51-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ
Һеҙ Йәһүәне ни тиклем яҡшы беләһегеҙ?
«Исемеңде белеүселәр һиңә таяныр. Һин, эй Йәһүә, үҙеңде эҙләүселәрҙе һис ҡасан ҡалдырмайһың» (ЗӘБ. 9:10).
56-СЫ ЙЫР Хәҡиҡәтте тормош юлың ит
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *
1, 2. Ангелитоның осрағынан күренеүенсә, һәр беребеҙгә нимә эшләргә кәрәк?
ҺЕҘ Йәһүә шаһиттары ғаиләһендә үҫтегеҙме? Шулай булһа, Йәһүә менән дуҫлыҡ ата-әсәнән мираҫ итеп күсмәй икәнен онотмағыҙ. Ата-әсәләребеҙ Йәһүәгә хеҙмәт итәме, юҡмы, һәр беребеҙ Йәһүә менән шәхси мөнәсәбәттәр үҫтерергә тейеш.
2 Ангелито исемле ағай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Ул Йәһүә шаһиттары ғаиләһендә үҫкән. Ләкин үҫмер сағында уның Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәре булмаған. «Мин ғаиләм Йәһүәгә хеҙмәт иткәнгә генә хеҙмәт итә инем», — тип таный ул. Әммә Ангелито Изге Яҙманы уҡыу, уҡығандары тураһында уйланыу һәм йышыраҡ доға ҡылыу өсөн күберәк ваҡыт бүлергә ҡарар иткән. Был ниндәй емештәр килтергән? Ул былай ти: «Мин шуны аңланым: ҡәҙерле Атайым Йәһүәгә яҡынлашыр өсөн, миңә үҙемә уның тураһында күберәк белергә кәрәк». Ангелитоның осрағы бындай мөһим һорауҙар өҫтөндә уйланырға дәртләндерә: Йәһүәне белеү һәм уны яҡшы белеү араһында ниндәй айырма бар? Йәһүәне яҡшыраҡ белер өсөн нимә эшләп була?
3. Йәһүәне белеү һәм уны яҡшы белеү араһында ниндәй айырма бар?
3 Әгәр кеше Йәһүәнең исемен һәм уның ҡайһы бер әмерҙәрен йә эштәрен белһә, ул Йәһүәне белә, тип әйтеп була.
Ләкин Йәһүәне яҡшы белеү үҙ эсенә күберәкте ала. Беҙгә, ваҡыт бүлеп, Йәһүәне һәм уның иҫ киткес сифаттарын яҡшыраҡ белергә тырышырға кәрәк. Шул саҡта ғына беҙ Йәһүәнең ни өсөн нимәнелер әйткәнен йә эшләгәнен аңларбыҙ. Был беҙгә Алланың уй-фекерҙәребеҙҙе һәм эштәребеҙҙе хуплаймы, юҡмы икәнен аңларға ярҙам итер. Ә Йәһүәнең үҙебеҙгә ҡарата ихтыярын аңлағас, беҙгә уның буйынса эш итергә кәрәк.4. Изге Яҙмала килтерелгән камил булмаған кешеләрҙең миҫалдары нимәне күрһәтә?
4 Беҙ Йәһүәгә хеҙмәт итергә теләгәнгә, ҡайһы бер кешеләр беҙҙән мыҫҡыллап көлә. Ә беҙ йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башлағанда, улар тағы ла нығыраҡ ҡаршы килергә мөмкин. Әммә, Йәһүәгә таянһаҡ, ул беҙҙе бер ҡасан да ҡалдырмаясаҡ. Шулай итеп беҙ Йәһүә менән ғүмерлек дуҫлыҡҡа нигеҙ һалабыҙ. Беҙ ысындан да Йәһүәне яҡшы белә алабыҙмы? Эйе! Муса һәм Дауыт батша кеүек камил булмаған кешеләрҙең миҫалдары бының мөмкин икәнен күрһәтә. Уларҙың миҫалдарын ҡарап сығып, беҙ бындай һорауҙарға яуап алырбыҙ: улар Йәһүә тураһында нисек белгән? Беҙ уларҙан нимәгә өйрәнә алабыҙ?
МУСА «КҮҘГӘ КҮРЕНМӘҪ АЛЛАНЫ» КҮРГӘН
5. Муса ниндәй һайлау яһаған?
