Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

52-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Бойоғоуҙы нисек еңергә?

Бойоғоуҙы нисек еңергә?

«Үҙ йөгөңдө Йәһүәгә һал, һәм ул һиңә ярҙам итер» (ЗӘБ. 55:22).

33-СӨ ЙЫР Йөгөңдө Йәһүәгә һал

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Төшөнкөлөк беҙгә нисек тәьҫир итә?

КӨН һайын беҙ ауырлыҡтар менән осрашабыҙ һәм уларҙы хәл итергә тырышабыҙ. Әммә бойоҡҡан саҡта уларҙы хәл итеүе күпкә ауырыраҡ була. Төшөнкөлөк бурға оҡшаш, сөнки ул ҡыйыулығыбыҙҙы, шатлығыбыҙҙы һәм көсөбөҙҙө урлай. Ғибрәтле һүҙҙәр 24:10-да былай тиелгән: «Ҡайғы-хәсрәт көнөндә күңелең төшкән икән, көс-ҡеүәтең әҙ, тимәк». Эйе, төшөнкөлөккә бирелһәк, ауырлыҡтарҙы хәл итер өсөн көсөбөҙ ҡалмаясаҡ.

2. Беҙ нимә арҡаһында бойоғорға мөмкин, һәм был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

2 Беҙ төрлө сәбәптәр арҡаһында төшөнкөлөккә бирелергә мөмкин. Мәҫәлән, етешһеҙлектәребеҙ һәм хаталарыбыҙ йә насар һаулыҡ арҡаһында бойоғоп китеүебеҙ ихтимал. Ә кемдер ойошмала хөрмәтле вазифалар алмағанға йә хәҡиҡәтте әҙ кеше тыңлағанға бойоға. Был мәҡәләлә төшөнкөлөктө еңергә ярҙам иткән кәңәштәр ҡаралыр.

ЕТЕШҺЕҘЛЕКТӘР ҺӘМ ХАТАЛАР МЕНӘН КӨРӘШКӘНДӘ

3. Етешһеҙлектәребеҙгә дөрөҫ ҡараш һаҡларға беҙгә нимә ярҙам итер?

3 Етешһеҙлектәребеҙ һәм хаталарыбыҙ арҡаһында беҙ үҙебеҙгә дөрөҫ ҡарамаҫҡа һәм, Йәһүә мине яңы донъяла күрергә теләмәҫ, тип уйларға мөмкин. Ундай ҡараш беҙгә зыян килтерә ала. Беҙгә үҙ етешһеҙлектәребеҙгә нисек ҡарарға кәрәк? Изге Яҙманан күренеүенсә, Ғайса Мәсихтән башҡа, «бөтөнөһө лә» гонаһ ҡылған (Рим. 3:23). Әммә Йәһүә иғтибарын беҙҙең хаталарға тупламай һәм беҙҙән камиллыҡ көтмәй. Ул, ҡайғыртыусан Атай булараҡ, беҙгә ярҙам итергә теләй һәм беҙгә ҡарата түҙемле. Йәһүә беҙҙең үҙ етешһеҙлектәребеҙ һәм үҙебеҙгә ҡарата тиҫкәре ҡараш менән көрәшкәнебеҙҙе күрә һәм беҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға теләй (Рим. 7:18, 19).

Йәһүә беҙҙең элекке һәм хәҙерге яҡшы эштәребеҙҙе белә (5-се абзацты ҡарағыҙ.) *

4, 5. Дебора менән Мария 1 Яхъя 3:19, 20-лә яҙылған ниндәй хәҡиҡәтте аңлаған? Был уларға нисек ярҙам иткән?

4 Әйҙәгеҙ, Дебора менән Марияның * миҫалдарын ҡарап сығайыҡ. Дебора бала саҡта ғаиләһендә яратыу күрмәгән. Уны йыш кәмһеткәндәр һәм бик һирәк маҡтағандар. Шуға күрә ул үҙе тураһында бик насар уйлаған. Мәҫәлән, хатта бәләкәй хаталарына ла ул етди гонаһтарға ҡарағандай ҡараған. Мария оҡшаш ауырлыҡтар менән осрашҡан. Уны ла ғаиләһе кәмһеткән. Һөҙөмтәлә ул үҙен булдыҡһыҙ итеп тоя башлаған, ә хәҡиҡәткә килгәс, үҙен Йәһүә шаһиты булырға лайыҡ түгел тип һанаған.

