Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Дошманығыҙҙы белегеҙ

Дошманығыҙҙы белегеҙ

«[Шайтандың] ниәттәрен беҙ бит беләбеҙ» (2 КОР. 2:11).

ЙЫРҘАР: 150, 32

1. Әҙәм менән Һауа гонаһ ҡылғандан һуң, Йәһүә дошманыбыҙ хаҡында нимә асҡан?

ӘҘӘМ йыландарҙың һөйләшә алмағанын белгән. Шуға күрә, Һауа менән йылан һөйләшкәнен белеп ҡалғас, Әҙәм, бәлки, ысынында уның менән рухи зат һөйләшкәнен аңлағандыр (Баш. 3:1—6). Әҙәм менән Һауа был рухи заттың кем икәнен белмәгән. Әммә Әҙәм, таныш булмаған был затҡа ҡушылып, үҙенең күктәге ҡайғыртыусан Атаһына ҡаршы сығырға булған (1 Тим. 2:14). Йәһүә шунда уҡ был яуыз дошман тураһында күберәк мәғлүмәт бирә башлаған һәм, ахыр сиктә ул юҡ ителәсәк, тип вәғәҙә иткән. Шул уҡ ваҡытта Йәһүә, йылан аша һөйләшкән был рухи зат билдәле бер ваҡыт дауамында Алланы яратҡан бөтә аҡыллы заттарға ҡаршы киләсәк, тип киҫәткән (Баш. 3:15).

2, 3. Күрәһең, ниндәй сәбәптән Йәһүә Мәсих килгәнгә тиклем Шайтан тураһында әҙ генә мәғлүмәт биргән?

2 Йәһүә кешеләргә үҙенә ҡаршы фетнә күтәргән фәрештәнең шәхси исемен әйтмәгән *. Эден баҡсаһындағы ваҡиғаларҙан һуң 2 500 йыл үткәс кенә, Йәһүә был фетнәсенең кем булғанын асҡан (Әйүп 1:6). Был рухи зат «Шайтан» тигән титул аҫтында билдәле, был атама «Дошман» тигәнде аңлата. Шайтан Еврей Яҙмаларының өс китабында ғына — 1-се Йылъяҙма, Әйүп һәм Зәкәриә китаптарында иҫкә алына. Ни өсөн Мәсих килгәнсегә тиклем был дошман тураһында бик әҙ мәғлүмәт бирелгән булған?

3 Йәһүә Еврей Яҙмаларына Шайтан һәм уның эштәре тураһында бик әҙ ентеклектәр индергән. Еврей Яҙмалары кешеләргә Мәсихте билдәләргә һәм уға эйәрергә ярҙам итеү маҡсаты менән яҙылған булған (Лука 24:44; Гал. 3:24). Мәсих килгәс, Йәһүә, уны һәм уның шәкерттәрен ҡулланып, Шайтан һәм уға ҡушылған фәрештәләр тураһында күп кенә мәғлүмәт биргән *. Был бик тә урынлы, сөнки Йәһүә, Шайтан менән уның эйәрсендәрен юҡ итер өсөн, Ғайса Мәсихте һәм майланған мәсихселәрҙе ҡулланасаҡ (Рим. 16:20; Асыл. 17:14; 20:10).

4. Ни өсөн беҙ Иблистән ҡурҡырға тейеш түгел?

4 Илсе Петр Шайтан Иблисте «үкереүсе арыҫлан» итеп һүрәтләгән, ә Яхъя уны «йылан» һәм «аждаһа» тип атаған (1 Пет. 5:8; Асыл. 12:9). Ләкин беҙ Иблистән ҡурҡырға тейеш түгел. Уның көсө сикләнгән. (Яҡуб 4:7-не уҡығыҙ.) Беҙҙе Йәһүә, Ғайса Мәсих һәм тоғро фәрештәләр яҡлай. Уларҙың ярҙамы менән беҙ дошманыбыҙға ҡаршы тора алабыҙ. Шулай ҙа беҙгә бындай өс мөһим һорауға яуап белергә кәрәк: Шайтан ни тиклем көслө йоғонто яһай? Ул башҡаларға нисек тәьҫир итергә тырыша? Нимәне ул эшләй алмай? Әйҙәгеҙ, был һорауҙарға яуап алайыҡ һәм бынан нимәгә өйрәнеп булғанын ҡарап сығайыҡ.

