Сумдырыусы Яхъя шатлыҡлы булып ҡалған
ҺЕҘ башҡарырға яратҡан, әммә әлегә башҡара алмаған берәй хөрмәтле вазифа бармы? Бәлки, хәҙерге ваҡытта был вазифаны башҡа берәү үтәйҙер. Йәки оло йәш, насар һаулыҡ, матди ауырлыҡтар йә ғаилә вазифалары арҡаһында һеҙ элеккесә хеҙмәттә тулы рәүештә ҡатнаша алмайһығыҙҙыр. Йәиһә күп йылдар башҡарған вазифағыҙҙы ойошмалағы үҙгәрештәр арҡаһында ҡалдырырға тура килгәндер. Нисек кенә булһа ла, һеҙгә хеҙмәтегеҙ сикләнгән кеүек тойолорға мөмкин. Шундай хәлдә һеҙҙең ваҡыт-ваҡыт бойоғоп китеүегеҙҙе аңлап була. Ҡәнәғәтһеҙлек, үпкә һәм әсенеү тойғолары йөрәгебеҙҙә тамыр йәймәһен өсөн, нимә эшләп була? Шатлығыбыҙҙы нисек юғалтмаҫҡа?
Сумдырыусы Яхъяның миҫалын ҡарап сығыу беҙгә шатлыҡлы булып ҡалырға ярҙам итер. Бик хөрмәтле вазифалар үтәгән сағында Яхъя, моғайын, төрмәгә эләгермен, тип уйламағандыр. Унан да бигерәк, хеҙмәттә үткәргән ваҡытына ҡарағанда, төрмәлә ул хатта күберәк ваҡыт үткәргән. Шулай ҙа Яхъя шатлыҡлы булып ҡалған һәм шундай рухты ғүмеренең аҙағына тиклем һаҡлаған. Был йәһәттән уға нимә ярҙам иткән? Һәм беҙгә, өмөттәребеҙ аҡланмаған саҡтарҙа ла шатлығыбыҙҙы юғалтмаҫ өсөн, нимә эшләргә кәрәк?
ШАТЛЫҠЛЫ ХЕҘМӘТ
Яхъя үҙенең хеҙмәтен б. э. 29 йылының яҙында башлаған. Ул: «Тәүбә итегеҙ... Күктәр Батшалығы яҡынлашты», — тигән хәбәр иғлан итеп Мәсихкә юл әҙерләгән (Матф. 3:2; Лука 1:12—17). Күптәр уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалған. Яхъяның хәбәрен тыңлар өсөн, йыраҡ ерҙәрҙән байтаҡ кеше килгән һәм, тәүбә итеп, һыуға сумдырылған. Яхъя шулай уҡ ҡыйыулыҡ менән тәкәббер дин етәкселәрен, үҙгәрмәһәгеҙ, Алланың асыуынан ҡаса алмаҫһығыҙ, тип киҫәткән (Матф. 3:5—12). Б. э. 29 йылының көҙөндә Ғайсаны һыуға сумдырыу Яхъяның хеҙмәтендә иң әһәмиәтле ваҡиға булған. Шул ваҡыттан алып Яхъя башҡаларҙы вәғәҙә ителгән Мәсихкә эйәрергә өндәгән (Яхъя 1:32—37).
Яхъяға мөһим роль бирелгән, шунлыҡтан Ғайса уның тураһында былай тигән: «Ҡасан да булһа тыуған кешеләр араһында Сумдырыусы Яхъянан бөйөгөрәк һис кем юҡ» (Матф. 11:11). Һис шикһеҙ, Яхъя шундай фатихаға бик шатланған. Бөгөн күп мәсихселәр, Яхъя кеүек, ҡыҙыҡлы йөкләмәләр үтәй. Терри исемле ағай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Ул ҡатыны Сандра менән 50 йылдан ашыу тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнаша. Терри былай ти: «Миңә күп хөрмәтле вазифалар тапшырылды. Мин пионер, вефилсе, махсус пионер, район күҙәтеүсеһе һәм өлкә күҙәтеүсеһе булып хеҙмәт иттем, ә хәҙер ҡабат махсус пионер булып хеҙмәт итәм». Әлбиттә, теократик йөкләмәләр башҡарыу күп шатлыҡ килтерә, әммә, Яхъяның миҫалын ҡарап сығып, беҙ шуны аңларбыҙ: шатлығыбыҙ йөкләмәләргә бәйле булырға тейеш түгел, һәм шарттарыбыҙ үҙгәргәндә шатлыҡлы булып ҡалыр өсөн тырышлыҡтар һалырға кәрәк.
