16-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
Йоломдо артабан да ҡәҙерләгеҙ
«Әҙәм Улы... күптәрҙе йолоп алыр өсөн Үҙ ғүмерен йолом итеп бирергә килде» (МАРК 10:45).
18-СЕ ЙЫР Йолом өсөн рәхмәтлебеҙ
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *
1, 2. Йолом нимә ул, һәм беҙ ни өсөн уға мохтаж?
КАМИЛ кеше Әҙәм, гонаһ ҡылып, үҙен генә түгел, тоҡомдарын да мәңге йәшәүҙән мәхрүм иткән. Әҙәм был гонаһты белә тороп эшләгәнгә күрә, уны аҡлап булмай. Ул үлем язаһына лайыҡ булған. Ә уның балалары тураһында нимә әйтеп була? Улар бит Әҙәм ҡылған гонаһта ҡатнашмаған (Рим. 5:12, 14). Уларҙы үлем язаһынан ҡотҡарыу мөмкин булғанмы? Эйе. Әҙәм гонаһ ҡылғандан һуң күп тә үтмәҫтән, Йәһүә кешелекте гонаһ менән үлемдән нисек ҡотҡарасағын яйлап ҡына аса башлаған (Баш. 3:15, ЯДТ). Билдәләнгән ваҡытта Йәһүә үҙ Улын «күптәрҙе йолоп алыр өсөн» күктән ергә ебәргән (Марк 10:45; Яхъя 6:51).
2 Йолом нимә ул? Мәсихсе Грек Яҙмалары буйынса, йолом — был Әҙәм юғалтҡанды ҡайтарыр өсөн Ғайса түләгән хаҡ (1 Кор. 15:22). Ни өсөн беҙ йоломға мохтаж? Сөнки Йәһүәнең Муса ҡанунында яҙылған ғәҙел нормалары буйынса, йән өсөн йән бирергә кәрәк булған (Сығ. 21:23, 24). Әҙәм үҙенең камил ғүмерен юғалтҡан, шуға күрә Йәһүәнең ғәҙел нормалары талап иткәнсә, Ғайса үҙенең камил ғүмерен ҡорбан итеп бирергә тейеш булған (Рим. 5:17). Шулай итеп, Ғайса үҙенең йоломона иман иткән бөтә кешеләр өсөн «Мәңгелек ата» булып киткән (Ишағ. 9:6; Рим. 3:23, 24).
3. Яхъя 14:31 һәм 15:13 буйынса, ни өсөн Ғайса үҙенең камил ғүмерен теләп ҡорбан иткән?
3 Ғайса, Йәһүәне һәм кешеләрҙе ныҡ яратҡанға, үҙ ғүмерен теләп ҡорбан иткән. (Яхъя 14:31; 15:13-тө уҡығыҙ.) Яратыу уға үлеменә тиклем Атаһына тоғро ҡалырға һәм уның ихтыярын үтәргә ярҙам иткән. Ғайсаның ҡорбаны ярҙамында Йәһүәнең кешелеккә һәм ергә ҡарата ниәте тулыһынса үтәләсәк. Ни өсөн Йәһүә Ғайсаның ҙур ғазаптар кисереүенә һәм үлеүенә юл ҡуйған? Ошо мәҡәләлә беҙ был һорауға яуап алырбыҙ. Беҙ шулай уҡ йоломдо юғары баһалаған Изге Яҙманы яҙыусының миҫалына иғтибар итербеҙ. Бынан тыш, беҙ Йәһүә менән Ғайсаға йолом биргәндәре өсөн нисек рәхмәт күрһәтә алғаныбыҙҙы һәм был рәхмәт хисен нисек үҫтерә алғаныбыҙҙы ҡарап сығырбыҙ.
НИ ӨСӨН АЛЛА ҒАЙСАНЫҢ ҒАЗАПТАРЫНА ЮЛ ҠУЙҒАН?
4. Ғайсаның һуңғы сәғәттәрен һүрәтләп бирегеҙ.
