Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йоганнес Рауте вәғәздә. Күрәһең, 1920-се йылдар

БЕҘҘЕҢ АРХИВТАРҘАН

«Уңыш урып Йәһүәне данлайым»

«Уңыш урып Йәһүәне данлайым»

«БЫҒА ТИКЛЕМ булған бөтә һуғыштарҙы әле Европала көсәйә барған ифрат ҙур көрәш менән хатта сағыштырып та булмай». 1915 йылдың 1 сентябрендә сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда Беренсе бөтә донъя һуғышы шулай тасуирланды. Ахыр сиктә был һуғышта яҡынса 30 ил ҡатнашҡан. «Күҙәтеү манараһы»нда һуғыш хәрәкәттәре арҡаһында тыуған хәл хаҡында былай тип хәбәр ителгәйне: «[Батшалыҡ] эше, айырыуса Германияла һәм Францияла бер аҙ туҡталды».

Бөтә донъяны солғап алған һуғыштың иң ҡыҙыу мәлендә Изге Яҙманы Тикшереүселәр мәсихселәрҙең нейтралитет һаҡларға тейешлеген тулыһынса аңлап етмәгән. Ләкин улар тәүәккәллек менән һөйөнөслө хәбәрҙе иғлан итергә әҙер булған. Батшалыҡ эшендә ҡатнашырға теләп, Вильгельм Хильдебрандт француз телендәге «Изге Яҙманы Тикшереүселәрҙең айлыҡ баҫмаһы»на заказ биргән. Ул Францияға китап таратыусы (тулы ваҡытлы вәғәзсе) булараҡ түгел, ә немец һалдаты булараҡ килгән. Дошмандың хәрби кейемендә ул, француздарға тыныслыҡ хәбәрен еткереп, уларҙы аптырашта ҡалдырып йөрөгән.

«Күҙәтеү манараһы»нда баҫтырылып сығарылған хаттарҙан күренеүенсә, Германиянан булған башҡа Изге Яҙманы Тикшереүселәр ҙә, хәрби хеҙмәттә булыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙҙәрен Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәр менән бүлешергә бурыслы тойған. Диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән Лемке ҡәрҙәш экипажындағы 5 кешенең хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынғаны тураһында хәбәр иткән. «Хатта карап бортында ла мин уңыш урып Йәһүәне данлайым», — тип яҙған ул.

Георг Кайзер фронтҡа һалдат булараҡ киткән һәм хаҡ Алланың хеҙмәтсеһе булараҡ ҡайтҡан. Нисек улай килеп сыҡҡан? Ҡулына Изге Яҙманы Тикшереүселәрҙең баҫмаһы килеп эләккәс, ул Батшалыҡ хәҡиҡәтен бөтә күңеле менән ҡабул иткән һәм һуғыш ҡоралын бүтән ҡулланмаған. Шунан ул стройҙан тыш частарҙа хеҙмәт иткән. Һуғыштан һуң ул күп йылдар пионер булып ашҡынып хеҙмәт иткән.

Изге Яҙманы Тикшереүселәр нейтралитет мәсьәләһен тулыһынса аңлап етмәгән булһа ла, уларҙың ҡарашы һәм тәртибе һуғышты хуплаған кешеләрҙекенән бик ныҡ айырылып торған. Сәйәсмәндәр һәм дин әһелдәре һуғыш хәрәкәттәрен ҡеүәтләгән ваҡытта Изге Яҙманы Тикшереүселәр «Тыныслыҡ мирзаһы» яҡлы булған (Ишағ. 9:6). Ҡайһы бер мәсихселәр тулыһынса нейтралитет һаҡламаһа ла, улар, Изге Яҙманы Тикшереүсе Конрад Мёрттер кеүек, бер төп хәҡиҡәтте яҡшы аңлаған. Ул былай тигән: «Мин Алла Һүҙенән мәсихсенең үлтерергә тейеш түгеллеген яҡшы аңлай инем» (Сығ. 20:13) *.

