Алла беҙҙең өсөн нимә эшләгән?
Берәйһе менән яҡыныраҡ танышырға теләһәгеҙ, шул кешенең нимәгә ирешкәне һәм ниндәй ауырлыҡтар аша үткәне хаҡында белеү артыҡ булмаҫ. Шуның кеүек үк, Алла менән танышырға теләһәк, уның беҙҙең өсөн нимә эшләгәне тураһында күберәк белергә кәрәк. Алланың кешеләргә хәҙер һәм киләсәктә ни тиклем күп эшләгәнен белеү һеҙҙе, һис шикһеҙ, таң ҡалдырыр.
АЛЛА БЕҘГӘ ҒӘЖӘП ТОРМОШ БҮЛӘК ИТКӘН
Йәһүә Алла — Бөйөк Барлыҡҡа килтереүсе, һәм уның күренмәгән сифаттары «барлыҡҡа килтергән нәмәләр аша асыҡ күренә һәм аңлашыла» (Римдарға 1:20). Изге Яҙмала Алла тураһында былай тиелә: «Ул — үҙ ҡөҙрәте менән ерҙе Булдырыусы, ул үҙ зирәклеге менән уңдырышлы ерҙе урынлаштырған һәм үҙенең аңлау һәләте менән күктәрҙе йәйгән» (Иремия 10:12). Беҙ Алла өсөн ҡәҙерле икәнебеҙҙе уның барлыҡҡа килтергән нәмәләре аша күрә алабыҙ.
Йәһүә беҙҙе үҙенә оҡшаш итеп барлыҡҡа килтереп тормошобоҙҙо байытҡан (Башланмыш 1:27). Был ниндәйҙер дәрәжәлә уның кеүек сифаттар сағылдыра алыуыбыҙҙы аңлата. Ул беҙгә рухи нәмәләрҙе — уның ҡараштарын һәм принциптарын — аңлау һәләтен биргән. Әгәр ҙә беҙ уның ҡараштарын үҙләштерергә тырышһаҡ, тормошобоҙ ысын бәхет һәм мәғәнә менән тулыр. Бынан тыш, Алла беҙгә үҙе менән яҡын мөнәсәбәттәр булдырырға мөмкинлек биргән.
Алланың планетабыҙҙы нисек итеп барлыҡҡа килтереүе, уның беҙгә ҡарата яратыуын күрһәтә. Илсе Павел Алла тураһында былай тигән: «Яҡшылыҡтар ҡылып, Үҙен күрһәтеп торҙо: ваҡытында күктәрҙән ямғыр яуҙырып, мул уңыш биреп, [беҙҙе] ризыҡ менән тәьмин итте һәм йөрәктәрегеҙҙе ҡыуаныс менән тултырҙы» (Ғәмәлдәр 14:17). Ул беҙгә йәшәр өсөн кәрәк булғанынан күберәкте биргән. Алла, төрлө хайуандарҙы һәм үҫемлектәрҙе биреп, тормошта кинәнеп йәшәүебеҙҙе теләгән. Әммә был Йәһүәнең беҙгә бирергә теләгәненең өлөшө генә.
Зәбур 115:16; Ишағыя 45:18). Ерҙе кем тултырырға һәм унда күпме ваҡыт йәшәргә тейеш булған? Изге Яҙмала бына ниндәй яуап бар: «Тәҡүәләр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм унда мәңге йәшәйәсәк» (Зәбур 37:29).
Йәһүә планетабыҙҙы кешеләр мәңге йәшәһен өсөн барлыҡҡа килтергән. Изге Яҙмала: «Ерҙе иһә ул әҙәм улдарына биргән», һәм «уны юҡҡа ғына түгел, ә кешеләр йәшәһен өсөн булдырған», — тиелә (Йәһүә ерҙә беренсе ир менән ҡатынды — Әҙәм менән Һауаны — барлыҡҡа килтергән һәм уларға йәшәр өсөн ожмах баҡсаһы биргән. Ул уларҙың был баҡсаны эшкәртеүен һәм уның хаҡында ҡайғыртыуын теләгән (Башланмыш 2:8, 15). Алла уларға ғәжәп йөкләмә биргән: «Үрсегеҙ, күбәйегеҙ, ер өҫтөндә таралығыҙ һәм уға хужа булығыҙ» (Башланмыш 1:28). Әҙәм менән Һауа алдында иҫ киткес мөмкинлек — ерҙә мәңге йәшәү мөмкинлеге асылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар Аллаға ҡаршы сыҡҡан һәм һөҙөмтәлә ерҙе мираҫ итеп аласаҡ тәҡүә кешеләр араһында булыу мөмкинлеген юғалтҡан. Ләкин бының арҡаһында Йәһүәнең ергә ҡарата ниәте үҙгәрмәгән. Был хаҡта беҙ һуңыраҡ һөйләшербеҙ. Әлегә Алланың кешеләр өсөн тағы нимә эшләгәне хаҡында беләйек.