5 Әммә был ике апай-ҡәрҙәш Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтамаған. Уларға нимә ярҙам иткән? Дебора менән Мария Йәһүәгә ҡайнар доға ҡылған һәм уға күңелен бушатҡан (Зәб. 55:22). Улар бындай хәҡиҡәткә төшөнгән: Йәһүә кешенең элекке тормошон һәм тиҫкәре уй-фекерҙәре уға нисек тәьҫир иткәнен яҡшы белә. Улар шуны ла аңлаған: Йәһүә беҙ үҙебеҙҙә күрмәгән яҡшы сифаттарҙы күрә. (1 Яхъя 3:19, 20-не уҡығыҙ.)

6. Бер үк хатаны ҡабатлаған мәсихсе ниндәй тиҫкәре уйҙарға бирелергә мөмкин?

6 Ныҡ тамырланған насар ғәҙәт менән көрәшкән мәсихсе, бер үк хатаны ҡабатлағанға, төшөнкөлөккә бирелергә мөмкин. Әлбиттә, гонаһ ҡылғанда, үҙеңде ғәйепле тойоу — тәбиғи хәл (2 Кор. 7:10). Әммә беҙ үҙебеҙгә ҡарата сиктән тыш тәнҡитсел булырға һәм, мин булдыҡһыҙ кеше, Йәһүә мине бер ҡасан да кисермәйәсәк, тип уйларға тейеш түгел. Ундай тиҫкәре уйҙар арҡаһында беҙ Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтарға мөмкин. Ғибрәтле һүҙҙәр 24:10-да яҙылған һүҙҙәрҙе онотмағыҙ. Унда, бойоғоу көсөбөҙҙө кәметә ала, тиелгән. Бойоғоу урынына, Йәһүәнән кисереү һорап, уның менән мөнәсәбәттәрҙе ҡайтарырға тырышығыҙ (Ишағ. 1:18). Һеҙҙең эскерһеҙ тәүбә итеүегеҙҙе күреп, ул һеҙҙе ғәфү итәсәк. Шулай уҡ өлкәндәргә мөрәжәғәт итегеҙ, улар сабырлыҡ менән һеҙгә рухи яҡтан нығынып китергә ярҙам итер (Яҡ. 5:14, 15).

7. Дөрөҫ булғанды эшләүе ауыр булһа, ни өсөн бойоғорға кәрәкмәй?

7 Францияла йәшәгән Жан-Люк исемле өлкән бына нимә ти: «Йәһүә алдында тәҡүә кеше ниндәй ул? Бер ҡасан да хата яһамаған кеше түгел, ә үҙенең хатаһына үкенгән һәм тәүбә иткән кеше» (Рим. 7:21—25). Әгәр һеҙ берәй етешһеҙлек менән көрәшәһегеҙ икән, үҙ-үҙегеҙҙе булдыҡһыҙ тип һанамағыҙ. Шуны онотмағыҙ: бер кем дә, үҙ көсөнә таянып, Алла алдында тәҡүә була алмай. Был тик йолом һәм Йәһүәнең йомарт игелеге ярҙамында ғына мөмкин (Ефес. 1:7; 1 Яхъя 4:10).

8. Бойоҡҡан саҡта беҙ кемгә мөрәжәғәт итә алабыҙ?

8 Дәртләндереүгә мохтаж булғанда, беҙ ҡәрҙәштәребеҙгә мөрәжәғәт итә алабыҙ. Күңелебеҙҙе бушатырға кәрәк булһа, улар беҙҙе тыңлай ала һәм йыуаныслы һүҙҙәр менән нығыта ала (Ғиб. һүҙ. 12:25; 1 Фес. 5:14). Нигериянан Джой исемле апай-ҡәрҙәш төшөнкөлөк менән көрәшкән. Ул былай тип бүлешә: «Ҡәрҙәштәр булмаһа, ни эшләр инем! Ҡәрҙәштәрҙең ярҙамы Йәһүәнең минең доғаларыма яуап биргәнен күрһәтә. Йыйылыш ярҙамында мин бойоҡҡандарҙы нығытырға өйрәндем». Әммә ҡайһы саҡ имандаштарыбыҙ беҙҙең рухландырыуға мохтаж икәнебеҙҙе белмәй. Шуға күрә беҙ үҙебеҙ, рухи яҡтан етлеккән ҡәрҙәшкә мөрәжәғәт итеп, ярҙам һорай алабыҙ.