4 Ғайсаның ерҙәге һуңғы көнөн күҙ алдына килтерегеҙ. Ул үҙен яҡлар өсөн, ярҙамға 12 легиондан да артыҡ фәрештәләрҙе саҡыра алыр ине. Шулай ҙа ул Рим ғәскәриҙәренә үҙен ҡулға алырға һәм язаларға рөхсәт итә (Матф. 26:52—54; Яхъя 18:3; 19:1). Был ҡаты ҡамсылау уның тәнендә тәрән, ҡанап торған яралар ҡалдыра. Артабан ғәскәриҙәр уның ҡамсынан телгеләнгән арҡаһына ауыр бағананы йөкмәтә. Ғайса үлем язаһы башҡарылыу урынына саҡ-саҡ атлап китеп бара, әммә тиҙҙән бөтөнләй хәлдән тая. Шунда ғәскәриҙәр бағананы үтеп барған бер кешегә алып барырға ҡуша (Матф. 27:32). Ғайса язаланыу урынына килеп еткәс, ғәскәриҙәр уның ҡулдарын һәм аяҡтарын бағанаға ҡаҙаҡлай. Бағананы баҫтырғас, уның тәне ҡаҙаҡтарҙа ғына эленеп торғанға, ул тағы ла нығыраҡ ауыртыу кисерә. Уның дуҫтары ҡайғыра, әсәһе илай, ә йәһүд башлыҡтары Ғайсанан мыҫҡыллап көлә (Лука 23:32—38; Яхъя 19:25). Ғазаптар бер нисә сәғәткә һуҙыла. Аҫылынып торғанға күрә, уның йөрәгенә һәм үпкәһенә көс төшә, уға тын алыуы бик ауыр. Бар көсөн йыйып, Ғайса Атаһына һуңғы тапҡыр доға ҡыла һәм башын эйеп йән бирә (Марк 15:37; Лука 23:46; Яхъя 10:17, 18; 19:30). Ниндәй оҙайлы, ғазаплы һәм хурлыҡлы үлем!
5. Ғайсаға нимә иң ҙур ауыртыу килтергән?
5 Ғайса үҙенең Атаһын бөтә йөрәге менән яратҡан, ә уны Алланы хурлауҙа ғәйепләгәндәр, имеш, ул Аллаға һәм уның исеменә ҡарата үҙен ихтирамһыҙ тотҡан. Был уға, хатта язаланыуына ҡарағанда, күберәк ауыртыу килтергән (Матф. 26:64—66). Был ғәйепләүҙәр Ғайсаны шул тиклем яфалаған, ул хатта Атаһы шундай кәмһетелеүгә юл ҡуймаҫ тип өмөтләнгән (Матф. 26:38, 39, 42). Ни өсөн Алланың яратҡан Улы яфаланып үлергә тейеш булған? Ни өсөн Йәһүә быға юл ҡуйған? Әйҙәгеҙ, өс сәбәпкә иғтибар итәйек.
6. Ни өсөн Ғайса яфаланыу бағанаһында үлергә тейеш булған?
6 Беренсенән, бағанала үлеп, Ғайса йәһүдтәрҙе ләғнәттән азат иткән (Гал. 3:10, 13). Йәһүдтәр Алла ҡанунын үтәргә вәғәҙә иткән, әммә улар үҙ һүҙендә тормаған. Шуға күрә гонаһлы Әҙәмдән мираҫ итеп күскән ләғнәттән тыш, улар тағы бер ләғнәт аҫтында булған (Рим. 5:12). Муса ҡануны буйынса, ҡайһы бер гонаһтар өсөн үлем язаһы бирелгән, ә кешене язаға тарттырғандан һуң уның тәнен бағанаға аҫып ҡуйғандар (Ҡан. 21:22, 23; 27:26) *. Ғайса Муса ҡанунын камил рәүештә үтәгән, шуға күрә бағанала үлеп, ҡанун аҫтында йәшәгән йәһүдтәрҙең ләғнәтен үҙ өҫтөнә алған. Тимәк, йәһүдтәр Ғайсаны кире ҡаҡһалар ҙа, уның ҡорбаны уларға ярҙам итә алған.
7. Тағы ниндәй сәбәп арҡаһында Йәһүә үҙ Улының ғазап сигеүенең юл ҡуйған?
7 Икенсенән, ғазаптар кисереп, Ғайса киләсәктәге ролен — баш рухани ролен үтәргә Евр. 2:17, 18; 4:14—16; 5:7—10).
