Ниндәй яратыу ысын бәхет килтерә?
«Аллаһы Йәһүә булған халыҡ бәхетле!» (ЗӘБ. 144:15).
1. Ни өсөн беҙ йәшәгән осор башҡа осорҙарҙан айырылып тора?
БЕҘ кешелек тарихындағы башҡа осорҙарҙан бик ныҡ айырылып торған осорҙа йәшәйбеҙ. Изге Яҙмала пәйғәмбәрлек ителгәнсә, Йәһүә «һәр милләттән һәм ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм телдән сыҡҡан» бихисап күп кеше йыя. 8 миллиондан ашыу бәхетле кешенән торған был «көслө халыҡ» «көнө-төнө... [Аллаға] хеҙмәт итә» (Асыл. 7:9, 15; Ишағ. 60:22). Улар Алланы һәм яҡындарын эскерһеҙ ярата. Бөгөнгә тиклем ундай кешеләрҙең һаны бер ҡасан да шулай күп булмаған.
2. Алланың дуҫы булмаған кешеләргә ниндәй яратыу хас? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)
2 Әммә Изге Яҙмала беҙҙең көндәр тураһында шулай уҡ, Алланың дуҫы булмаған кешеләргә башҡа төрлө яратыу — эгоизм хас булыр, тип пәйғәмбәрлек ителгән. Илсе Павел, һуңғы көндәрҙә «үҙҙәрен генә яратҡан, аҡсаға табынған, ...Алланы яратыуға ҡарағанда кәйеф-сафаға нығыраҡ бирелгән» кешеләр артыр, тип яҙған (2 Тим. 3:1—4). Ундай яратыу — Аллаға ҡарата мөхәббәттең ҡапма-ҡаршыһы. Кемдер, эгоистик маҡсаттарға ынтылыу бәхет килтерә, тип уйлай, ләкин был хаталы фекер. Киреһенсә, ундай яратыу донъяла эгоистик ҡараштар булдыра һәм шулай итеп һәр кешенең тормошон ауырайта.
3. Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ һәм ни өсөн?
3 Илсе Павел эгоистик яратыуҙың был донъяла киң тараласағын һәм мәсихселәргә ҙур зыян килтерә алыуын белгән. Шуға күрә ул ундай яратыу сағылдырған кешеләрҙән «алыҫ тор[орға]» кәңәш иткән (2 Тим. 3:5). Әммә беҙ ундай кешеләр менән аралашыуҙан бөтөнләй ҡаса алмайбыҙ. Улайһа, үҙебеҙҙе уларҙың ҡараштарынан һаҡлап, Мөхәббәт Аллаһы Йәһүәнең күңелен нисек табырға? Әйҙәгеҙ, Алла беҙҙә күрергә теләгән яратыуҙы 2 Тимофейға 3:2—4-тә тасуирланған яратыу менән сағыштырайыҡ. Был беҙгә үҙебеҙҙе тикшереп сығырға һәм ысын бәхет килтергән яратыу сағылдырыр өсөн ниндәй үҙгәрештәр яһап булғанын күрергә ярҙам итер.
АЛЛАНЫ ЙӘ ҮҘЕБЕҘҘЕ ГЕНӘ ЯРАТЫРҒАМЫ?
4. Ни өсөн ниндәйҙер кимәлдә үҙебеҙҙе яратыу мөһим?
4 Павел, «үҙҙәрен генә яратҡан» кешеләр артыр, тип яҙған. Ул, үҙеңде яратыу дөрөҫ түгел, тип әйтергә теләгәнме? Юҡ. Үҙебеҙҙе яратыу тәбиғи, хатта мөһим дә. Йәһүә беҙҙе шулай итеп барлыҡҡа килтергән. Ғайса Мәсих: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», — тигән (Марк 12:31). Үҙебеҙҙе яратмаһаҡ, башҡаларҙы ярата алмаҫбыҙ. Изге Яҙмала шулай уҡ былай тиелгән: «Ирҙәр үҙ тәнен нисек ярата, ҡатынын да шулай яратырға тейеш. Ҡатынын яратҡан ир үҙен ярата. Бер кем дә бер ҡасан да үҙ тәненә нәфрәтле булмай, киреһенсә, ...туҡландыра һәм ҡайғырта» (Ефес. 5:28, 29). Күренеүенсә, беҙ ниндәйҙер кимәлдә үҙебеҙҙе яратырға тейеш.
