә һеҙ Йәһүәнең үҙ вәғәҙәләрен үтәйәсәгенә һис тә шикләнмәйһегеҙ һәм киләсәккә ныҡлы ышаныс менән ҡарайһығыҙ. Был Йәһүәне шул тиклем шатландыра!

2. Ишағыя 40:29-ҙағы һүҙҙәр беҙҙе нисек нығыта, әммә беҙ ниндәй етди хата яһарға мөмкин?

2 Бәлки, ҡайһы ваҡыт һеҙгә ауырлыҡтар йырып сыҡҡыһыҙ булып күренәлер. Шулай булһа, һеҙ яңғыҙ түгел. Алланың боронғо ваҡытта йәшәгән ҡайһы бер хеҙмәтселәре лә ауырлыҡтар арҡаһында рух төшөнкөлөгөнә бирелгән (1 Бат. 19:4; Әйүп 7:7). Әммә улар бирешмәгән, ә Йәһүәнән ярҙам һораған һәм шулай эшләгәндәренә үкенмәгән, сөнки Йәһүә «арыған кешегә көс... бирә» (Ишағ. 40:29). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең көндәрҙә ҡайһы бер мәсихселәр, ауырлыҡтарҙы хәл итер өсөн иң яҡшы ысул — «хәҡиҡәт юлынан ял итеп алыу», тип уйлай. Улар Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе фатиха тип түгел, ә йөк тип һанай. Шунлыҡтан был ҡәрҙәштәр Изге Яҙманы уҡыуҙан, йыйылыш осрашыуҙарына йөрөүҙән һәм вәғәздә ҡатнашыуҙан туҡтай. Ә Шайтан тап шуны теләй ҙә.

3. а) Шайтан беҙҙе көсһөҙләндерә алмаһын өсөн нимә эшләргә? б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

3 Иблис беҙҙең көслө булыуыбыҙҙы теләмәй. Һәм ул шуны белә: рухи эштәр менән мәшғүл булыу беҙҙе көслө итә. Шуға күрә, физик һәм эмоциональ яҡтан үҙегеҙҙе хәлдән тайған итеп тойһағыҙ, Йәһүәнән алыҫлаша күрмәгеҙ. Киреһенсә, уға яҡынлашығыҙ, һәм ул һеҙгә «ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ» (1 Пет. 5:10; Яҡ. 4:8). Был мәҡәләлә беҙ Ишағыя 40:26—31-ҙән Йәһүәнең нисек көс бирә алғаны хаҡында белербеҙ. Шулай уҡ хеҙмәттә ашҡыныуыбыҙҙы һүрелдерә алған ике ауырлыҡ тураһында фекер алышырбыҙ һәм уларҙы еңеп сығырға ярҙам иткән Изге Яҙма принциптарын ҡарап сығырбыҙ.

«ЙӘҺҮӘГӘ ӨМӨТЛӘНГӘНДӘР ЯҢЫНАН КӨСКӘ ЭЙӘ БУЛЫР»

4. Ишағыя 40:26-нан ниндәй һабаҡ алып була?

4 Ишағыя 40:26-ны уҡығыҙ *. Бер кем дә йыһандағы йондоҙҙарҙың һанын иҫәпләп сығара алмай. Ғалимдар уйлауынса, беҙҙең галактикала ғына 400 миллиардҡа яҡын йондоҙ бар. Йәһүә һәр йондоҙға исем бирә. Бынан нимәгә өйрәнеп була? Алла йәнһеҙ йондоҙҙар менән ҡыҙыҡһына икән, тимәк, һеҙҙе ул бигерәк тә ҡәҙерләй! Һеҙ бит уға мәжбүр булғанға түгел, ә яратҡанға хеҙмәт итәһегеҙ (Зәб. 19:1, 3, 14). Күктәге Атабыҙ беҙҙең турала барыһын да белә. Изге Яҙмала: «Һеҙҙең хатта башығыҙҙағы һәр бер сәс бөртөгө лә һанаулы», — тиелгән (Матф. 10:30). Ә Зәбур 37:18-ҙә: «Йәһүә саф кешеләрҙең нимә кисергәнен белә», — тип яҙылған. Эйе, Йәһүә беҙҙең ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡаныбыҙҙы күрә һәм уларҙың бөтәһен дә кисереп сығырға ярҙам итер өсөн беҙгә көс бирә ала.