ШАЙТАН НИ ТИКЛЕМ КӨСЛӨ ЙОҒОНТО ЯҺАЙ?

5, 6. Ни өсөн хөкүмәттәр кешеләр мохтаж булған күпселек үҙгәрештәрҙе яһай алмай?

5 Күп кенә фәрештәләр Шайтандың фетнәһенә ҡушылған. Туфан алдынан Шайтан шул фәрештәләрҙең ҡайһы берҙәрен ҡатындар менән енси мөнәсәбәткә инергә ҡотортҡан. Изге Яҙмала символик тел менән, күктән төшкән аждаһа йондоҙҙарҙың өстән бер өлөшөн үҙе менән һөйрәп алып китте, тиелә (Баш. 6:1—4; Йәһ. 6; Асыл. 12:3, 4). Был фәрештәләр, Алла ғаиләһенән китеп, Шайтандың етәкселеген һайлаған. Фетнәсел фәрештәләр бер нисек тә ойошторолмаған, тип уйлау дөрөҫ булмаҫ ине. Күҙгә күренмәгән рухи донъяла Шайтан, Алла Батшалығына оҡшатып, үҙенең хөкүмәтен булдырған. Ул үҙен батша иткән, шулай уҡ, ендәрҙе ойоштороп, уларға хакимлыҡ биргән һәм уларҙы донъя идарасылары иткән (Ефес. 6:12).

6 Шайтан үҙенең ойошмаһы ярҙамында бөтә кешелек хөкүмәттәрен контроль аҫтында тота. Быға һис тә шикләнмәҫкә була, сөнки, «донъялағы бөтөн батшалыҡтарҙы» күрһәткәндә, ул Ғайсаға былай тигән: «Ошо батшалыҡтарҙың бөтөнөһө өҫтөнән хакимлыҡ итеүҙе лә, уларҙың гүзәллеген дә Һиңә бирермен. Уларҙың барыһы ла миңә бирелгән һәм мин кемгә теләйем, шуға бирә алам» (Лука 4:5, 6). Шайтандың яуыз йоғонтоһона ҡарамаҫтан, күп хөкүмәттәр үҙҙәренең граждандары өсөн яҡшылыҡ эшләй, ә ҡайһы бер идарасылар ысын күңелдән халыҡҡа ярҙам итергә теләй. Әммә идара иткән бер кеше лә беҙ мохтаж булған күпселек үҙгәрештәрҙе яһай алмай (Зәб. 146:3, 4; Асыл. 12:12).

7. Шайтан нисек, хөкүмәттәрҙән тыш, шулай уҡ ялған динде һәм коммерция системаһын ҡуллана? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

7 Шайтан менән ендәр шулай уҡ «бөтөн донъяны», йәғни бөтөн кешелекте юлдан яҙҙырыр өсөн, ялған динде һәм коммерция системаһын ҡуллана (Асыл. 12:9). Ялған дин ярҙамында Шайтан Йәһүә тураһында ялған тарата һәм хатта Алла исемен йәшерергә тырыша (Ирем. 23:26, 27). Һөҙөмтәлә, Аллаға ғибәҙәт ҡылабыҙ, тип уйлаған ҡайһы бер эскерһеҙ кешеләр ысынбарлыҡта ендәргә табына (1 Кор. 10:20; 2 Кор. 11:13—15). Бынан тыш, алдыҡ таратыр өсөн, Шайтан коммерция системаһын ҡуллана. Мәҫәлән, Иблис кешеләрҙе, аҡса һәм әйберҙәр бәхет килтерә, тип ышандырырға тырыша (Ғиб. һүҙ. 18:11). Был алдыҡҡа ышанған кешеләр, Аллаға хеҙмәт итеү урынына, ғүмерен «байлыҡҡа» хеҙмәт итеп үткәрә (Матф. 6:24). Ҡасандыр Алланы яратҡан булһалар ҙа, ундай кешеләр матди әйберҙәрҙе шул тиклем ныҡ ярата башлай, хатта Аллаға ҡарата мөхәббәттәре юҡҡа сыға (Матф. 13:22; 1 Яхъя 2:15, 16).