5. Һеҙ үҙен сиктән тыш яратҡан кешене нисек тасуирлар инегеҙ?
5 2 Тимофейға 3:2-лә әйтелгән яратыу иһә тәбиғи түгел. Унда эгоизм хаҡында әйтелә. Үҙен сиктән тыш яратҡан кеше үҙе тураһында кәрәгенән артыҡ уйлай. (Римдарға 12:3-тө уҡығыҙ.) Ул башҡалар хаҡында түгел, ә үҙе хаҡында ғына ҡайғырта. Бөтә уңышһыҙлыҡтарҙа ул, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыу урынына, башҡаларҙы ғәйепләй. Изге Яҙма буйынса белешмәләрҙең береһендә ундай кеше бөгәрләнеп ятҡан терпе менән сағыштырыла. Үҙе йомшаҡ йөнөндә йылыға кинәнә, ә башҡаларға осло энәләрен күрһәтә. Ундай кешеләр ысынында бәхетле түгел.
6. Алла беҙҙә күрергә теләгән яратыу ниндәй емештәр килтерә?
6 Ни өсөн Павел, һуңғы көндәргә хас сифаттар тураһында яҙғанда, эгоизмды беренсе урынға ҡуйған? Ҡайһы бер Изге Яҙма белгестәре уйлауынса, сөнки был сифат Павел артабан әйтеп киткән насар сифаттарҙы тыуҙыра. Алла беҙҙә күрергә теләгән яратыу иһә яҡшы сифаттар үҫтерергә ярҙам итә. Ундай яратыу шатлыҡ, тыныслыҡ, түҙемлек, игелек, яҡшылыҡ, иман, йыуашлыҡ һәм тотанаҡлыҡ кеүек сифаттар менән бәйле (Гал. 5:22, 23, ЯДТ). Мәҙхиә йырлаусы: «Аллаһы Йәһүә булған халыҡ бәхетле!» — тип яҙған (Зәб. 144:15). Йәһүә — бәхетле Алла, һәм уның халҡы ла бәхетле. Бынан тыш, үҙҙәрен кәрәгенән артыҡ яратҡан һәм башҡаларҙан нимә ала алғандары хаҡында ғына уйлаған кешеләрҙән айырмалы рәүештә, Йәһүәнең хеҙмәтселәре бәхетле, сөнки башҡаларға нимәлер бирергә тырыша (Ғәм. 20:35).
7. Ниндәй һорауҙар беҙгә Алланы ни тиклем ныҡ яратыуыбыҙҙы тикшерергә ярҙам итер?
7 Аллаға ҡарағанда үҙебеҙҙе нығыраҡ ярата башламаныҡмы икәнен нисек тикшереп була? Бындай аҡыллы һүҙҙәр өҫтөндә уйланып алығыҙ: «Бер-берегеҙҙе уҙырға тырышып, дан артынан ҡыумағыҙ, киреһенсә, күндәм булып, башҡаларҙы өҫтөн күрегеҙ. Һәр кем үҙ мәнфәғәтен генә түгел, башҡалар Флп. 2:3, 4). Үҙ-үҙебеҙгә бындай һорауҙар бирергә мөмкин: «Мин был кәңәште тормошомда ҡулланаммы? Алла ихтыярын үтәргә тырышаммы? Йыйылыштағы ҡәрҙәштәргә һәм вәғәздә осраған кешеләргә ярҙам итер өсөн мөмкинлектәр эҙләйемме?» Ҡайһы саҡта ваҡытыбыҙҙы һәм көсөбөҙҙө башҡалар өсөн сарыф итеү еңел түгел. Бының өсөн күп көс һалырға йә үҙебеҙгә оҡшаған берәй нәмәнән баш тартырға тура килергә мөмкин. Әммә Ғаләм Хакимын ҡыуандырғаныбыҙҙы белеү беҙгә иң ҙур бәхет килтерә!
хаҡында ла хәстәрлек күрһен» (8. Алланы яратыу ҡайһы бер мәсихселәрҙе нимәгә дәртләндергән?