5. Ни өсөн Йәһүәнең беҙҙе нығыта алыуына һис тә шикләнмәҫкә була?

5 Ишағыя 40:28-ҙе уҡығыҙ *. Йәһүә — бөтә энергияның сығанағы. Миҫал өсөн уның ҡояшҡа ни тиклем күп энергия биргәнен ҡарап сығайыҡ. Ғилми китаптар авторы Дэвид Боданис әйткәнсә, һәр секунд һайын ҡояштан миллиард атом бомбаһының шартлауына тиң энергия тарала. Ә башҡа тикшереүсенең иҫәпләүҙәре буйынса, «ҡояш ни бары бер секунд эсендә сығарған энергия кешеләргә 200 000 йылға етер ине»! Һис шикһеҙ, ҡояшҡа энергия биргән Йәһүә беҙгә лә теләһә ниндәй ауырлыҡты еңеп сығыр өсөн көс бирә ала.

6. Ниндәй мәғәнәлә Ғайсаның ҡамыты уңайлы, һәм быны белеү беҙгә нисек тәьҫир итергә тейеш?

6 Ишағыя 40:29-ҙы уҡығыҙ *. Йәһүәгә хеҙмәт итеү беҙгә күп шатлыҡ килтерә. Ғайса Мәсих шәкерттәренә: «Ҡамытымды үҙегеҙгә кейегеҙ, ...шул мәлдә күңелегеҙгә тыныслыҡ табырһығыҙ. Минең ҡамытым уңайлы һәм йөгөм еңел», — тигән (Матф. 11:28—30). Был ысынлап та шулай! Ҡайһы ваҡыт, йыйылыш осрашыуына йә вәғәзгә барғанда, беҙ үҙебеҙҙе хәлһеҙ итеп тоябыҙ. Әммә өйгә ҡайтҡанда нимә хис итәбеҙ? Рухи эштәр менән шөғөлләнеү беҙҙе тынысландыра һәм артабан да ауырлыҡтарыбыҙ менән көрәшер өсөн көс бирә. Ысынлап та, Ғайсаның ҡамыты уңайлы!

7. Матфей 11:28—30-ҙағы һүҙҙәрҙең хаҡ булыуына миҫал килтерегеҙ.

7 Бер апай-ҡәрҙәштең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ул хроник арығанлыҡ синдромы, депрессия һәм баш ауыртыуҙан интегә. Шуға күрә ҡайһы саҡта йыйылыш осрашыуына барыу уға бик ауыр. Әммә бер көндө ул, үҙ-үҙен еңеп, осрашыуға барған. Һуңыраҡ был апай-ҡәрҙәш былай тип яҙған: «Телмәр төшөнкөлөк тураһында ине. Ағай-ҡәрҙәш шундай ҡыҙғаныу менән һөйләне, хатта күҙҙәрем йәшләнде. Йыйылыш осрашыуҙары миңә бик кәрәк икәненә тағы ла нығыраҡ инандым». Осрашыуға барыр өсөн тырышлыҡ һалғанына ул бик шат булған!

8, 9. Павелдың: «Мин көсһөҙ саҡта ҡеүәтлемен», — тигән һүҙҙәре нимәне аңлата?

8 Ишағыя 40:30-ҙы уҡығыҙ *. Беҙгә шуны танырға кәрәк: һәләттәребеҙ күп булырға мөмкин, әммә көсөбөҙ сикле. Илсе Павел быны үҙ тәжрибәһендә татыған. Ул, бик һәләтле булһа ла, теләгән тиклем күп эшләй алмаған. Ул үҙ хистәрен Йәһүәгә һөйләп биргәс, Йәһүә уға: «Һин көсһөҙ булған һайын, Минең ҡөҙрәтем көслөрәк тәьҫир итә», — тип әйткән. Павел бынан һабаҡ алған, сөнки: «Мин көсһөҙ саҡта ҡеүәтлемен», — тигән (2 Кор. 12:7—10). Был һүҙҙәрҙе нисек аңларға?