РӘХМӘТЛЕ БУЛЫҒЫҘ
Сумдырыусы Яхъя хөрмәтле йөкләмәләр өсөн һәр ваҡыт рәхмәтле булған, шуға күрә шатлығын юғалтмаған. Бер осраҡты иҫкә төшөрәйек. Ғайса һыуға сумдырылғас, Яхъя шәкерттәренең һаны кәмей башлаған, ә Ғайсаға эйәргән кешеләрҙең һаны арта барған. Быны күреп, шәкерттәре Яхъяға: «Ул да [Ғайса] халыҡты һыуға сумдыра, һәм бөтәһе лә Уның янына бара», — тип борсолоп әйткән (Яхъя 3:26). Яхъя былай тип яуаплаған: «Кейәүҙең кәләше бар. Дуҫы ла янында тора һәм, уның тауышын ишетеп, дуҫы ыңғайына ҡыуана. Мин дә быға һөйөнәм, шуға күрә күңелем шатлыҡҡа тулған» (Яхъя 3:29). Яхъя Ғайса менән ярышмаған һәм, Ғайсаның хеҙмәте мөһимерәк булғанға, минең хеҙмәтем әһәмиәтен юғалтты, тип уйламаған. Киреһенсә, ул шатлыҡлы булып ҡалған, сөнки кейәүҙең дуҫы булыу хөрмәтен ҡәҙерләгән.
Ыңғай ҡараш Яхъяға, йөкләмәләре еңел булмаһа ла, шатлыҡлы булып ҡалырға ярҙам иткән. Мәҫәлән, Яхъя тыумышынан нәҙир булған, шуға күрә уға шарап эсергә ярамаған (Лука 1:15). Ғайса Яхъяның ябай тормош рәүешен бына нисек тасуирлаған: «Яхъя килде, ашамай ҙа, эсмәй ҙә». Ә Ғайса менән уның шәкерттәре нәҙирҙәр булмаған һәм ғәҙәти тормош алып барған (Матф. 11:18, 19). Бынан тыш, Яхъя бер мөғжизә лә ҡылмаған, әммә ундай көс Ғайсаның шәкерттәренә бирелгәнен белгән, һәм улар араһында шулай уҡ Яхъяның шәкерттәре лә булған (Матф. 10:1; Яхъя 10:41). Яхъя шундай айырмалыҡтар арҡаһында бойоҡмаған, ә бөтә көсөн Йәһүә тапшырған хеҙмәткә туплаған.
Беҙ ҙә, әле башҡарған йөкләмәләребеҙҙе ҡәҙерләһәк, шатлыҡлы булып ҡала алырбыҙ. Юғарыла иҫкә алынған Терри: «Мин иғтибарымды үҙемә бирелгән һәр йөкләмәгә туплай инем», — тип әйтә. Ул тулы ваҡытлы хеҙмәттә үткәргән тормошон иҫкә төшөрөп былай ти: «Күңелемдә тамсы ла үкенес юҡ, тик матур хәтирәләр генә».
Хеҙмәткә бәйле шатлығыбыҙҙы нисек тәрәнәйтеп була? Шул хаҡта уйланыу мөһим: һәр теократик йөкләмә «Алланың хеҙмәттәштәре» булырға мөмкинлек бирә, ә был ифрат ҙур хөрмәт! (1 Кор. 3:9). Мираҫ булып ҡалған ҡиммәтле әйберҙәр ялтырап торһон өсөн, уларҙы шымартырға кәрәк булған кеүек, шатлыҡлы булып ҡалыр өсөн, Аллаға хеҙмәт итеү — ҙур хөрмәт икәне хаҡында уйланыу мөһим. Үҙебеҙгә бирелгән хөрмәт тураһында уйланһаҡ, хеҙмәт хаҡына барған ҡорбандарыбыҙҙы башҡаларҙың ҡорбандары менән сағыштырмаҫбыҙ һәм хеҙмәттә башҡарған йөкләмәләребеҙҙе башҡаларҙыҡынан әһәмиәтһеҙерәк тип һанамаҫбыҙ (Гал. 6:4).