8, 9. а) Әҙәм, Һауа һәм фетнәсел фәрештәләрҙең миҫалынан ниндәй ике һабаҡ алып була? б) Ни өсөн донъя менән Шайтан идара иткәнен белеү мөһим?

8 Әҙәм, Һауа һәм фетнәсел фәрештәләрҙең миҫалынан ике мөһим һабаҡ алып була. Беренсенән, ике генә яҡ бар, һәм беҙгә уларҙың береһен һайларға кәрәк. Беҙ йә Йәһүәнең, йә Шайтандың яғында тора алабыҙ (Матф. 7:13). Икенсенән, теләгәнен алырға өмөтләнеп Шайтанға ҡушылғандар маҡсаттарына тулыһынса өлгәшә алмай. Әҙәм менән Һауа үҙҙәре өсөн нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен хәл итеү мөмкинлегенә эйә булған. Ә ендәр ниндәйҙер кимәлдә кешелек хөкүмәттәре өҫтөнән хакимлыҡҡа эйә булған (Баш. 3:22). Ләкин Шайтан яғына баҫыуҙың эҙемтәләре һәр ваҡыт бик аяныслы була. Эйе, Шайтан тәҡдим иткән нәмәләр өсөн бик ҙур хаҡ түләргә тура килә (Әйүп 21:7—17; Гал. 6:7, 8).

9 Ни өсөн донъя менән Шайтан идара иткәнен белеү мөһим? Был беҙгә хөкүмәттәргә ҡарата дөрөҫ ҡарашта булырға ярҙам итә һәм вәғәз эшендә ҡатнашырға дәртләндерә. Белеүебеҙсә, Йәһүә хөкүмәттәрҙе хөрмәт итеүебеҙҙе теләй (1 Пет. 2:17). Ул беҙҙән хөкүмәт ҡанундарына буйһоноуҙы көтә, һәм был уның нормаларына ҡаршы килмәгән һәр ҡанунға ла ҡағыла (Рим. 13:1—4). Әммә беҙ шулай уҡ нейтралитет һаҡларға тейешлегебеҙҙе һәм ниндәй ҙә булһа сәйәси партия йә идарасы яғында торорға тейеш түгеллегебеҙҙе аңлайбыҙ (Яхъя 17:15, 16; 18:36). Шайтандың Йәһүә исемен йәшерергә һәм уның абруйын төшөрөргә тырышҡанын белгәнгә, беҙ кешеләргә Алла тураһындағы хәҡиҡәтте һөйләр өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләйбеҙ. Беҙ Алла исеме менән аталыуыбыҙ һәм уны ҡулланыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Алланы яратыу аҡса йә әйбер яратыуға ҡарағанда күпкә ҙурыраҡ фатихалар килтерә (Ишағ. 43:10; 1 Тим. 6:6—10).

ШАЙТАН БАШҠАЛАРҒА НИСЕК ТӘЬҪИР ИТЕРГӘ ТЫРЫША?

10—12. а) Ҡайһы бер фәрештәләрҙе юлдан яҙҙырыр өсөн, Шайтан, күрәһең, ниндәй ҡотҡо һалған? б) Ҡотҡоға бирелгән фәрештәләрҙең миҫалынан ниндәй һабаҡтар алып була?