9 Павел үҙ көсө менән генә әллә ни күп эш башҡара алмауын аңлаған. Ул үҙенән күпкә көслөрәк шәхестең ярҙамына мохтаж булған. Павел үҙен хәлһеҙ итеп тойғанда, Алланың изге рухы уға көс бирә алған. Унан да бигерәк, изге рух ярҙамында Павел хатта көсөнән килмәгән эштәрҙе лә башҡара алған. Беҙҙең менән дә шундай уҡ хәл. Йәһүә беҙгә изге рухын биргәндә, беҙ көслө булып китәбеҙ!

10. Йәһүә Дауытҡа нисек ауырлыҡтарын еңеп сығырға ярҙам иткән?

10 Мәҙхиә йырлаусы Дауыт изге рухтың ҡеүәтен күп тапҡырҙар татыған. Ул былай тигән: «Һинең ярҙамың менән мин талаусылар өйөрөнә ҡаршы сыға алам, Алланың ҡөҙрәте менән мин стеналарға менә алам» (Зәб. 18:29). Бейек стенаға менә алмаған кеүек, ҡайһы саҡта беҙ, ауырлыҡтарыбыҙ бик ҙур булғанға, уларҙы үҙ көсөбөҙ менән генә хәл итә алмайбыҙ. Беҙ Йәһүәнең ярҙамына мохтаж.

11. Изге рух беҙгә нисек ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә?

11 Ишағыя 40:31-ҙе уҡығыҙ *. Бөркөттәр күктә үҙ көсө менән генә осмай. Улар йылы һауа ағымдары ярҙамында өҫкә күтәрелә. Был уларға, артыҡ күп көс түкмәй генә, ҙур ара үтергә мөмкинлек бирә. Шуға күрә, етди ауырлыҡтарығыҙ тыуғанда, бөркөттәрҙе иҫкә төшөрөгөҙ. Йәһүәнән үҙегеҙгә, изге рух биреп, көс өҫтәүен ялбарып һорағыҙ (Яхъя 14:26). Бәхеткә күрә, беҙ Йәһүәгә теләһә ҡасан — тәүлегенә 24 сәғәт дауамында мөрәжәғәт итә алабыҙ. Йыйылыштан берәй ҡәрҙәш менән беҙҙең арала аңлашылмаусанлыҡ тыуғанда, беҙ Алла ярҙамына бигерәк тә мохтаж. Әммә шундай аңлашылмаусанлыҡтар нимә арҡаһында килеп сыға?

12, 13. а) Ни өсөн ҡайһы саҡта мәсихселәр араһында аңлашылмаусанлыҡтар тыуа? б) Йософтоң тормошо Йәһүә тураһында нимә аса?

12 Беҙ бөтәбеҙ ҙә камил түгел, шунлыҡтан ҡайһы саҡта үҙ-ара килешә алмайбыҙ. Ваҡыт-ваҡыт башҡаларҙың һүҙҙәре йә эштәре йәнебеҙҙе көйҙөрөргә йәки беҙ үҙебеҙ башҡаларҙың асыуына тейергә мөмкин. Был ауыр һынау була ала. Шундай осраҡтарҙа ҡәрҙәштәр менән берҙәмлек һаҡларға өйрәнеп, беҙ Йәһүәгә тоғролоҡ күрһәтәбеҙ. Ҡәрҙәштәрҙең етешһеҙлектәре булһа ла, Йәһүә уларҙы барыбер ярата, һәм беҙ ҙә шулай эшләргә тейеш.

Йәһүә Йософто ҡалдырмаған һәм һеҙҙе лә ҡалдырмаясаҡ! (13-сө абзацты ҡарағыҙ.)