8 Йәһүәне яратҡанға һәм уға күберәк хеҙмәт итергә теләгәнгә, ҡайһы бер мәсихселәр ҙур аҡсалы эштән баш тартҡан. Табип булып эшләгән Эрика, карьераға ынтылыу урынына, пионер хеҙмәтен башлаған. Ул ире менән бергә бер нисә илдә хеҙмәт иткән. Эрика былай ти: «Икенсе телдә һөйләшкән кешеләргә ярҙам иткәндә, беҙҙең күп ҡыҙыҡлы осраҡтар булды һәм дуҫтар күбәйҙе. Был тормошобоҙҙо бик байытты». Эрика әле лә табип булып эшләй, әммә ваҡытының һәм көсөнөң күпселек өлөшөн ул кешеләргә Йәһүә тураһында һөйләр өсөн һәм ҡәрҙәштәргә ярҙам итер өсөн ҡуллана. «Был миңә ысын бәхет һәм ҡәнәғәтлек килтерә», — ти ул.
БАЙЛЫҠТЫ КҮКТӘ ЙӘ ЕРҘӘ ТУПЛАРҒАМЫ?
9. Ни өсөн аҡса яратыу бәхет килтермәй?
9 Павел, «аҡсаға табынған» кешеләр артыр, тип яҙған. Бер нисә йыл элек Ирландияла пионер-ҡәрҙәш бер ир менән Алла тураһында һөйләшкән. Был ир кошелегын сығарған да ҡағыҙ аҡса алып: «Бына минең аллам!» — тигән. Күп кеше, быны танымаһа ла, шулай уҡ уйлай. Улар аҡсаны һәм уға һатып алып булған нәмәләрҙе бик ярата. Ләкин Изге Яҙмала: «Көмөш һөйгән кеше — көмөшкә, байлыҡ һөйгән кеше табышҡа туймаҫ», — тигән киҫәтеү бар (Вәғ. 5:10). Байлыҡ яратҡан кешегә аҡса һәр ваҡыт етмәй. Ул, күберәк аҡса тупларға теләп, бөтә ғүмерен шуға бағышлай. Бының арҡаһында ул «күп михнәттәргә дусар була» (1 Тим. 6:9, 10).
10. Изге Яҙмала байлыҡ һәм ярлылыҡ тураһында нимә әйтелә?
10 Әлбиттә, аҡса барыбыҙға ла кәрәк. Ул ниндәйҙер кимәлдә беҙгә яҡлау бирә (Вәғ. 7:12). Әммә төп ихтыяждарыбыҙҙы ҡайғыртырлыҡ ҡына аҡсабыҙ булһа, беҙ бәхетле була алабыҙмы? Һис шикһеҙ! (Вәғәзсе 5:12-не уҡығыҙ *.) Яҡый улы Агур былай тип доға ҡылған: «Миңә ярлылыҡ та, байлыҡ та бирмә. Тик ашарға етерлек ризығым ғына булһын ине». Был кешенең ни өсөн бик ярлы булырға теләмәгәне аңлашыла. Ул урлашыу ҡотҡоһона эләгергә теләмәгән, сөнки урлау Алланы хурлай. Ләкин ни өсөн ул бай булырға теләмәгән? Ул былай тип яҙған: «Юғиһә, байып, һине кире ҡағырмын һәм: „Кем һуң ул Йәһүә?“ — тиермен» (Ғиб. һүҙ. 30:8, 9). Һеҙ, моғайын, Аллаға түгел, ә байлығына таянған кешеләрҙе беләһегеҙҙер.
11. Ғайса Мәсих аҡса тураһында нимә әйткән?
11 Аҡса яратҡан кеше Алланың күңелен таба алмай. Ғайса Мәсих былай тип әйткән: «Берәү ҙә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: йә береһенә нәфрәт тотор, икенсеһен яратыр; йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ». Ғайса шулай уҡ былай тигән: «Үҙегеҙгә байлыҡты ерҙә йыймағыҙ. Бында уны көйә ҡырҡа, тут баҫа, ҡараҡтар инеп урлай. Һеҙ хазинаны күктә йыйығыҙ: унда көйә лә ҡырҡмай, тут та баҫмай, ҡараҡтар ҙа инеп урламай» (Матф. 6:19, 20, 24).
12. Ябай тормош алып барыу нисек Йәһүәгә хеҙмәт итергә ярҙам итә? Миҫал килтерегеҙ.
