Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

«Ниндәй генә хәлдә булһағыҙ ҙа, рәхмәтле булығыҙ»

«Ниндәй генә хәлдә булһағыҙ ҙа, рәхмәтле булығыҙ»

ҺЕҘ үҙегеҙҙе рәхмәтле кеше тип һанайһығыҙмы? Һәр беребеҙгә был һорау өҫтөндә уйланыу яҡшы булыр. Изге Яҙмала пәйғәмбәрлек ителгәнсә, беҙҙең көндәрҙә «изгелекте баһалай белмәгән» кешеләр бик күп (2 Тим. 3:2). Ҡайһы берәүҙәр, башҡалар миңә нимәлер бирергә тейеш, тип һанай һәм рәхмәтле булыуҙы кәрәк тип тапмай. Ризалашырһығыҙҙыр, ундай кешеләр менән аралашыу әллә ни күңелле түгел.

Йәһүәнең хеҙмәтселәре иһә «рәхмәтле булығыҙ» һәм «ниндәй генә хәлдә булһағыҙ ҙа, рәхмәтле булығыҙ» тигән кәңәштәр буйынса йәшәргә тырыша (Кол. 3:15; 1 Фес. 5:18). Рәхмәтле булыу беҙҙең үҙебеҙгә файҙа килтерә. Быға бер нисә сәбәп бар.

РӘХМӘТЛЕЛЕК ҮҘ-ҮҘЕБЕҘГӘ ДӨРӨҪ ҠАРАШ ҺАҠЛАРҒА ЯРҘАМ ИТӘ

Рәхмәтле булыр өсөн етди сәбәптәрҙең береһе: был сифат үҙ-үҙебеҙгә ыңғай ҡараш һаҡларға ярҙам итә. Берәй кешегә рәхмәт әйткәндә, беҙ уны ла ҡыуандырабыҙ, үҙебеҙ ҙә шатланабыҙ. Эйе, рәхмәтле булыу икеләтә файҙа килтерә. Уйлап ҡарағыҙ: берәйһе һеҙҙең өсөн нимәлер эшләй икән, тимәк, ул һеҙҙе ҡәҙерләй һәм һеҙҙе шундай тырышлыҡтарға лайыҡ тип һанай. Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта. Һеҙ, шул кешенең ҡайғыртыуын тойоп, үҙ-үҙегеҙҙе нығыраҡ хөрмәт итә башлайһығыҙ. Моғайын, Руфь менән шулай булғандыр ҙа. Вооз уға йомартлыҡ күрһәткәс, Руфь, һис шикһеҙ, уның ҡайғыртыуын тойоп бик ҡыуанған (Руфь 2:10—13).

Аллаға рәхмәтле булыу айырыуса мөһим. Һеҙ, әлбиттә, ваҡыт-ваҡыт Йәһүәнең үҙегеҙгә ҡарата ҡылған игелекле эштәре тураһында уйланаһығыҙ (Ҡан. 8:17, 18; Ғәм. 14:17). Әммә Алланың эштәре тураһында өҫтән генә уйланыу әҙ. Йәһүәнең үҙегеҙ һәм яҡындарығыҙ хаҡында нисек ҡайғыртып торғаны тураһында тәрән уйланыр өсөн ваҡыт бүлегеҙ. Йәһүәнең йомартлығы тураһында уйланыу һеҙҙе уға тағы ла рәхмәтлерәк булырға дәртләндерер һәм уның үҙегеҙҙе яратыуына һәм ҡәҙерләүенә ышанысығыҙҙы нығытыр (1 Яхъя 4:9).

Йәһүәнең йомартлығы һәм ҡайғыртыуы тураһында уйланыуҙан тыш, уға рәхмәт белдерергә лә кәрәк (Зәб. 100:4, 5). Бер китапта әйтелгәнсә, «рәхмәт белдереү — бәхетле булыр өсөн мөһим шарт».

РӘХМӘТЛЕЛЕК КЕШЕЛӘРҘЕ ДУҪЛАШТЫРА

Рәхмәтлелек үҫтерер өсөн тағы бер сәбәп: ул дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығыта. Һәр кеше башҡаларҙың үҙен ҡәҙерләүен теләй. Һеҙ берәйһенә яҡшы эше өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдергәндә, шул кеше менән мөнәсәбәттәрегеҙ тағы ла яҡыныраҡ булып китә (Рим. 16:3, 4). Бынан тыш, рәхмәтле кешеләр, ғәҙәттә, үҙҙәре лә башҡаларға ярҙам итергә әҙер. Улар үҙҙәренә ҡарата ҡылынған игелекте күрә һәм яҡшылыҡ менән ҡайтарырға теләй. Ә башҡаларға ярҙам итеп, беҙ үҙебеҙҙе бәхетле тоябыҙ. Бына ни өсөн Ғайса Мәсих: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», — тип әйткән (Ғәм. 20:35).