13 Йәһүә үҙ хеҙмәтселәрен һынауҙарҙан һаҡламай. Был Йософтоң тормошонан яҡшы күренә. Йософ йәш булғанда, бер атанан тыуған ағалары, көнләшеп, уны Мысырға ҡоллоҡҡа һатып ебәргән (Баш. 37:28). Әлбиттә, Йәһүәгә үҙенең дуҫы һәм тоғро хеҙмәтсеһе Йософ менән насар мөғәмәлә иткәндәрен күреү ауыр булған. Шулай ҙа Йәһүә ҡыҫылмаған. Һуңыраҡ Йософто, Потифарҙың ҡатынын көсләргә маташыуҙа нахаҡҡа ғәйепләп, төрмәгә ташлағандар. Әммә шунда ла Йәһүә уны ҡотҡармаған. Алла Йософто ҡалдырған, тип әйтеп буламы? Юҡ. Изге Яҙмала: «Раббы... уның һәр эшендә ярҙам итеп торҙо», — тиелә (Баш. 39:21—23).

14. Асыуҙы тыйыу ниндәй файҙа килтерә?

14 Тағы бер миҫал — Дауыт. Күпселек кеше менән бер ҡасан да Дауыт менән мөғәмәлә иткән кеүек насар мөғәмәлә итмәгәндәр. Шулай ҙа Алланың был дуҫы асыулы булып китмәгән. Дауыт: «Асыуыңды тый, ярһыуыңды баҫ, күңелһеҙләнеп китмә һәм яманлыҡ ҡылырға керешмә», — тип яҙған (Зәб. 37:8). Асыуыбыҙҙы тыйыр өсөн бик мөһим сәбәп бар: беҙ Йәһүәнән өлгө алырға теләйбеҙ. Ул «ҡылған гонаһтарыбыҙға ҡарап яза бирмәй», киреһенсә, беҙҙе кисерә (Зәб. 103:10). Бынан тыш, асыуҙы тыйыу башҡа яҡтарҙан да файҙалы. Мәҫәлән, асыу тойғоһо ҡан баҫымы күтәрелеүенең йә тын юлдары ауырыуҙарының сәбәбе булырға мөмкин. Шулай уҡ, бауырға һәм ашҡаҙан аҫты биҙенә зыян килтереп, аш һеңдереүгә бәйле ауырлыҡтар тыуҙырыуы ихтимал. Өҫтәүенә, асыуланған саҡта беҙ айыҡ фекер йөрөтә алмайбыҙ. Ундай саҡта беҙ башҡаларҙы рәнйетерлек берәй нәмә әйтергә йә эшләргә һәм һуңынан бының арҡаһында оҙаҡ ваҡыт төшөнкөлөккә бирелеп йөрөргә мөмкин. Изге Яҙмала: «Тыныс күңел тәнгә сихәт бирә», — тиелә (Ғиб. һүҙ. 14:30). Берәйһе беҙҙе рәнйетһә, үҙебеҙҙе нисек тоторға һуң? Ҡәрҙәшебеҙ менән нисек татыулашырға? Был йәһәттән Изге Яҙма беҙгә иң яҡшы кәңәшсе булып тора.

ҠӘРҘӘШЕБЕҘ РӘНЙЕТКӘНДӘ

15, 16. Берәйһе беҙҙе рәнйетһә, нимә эшләргә?

15 Ефестарға 4:26-ны уҡығыҙ. Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кешеләр үҙҙәрен тупаҫ тотҡанда, беҙ һис тә ғәжәпләнмәйбеҙ. Әммә яҡын кешебеҙ йә ҡәрҙәшебеҙ рәнйетерлек берәй нәмә әйтһә йә эшләһә, беҙ бойоғорға мөмкин. Әйтәйек, беҙгә булған хәлде онотоуы ауыр, ти. Күп йылдар дауамында асыуланып йөрөрбөҙмө? Йәки, Изге Яҙмалағы кәңәшкә ҡолаҡ һалып, ундай хәлдәрҙе тиҙ арала яйға һалырға тырышырбыҙмы? Үҙебеҙҙе рәнйеткән кеше менән һөйләшеүҙе һуңғараҡҡа күсергән һайын, татыулашыу тағы ла ҡыйыныраҡ була барыр.

