Алла Батшалығы нимә ул?
Һеҙ Алла Батшалығы хаҡында ишеткәнегеҙ бармы? Уның хаҡында белеү бик мөһим.
ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ?
Алла Батшалығы нимә ул?
Ул — күктәге хөкүмәт. Уның батшаһы — Ғайса (Ишағыя 9:6, 7; Матфей 5:3; Лука 1:31—33).
Алла Батшалығы нимә башҡарасаҡ?
Ул бар яуызлыҡты юҡҡа сығарасаҡ һәм бөтә ерҙә тыныслыҡ урынлаштырасаҡ (Данил 2:44; Матфей 6:10).
Иң тәүҙә Алла Батшалығын эҙләү нимәне аңлата?
Был Алла Батшалығы яғында тороуҙы һәм уның ғына ерҙә лә, күктә лә барыһын да Алла ниәте буйынса башҡарасағына ышаныуҙы аңлата (Матфей 6:33; 13:44).