10 Шайтан, башҡаларға тәьҫир итер өсөн, бик уңышлы алымдар ҡуллана. Үҙе теләгәнде эшләтер өсөн, ул йә ҡотҡо һала, йә ҡурҡытырға тырыша.

11 Шайтан күп фәрештәләрҙе ҡармаҡҡа эләктергән. Нисек итеп? Ул, бәлки, фәрештәләр өсөн нимә ҡотҡо була алғанын белер өсөн, уларҙы оҙаҡ ҡына күҙәткәндер. Ҡайһы бер фәрештәләр, ҡотҡоға бирелеп, ҡатындар менән енси мөнәсәбәткә ингән. Уларҙың балалары ҡаты бәғерле бәһлеүәндәр булған, улар тирә-яҡтағы кешеләр менән үҙҙәрен аяуһыҙ тотҡан (Баш. 6:1—4). Фәрештәләрҙе әхлаҡһыҙлыҡҡа төшөрөргә тырышыуҙан тыш, Шайтан, моғайын, уларға бөтә кешеләр өҫтөнән хакимлыҡ бирергә вәғәҙә иткәндер. Бының менән Шайтан, бәлки, ҡатындың «тоҡомо» тураһындағы пәйғәмбәрлектең үтәлеүенә ҡамасауларға тырышҡандыр (Баш. 3:15, ЯДТ). Ләкин Йәһүә уның уңышҡа ирешеүенә юл ҡуймаған. Ул, Туфан булдырып, Шайтан менән ендәрҙең бөтә шундай ниәттәрен юҡҡа сығарған.

Шайтан төрлө ҡотҡолар һала: әхлаҡһыҙлыҡ, урынһыҙ ғорурлыҡ һәм мистика (12, 13-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

12 Бынан ниндәй һабаҡтар алып була? Әхлаҡһыҙлыҡ һәм ғорурлыҡ — Шайтан һалған бик көслө ҡотҡолар. Шайтанға ҡушылған фәрештәләр күктә күп йылдар Алла янында булған. Шуға ҡарамаҫтан, улар үҙҙәрендә насар теләктәр үҫеүенә юл ҡуйған, һәм был теләктәр бик көслө булып киткән. Шуны иҫтә тотоу мөһим: Йәһүәгә күпме генә хеҙмәт итһәк тә, йөрәгебеҙҙә насар теләктәр тамыр йәйергә мөмкин (1 Кор. 10:12). Бына ни өсөн беҙ йөрәгебеҙҙә нимәләр булғанын гел тикшереп торорға һәм теләһә ниндәй әхлаҡһыҙ уйҙан йә урынһыҙ ғорурлыҡтан арынырға тейеш! (Гал. 5:26; Колосстарға 3:5-те уҡығыҙ).

13. Шайтан тағы ниндәй ҡотҡо һала, һәм нисек был ҡотҡоға бирелмәҫкә?

13 Шайтан ҡулланған тағы бер ҡотҡо — мистика менән ҡыҙыҡтырыу. Бөгөн ул, кешеләрҙе ендәр менән ҡыҙыҡһындырыр өсөн, ялған динде генә түгел, ә шулай уҡ күңел асыуҙарҙы ла ҡуллана. Фильмдар, электрон уйындар һәм башҡа күңел асыуҙар мистиканы бик ҡыҙыҡлы нәмә итеп күрһәтергә мөмкин. Нисек был ҡотҡоға бирелмәҫкә? Алла ойошмаһы беҙгә яҡшы һәм насар күңел асыуҙар исемлеген бирер, тип көтөү дөрөҫ булмаҫ ине. Беҙ, Йәһүәнең принциптарына нигеҙләнеп һайлау яһай белер өсөн, выжданыбыҙҙы тәрбиәләргә тейеш (Евр. 5:14). Әгәр Аллаға ҡарата мөхәббәтебеҙ «саф күңелдән» булһа, беҙ дөрөҫ һайлау яһарбыҙ (Рим. 12:9). Ике йөҙлө кеше бер төрлө һөйләй, икенсе төрлө эшләй. Шуға күрә, күңел асыу һайлағанда, беҙ үҙ-үҙебеҙгә бындай һорауҙар бирә алабыҙ: «Мин үҙем башҡаларҙы өйрәткән принциптар буйынса эш итәмме? Мин һайлаған күңел асыуҙы күрһәләр, өйрәнеүселәрем йә хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһыныусылар минең ни тиклем саф күңелле булыуым хаҡында нимә уйлар ине?» Һүҙҙәребеҙ башҡарған эштәребеҙ менән ни тиклем нығыраҡ тап килә, шул тиклем беҙгә Шайтандың ҡармағына эләкмәүе еңелерәк булыр (1 Яхъя 3:18).