12 Йәһүәнең күп хеҙмәтселәре ябай тормош алып барырға тырыша. Шулай эшләп, улар хеҙмәткә күберәк ваҡыт бүлә ала һәм үҙҙәрен бәхетлерәк тоя. Ҡушма Штаттарҙа йәшәгән Джек үҙенең ҙур йортон һәм бизнесын һатҡан, сөнки ҡатыны менән бергә пионер булып хеҙмәт итергә теләгән. Ул былай тип бүлешә: «Матур йортобоҙҙан һәм ер биләмәбеҙҙән баш тартыуы ауыр булды». Әммә эшендәге ауырлыҡтар арҡаһында ул инде бер нисә йыл дауамында өйөнә бойоғоп һәм арып ҡайтҡан булған. Ул былай ти: «Пионер булып хеҙмәт иткән ҡатыным һәр ваҡыт шатлыҡлы ине. Ул: „Минең начальнигым иң яҡшы!“ — ти торғайны. Хәҙер мин дә пионермын, һәм беҙ икебеҙ ҙә бер Шәхескә — Йәһүәгә хеҙмәт итәбеҙ».
13. Аҡсаға ҡарашыбыҙҙы нисек тикшереп була?
13 Аҡсаға ҡарашыбыҙҙы тикшергәндә, беҙгә бындай һорауҙарға намыҫлы итеп яуап бирергә кәрәк: «Тормошомдан Изге Яҙмала аҡса тураһында яҙылғандарға ысынлап та ышаныуым күренәме? Аҡса эшләү — минең өсөн иң мөһим нәмә, тип әйтеп буламы? Йәһүә һәм кешеләр менән мөнәсәбәттәргә ҡарағанда күберәк матди нәмәләрҙе ҡайғыртмайыммы? Йәһүәнең ихтыяждарым хаҡында ҡайғыртасағына ысынлап та ышанаммы?» Йәһүәнең үҙенә таяныусыларҙың өмөттәрен һәр ваҡыт аҡлауына һис тә шикләнмәҫкә була (Матф. 6:33).
ЙӘҺҮӘНЕ ЙӘ КҮҢЕЛ АСЫУҘЫ ЯРАТЫРҒАМЫ?
14. Күңел асыуға нисек ҡарарға кәрәк?
14 Изге Яҙмала алдан әйтелгәнсә, бөгөн күп кешеләр «Алланы яратыуға ҡарағанда кәйеф-сафаға нығыраҡ бирелгән». Үҙебеҙҙе яратыуға һәм аҡса эшләүгә дөрөҫ ҡараш һаҡлаһаҡ, бының бер ни насарлығы юҡ. Күңел асыу хаҡында шуны уҡ әйтеп була. Ҡайһы бер кешеләр, күңел асырға ярамай, тип уйлай, ләкин Йәһүә быға башҡаса ҡарай. Изге Яҙма Алланың тоғро хеҙмәтселәрен: «Бар, ҡыуанып икмәк аша, шатлыҡлы йөрәк менән шарап эс», — тип дәртләндерә (Вәғ. 9:7).
15. Күңел асырға яратыусы булыу үҙ эсенә нимәне ала?
15 2 Тимофейға 3:4-тә тасуирланған кешеләр күңел асыуға шул тиклем ынтыла, хатта Алла хаҡында уйлап та бирмәй. Шуға иғтибар итегеҙ: был шиғырҙа, кешеләр «Алланы яратыуға ҡарағанда» кәйеф-сафаны нығыраҡ яратыр, тиелһә лә, был, улар әҙ генә булһа ла Алланы ла яратыр, тигәнде аңлатмай. Бер белгес былай тип яҙған: «Был [шиғыр], улар ниндәйҙер кимәлдә Алланы ла ярата, тигәнде аңлатмай. Улар уны бөтөнләй яратмай». Күңел асырға яратыусылар өсөн ниндәй айнытҡыс киҫәтеү! Изге Яҙмала ундай кешеләр ләззәткә бирелеп Алланан ситкә киткәндәр итеп һүрәтләнә (Лука 8:14, ЯДТ).
16, 17. Ғайса күңел асыуға нисек ҡараған?
16 Ғайса Мәсих күңел асыуға нисек ҡарарға кәрәклеген күрһәткән. Мәҫәлән, ул табындарға йөрөгән (Яхъя 2:1—10; Лука 5:29). Бер ваҡыт Ғайса туйға саҡырылған, һәм унда ҡунаҡтарға шарап етмәй ҡалған. Шунда Ғайса, һыуҙы шарапҡа әйләндереп, мөғжизә ҡылған. Башҡа осраҡта, кешеләр Ғайсаны ашап-эскәне өсөн тәнҡитләгәндә, ул уларҙың ҡарашы дөрөҫ түгел икәнен асыҡ итеп белдергән (Лука 7:33—36).