Ханс Хёльтерхофф, «Алтын быуат» журналын таратыр өсөн, үҙенең ҡул арбаһын ҡулланған

Германияла выждан ҡушыуы буйынса хәрби хеҙмәттән азат итә торған закондар булмаған. Унда 20-нән артыҡ Изге Яҙманы Тикшереүсе һуғышта бер нисек тә ҡатнашмаҫҡа ҡарар иткән. Уларҙың ҡайһы берҙәренә психик яҡтан сирле кешегә ҡарағандай ҡарағандар. Мәҫәлән, Густав Куйат психиатрия дауаханаһына ебәрелгән булған, унда уға көслө дарыуҙар биргәндәр. Хәрби хеҙмәттән баш тартҡан Ханс Хёлтерхоффты төрмәгә ултыртҡандар, унда ул һуғыш менән бәйле һәр ҡайһы эштән баш тартҡан. Һаҡсылар уны, ҡулдары-аяҡтары ойоп киткәнсе, тынысландырыу күлдәгендә тотҡан. Ханстың тәүәккәллеген ҡаҡшата алмағас, улар уны үлем язаһына хөкөм итергә йыйынған булып ҡыланған. Әммә Ханс һуғыш бөткәнсе ныҡ булып ҡалған.

Башҡа ағай-ҡәрҙәштәр ҙә ҡорал йөрөтөүҙән баш тартҡандар һәм стройҙан тыш частарға ебәрәүҙәрен һорағандар *. Шундай уҡ позицияла булған Йоганнес Рауте ҡәрҙәште тимер юлда эшләргә ебәргәндәр. Конрад Мёрттер санитар булып, ә Райнхольд Вебер медбрат булып эшләгән. Аугуст Крафциг эштәге вазифаларының һуғыш менән бәйле булмауына бик шат булған. Был һәм башҡа Изге Яҙманы Тикшереүселәр, Йәһүәгә ҡарата һөйөү һәм тоғролоҡто нисек күрһәтергә кәрәк икәнен аңлауҙарына ҡарап, уға хеҙмәт итергә теләгән.

Һуғыш ваҡытындағы тәртиптәре арҡаһында Изге Яҙманы Тикшереүселәр хөкүмәттең иғтибарын йәлеп иткән. Киләһе йылдарҙа Германиялағы Изге Яҙманы Тикшереүселәрҙе вәғәз эше өсөн меңләгән ҡат судҡа биргәндәр. Уларға ярҙам итер өсөн Магдебургтағы филиал юридик бүлек ойошторған.

Ваҡыт үткән һайын Йәһүә шаһиттары нейтралитет мәсьәләһен яҡшыраҡ аңлай барған. Икенсе бөтә донъя һуғышы башланғас, улар, хәрби хеҙмәттән бөтөнләй баш тартып, нейтраль булып ҡалған. Шуға күрә уларҙы Германия иленең дошмандары итеп һанағандар һәм ҡаты эҙәрләгәндәр. Әммә был хаҡта «Беҙҙең архивтарҙан» тигән рубриканың башҡа мәҡәләләрендә яҙылыр. (Үҙәк Европалағы архивыбыҙҙан.)

^ 7 абз. 2013 йылдың 15 майында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда (тат.) «Беҙҙең архивтарҙан. „Һынау ваҡытында“ ныҡ булып ҡалғандар» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ. Унда Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Бөйөк Британияла йәшәгән Изге Яҙманы Тикшереүселәр хаҡында яҙылған.

^ 9 абз. Бындай эш итеү рәүеше «Мең йыллыҡтың таң атыуы» баҫмаһының VI томында (1904 йыл) һәм «Күҙәтеү манараһы»ның немец телендәге сығарылышында (август, 1906 йыл) кәңәш ителгән. 1915 йылдың сентябрендә сыҡҡан «Сион күҙәтеү манараһы», Изге Яҙманы Тикшереүселәрҙең был һорауға ҡарашын төҙәтеп, уларҙы хәрби хеҙмәткә бармаҫҡа өндәгән. Әммә был мәҡәлә немец телендә сыҡмаған.