АЛЛА БЕҘГӘ ИЗГЕ ЯҘМАНЫ БИРГӘН
Изге Яҙма — ул Алла һүҙе. Йәһүә беҙгә уны ни сәбәптән биргән? Беренсе сиратта, Йәһүә беҙҙең үҙе тураһында белеүебеҙҙе теләй (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:1—5). Әлбиттә Изге Яҙма Алла тураһындағы һорауҙарҙың барыһына ла яуап бирмәй, сөнки китапҡа быны һыйҙырыу мөмкин түгел (Вәғәзсе 3:11). Әммә Изге Яҙмала яҙылғандар беҙгә Алланың кем икәнен аңларға ярҙам итә. Уның төрлө кешеләр менән нисек мөғәмәлә иткәне хаҡында уҡып, уның тураһында күберәк белем алабыҙ. Беҙ уға ниндәй кешеләр оҡшай, ә ниндәйҙәре — юҡ икәнен күрәбеҙ (Зәбур 15:1—5). Беҙ уның ниндәй динде хуплағанын, ниндәй әхлаҡи нормалар урынлаштырғанын беләбеҙ һәм беҙҙә матди әйберҙәргә ниндәй ҡараш булырға тейеш икәнен аңлайбыҙ. Ә уның улы Ғайса Мәсихтең нимә һөйләгәне һәм нимә эшләгәне тураһында Изге Яҙманан уҡып, Йәһүә тураһында иң тулы белем алабыҙ (Яхъя 14:9).
Йәһүәнең беҙгә үҙ һүҙен бирер өсөн тағы бер сәбәбе булған. Ул беҙҙең бәхетле һәм мәғәнәле тормош алып барыуыбыҙҙы теләгән. Изге Яҙма аша Йәһүә ғаиләлә бәхеткә нисек ирешеп була һәм, тормошҡа ҡәнәғәт булып, нисек әҙерәк борсолорға тигән һорауҙарға яуап бирә. Был журналдан һеҙ Изге Яҙмала тормоштағы иң мөһим һорауҙарға яуап бар икәнен күрерһегеҙ. Мәҫәлән, «Ни өсөн кешеләр ғазап сигә?» һәм «Киләсәк нимә килтерәсәк?». Шулай уҡ Изге Яҙмала Алланың, башланғыс ниәтен үтәр өсөн, нимә эшләгәне тураһында яҙылған.
Изге Яҙманың ысындан да уникаль һәм Алланан бирелгән китап булыуына башҡа дәлилдәр ҙә бик күп. Уны 1600 йыл эсендә яҡынса 40 ир кеше яҙған, әммә уның аша бер төп тема үтә (2 Тимофейға 3:16). Башҡа боронғо китаптарҙан айырмалы рәүештә, Изге Яҙма беҙҙең көндәргә тиклем үҙгәрмәй һаҡланып ҡалған. Быны Изге Яҙманың йөҙәрләгән ҡулъяҙмаһы раҫлай. Бынан тыш, тәржемә ителеүенә һәм таралыуына бөтә ҡаршы килеүҙәргә ҡарамаҫтан, Изге Яҙма бөгөн иң киң таралған һәм иң күп телдәргә тәржемә ителгән китап булып тора. Изге Яҙма һәр йортта бар тиерлек, һәм был шуны иҫбатлай: «Аллабыҙҙың һүҙе мәңге тора» (Ишағыя 40:8).
АЛЛА БЕҘҘЕҢ ӨСӨН ҮҘ УЛЫН БИРГӘН
Алла кешелеккә ҡарата ниәте үтәлһен өсөн, махсус сара күргән. Был уның бөйөк эштәренең береһе булып тора. Быға тиклем әйтеп кителгәнсә, Алла кешеләрҙең ерҙә мәңге йәшәүен теләгән. Әммә Әҙәм, гонаһ ҡылып, Аллаға ҡаршы сыҡҡан. Шулай итеп, ул үҙен генә түгел, ә бөтә тоҡомдарын да мәңге йәшәү мөмкинлегенән мәхрүм иткән. Изге Яҙмала былай тиелә: «Тәүге кеше — Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ үтеп ингән, ә был үлем килтергән һәм үлем бөтөн кешеләр араһында таралған, сөнки бөтөнөһө лә гонаһ ҡылған» (Римдарға 5:12). Әҙәмдең ҡылығы Алла ниәтенең үтәлеүен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған. Йәһүә нимә эшләгән?