5 Муса Аллаға хеҙмәт итеүҙе һайлаған. 40 йәштәр тирәһендә Муса, «фирғәүен ҡыҙының улы тип» аталыу урынына, Алла халҡына ҡушылырға ҡарар иткән (Евр. 11:24). Муса юғары дәрәжәнән баш тартҡан. Илаһ тип һаналған ҡеүәтле фирғәүендең асыуын сығарырға ҡурҡмайынса, Муса Мысырҙа ҡол булған йәһүдтәр яғына баҫҡан. Ниндәй иҫ киткес иман! Ул Йәһүәгә ныҡ таянған. Шундай таяныу уның Йәһүә менән ғүмер буйы дауам иткән дуҫлығының нигеҙе булып торған (Ғиб. һүҙ. 3:5).
6. Мусаның миҫалынан ниндәй һабаҡ алып була?
6 Бынан ниндәй һабаҡ алып була? Муса кеүек, беҙ ҙә Алланың халҡына ҡушылып уға хеҙмәт итергәме, юҡмы икәнен ҡарар итергә тейеш. Беҙгә ҡорбандарға барырға тура килеүе ихтимал, һәм Йәһүәне белмәгән кешеләр беҙгә ҡаршы килергә мөмкин. Әммә, күктәге Атабыҙға таянһаҡ, беҙ уның ярҙам итәсәгенә тулыһынса ышана алабыҙ!
7, 8. Муса нимә тураһында белем алыуын дауам иткән?
7 Муса Йәһүәнең сифаттары тураһында белем алыуын һәм уның ихтыярын үтәүен дауам иткән. Мәҫәлән, Йәһүә Мусаға Израиль халҡын Мысырҙан алып сығырға ҡушҡанда, Муса үҙ көсөнә ышанып етмәгән һәм Йәһүәгә, бының өсөн һәләттәрем юҡ, тип ҡат-ҡат әйткән. Алла уның хәленә ингән һәм ярҙам иткән (Сығ. 4:10—16). Һөҙөмтәлә Муса фирғәүенгә дәһшәтле хөкөм хәбәрҙәрен еткерә алған. Башҡа осраҡта Муса Йәһүәнең ҡөҙрәтен күргән: Йәһүә израилдәрҙе ҡотҡарған, ә фирғәүен менән уның ғәскәрен Ҡыҙыл диңгеҙгә батырып һәләк иткән (Сығ. 14:26—31; Зәб. 136:15).
8 Муса израилдәрҙе Мысырҙан алып сыҡҡандан һуң, улар һәр ваҡыт нимәгәлер зарланған. Әммә шул ваҡытта ла Йәһүә үҙ халҡына ҡарата ғәжәп сабырлыҡ күрһәткән, һәм Муса быға шаһит булған (Зәб. 78:40—43). Бынан тыш, Муса Йәһүәнең иҫ киткес баҫалҡылығын күргән: бер ваҡыт ул Йәһүәнән израилдәрҙе юҡ итмәүен үтенгән, һәм Йәһүә, уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, ҡарарын үҙгәрткән (Сығ. 32:9—14).
9. Еврейҙарға 11:27 буйынса, Мусаның Йәһүә менән дуҫлығы ни тиклем яҡын булған?
Еврейҙарға 11:27-не уҡығыҙ.) Изге Яҙмала уларҙың дуҫлығы бындай һүҙҙәр менән тасуирлана: «Йәһүә Муса менән, нәҡ бер кеше икенсеһе менән һөйләшкәндәй, йөҙгә-йөҙ ҡарап һөйләшә ине» (Сығ. 33:11).
9 Израилдәр Мысырҙан сыҡҡандан һуң, Муса Йәһүәгә шул тиклем яҡынлашҡан, хатта күктәге Атаһын күргәндәй булған. (10. Йәһүәне яҡшы белер өсөн, нимә эшләргә кәрәк?
10 Беҙ бынан нимәгә өйрәнә алабыҙ? Йәһүәне яҡшы белер өсөн, беҙ, уның сифаттары тураһында белем алыуҙан тыш, шулай уҡ уның ихтыярын үтәргә тейеш. Бөгөн Йәһүә «бөтөн кешеләрҙең дә ҡотолоуын һәм хәҡиҡәтте таныуын теләй» (1 Тим. 2:3, 4). Алланың ихтыярын үтәр өсөн бер ысул — башҡаларҙы Йәһүә тураһындағы хәҡиҡәткә өйрәтеү.