Шайтан эшмәкәрлегебеҙҙе тыйыу синыфташтарҙың баҫымы һәм туғандарҙың ҡаршы килеүе аша ҡурҡытырға тырыша (14-се абзацты ҡарағыҙ.)

14. Шайтан беҙгә нисек баҫым яһарға мөмкин, һәм беҙ нисек ныҡ булып ҡала алабыҙ?

14 Бынан тыш, Йәһүәгә тоғролоҡһоҙ булып китеүебеҙҙе теләп, Шайтан беҙҙе ҡурҡытырға һәм баҫым яһарға тырыша. Мәҫәлән, ул, вәғәз эшен тыйыр өсөн, хөкүмәттәргә тәьҫир итә ала. Уның йоғонтоһо аҫтында беҙҙең синыфташтар йә эш урынындағы хеҙмәттәштәр Изге Яҙмалағы нормалар буйынса йәшәүебеҙҙән көлөргә мөмкин (1 Пет. 4:4). Шайтан, хатта мәсихсе булмаған, әммә яҡшы ниәттәрҙән сығып эш иткән туғандарыбыҙҙы ҡулланып, беҙҙе йыйылыш осрашыуҙарына йөрөүҙән туҡтатырға тырышырға мөмкин (Матф. 10:36). Шайтандың баҫымына ҡаршы торор өсөн, беҙ нимә эшләй алабыҙ? Ундай һөжүмдәр беҙҙе ғәжәпләндерергә тейеш түгел, сөнки Шайтандың беҙгә ҡаршы һуғыш алып барыуын беләбеҙ (Асыл. 2:10; 12:17). Шулай уҡ был һөжүмдәр артында ниндәй һорау торғанын иҫтә тотоу мөһим: Шайтан беҙҙең хаҡта, Йәһүәгә еңел булғанда ғына хеҙмәт итәләр, ә ауыр була башлаһа, Алланан баш тартасаҡтар, тип раҫлай (Әйүп 1:9—11; 2:4, 5). Өҫтәүенә, һәр ваҡыт Йәһүәнән көс һорарға кәрәк. Йәһүә үҙ хеҙмәтселәрен бер ҡасан да ҡалдырмаясағын онотмағыҙ (Евр. 13:5).

ШАЙТАН НИМӘ ЭШЛӘЙ АЛМАЙ?

15. Беҙ теләмәһәк, Шайтан беҙҙе нимәлер эшләргә мәжбүр итә аламы? Аңлатығыҙ.

15 Кешеләр үҙҙәре теләмәһә, Шайтан уларҙы нимәлер эшләргә мәжбүр итә алмай (Яҡ. 1:14). Күптәр үҙҙәренең Шайтан яғында торғанын аңламай ҙа. Әммә хәҡиҡәтте белгәс, һәр кеше кемдең яғында булырға теләгәнен һайларға тейеш (Ғәм. 3:17; 17:30). Аллаға тыңлаусан булырға ҡарар итһәк, Шайтан тоғролоғобоҙҙо ҡаҡшата алмай (Әйүп 2:3; 27:5).