Башланмыш 3:15). Кешелекте гонаһ менән үлемдән ҡотҡарырға Йәһүә үҙ улына, Ғайсаға, ҡушҡан. Был нисек мөмкин булған?
Йәһүәнең эш итеүендә уның төп сифаттары сағылған. Ғәҙеллек күрһәтеп, ул Әҙәм менән Һауаны яуапҡа тарттырған, әммә шул уҡ ваҡытта уларҙың әле тыумаған балаларына яратыу күрһәткән. Зирәк Алла булараҡ, ул был ауыр хәлдән шунда уҡ сығыу юлы тапҡан һәм үҙ ҡарарын иғлан иткән (Кешеләрҙе Әҙәм фетнәһенең эҙемтәһенән ҡотҡарыр өсөн, Йәһүә үҙ Улын ергә ебәргән. Ғайса, «күптәрҙе йолоп алыр өсөн, Үҙ ғүмерен йолом итеп бирергә» һәм кешеләрҙе дөрөҫ йәшәргә өйрәтергә тейеш булған (Матфей 20:28; Яхъя 14:6) *. Ғайса йолом бирә алған, сөнки ул Әҙәм кеүек камил булған. Әммә Ғайса Әҙәмдән айырмалы рәүештә, Аллаға үлеменә ҡәҙәр тоғро булып ҡалған. Ғайса үлемгә лайыҡ булмаған, шуға ла Йәһүә уны күккә йәшәр өсөн терелткән. Ғайса Әҙәм эшләй алмағанды эшләгән: тыңлаусан кешеләргә мәңге йәшәргә мөмкинлек биргән. Изге Яҙмала былай тип яҙылған: «Берәүҙең тыңлашмаусанлығы арҡаһында күптәр гонаһҡа төшкән кеүек, бер Кешенең тыңлаусанлығы арҡаһында күптәр аҡлана» (Римдарға 5:19). Ғайсаның йолом ҡорбаны ярҙамында Алла үҙ ниәтен үтәйәсәк: кешеләр ерҙә мәңге йәшәйәсәк.
Беҙ Әҙәмдең тыңламаусанлығы арҡаһында тыуған хәлде Йәһүә нисек сискәнен ҡарап сыҡтыҡ һәм уның тураһында күпте белдек. Йәһүәгә башлаған эшен тамамларға бер ни ҙә ҡамаусалай алмағанын күрҙек. Уның һүҙҙәре һәр ваҡыт үтәлә (Ишағыя 55:11). Хәҙер инде беҙ Йәһүәнең беҙҙе ни тиклем ныҡ яратҡанын аңланыҡ. Инжилдә былай тип әйтелә: «Алла беҙгә мөхәббәтен бына нисек күрһәтте: Ул Үҙенең берҙән-бер Улын, Уның аша беҙгә тормош булһын өсөн, донъяға ебәрҙе. Мөхәббәт шунан ғибәрәт: беҙ Алланы яратыуыбыҙҙа түгел, бәлки, Уның беҙҙе яратыуында һәм гонаһтарыбыҙҙың кисерелеүенә килтереүсе ҡорбан итеп Үҙенең Улын ебәреүендә» (1 Яхъя 4:9, 10).
Алла, «үҙ Улын йәлләмәйенсә, Уны бөтөнөбөҙ өсөн биргән» икән, тимәк, ҡалған бар вәғәҙәләрен дә, һис шикһеҙ, үтәйәсәк (Римдарға 8:32). Алланың ниндәй вәғәҙәләре тураһында һүҙ бара? Әйҙәгеҙ, быны беләйек.
АЛЛА НИМӘ ЭШЛӘГӘН? Йәһүә кешеләрҙе ерҙә мәңге йәшәһендәр өсөн барлыҡҡа килтергән. Беҙ уның тураһында белһен өсөн, ул Изге Яҙманы биргән. Беҙҙе гонаһтан һәм үлемдән азат итер өсөн, Ғайсаны ебәргән
^ 16 абз. Йолом тураһында күберәк мәғлүмәтте «Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?» тигән китаптың 5-се бүлегендә ҡарағыҙ. Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған һәм www.dan124.com сайтында табып була.