ИҒТИБАРЫҒЫҘҘЫ РУХИ НӘМӘЛӘРГӘ ТУПЛАҒЫҘ
Бәлки, Яхъя үҙенең оҙаҡ хеҙмәт итмәйәсәген аңлағандыр, әммә хеҙмәтенең ни тиклем тиҙ тамамланасағын ул күҙ алдына ла килтермәгәндер (Яхъя 3:30). Б. э. 30 йылында, Ғайсаның һыуға сумдырылыуынан һуң яҡынса алты ай үткәс, Ирод батша Яхъяны төрмәгә япҡан. Шулай ҙа Яхъя артабан да шаһитлыҡ бирер өсөн көсөнән килгәнде эшләгән (Марк 6:17—20). Шундай үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, шатлығын юғалтмаҫҡа уға нимә ярҙам иткән? Ул иғтибарын рухи нәмәләргә туплаған.
Төрмәлә ултырғанда, Яхъя Ғайсаның ни тиклем уңышлы хеҙмәт итеүе тураһында ишеткән (Матф. 11:2; Лука 7:18). Яхъя уның Мәсих икәненә шикләнмәгән, әммә ул Ғайсаның Мәсихкә ҡағылған бөтә пәйғәмбәрлектәрҙе нисек үтәйәсәген белергә теләгән. Мәҫәлән, Изге Яҙма буйынса, Мәсих батша булып китергә тейеш булған. Был, Ғайса тиҙҙән идара итә башлаясаҡ, тигәнде аңлатҡанмы? Һәм был Яхъяның төрмәнән сығыуына килтерерме? Ғайсаның ролен яҡшыраҡ аңларға теләп, Яхъя ике шәкертен ебәреп уға бындай һорау биргән: «Килергә тейеш булған Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме?» (Лука 7:19). Шәкерттәре, Яхъя янына килеп, Ғайса ҡылған мөғжизәләр тураһында һөйләп биргән һәм Ғайсаның бындай һүҙҙәрен еткергән: «Һуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора, фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәр иғлан ителә» (Лука 7:20—22).
Шәкерттәренең һүҙҙәре, әлбиттә, Яхъяны рухландырған, сөнки ул Мәсих тураһындағы пәйғәмбәрлектәрҙең Ғайсала үтәлгәненә инанған. Ғайса уны төрмәнән сығармаһа ла, Яхъя үҙ хеҙмәтенең бушҡа булмағанын белгән. Шундай ауыр шарттарҙа ла Яхъя шатланыр өсөн сәбәптәр тапҡан.
Яхъя кеүек, иғтибарыбыҙҙы рухи нәмәләргә туплаһаҡ, беҙ ауырлыҡтарҙы шатлыҡ һәм сабырлыҡ менән кисереп сыға алырбыҙ (Кол. 1:9—11). Бының өсөн Изге Яҙманы уҡырға һәм уның өҫтөндә уйланырға кәрәк, был беҙгә хеҙмәттә башҡарған эштәребеҙҙең бушҡа булмағанын онотмаҫҡа ярҙам итә (1 Кор. 15:58). Сандра былай ти: «Көн дә Изге Яҙманан бер бүлек уҡыу миңә Йәһүәгә яҡынлашырға, шулай уҡ күберәк үҙем тураһында түгел, ә Алла хаҡында уйларға ярҙам итә». Бынан тыш, Батшалыҡ эше тураһындағы яңылыҡтарҙы күҙәтеп барыу ҙа файҙалы. Был беҙгә иғтибарҙы үҙебеҙҙең ауырлыҡтарға түгел, ә Йәһүәнең эштәренә тупларға ярҙам итә. «Телевидениебыҙҙағы ай һайын сыҡҡан программалар ярҙамында беҙ үҙебеҙҙе Алла ойошмаһына яҡыныраҡ тоябыҙ, — тип әйтә Сандра, — улар беҙгә хеҙмәттән шатлыҡ алырға ярҙам итә».
Сумдырыусы Яхъя үҙенең ҡыҫҡа ғына ваҡытлы хеҙмәтен Ильястың рухы һәм ҡөҙрәте менән башҡарған. Шулай уҡ, Ильяс кеүек, ул «беҙҙең кеүек үк кеше булған» (Лука 1:17; Яҡ. 5:17). Яхъянан үрнәк алып, рәхмәтле булһаҡ һәм иғтибарыбыҙҙы рухи нәмәләргә туплаһаҡ, беҙ ҙә, бер нигә ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт хеҙмәттән шатлыҡ алырбыҙ.