АУЫРЫУҘАН ИНТЕККӘНДӘ

9. Зәбур 41:3 һәм 94:19-ҙа яҙылған һүҙҙәр беҙҙе нисек нығыта?

9 Йәһүәнән ярҙам эҙләгеҙ. Беҙ үҙебеҙҙе насар хис иткәндә һәм бигерәк тә оҙаҡ ваҡыт ниндәйҙер ауырыу менән көрәшкәндә, ыңғай ҡараш һаҡлауы ауыр булырға мөмкин. Хәҙерге ваҡытта Йәһүә беҙҙе мөғжизәле рәүештә һауыҡтырмаһа ла, ул беҙҙе йыуата һәм сыҙар өсөн көс бирә. (Зәбур 41:3 *; 94:19-ҙы * уҡығыҙ.) Мәҫәлән, Йәһүә ҡәрҙәштәрҙе беҙгә өй эштәрендә ярҙамлашырға, магазинға барырға йә беҙҙең менән доға ҡылырға дәртләндерә ала. Йәки ул Изге Яҙманан йыуаныслы фекерҙәрҙе, мәҫәлән, яңы донъяла ҡайғы күрмәйенсә һәм ауырымайынса йәшәйәсәгебеҙҙе иҫебеҙгә төшөрә ала (Рим. 15:4).

10. Исанг ҡәрҙәшкә ҡайғыны йырып сығырға нимә ярҙам иткән?

10 Нигерияла йәшәгән Исанг исемле ҡәрҙәшебеҙ фажиғәле хәлгә осраған, һәм уны паралич һуҡҡан. Табип уға, һин бер ҡасан да йөрөй алмаясаҡһың, тип әйткән. «Был ҡурҡыныс хәбәрҙе ишеткәс, рухым һынды», — ти Исанг. Әммә ул ҡайғыны йырып сыҡҡан. Уға нимә ярҙам иткән? Ул былай тип аңлата: «Беҙ ҡатыным менән һәр ваҡыт Йәһүәгә доға ҡылдыҡ һәм уның Һүҙен өйрәндек. Беҙ шулай уҡ Йәһүәнең фатихаларын, шул иҫәптән яңы донъяға өмөтөбөҙҙө ҡәҙерләргә ҡарар иттек».

Хатта ауырыған ҡәрҙәштәр ҙә, вәғәздә ҡатнашып, унан шатлыҡ таба ала (11—13-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

11. Ҡаты ауырыу менән сирләгәндә, Синдиға шатлығын юғалтмаҫҡа нимә ярҙам иткән?

11 Мексикала йәшәгән Синди исемле апай-ҡәрҙәштә үлемгә килтерә алған ауырыу тапҡандар. Уға бирешмәҫкә нимә ярҙам иткән? Дауаланған ваҡытта ул көн һайын вәғәзләргә маҡсат ҡуйған. Ул былай тип яҙа: «Шулай эшләп, мин иғтибарымды ауырыуыма, операцияға йә үҙемде насар хис иткәнемә түгел, ә башҡа кешеләргә туплай алдым. Табиптар йә шәфҡәт туташтары менән һөйләшкәндә, мин, ғаиләгеҙ ни хәлдә, тип һорай торғайным. Унан һуң, ни өсөн һеҙ шундай яуаплы профессия һайланығыҙ, тип ҡыҙыҡһына инем. Бының ярҙамында мин уларға ҡыҙыҡлы булған темаларҙы билдәләй алдым. Ҡайһы бер табиптар: „Пациенттарҙан, хәлдәрегеҙ нисек, тигән һорауҙы бик һирәк ишетеп була“, — тиҙәр ине. Шундай иғтибар күрһәткәнемә, улар бик рәхмәтле булды. Ә ҡайһы берҙәре миңә адресын һәм телефонын бирҙе. Йәһүәнең миңә был ауырлыҡтар аша үтергә ярҙам итәсәген белә инем, әммә ул шул тиклем күп шатлыҡ бирер тип уйламаған инем дә!» (Ғиб. һүҙ. 15:15).