16 Әйтәйек, берәй ҡәрҙәш һеҙҙе рәнйетте һәм һеҙ быны бер нисек тә онота алмайһығыҙ, ти. Татыулыҡ урынлаштырыр өсөн нимә эшләргә? Беренсенән, ҡайнар доғала Йәһүәгә барыһын да һөйләп бирегеҙ. Алланан шул ҡәрҙәш менән яғымлы һәм тыныс ҡына һөйләшеп алырға ярҙам итеүен һорағыҙ. Ҡәрҙәшегеҙ ҙә Йәһүәнең дуҫы икәнен онотмағыҙ (Зәб. 25:14). Алла уны ярата. Йәһүә үҙенең дуҫтары менән игелекле мөғәмәлә итә һәм беҙҙән дә шуны уҡ көтә (Ғиб. һүҙ. 15:23; Матф. 7:12; Кол. 4:6). Икенсенән, ҡәрҙәшкә нимә әйтерегеҙҙе яҡшы итеп уйлағыҙ. Ул мине рәнйетергә теләне, тигән һығымтаға килергә ашыҡмағыҙ. Бәлки, ул яңылыш ҡына шулай эшләгәндер йә һеҙ уны дөрөҫ аңламағанһығыҙҙыр. Шуны танырға әҙер булығыҙ: тыуған хәлдә һеҙҙең ғәйебегеҙ булыуы ла ихтимал. Һөйләшеүҙең башында, мәҫәлән: «Бәлки, мин сиктән тыш нескә күңелле кешелер, әммә кисә һин шул һүҙҙәрҙе әйткәндә, мин...» — тип әйтергә була. Ҡәрҙәшегеҙ менән татыулаша алмаһағыҙ, бирешмәгеҙ. Уның өсөн доға ҡылығыҙ. Йәһүәнән уны фатихалауын һәм иғтибарығыҙҙы ҡәрҙәштең яҡшы сифаттарына тупларға ярҙам итеүен һорағыҙ. Һис тә шикләнмәгеҙ: Йәһүә татыулыҡ урынлаштырыр өсөн эскерһеҙ тырышлыҡтар һалыуығыҙҙы күреп бик шатлана.

ЭЛЕККЕ ХАТАЛАР ӨСӨН ҒӘЙЕП ТОЙҒОҺО БОРСОҒАНДА

17. Йәһүә етди гонаһ ҡылған кешеләргә нисек ярҙам итә, һәм ни өсөн уның ярҙамын ҡабул итеү мөһим?

17 Етди гонаһ ҡылған ҡайһы бер мәсихселәр үҙҙәрен Йәһүәгә хеҙмәт итергә лайыҡ түгел тип һанай. Ғәйеп тойғоһо шатлыҡ, көс һәм күңел тыныслығынан мәхрүм итергә мөмкин. Дауыт батша, выждан ғазабы кисергәндә, былай тигән: «Өндәшмәй йөрөгән сағымда көндәр буйы ыңғырашыуҙан һөйәктәрем кибеп бөттө. Сөнки көнө-төнө һинең ҡулың минең өҫтөмдә ауыр йөк булып торҙо». Бәхеткә күрә, Дауыт, ҡыйыулыҡ сағылдырып, рухи кеше кеүек эш иткән. «Ахыр сиктә, мин һиңә үҙ гонаһымды асып һалдым... [...] Шунда һин ғәйебемде һәм гонаһтарымды кисерҙең», — тип яҙған ул. (Зәб. 32:3—5). Етди гонаһ ҡылһағыҙ, Йәһүәнең һеҙҙе кисерергә әҙер булыуын иҫтә тотоғоҙ. Ул һеҙгә үҙе менән мөнәсәбәттәрҙе тергеҙергә ярҙам итергә теләй. Әммә һеҙ уның өлкәндәр аша күрһәткән ярҙамын ҡабул итергә тейеш (Ғиб. һүҙ. 24:16; Яҡ. 5:13—15). Шуға күрә оҙаҡҡа һуҙмағыҙ! Быға һеҙҙең киләсәгегеҙ бәйле. Ә әгәр һеҙ, Йәһүәнең үҙегеҙҙе кисергәнен белеп тә, һаман ғәйеп тойғоһонан интекһәгеҙ, нимә эшләргә?