11. Башҡаларҙы хәҡиҡәткә өйрәткәндә, беҙ нисек Йәһүәне яҡшыраҡ белә алабыҙ?
11 Йыш ҡына, башҡаларҙы өйрәткәндә, беҙ үҙебеҙ ҙә Йәһүәне яҡшыраҡ белә башлайбыҙ. Мәҫәлән, Йәһүә беҙҙе хәҡиҡәтте белергә теләгән кешеләргә йүнәлткәндә, беҙ уның ҡыҙғаныусан булғанын күрәбеҙ (Яхъя 6:44). Ә өйрәнеүселәр, насар ғәҙәттәрҙән арынып, «яңы кеше булып» кейенгәндә, беҙ Алла Һүҙенең ниндәй көскә эйә булғанына инанабыҙ (Кол. 3:9, 10). Бынан тыш, Йәһүәнең территориябыҙҙа йәшәгән кешеләргә хәҡиҡәтте белеп ҡотолор өсөн күп мөмкинлектәр биреүенән беҙ уның бик сабыр булғанын күрәбеҙ (Рим. 10:13—15).
12. Сығыш 33:13-тән күренеүенсә, Муса Аллаға ниндәй үтенес менән мөрәжәғәт иткән һәм ни өсөн?
12 Муса Йәһүә менән дуҫлығын бик ҡәҙерләгән. Йәһүә уның аша күп мөғжизәләр ҡылған. Ләкин шунан һуң да Муса ихтирамлы итеп Йәһүәнән үҙен яҡшыраҡ белергә ярҙам итеүен үтенгән. (Сығыш 33:13-тө * уҡығыҙ.) Йәһүәгә был үтенес менән мөрәжәғәт иткәндә, Муса инде 80 йәштән уҙған булған, әммә ул күктәге хәстәрлекле Атаһы тураһында әле күпте белергә кәрәклеген аңлаған.
13. Йәһүә менән дуҫлыҡты ҡәҙерләүебеҙҙе нисек күрһәтеп була?
13 Был беҙҙе нимәгә өйрәтә? Йәһүәгә күпме генә йылдар хеҙмәт итһәк тә, уның менән дуҫлығыбыҙға ғәҙәти нәмәгә ҡараған кеүек ҡарарға ярамай. Йәһүә менән мөнәсәбәттәрҙе ҡәҙерләүебеҙҙе күрһәтер өсөн бер мөмкинлек — доғала уның менән һөйләшеү.
14. Ни өсөн, доға ҡылмайынса, Йәһүәне яҡшыраҡ белеп булмай?
14 Аралашмайынса, ныҡлы дуҫлыҡ үҫтереп булмай. Шуға күрә Йәһүәгә йышыраҡ доға ҡылығыҙ, уның менән күңел түрегеҙҙәге уйҙарығыҙҙы һәм хистәрегеҙҙе уртаҡлашырға ҡурҡмағыҙ (Ефес. 6:18). Төркиәлә йәшәгән Криста исемле апай-ҡәрҙәш былай ти: «Доға ҡылған һайын, Йәһүә миңә яҡыныраҡ була бара. Уға борсолоуҙарым тураһында һөйләгәндә һәм уның миңә нисек ярҙам итеүен күргәндә, уға ҡарата яратыуым һәм ышанысым тағы ла нығыраҡ үҫә. Доғаларыма яуап алғанда, мин Йәһүәнең Атай һәм Дуҫ икәнен тоям».
АЛЛАНЫҢ КҮҢЕЛЕНӘ ХУШ КИЛГӘН КЕШЕ
15. Йәһүә Дауытты нисек тасуирлаған?
15 Дауыт батша Аллаға бағышланған халыҡта тыуған һәм Йәһүәгә хеҙмәт иткән. Ул быны ғаиләһендәге дини йолаларҙы үтәгәнгә генә эшләгәнме? Юҡ, уның Алла менән шәхси мөнәсәбәттәре булған, Ғәм. 13:22). Дауыт нисек Алла менән шундай яҡын дуҫлыҡ үҫтерә алған?
һәм Йәһүә уны бик яратҡан. Йәһүә уның тураһында былай тигән: «Мин күңелемә оҡшаған... Иессей улы Дауытты таптым» (16. Йәһүәнең ижади эштәрен күҙәтеп, Дауыт уның тураһында нимә белгән?