16, 17. а) Шайтан һәм ендәр тағы нимә эшләй алмай? б) Ни өсөн ишеттерерлек итеп доға ҡылырға ҡурҡырға кәрәкмәй?

16 Шайтан һәм ендәр эшләй алмаған башҡа нәмәләр ҙә бар. Мәҫәлән, Изге Яҙманың бер урынында ла уларҙың аҡылыбыҙҙа йә йөрәгебеҙҙә нимәләр булғанын белә алыуы хаҡында әйтелмәй. Быны тик Йәһүә һәм Ғайса Мәсих кенә белә ала (1 Сам. 16:7; Марк 2:8). Улайһа, башҡаларға ишеттереп нимәлер әйтһәк йә доға ҡылһаҡ, Иблис һәм ендәр ишетер ҙә был мәғлүмәтте беҙгә ҡаршы ҡулланыр, тип ҡурҡырға кәрәкме? Юҡ! Ни өсөн? Бындай сағыштырыуға иғтибар итәйек: Иблис күрер тип уйлағанға ғына, беҙ Йәһүәгә хеҙмәт иткәндә яҡшы эштәр башҡарырға ҡурҡмайбыҙ. Шуның шикелле, Иблис ишетеп ҡалыр тип уйлап, ишеттерерлек итеп доға ҡылырға ҡурҡырға кәрәкмәй. Өҫтәүенә, Изге Яҙмала күп тапҡыр Алла хеҙмәтселәренең ишеттерерлек итеп доға ҡылғаны хаҡында әйтелә, әммә бер ҡайҙа ла уларҙың Иблис ишетер тип ҡурҡҡаны хаҡында әйтелмәй (1 Бат. 8:22, 23; Яхъя 11:41, 42; Ғәм. 4:23, 24). Һүҙҙәребеҙ һәм эштәребеҙ Алла ихтыярына тура килһен өсөн көс һалһаҡ, һис тә шикләнмәҫкә була: Йәһүә Иблискә беҙгә төҙәтә алмаҫлыҡ зыян килтерергә рөхсәт итмәйәсәк. (Зәбур 34:7-не уҡығыҙ *.)

17 Беҙгә дошманыбыҙҙы белергә кәрәк, ләкин беҙ унан ҡурҡырға тейеш түгел. Камил булмаһаҡ та, Йәһүәнең ярҙамы менән беҙ Шайтанды еңә алабыҙ! (1 Яхъя 2:14). Уға ҡаршы торһаҡ, ул беҙҙән ҡасасаҡ (Яҡ. 4:7; 1 Пет. 5:9). Бөгөн Шайтан айырыуса йәштәргә һөжүм итә. Улар Иблистең һөжүмдәренә нисек ҡаршы тора ала? Был киләһе мәҡәләлә ҡараласаҡ.

^ 2 абз. Изге Яҙмала ҡайһы бер фәрештәләрҙең шәхси исемдәре телгә алына (Хөк. 13:18; Дан. 8:16; Лука 1:19; Асыл. 12:7). Унда шулай уҡ Йәһүәнең һәр йондоҙға исем биргәне хаҡында әйтелә (Зәб. 147:4). Шуға күрә, Йәһүә һәр фәрештәгә, шул иҫәптән һуңыраҡ Шайтан булып киткән фәрештәгә лә исем биргән, тигән һығымта яһау бик тә урынлы.

^ 3 абз. Изге Яҙманың төп нөсхәһендә «Шайтан» тигән титул Еврей Яҙмаларында — 18 генә тапҡыр, ә Грек Яҙмаларында 30 тапҡырҙан күберәк осрай.

^ 16 абз. Зәбур 34:7: «Йәһүәнең фәрештәһе Алланы тәрән хөрмәт итеүселәр тирәләй лагерь ҡора һәм уларҙы ҡотҡара».