12, 13. Ҡайһы бер ауырыған ҡәрҙәштәр хеҙмәттә нисек ҡатнаша, һәм был ниндәй емештәр килтерә?

12 Ауырыған ҡәрҙәштәр, хеҙмәттә әллә ни күп ҡатнаша алмағанға, төшөнкөлөккә бирелергә мөмкин. Шулай ҙа күптәр шаһитлыҡ бирер өсөн ысулдар таба. Ҡушма Штаттарҙа Лорел исемле апай-ҡәрҙәш 37 йыл буйы «тимер үпкә» аппаратында ятҡан. Ул шулай уҡ рак кисергән, күп операциялар үткәргән һәм тире ауырыуҙарынан интеккән. Әммә шундай етди ауырлыҡтар ҙа уны вәғәзләүҙән туҡтатмаған. Ул үҙенә килеп йөрөгән шәфҡәт туташтарына һәм башҡа кешеләргә вәғәзләгән. Һөҙөмтәлә ул кәм тигәндә 17 кешегә хәҡиҡәткә килергә ярҙам иткән! *

13 Франциянан Ришар исемле өлкән өйҙән сыға алмаған йә дауаханала ятҡан ҡәрҙәштәргә бындай ғәмәли кәңәштәр бирә: «Мин баҫмаларыбыҙҙы күренеп ятҡан ергә һалырға кәңәш итәм. Был кешеләрҙә ҡыҙыҡһыныу уята һәм яҡшы әңгәмәләргә килтерә. Ундай әңгәмәләр өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләй алмаған ҡәҙерле ҡәрҙәштәрҙең күңелен күтәреп ебәрә ала. Өйҙән сыға алмаған ҡәрҙәштәр шулай уҡ хаттар йә телефон аша вәғәзләй ала».

БЕҘГӘ ХӨРМӘТЛЕ ВАЗИФАЛАР БИРЕЛМӘГӘНДӘ

14. Дауыт батша беҙгә ниндәй яҡшы өлгө ҡалдырған?

14 Оло йәшкә, насар һаулыҡҡа бәйле ауырлыҡтар йә башҡа сәбәптәр арҡаһында беҙгә йыйылышта билдәле бер вазифалар бирелмәҫкә мөмкин. Шундай саҡтарҙа, әйҙәгеҙ, Дауыт батшаның миҫалын онотмайыҡ. Дауыт Йәһүәнең ғибәҙәтханаһын төҙөргә бик теләгән. Әммә Йәһүә был эш өсөн башҡа кешене һайлаған. Шуға ҡарамаҫтан, Дауыт, күп алтын һәм көмөш әҙерләп, Йәһүә билдәләгән кешегә булышлыҡ күрһәткән. Ниндәй иҫ киткес өлгө! (2 Сам. 7:12, 13; 1 Йыл. 29:1, 3—5).

15. Анри бойоғоуын нисек еңгән?

15 Франциянан Анри исемле ағай-ҡәрҙәш һаулығы менән бәйле ауырлыҡтар арҡаһында өлкән вазифаларын үтәй алмай башлаған һәм хатта ябай өй эштәрен дә башҡара алмаған. Ул былай тип яҙа: «Тәүҙә мин үҙемде булдыҡһыҙ итеп тойҙом һәм тәрән төшөнкөлөккә бирелдем. Әммә ваҡыт үтеү менән мин үҙ шарттарымды ҡабул итергә кәрәклеген аңланым һәм Йәһүәгә был шарттарҙа хеҙмәт итеүҙән шатлыҡ таба башланым. Гедеон һәм уның 300 һуғышсыһы арығанға ҡарамаҫтан, көрәшеүен дауам иткән һымаҡ, мин дә бирешмәҫкә ҡарар иттем» (Хөк. 8:4).