өйрәнгән. Етди һынауҙар ваҡытында Аллаға тыңлаусан булыу ни тиклем ауыр икәнен Ғайса үҙ тәжрибәһендә татыған. Ғайсаға шул тиклем ҡыйын булған, ул хатта «күҙ йәштәре менән илап һәм ҡысҡырып» Аллаға доға ҡылған. Эйе, Ғайса йән ғазабының нимә икәнен яҡшы белә. Шуға күрә ул, һис шикһеҙ, беҙҙең ихтыяждарыбыҙҙы аңлай һәм һынауҙарға дусар булғандарға нисек ярҙам итеп булғанын белә. Беҙ Йәһүәгә «етешмәгән яҡтарыбыҙҙы» аңлаған һәм беҙгә «теләктәшлек итә» белгән баш рухани өсөн бик рәхмәтле! (8. Ғайсаның ғазап сигеүенә өсөнсө сәбәп ниндәй булған?
8 Өсөнсөнән, ғазаптар кисереп, Ғайса бындай мөһим һорауға яуап биргән: кеше ҡаты һынауҙарҙа Аллаға тоғро булып ҡала аламы? Шайтан «юҡ» тип раҫлай. Уның әйтеүе буйынса, кешеләр Аллаға үҙ файҙаһы өсөн генә хеҙмәт итә һәм улар, Әҙәм шикелле, Алланы яратмай (Әйүп 1:9—11; 2:4, 5). Алла үҙ Улының тоғро булыуында бер ҙә шикләнмәгән, шуға күрә уның ҡаты яфаланыуына юл ҡуйған. Ғайса, Йәһүәгә тоғро ҡалып, Шайтандың ялғансы икәнен иҫбатлаған.
ЙОЛОМ ҠОРБАНЫН НЫҠ ҠӘҘЕРЛӘГӘН КЕШЕ
9. Илсе Яхъя ниндәй үрнәк ҡалдырған?
9 Күп мәсихселәр төрлө һынауҙар һәм ҡаршылыҡтар менән осраша. Шулай ҙа улар ғүмере буйына Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡлай. Йолом ҡорбаны тураһында белеү уларға тоғро булып ҡалырға ярҙам итә. Әйҙәгеҙ, илсе Яхъяның миҫалына иғтибар итәйек. Ул, күрәһең, 60 йылдан ашыу Ғайса һәм йолом тураһында хәҡиҡәтте һөйләгән. Рим империяһы 90 йәштән ашҡан Яхъяны ҡурҡыныс кеше тип һанаған һәм хатта Патмос утрауына һөргөнгә ебәргән. Ул нимә эшләгән һуң? Яхъя ашҡынып Алла тураһында һөйләгән һәм «Ғайса хаҡында шаһитлыҡ» иткән (Асыл. 1:9). Яхъя иман һәм сыҙамлыҡ сағылдырыуҙа иҫ киткес үрнәк ҡалдырған.
10. Яхъя яҙған китаптарҙан уның йоломдо ҡәҙерләгәне нисек күренә?
10 Яхъя яҙған китаптарҙа уның Ғайсаға ҡарата тәрән яратыуы һәм йолом өсөн рәхмәтле булыуы күренә. Был китаптарҙа йолом һәм ул килтергән фатихалар тураһында йөҙҙән ашыу тапҡыр иҫкә алына. Мәҫәлән, Яхъя былай тип яҙған: «Әгәр инде берәйһе гонаһ ҡылһа, Ата алдында беҙҙең Яҡлаусыбыҙ бар, Ул — һәр ваҡыт ғәҙел эш итеүсе Ғайса Мәсих» (1 Яхъя 2:1, 2). Яхъя үҙ китаптарында Ғайса хаҡында шаһитлыҡ биреүҙең мөһимлегенә баҫым яһай (Асыл. 19:10). Эйе, Яхъя йолом ҡорбанын юғары баһалаған. Ә беҙҙең өсөн йолом ҡәҙерлеме? Быны нисек күрһәтеп була?
ЙОЛОМ ӨСӨН РӘХМӘТЛЕ БУЛЫУЫБЫҘҘЫ НИСЕК КҮРҺӘТЕП БУЛА?