17 Шулай ҙа күңел асыу Ғайсаның тормошонда иң мөһим нәмә булмаған. Ул беренсе урынға Йәһүәне ҡуйған һәм башҡаларға ярҙам итер өсөн көсөнән килгәндең барыһын эшләгән. Кешелекте ҡотҡарыр өсөн, Ғайса яфаланыу бағанаһында ғазапланып үлергә әҙер булған. Ул үҙенә эйәрергә теләүселәргә былай тигән: «Минең арҡала кешеләр һеҙҙе хурлағанда, эҙәрләгәндә һәм һеҙгә ҡаршы төрлө ялған һүҙ һөйләгәндә, һеҙ бәхетле. Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай эҙәрләнеләр» (Матф. 5:11, 12).
18. Ниндәй һорауҙар беҙгә күңел асыуҙы ни тиклем ныҡ яратыуыбыҙҙы тикшерергә ярҙам итер?
18 Күңел асыуҙы ни тиклем ныҡ яратыуыбыҙҙы нисек тикшерергә? Үҙ-үҙебеҙгә бындай һорауҙар биреп була: «Минең өсөн күңел асыу йыйылыш осрашыуҙары һәм вәғәзләүгә ҡарағанда мөһимерәкме? Аллаға хеҙмәт итеү хаҡына үҙемә оҡшаған ҡайһы бер нәмәләрҙән баш тартырға әҙерменме? Күңел асыу төрөн һайлағанда Йәһүәнең ҡарашын иҫәпкә аламмы?» Алланы яратҡанға һәм уны ҡыуандырырға теләгәнгә, беҙ Алла тыйған нәмәләрҙән генә түгел, ә шулай уҡ уға оҡшамай алған нәмәләрәҙән дә ҡасырбыҙ. (Матфей 22:37, 38-ҙе уҡығыҙ.)
БӘХЕТКӘ ИЛТКӘН ЮЛ
19. Кемдәр бер ваҡытта ла бәхетле була алмаясаҡ?
19 Шайтан донъяһында кешеләр бына инде 6 000 йыл дауамында ғазап сигә. Хәҙер, был донъяның һуңғы көндәрендә, ер йөҙө үҙҙәрен, күңел асыуҙы һәм аҡса яратҡан кешеләр менән тулған. Улар башҡаларҙан нимә ала алғандары хаҡында ғына уйлай һәм үҙ теләктәрен иң мөһим нәмә тип һанай. Әммә ундай кешеләр ысынында бәхетле була алмай! Изге Яҙмала: «Ярҙамсыһы — Яҡуб Аллаһы, өмөтө Аллаһы Йәһүәлә булған кеше бәхетле», — тиелгән (Зәб. 146:5).
20. Алланы яратыу һеҙҙе нисек бәхетле итә?
20 Йәһүәнең халҡы уны көндән-көн нығыраҡ ярата. Йыл һайын уның хаҡта белем алған һәм уны ярата башлаған кешеләрҙең һаны күбәйә бара. Быларҙың барыһы ла Алла Батшалығының идара итеүен һәм уның тиҙҙән беҙгә күҙ алдына ла килтерә алмаҫлыҡ фатихалар яуҙырасағын раҫлай! Йәһүә теләгәнде эшләп, беҙ уны ҡыуандырабыҙ, ә был, үҙ сиратында, беҙҙең үҙебеҙгә ҙур шатлыҡ килтерә. Йәһүәне яратҡан кешеләр мәңге шатланасаҡ! Киләһе мәҡәләлә беҙ эгоистик яратыу тыуҙырған насар сифаттарҙың ҡайһы берҙәрен ҡарап сығырбыҙ һәм уларҙы Йәһүә хеҙмәтселәренең яҡшы сифаттары менән сағыштырырбыҙ.
^ 10 абз. Вәғәзсе 5:12: «Хеҙмәт итеүсе күп ашаһа ла, әҙ ашаһа ла, йоҡоһо татлы була. Ә байға ҙур милке йоҡларға бирмәй».