16. Фәрештәләрҙең миҫалынан нимәгә өйрәнеп була?

16 Тоғро фәрештәләр ҙә яҡшы үрнәк күрһәтә. Ахаб батша идара иткәндә, Йәһүә фәрештәләрҙән, был яуыз батшаны кем алдар, тип һораған. Бер нисә фәрештә үҙ тәҡдимдәрен әйткән, әммә Йәһүә бер генә фәрештәне һайлаған һәм уға, һин уңышҡа өлгәшерһең, тигән (1 Бат. 22:19—22). Башҡа фәрештәләр бойоҡҡанмы йә, ваҡытым бушҡа ғына булды, тип уйлағанмы? Әлбиттә, юҡ. Фәрештәләр ысындан да баҫалҡы һәм бөтә данды Йәһүәгә ҡайтарырға теләй (Хөк. 13:16—18; Асыл. 19:10).

17. Беҙгә йыйылышта вазифалар бирелмәгәндә, бойоғоуҙы нисек еңергә?

17 Шуны онотмағыҙ: Йәһүәнең исемен йөрөтөү һәм уның Батшалығы тураһында иғлан итеү — беҙҙең өсөн иң ҙур хөрмәт. Вазифалар бөгөн булырға, ә иртәгә булмаҫҡа мөмкин. Әммә Алла беҙҙе ҡәҙерләйме, юҡмы икәне уларға бәйле түгел. Йәһүә менән ҡәрҙәштәр беҙҙе тыйнаҡлыҡ һәм баҫалҡылыҡ өсөн ярата. Шуға күрә тыйнаҡ һәм баҫалҡы булып ҡалыр өсөн Йәһүәнән ярҙам һорағыҙ. Изге Яҙманан боронғо ваҡытта был сифаттарҙы сағылдырған кешеләр тураһында уҡығыҙ һәм улар хаҡында уйланығыҙ. Ҡәрҙәштәргә теләп хеҙмәт итегеҙ (Зәб. 138:6; 1 Пет. 5:5).

КЕШЕЛӘР ХӘҠИҠӘТКӘ БИТАРАФ БУЛҒАНДА

18, 19. Уңышһыҙ булып күренгән территорияла хеҙмәт итһәк, нисек шатлыҡ юғалтмаҫҡа?

18 Территорияғыҙҙа кешеләр хәҡиҡәт менән әллә ни ҡыҙыҡһынмағанға йә уларҙы өйҙә осратыуы ауыр булғанға, төшөнкөлөккә биреләһегеҙме? Шундай саҡтарҙа һеҙгә шатлыҡ юғалтмаҫҡа йә уны арттырырға нимә ярҙам итер? Ҡайһы бер ғәмәли кәңәштәр « Хеҙмәтте нисек байытып була?» тигән рамкала килтерелә. Шулай уҡ хеҙмәткә ҡарата дөрөҫ ҡараш һаҡлау мөһим. Был үҙ эсенә нимәне ала?

19 Иҫтә тотоғоҙ: маҡсатыбыҙ — кешеләргә Алланың исеме һәм уның Батшалығы тураһында вәғәзләү. Ғайса күп кешеләрҙең тормошҡа алып барған юл менән бармаясағы тураһында әйткән (Матф. 7:13, 14). Хеҙмәттә беҙ Йәһүә, Ғайса Мәсих һәм фәрештәләр менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ (Матф. 28:19, 20; 1 Кор. 3:9; Асыл. 14:6, 7). Йәһүә үҙенә хеҙмәт итергә теләгән кешеләрҙе эҙләй (Яхъя 6:44). Шуға күрә, кеше беҙҙе тыңларға теләмәһә, күңелһеҙләнергә кәрәкмәй. Бәлки, ул хәҡиҡәт менән киләһе тапҡыр ҡыҙыҡһыныр.

20. Төшөнкөлөк менән көрәшеү тураһында әйткәндә, Иремия 20:8, 9-ҙағы һүҙҙәр беҙҙе нимәгә өйрәтә?