11. Гонаһ ҡылыу теләгенә ҡаршы торорға беҙгә нимә ярҙам итер?
11 Гонаһ ҡылыу теләге менән көрәшегеҙ. Әгәр йоломдо ҡәҙерләһәк, беҙ: «Гонаһ ҡылһам да, был әллә ни ҡурҡыныс түгел, Йәһүәнән кисереү һорармын», — тип уйламаҫбыҙ. Ә, киреһенсә, ҡотҡоға дусар булғанда: «Юҡ, Йәһүә һәм Ғайса миңә күп яҡшылыҡ эшләне. Нисек инде мин гонаһ ҡылайым?» — тип уйларбыҙ. Шуға күрә беҙ, һынауҙар ваҡытында бирешмәҫ өсөн, Йәһүәнән көс һорай алабыҙ (Матф. 6:13).
12. 1 Яхъя 3:16—18-ҙә яҙылған кәңәште нисек ҡулланып була?
12 Ҡәрҙәштәрҙе яратығыҙ. Ҡәрҙәштәребеҙҙе яратып, беҙ йолом өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Ни өсөн шулай тип 1 Яхъя 3:16—18-ҙе уҡығыҙ.) Беҙҙең ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыуыбыҙ улар менән нисек мөғәмәлә иткәнебеҙҙән күренә (Ефес. 4:29, 31—5:2). Мәҫәлән, беҙ һынауҙар менән осрашҡан ҡәрҙәштәргә, шул иҫәптән ауырығандарға йә тәбиғәт афәтенән зыян күргәндәргә ярҙам итергә тырышабыҙ. Әммә йыйылышта беҙҙе берәү үпкәләтһә, нимә эшләргә?
әйтеп була? Сөнки Ғайса үҙ ғүмерен беҙҙең өсөн генә түгел, ә ҡәрҙәштәребеҙ өсөн дә биргән. Әгәр Ғайса улар өсөн үлергә әҙер булған икән, тимәк, ул уларҙы бик ҡәҙерләй. (13. Ни өсөн беҙ башҡаларҙы кисерергә тейеш?
13 Әгәр һеҙгә ҡәрҙәшегеҙҙе ғәфү итеүе ауыр булһа, нимә эшләргә? (Лев. 19:18). Улайһа, шундай кәңәш буйынса эш итегеҙ: «Бер-берегеҙгә ҡарата сабыр булып һәм бер-берегеҙҙе ихлас күңелдән кисереп йәшәгеҙ. Хатта һеҙҙе берәйһе рәнйетһә лә, шулай эшләгеҙ. Йәһүә һеҙҙе ихлас күңелдән кисергән кеүек, һеҙ ҙә шулай кисерергә тейеш» (Кол. 3:13, ЯДТ). Ҡәрҙәштәрҙе кисергән һайын, беҙ күктәге Атабыҙға йолом өсөн рәхмәтле булғаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Беҙ Йәһүәнең был бүләген нисек артабан да ҡәҙерләй алабыҙ?
ЙОЛОМ ӨСӨН РӘХМӘТ ХИСЕН НИСЕК ТӘРӘНӘЙТЕРГӘ?
14. Йолом өсөн рәхмәт хисен нисек тәрәнәйтеп була?
14 Йәһүәгә йолом өсөн рәхмәт белдерегеҙ. «Минеңсә, Йәһүәгә йолом өсөн көн һайын рәхмәт әйтергә кәрәк», — тип бүлешә Һиндостанда йәшәгән 83 йәшлек Джоанна исемле апай-ҡәрҙәш. Көн дауамында ҡылған хаталарығыҙ тураһында Йәһүәгә доғала һөйләгеҙ һәм улар өсөн ғәфү үтенегеҙ. Етди гонаһ ҡылһағыҙ, әлбиттә, һеҙгә өлкәндәрҙең ярҙамы кәрәк булыр. Улар һеҙҙе тыңлар һәм игелекле итеп Изге Яҙманан кәңәштәр бирер. Өлкәндәр, һеҙҙең менән бергә доға ҡылып, Йәһүәнән һеҙҙе кисереүен һәм уның менән мөнөсәбәттәрегеҙҙең яңынан яҡшырыуын һорар (Яҡ. 5:14—16).