16 Дауыт, Йәһүәнең ижади эштәрен күҙәтеп, уны яҡшыраҡ белгән. Үҫмер сағында Дауыт атаһының һарыҡтарын көткән, шунлыҡтан күп сәғәттәр саф һауала үткәргән. Бәлки, тап шул ваҡытта Дауыт Йәһүәнең ижади эштәре тураһында уйлана башлағандыр ҙа. Мәҫәлән, төнгө күккә ҡарағанда, ул йондоҙҙарҙы ғына түгел, ә уларҙы барлыҡҡа килтергән Алланың сифаттарын да күргән. Ул былай тип яҙған: «Күктәр Алланың данын иғлан итә, күк йөҙө уның ҡулы булдырған эштәр хаҡында һөйләй» (Зәб. 19:1, 2). Кешенең нисек барлыҡҡа килтерелгәне тураһында уйланғанда, Дауыт Йәһүәнең иҫ киткес зирәклегенә һоҡланған (Зәб. 139:14). Алла эштәренең асылына төшөнөргә тырышҡанда, ул баҫалҡылыҡ менән үҙенең әһәмиәтһеҙ булыуын таныған (Зәб. 139:6).
17. Йәһүәнең ижади эштәре тураһында уйланыу ниндәй файҙа килтерә?
17 Был беҙҙе нимәгә өйрәтә? Тәбиғәт менән ҡыҙыҡһынығыҙ. Йәһүә барлыҡҡа килтергән нәмәләрҙе күҙәтер өсөн ваҡыт бүлегеҙ, улар менән һоҡланығыҙ! Һәр көн тирә-яҡтағы үҫемлектәрҙең, хайуандар һәм кешеләрҙең Алла хаҡында нимәгә өйрәткәне тураһында уйланығыҙ. Шул саҡта һеҙ көн һайын Йәһүә тураһында берәй яңы нәмә белерһегеҙ (Рим. 1:20). Һәм һеҙҙең уға ҡарата яратыуығыҙ үҫкәндән-үҫә барыр.
18. 18-се мәҙхиәнән күренеүенсә, Дауыт нимәне аңлаған?
18 Дауыт үҙенә Йәһүә ярҙам итеүен аңлаған. Мәҫәлән, атаһының һарыҡтарын арыҫландан һәм айыуҙан ҡотҡарғанда, Дауыт шул көслө ҡырағай хайуандарҙы еңергә Йәһүә ярҙам иткәнен таныған. Шулай уҡ, әзмәүер Ғәлиәфте еңгәндә лә, ул Алланың ҡулын ап-асыҡ күргән (1 Сам. 17:37). Көнсөл Шаул батшанан ҡотолғанда, Дауыт үҙен Йәһүә һаҡлап ҡалғанын аңлаған (Зәб. 18, башланғыс һүҙ). Ғорур кеше был ҡаҙаныштар өсөн данды үҙенә алыр ине. Ләкин Дауыт баҫалҡы булған, шуға күрә тормошонда Йәһүәнең ярҙамын күрә белгән (Зәб. 138:6).
19. Дауыттың миҫалынан нимәгә өйрәнеп була?
19 Бынан нимәгә өйрәнеп була? Йәһүәнән ярҙам һорауҙан тыш, шулай уҡ уның беҙгә ҡасан һәм нисек ярҙам иткәнен күрә белеү ҙә мөһим. Әгәр беҙ баҫалҡылыҡ менән мөмкинлектәребеҙҙең сикле икәнен таныһаҡ, Йәһүәнең беҙгә хәлебеҙҙән килмәгән эштәрҙе башҡарырға ярҙам иткәнен асыҡ күрербеҙ. Ә Йәһүәнең ярҙамын күргән һайын, уның менән дуҫлығыбыҙ тағы ла нығый барыр. Фиджиҙан Исак исемле ағай-ҡәрҙәш быға үҙ тәжрибәһендә инанған. Күп йылдар Йәһүәгә хеҙмәт иткән был ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Үткән тормошомдо иҫкә төшөрөп, мин Йәһүәнең үҙемә Изге Яҙманы өйрәнә башлаған сағымдан алып хәҙерге ваҡытҡа тиклем нисек ярҙам итеп торғанын күрәм. Шуға күрә ул минең өсөн реаль шәхес».
20. Дауыттың Йәһүә менән дуҫлығынан нимәгә өйрәнеп була?