20 Иремия пәйғәмбәрҙән күп нәмәгә өйрәнеп була. Ул бик ауыр территорияла хеҙмәт иткән. Кешеләр көнө буйы уны хурлаған һәм мыҫҡыллаған. (Иремия 20:8, 9-ҙы * уҡығыҙ.) Бер ваҡыт Иремия шул тиклем төшөнкөлөккә бирелгән, хатта вәғәзләүҙән туҡтарға теләгән. Әммә ул бирешмәгән. Ни өсөн? Йәһүә һүҙе Иремияның эсендә ут кеүек янған. Һәм Иремия уны үҙендә тота алмаған! Аҡылыбыҙ һәм йөрәгебеҙ Алла Һүҙе менән тулы булһа, беҙ ҙә шуға оҡшаш хистәр кисерербеҙ. Бына ни өсөн Изге Яҙманы көн дә уҡыу һәм уның өҫтөндә уйланыу мөһим. Шулай эшләһәк, шатлығыбыҙ артыр һәм хеҙмәтебеҙ уңышлыраҡ булыр (Ирем. 15:16).

21. Бойоғоуҙы еңергә беҙгә нимә ярҙам итер?

21 Юғарыла иҫкә алынған Дебора былай ти: «Бойоғоу Шайтандың ҡулында бик көслө ҡорал булырға мөмкин». Әммә Йәһүә Шайтандан һәм уның ҡоралдарынан күпкә көслөрәк. Шуға күрә төшөнкөлөккә бирелгән саҡтарҙа Йәһүәнән ярҙам һорағыҙ. Ул һеҙгә үҙегеҙҙең көсһөҙ яҡтарға һәм етешһеҙлектәргә дөрөҫ ҡарарға ярҙам итер. Ауырыған саҡтарығыҙҙа ул һеҙҙе ҡалдырмаҫ. Ә йыйылышта вазифалар бирелмәһә йә кешеләр хәҡиҡәтте тыңламаһа, ул һеҙгә бойоҡмаҫҡа көс бирер. Бынан тыш, Йәһүәгә бөтә ҡайғыларығыҙҙы һөйләгеҙ. Уның ярҙамы менән һеҙ бойоғоуҙы еңә алырһығыҙ!

41-СЕ ЙЫР Эй Раббым, доғамды ишет

^ 5 абз. Ҡайһы саҡ беҙ барыбыҙ ҙа бойоғабыҙ. Был мәҡәләлә бойоғоуҙы еңергә ярҙам иткән кәңәштәр ҡаралыр. Беҙ шуны күрербеҙ: Йәһүәнең ярҙамы менән төшөнкөлөктө еңеп була.

^ 4 абз. Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

^ 9 абз. Зәбур 41:3: «Ауырып түшәккә ятҡан сағында Йәһүә уға таяныс булыр, сирләгән сағында һин уның хаҡында ҡайғыртырһың».

^ 9 абз. Зәбур 94:19: «Борсолоуҙар мине биләп алғанда, һин миңә йыуаныс һәм тыныслыҡ бирҙең».

^ 12 абз. Лорел Низбет ҡәрҙәштең биографияһы 1993 йылдың 22 ғинуар һанындағы «Уянығыҙ!» журналында (ингл.) баҫтырылған ине.

^ 20 абз. Иремия 20:8, 9: «Һүҙеңде уларға еткергәндә, миңә һәр ваҡыт: „Йәбер-золом һәм һәләкәт!“ — тип ҡысҡырып иғлан итергә тура килә. Йәһүә һүҙе өсөн мине көнө буйы хурлайҙар һәм мыҫҡыллайҙар. Шуға күрә мин: „Уны телгә алмам, уның исеменән бүтән һөйләмәм“, — тинем. Ләкин уның һүҙе минең йөрәгемдә ялҡынланып яна торған ут һымаҡ, һөйәктәрем эсендә ялҡын шикелле булды. Уны үҙемдә тотоп арып бөттөм. Мин быға бүтән түҙә алманым».

^ 72 абз. РӘСЕМДӘ: апай-ҡәрҙәшебеҙ ваҡытлыса бойоғоп киткән, әммә ул, элекке хеҙмәтен иҫкә төшөрөп, Йәһүәгә доға ҡыла. Ул Йәһүә уның элекке һәм хәҙерге эштәрен хәтерләгәненә шикләнмәй.