15. Ни өсөн йолом тураһында уҡырға һәм уйланырға кәрәк?
15 Йолом тураһында уйланығыҙ. 73 йәшлек Раджамани исемле апай-ҡәрҙәш былай ти: «Ғайса кисергән ғазаптар тураһында уҡығанда, минең күҙҙәрем йәш менән тула». Алла улының ниндәй ғазаптар кисергәнен күҙ алдына килтергәндә, һеҙҙең дә йөрәгегеҙ әрнейҙер. Ғайсаның йолом ҡорбаны тураһында күберәк уйланған һайын,
һеҙҙең уға һәм Йәһүәгә ҡарата яратыуығыҙ көсәйә бара. Ни өсөн йолом темаһын шәхси өйрәнеүҙә йә ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыуҙа тәрәнерәк ҡарап сыҡмаҫҡа?16. Башҡаларға йолом тураһындағы хәҡиҡәтте һөйләү беҙгә ниндәй файҙа килтерә? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)
16 Башҡаларҙы йолом тураһындағы хәҡиҡәткә өйрәтегеҙ. Башҡаларға йолом тураһында күберәк һөйләгән һайын, беҙҙең рәхмәт хисе үҫә бара. Башҡаларға Ғайсаның беҙҙең хаҡҡа ни өсөн үлергә тейеш булғанын аңлатыр өсөн, беҙҙә яҡшы баҫмалар бар. Мәҫәлән, «Алланан килгән һөйөнөслө хәбәр» тигән брошюраның «Ғайса пәйғәмбәр кем ул?» тип аталған 4-се дәресен ҡулланып була. Йәки «Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?» тигән китапта «Йолом — Алланың иң бөйөк бүләге» тип аталған 5-се бүлеккә иғтибар итеп була. Бынан тыш, беҙ йыл һайын Ғайса Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһенә киләбеҙ һәм башҡаларҙы был осрашыуға ашҡынып саҡырабыҙ. Был осрашыуҙа булып, беҙ йолом өсөн рәхмәт хисебеҙҙе тәрәнәйтәбеҙ. Эйе, Йәһүә беҙгә ҙур хөрмәт күрһәткән: беҙ уның Улы тураһында башҡаларға һөйләй алабыҙ!
17. Ни өсөн йолом — Алланың иң ҡиммәтле бүләге?
17 Һис шикһеҙ, беҙҙең йолом өсөн рәхмәтебеҙҙе тәрәнәйтер өсөн сәбәптәр бик күп. Камил булмауыбыҙға ҡарамаҫтан, йолом ҡорбаны ярҙамында беҙ Йәһүә менән яҡын мөнөсәбәттәргә кинәнә алабыҙ. Шулай уҡ йолом түләнгәнгә, Иблис эштәре тулыһынса емереләсәк (1 Яхъя 3:8). Йолом ярҙамында ерҙә кешеләрҙең тормошо тап Йәһүә ниәтләгәнсә буласаҡ. Бөтә ер шары Ожмахҡа әйләнәсәк һәм һәр кеше, Йәһүәне яратҡанға, уға хеҙмәт итәсәк. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, Йәһүәнең иң ҡиммәтле бүләге — йолом өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы көн һайын күрһәтәйек!
20-СЕ ЙЫР Ҡәҙерле Улыңды бирҙең
^ 5 абз. Ни өсөн Ғайса ҙур ғазаптар кисереп үлергә тейеш булған? Был мәҡәлә ошо һорауға яуап бирә һәм йоломдо тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә ярҙам итә.
^ 6 абз. Римдар, ғәҙәттә, енәйәтсене тере килеш бағанаға ҡаҙаҡлаған йә бәйләгән. Йәһүә үҙенең Улының шундай язаға тарттырылыуына юл ҡуйған.
^ 55 абз. РӘСЕМДӘРҘӘ: өс мәсихсе ҡотҡоға ҡаршы тора. Беренсеһе әхлаҡһыҙ рәсемдән башын бора, икенсеһе тәмәкенән баш тарта, өсөнсөһө ришүәт алырға ризалашмай.