20 Дауыт Йәһүәнең сифаттарын өлгө итеп алған. Йәһүә беҙҙе үҙ сифаттарын сағылдыра алырлыҡ итеп барлыҡҡа килтергән (Баш. 1:26). Уның сифаттары тураһында күберәк белһәк, беҙ уларҙы яҡшыраҡ сағылдыра алырбыҙ. Дауыт күктәге Атаһын бик яҡшы белгән, шуға күрә башҡалар менән мөғәмәлә иткәндә унан өлгө ала алған. Уның тормошонда булған бер генә осраҡты ҡарап сығайыҡ. Битсәбиә менән зина ҡылып һәм уның ирен үлтереп, Дауыт Йәһүәгә ҡаршы гонаһ ҡылған (2 Сам. 11:1—4, 15). Әммә Йәһүә уға мәрхәмәт күрһәтергә ҡарар иткән, Дауыт бит үҙе лә башҡаларға ҡарата мәрхәмәтле булған. Дауыт Йәһүә менән бик яҡын мөнәсәбәттәрҙә булғанға, израилдәр уны бик яратҡан, һәм Йәһүә Израилдең башҡа батшаларын Дауытҡа ҡарап баһалаған (1 Бат. 15:11; 2 Бат. 14:1—3).
21. Ефестарға 4:24 һәм 5:1 буйынса, Алланан өлгө алыу ниндәй емештәр килтерә?
21 Бынан ниндәй һабаҡ алып була? Беҙгә лә Алланан өлгө алырға кәрәк. Шулай эшләп, беҙ тормошобоҙҙо байытырбыҙ һәм, иң мөһиме, Йәһүәне яҡшыраҡ белербеҙ. Йәһүәгә ҡарап шәхесебеҙҙе үҙгәрткәндә, беҙ үҙебеҙҙең Алла балалары булыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. (Ефестарға 4:24; 5:1-ҙе уҡығыҙ.)
ЙӘҺҮӘНЕ ЯҠШЫРАҠ БЕЛЕРГӘ ТЫРЫШЫҒЫҘ
22, 23. Йәһүә тураһында белгәндәребеҙҙе тормошта ҡулланһаҡ, беҙ нимәгә өмөтләнә алабыҙ?
22 Күреүебеҙсә, Йәһүә беҙгә үҙен Изге Яҙма һәм ижади эштәре аша аса. Был уникаль китапта Муса һәм Дауыт кеүек үрнәк алырлыҡ кешеләрҙең күп миҫалдары килтерелә. Йәһүә беҙгә үҙен асыр өсөн барыһын да эшләгән. Беҙгә, үҙ сиратыбыҙҙа, иғтибар менән тыңларға, күҙәтергә һәм йөрәгебеҙҙе асырға кәрәк.
23 Беҙ Йәһүә тураһында белем алыуҙан бер ҡасан да туҡтамаҫбыҙ (Вәғ. 3:11). Әммә уның тураһында күпме белеүебеҙ түгел, ә шул белемдәрҙе нисек ҡулланыуыбыҙ мөһим. Белгәндәребеҙҙе тормошта ҡулланһаҡ һәм күктәге Атабыҙҙан үрнәк алырға тырышһаҡ, ул беҙгә тағы ла нығыраҡ яҡынлашыр (Яҡ. 4:8). Изге Яҙма аша Йәһүә үҙен яҡшыраҡ белергә тырышҡан кешеләрҙе бер ҡасан да ҡалдырмаясағына ышандыра.
80-СЕ ЙЫР «Йәһүәнең игелеген татығыҙ һәм күрегеҙ»
^ 5 абз. Күптәр Алланың барлығына ышана, әммә уны яҡшы белгән кешеләр бик әҙ. Йәһүәне белеү нимәне аңлата? Муса һәм Дауыт батшаның миҫалдарынан Йәһүә менән ныҡлы дуҫлыҡ үҫтереү тураһында нимә белеп була? Был мәҡәләлә ошо һорауҙарға яуап бирелер.
^ 12 абз. Сығыш 33:13: «Әгәр ҙә һинең хуплауыңа лайыҡ булғанмын икән, һине белер өсөн һәм артабан да һинең хуплауыңа лайыҡ булыр өсөн, зинһар, миңә үҙ юлдарыңды асып бирсе. Был халыҡ һинең халҡың икәнен дә онотма».