Калифорния университетының профессоры һәм рәхмәтлелек сифатын тикшереү проектының етәкселәренең береһе Роберт Эммонс былай тигән: «Рәхмәтле булыр өсөн, беҙ башҡаларҙың ярҙамына мохтаж булыуыбыҙҙы танырға тейеш. Ҡайһы саҡта беҙ бирәбеҙ, ә ҡайһы ваҡыт беҙгә бирәләр». Ысынлап та, беҙҙең ғүмеребеҙ һәм именлегебеҙ йыш ҡына башҡа кешеләргә бәйле. Мәҫәлән, улар беҙгә ризыҡ килтерергә йә медик ярҙам күрһәтергә мөмкин (1 Кор. 12:21). Рәхмәтле кеше башҡаларҙың яҡшы эштәрен бик ҡәҙерләй. Ә һеҙҙең рәхмәт белдереү ғәҙәтегеҙ бармы?

РӘХМӘТЛЕЛЕК ТОРМОШҠА ЫҢҒАЙ ҠАРАШ ҺАҠЛАРҒА ЯРҘАМ ИТӘ

Рәхмәтлелектең тағы бер файҙалы яғы бар: ул беҙгә иғтибарҙы насар нәмәләргә түгел, ә яҡшы нәмәләргә тупларға ярҙам итә. Ниндәйҙер мәғәнәлә беҙҙең аҡылыбыҙ фильтрға оҡшаш. Ул беҙгә тормоштоң билдәле бер яҡтарын ғына күрергә һәм башҡа нәмәләргә иғтибар итмәҫкә мөмкинлек бирә. Рәхмәтле кеше, ғәҙәттә, ыңғай нәмәләрҙе күрә, ә ауырлыҡтарға артыҡ иғтибар бирмәй. Башҡаларға йышыраҡ рәхмәт белдерһәк, күберәк яҡшы нәмәләрҙе күрербеҙ, ә был, үҙ сиратында, беҙҙе тағы ла рәхмәтлерәк булырға дәртләндерер. Рәхмәтлелек беҙгә илсе Павелдың «Раббыла һәр нәмәнән ҡыуаныс табығыҙ» тигән кәңәше буйынса эш итергә ярҙам итер (Флп. 4:4).

Рәхмәтлелек тиҫкәре фекер йөрөтөү рәүеше менән көрәшергә ярҙам итә, сөнки был сифатты көнләшеү, бойоғоу йә үпкәләү тойғолары менән бергә сағылдырып булмай. Бынан тыш, рәхмәтле кешеләр байлыҡҡа ҡыҙыҡмай. Улар булғаны менән ҡәнәғәт һәм күберәккә эйә булырға тырышмай (Флп. 4:12).

ФАТИХАЛАРЫҒЫҘҘЫ ҺАНАП БАРЫҒЫҘ

Мәсихселәр булараҡ, беҙ шуны аңлайбыҙ: Иблис беҙҙең ауырлыҡтар арҡаһында төшөнкөлөккә бирелеүебеҙҙе теләй. Беҙ зарланыу рухы сағылдырһаҡ, ул бик шатланыр ине. Ундай рух хеҙмәтебеҙгә насар йоғонто яһай. Ысынында, рәхмәтле булыу изге рух емеше менән тығыҙ бәйле. Мәҫәлән, беҙ Йәһүәнең бүләктәрен күреп бик шатланабыҙ һәм уның бөтә вәғәҙәләренә иман итәбеҙ (Гал. 5:22, 23, ЯДТ).

Йәһүәнең хеҙмәтсеһе булараҡ, һеҙ, моғайын, был мәҡәләлә рәхмәтлелек тураһында әйтелгәндәр менән ризаһығыҙҙыр. Әммә һеҙ шуны ла аңлайһығыҙ: рәхмәтле булыу һәм ыңғай ҡараш һаҡлау еңел түгел. Шулай ҙа бирешмәгеҙ, һеҙ рәхмәтлелек сифатын үҫтерә алаһығыҙ. Нисек итеп? Көн һайын нимә өсөн рәхмәтле була алыуығыҙ тураһында уйланыр өсөн ваҡыт бүлегеҙ. Шулай эшләһәгеҙ, рәхмәтлелек үҫтереүе еңелерәк булыр. Һеҙ иғтибарын ауырлыҡтарға ғына туплаған кешеләргә ҡарағанда күпкә бәхетлерәк булырһығыҙ. Алланың һәм башҡа кешеләрҙең һеҙҙең өсөн ҡылған яҡшы эштәре тураһында уйланығыҙ. Һеҙ хатта шул эштәрҙе блокнотҡа яҙып бара алаһығыҙ. Һәр көн һеҙҙе рәхмәтле иткән ике-өс нәмәне яҙып ҡуйырға тырышығыҙ.

Ҡайһы бер тикшереүселәр әйтеүенсә, «даими рәүештә рәхмәт белдереү баш мейеһендәге нейрондарҙың бәйләнештәрен үҙгәртә, һәм мейе автоматик рәүештә ыңғай ҡарашҡа күсә». Рәхмәтле кеше бәхетле була. Шуға күрә фатихаларығыҙҙы һанап барығыҙ, тормош тәмен татып йәшәгеҙ, рәхмәт һүҙҙәренә һаран булмағыҙ! Фатихаларығыҙға ғәҙәти нәмәгә ҡараған кеүек ҡарамағыҙ, ә «Йәһүәгә рәхмәттәр уҡығыҙ, сөнки ул игелекле». Эйе, «ниндәй генә хәлдә булһағыҙ ҙа, рәхмәтле булығыҙ» (1 Йыл. 16:34; 1 Фес. 5:18).