Уҡыусыларҙың һорауҙары
Ниндәй мәғәнәлә илсе Павел «өсөнсө күккә» һәм «ожмахҡа алынған»? (2 Кор. 12:2—4, ЯДТ).
2 Коринфтарға 12:2, 3-тә Павел «өсөнсө күккә алынған» бер кеше тураһында әйтә. Ул кеше кем булған? Коринфтағы йыйылышҡа яҙғанда, Павел Алланың үҙен илсе итеп ҡулланыуына баҫым яһай (2 Кор. 11:5, 23). Шунан ул «Раббы тарафынан ебәрелгән илаһи күренмештәр һәм асылыштар» тураһында әйткән. Павел был урында бүтән ҡәрҙәштәрҙе иҫкә алмаған. Тимәк, илаһи күренештәр һәм асылыштар алған кеше ул үҙе булып сыға (2 Кор. 12:1, 5).
Шулай итеп, күрәһең, «өсөнсө күккә» һәм «ожмахҡа алынған» кеше Павел булған (2 Кор. 12:2—4). Ул «асылыштар» тигән һүҙ ҡулланған. Был һүҙ киләсәктә буласаҡ берәй нәмәне асыуҙы күҙ уңында тота.
«Өсөнсө күктә» Павел нимә күргән?
Изге Яҙмала «күк» тигән һүҙ физик күкте аңлатырға мөмкин (Баш. 11:4; 27:28). Ләкин «күк» һүҙе шулай уҡ башҡа мәғәнәләрҙә лә ҡулланыла. Ҡайһы берҙә ул кешеләрҙең идараһына ҡағыла (Дан. 4:20—22). Йәки ул һүҙ Алла идараһына, мәҫәлән, Алланың үҙ Батшалығы аша идара итеүенә ҡарарға мөмкин (Асыл. 21:1).
Павел «өсөнсө күкте» күргән. Ул нимәне күҙ уңында тотҡан? Изге Яҙмала ҡайһы саҡта берәй нәмәгә баҫым яһау йә көс өҫтәү өсөн нимәлер өс тапҡыр ҡабатлана (Ишағ. 6:3; Йәз. 21:27; Асыл. 4:8). Күрәһең, «өсөнсө күк» тиеп, Павел иң бөйөк һәм юғары идара итеү формаһын — Ғайса Мәсих һәм уның 144 000 хакимдашы етәкселегендәге Батшалыҡты күҙ уңында тотҡан. («Изге Яҙманы аңлау» тип аталған белешмәлә (урыҫ) «Күк» тигән мәҡәләлә «Яңы күк һәм яңы ер» тигән өҫтәмә исем аҫтындағы материалды ҡарағыҙ.) Илсе Петр, беҙҙең Алла вәғәҙә иткән «яңы күкте» көтөүебеҙ хаҡында яҙғанда, ошо Батшалыҡты күҙ уңында тотҡан да (2 Пет. 3:13).
Ә Павел телгә алған «ожмах» тураһында нимә әйтеп була?
«Ожмах» тигән һүҙ ҙә төрлө мәғәнә йөрөтөргә мөмкин. Беренсенән, кешенең башланғыста йәшәгән урынын иҫәпкә алһаҡ, «ожмах» һүҙе тура мәғәнәлә ерҙә буласаҡ ожмахты аңлата. Икенсенән, был һүҙ Алланың халҡы яңы донъяла кинәнәсәк рухи мөхиткә ҡарай. Өсөнсөнән, ул күктәге иҫ киткес шарттарҙы — Асылыш 2:7-лә иҫкә алынған «Алла ожмахын» белдерә. (2015 йыл 15 июль һанында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»ның (тат.) 8-се битендә 8-се абзацты ҡарағыҙ.)
Бәлки, Павел, 2 Коринфтарға 12:4-тә ожмах тураһында яҙғанда, ошо өс яҡты ла күҙ уңында тотҡандыр.
Һығымта яһайыҡ:
2 Коринфтарға 12:2-лә иҫкә алынған «өсөнсө күк», күрәһең, Ғайса Мәсих һәм уның 144 000 хакимдашы ҡулындағы Батшалыҡты, йәғни «яңы күкте» аңлата (2 Пет. 3:13).
Был күк «өсөнсө», сөнки Батшалыҡ — иң бөйөк һәм юғары идара итеү формаһы.
Павел күргән «ожмах», күрәһең, 1) ерҙә буласаҡ ожмахты, 2) әлеге рухи ожмахтан күпкә киңерәк буласаҡ рухи ожмахты һәм 3) күктәге «Алла ожмахын» аңлата. Яңы донъяла ожмахтың был өс төрө лә бер үк ваҡытта буласаҡ.
Шулай итеп, яңы күк һәм яңы ер бергә — ул яңы донъя. Яңы донъя — күктәге Алла Батшалығын һәм ерҙәге ожмахта Йәһүәгә хеҙмәт иткән кешелекте үҙ эсенә алған яңы ҡоролош.