18. Павелдың миҫалы үҙҙәрен Йәһүәгә хеҙмәт итергә лайыҡ түгел тип һанаған кешеләргә нисек ярҙам итергә мөмкин?

18 Күрәһең, илсе Павел ваҡыт-ваҡыт элек ҡылған гонаһтары арҡаһында бик бойоҡҡан. Ул былай тигән: «Мин илселәрҙең иң кесеһе. Алла берҙәмлеген эҙәрлекләгәнем өсөн илсе тип аталырға ла лайыҡ түгелмен». Шуға ҡарамаҫтан, Павел: «Әммә Алла мәрхәмәте менән мин илсе булдым», — тип әйткән (1 Кор. 15:9, 10). Йәһүә Павелды элекке гонаһтарына ҡарамаҫтан ҡабул иткән һәм Павелдың быны аңлауын теләгән. Әгәр һеҙ ысын күңелдән тәүбә итһәгеҙ, шулай уҡ барыһын да Йәһүәгә һәм, гонаһығыҙ етди булһа, өлкәндәргә һөйләп бирһәгеҙ, Йәһүәнең үҙегеҙҙе ғәфү итәсәгенә һис тә шикләнмәгеҙ (Ишағ. 55:6, 7).

19. Ниндәй шиғыр 2018 йылдың йыллыҡ шиғыры итеп һайланған, һәм ни өсөн ул бик урынлы?

19 Беҙ, был донъяның ахыры яҡынлашҡан һайын, ауырлыҡтарыбыҙ ҙа күбәйә барасағын аңлайбыҙ. Әммә шуны онотмағыҙ: Йәһүә «арыған кешегә — көс, хәлһеҙләнгән кешегә ҡеүәт бирә», тимәк, ул беҙҙе лә нығыта ала (Ишағ. 40:29; Зәб. 55:22; 68:19). 2018 йылда беҙ был мөһим хәҡиҡәтте һәр ваҡыт иҫкә төшөрөп торорбоҙ, сөнки йыйылыш осрашыуына килгән һайын «Йәһүәгә өмөтләнгәндәр яңынан көскә эйә булыр» тигән йыллыҡ шиғырҙы күрербеҙ (Ишағ. 40:31).

^ 4 абз. Ишағыя 40:26: «Башығыҙҙы күтәреп, күккә ҡарағыҙ. Быларҙың барыһын кем барлыҡҡа килтергән? Ул йондоҙҙар ғәскәрен һаны буйынса алып сыға, уларҙың барыһын исемдәре менән атай. Уның сикһеҙ ҡеүәте һәм ҡурҡыу-хөрмәт уятыусы ҡөҙрәте ярҙамында уларҙың барыһы ла үҙ урынында тора».

^ 5 абз. Ишағыя 40:28: «Әллә белмәйһеңме? Ишеткәнең юҡмы? Ер ситтәрен барлыҡҡа килтереүсе Йәһүә — мәңгегә Алла. Ул бер ҡасан да арымай һәм талмай. Ул аңлаған нәмәләрҙе белеп бөтөрөп булмай».

^ 6 абз. Ишағыя 40:29: «Ул арыған кешегә — көс, хәлһеҙләнгән кешегә ҡеүәт бирә».

^ 8 абз. Ишағыя 40:30: «Үҫмерҙәр арыр һәм талсығыр, һәм егеттәр абынып йығылыр».

^ 11 абз. Ишағыя 40:31: «Ә Йәһүәгә өмөтләнгәндәргә иһә яңынан көс инер. Улар, бөркөттәр кеүек, үҙ ҡанаттарында күккә күтәрелер. Улар йүгерһә лә, әлһерәмәҫ, йөрөһә лә, хәлһеҙләнмәҫ».