Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ 49

Башҡалар менән мөғәмәлә итеүҙә Левиттар китабы беҙҙе нимәгә өйрәтә?

Башҡалар менән мөғәмәлә итеүҙә Левиттар китабы беҙҙе нимәгә өйрәтә?

«Яҡыныңды үҙеңде яратҡандай ярат» (ЛЕВ. 19:18).

109-СЕ ЙЫР Бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. Үткән мәҡәләлә нимә ҡаралды һәм был мәҡәләлә беҙ нимәгә иғтибар итербеҙ?

 ҮТКӘН мәҡәләлә беҙ Левиттар китабының 19-сы бүлегендә килтерелгән ҡайһы бер ҡанундарҙы ҡарап сыҡтыҡ. Мәҫәлән, 3-сө аятта Йәһүә израилдәргә ата-әсәләрен хөрмәт итергә ҡушҡан. Был ҡанундан беҙ атай-әсәйебеҙҙең матди, эмоциональ һәм рухи ихтыяждары хаҡында нисек ҡайғырта алғаныбыҙҙы белдек. Шул уҡ аятта Алла израилдәргә Шәмбе көнө тураһындағы ҡанунды ҡабатлаған. Беҙ Шәмбе көнөн тоторға тейеш булмаһаҡ та, был ҡанундың нигеҙендә ятҡан принцип беҙгә Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыуға даими рәүештә ваҡыт бүлергә ярҙам итә. Шулай эшләп, беҙ, Левиттар 19:2-лә һәм 1 Петр 1:15-тә яҙылғанса, изге булырға ынтылғаныбыҙҙы күрһәтербеҙ.

2 Был мәҡәләлә беҙ артабан да Левиттар китабының 19-сы бүлегенә иғтибар итербеҙ. Изге Аллабыҙҙан үрнәк алырға теләгәнгә, әйҙәгеҙ, шундай һорауҙарҙы ҡарап сығайыҡ: ғәрип кешеләргә ҡарата нисек игелекле булырға? Эш менән бәйле һорауҙарҙа нисек намыҫлы булырға? Башҡа кешеләргә нисек яратыу сағылдырырға?

ҒӘРИПТӘРГӘ ИГЕЛЕКЛЕ БУЛЫҒЫҘ

Левиттар 19:14 буйынса, һаңғырауҙар һәм һуҡырҙар менән беҙ нисек мөғәмәлә итергә тейеш? (3—5-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

3, 4. Левиттар 19:14 буйынса, израилдәр һаңғырауҙар һәм һуҡырҙар менән нисек мөғәмәлә итергә тейеш булған?

3 Левиттар 19:14-те * уҡығыҙ. Йәһүә үҙенең халҡына ғәриптәргә ҡарата игелекле булырға ҡушҡан. Мәҫәлән, израилдәр һаңғырауҙарҙы ҡәһәрләргә тейеш булмаған. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, уларға янарға йә уларҙы мыҫҡылларға ярамаған. Һаңғырау кеше менән шулай мөғәмәлә итеү — ерәнгес эш, ул бит бер нәмә лә ишетмәй һәм үҙен яҡлай алмай.

4 Бынан тыш, Алланың хеҙмәтселәре «һуҡыр алдына абыныу әйбере» һалырға тейеш булмаған. Левиттар китабына бағышланған бер китапта физик кәмселектәре булғандар тураһында былай тиелгән: «Боронғо ваҡытта Яҡын көнсығышта шундай кешеләр ғәҙелһеҙлек һәм аяуһыҙ мөғәмәлә менән йыш осрашҡан». Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаты бәғерле кешеләр, һуҡырҙарҙан көлөргә теләп, уларҙы абындырыр өсөн берәй нәмә һалған. Әммә ундай эштәрҙең бер ниндәй ҙә көлкөһө юҡ. Был әмер аша Йәһүә үҙ халҡына бындай мөһим хәҡиҡәтте аңларға ярҙам иткән: һаңғырауҙарға һәм һуҡырҙарға ҡарата мәрхәмәтле булырға кәрәк.

5. Беҙ ғәрип кешеләргә ҡарата нисек ҡыҙғаныусан була алабыҙ?

5 Ғайса физик кәмселектәре булған кешеләрҙе бик йәлләгән. Ул Сумдырыусы Яхъяға әйтергә ҡушҡан һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрәйек: «Һуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора» (Лука 7:20—22). Уның мөғжизәләрен күргән кешеләр Алланы данлаған (Лука 18:43). Мәсихселәр ҙә, Ғайсанан өлгө алып, ғәрип кешеләргә ҡарата ҡыҙғаныусан булырға теләй. Шуға күрә беҙ шундай кешеләргә игелекле, иғтибарлы һәм түҙемле булырға тырышабыҙ. Эйе, Йәһүә беҙгә мөғжизәләр ҡылырға көс бирмәгән, әммә беҙ рухи йә физик яҡтан һуҡыр булған кешеләргә киләсәктә тулыһынса һау буласаҡтары тураһында һөйләй алабыҙ (Лука 4:18). Был һөйөнөслө хәбәр инде хәҙер күптәрҙе Алланы данларға дәртләндерә.

ЭШ МЕНӘН БӘЙЛЕ ҺОРАУҘАРҘА НАМЫҪЛЫ БУЛЫҒЫҘ

6. Левиттар китабының 19-сы бүлеге Ун әмерҙе яҡшыраҡ аңларға нисек ярҙам итә?

6 Левиттар китабының 19-сы бүлегендәге ҡайһы бер аяттар Ун әмерҙең мәғәнәһен яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә. Мәҫәлән, һигеҙенсе әмер былай тип яңғырай: «Урлама» (Сығ. 20:15). Кемдер былайыраҡ уйларға мөмкин: «Мин был әмерҙе үтәйем, сөнки бер ваҡытта ла кеше әйберен һорамайынса алғаным юҡ». Әммә урлау үҙ эсенә күберәкте ала.

7. Нисек итеп һатыусы һигеҙенсе әмерҙе боҙа алған?

7 Башҡа кешенең әйберен алмаған һатыусы үҙен, моғайын, бур тип һанамайҙыр. Әммә Левиттар 19:35, 36-лағы һүҙҙәр был һорауҙың башҡа яғына иғтибар итә: «Нимәнең дә булһа оҙонлоғон, ауырлығын йә күләмен үлсәгәндә, ялған үлсәгестәр ҡулланма. Теүәл үлсәү, теүәл гирҙәр, һибелмә әйберҙәр һәм шыйыҡсалар өсөн теүәл үлсәү һауыттары ҡуллан». Ни өсөн Йәһүә ундай әмер биргән? Сөнки һатып алыусыларҙы алдаған кеше, асылда, урлаған булып һанала. Левиттар китабының 19-сы бүлегенең башҡа аяттары ла был фекергә баҫым яһай.

Левиттар 19:11—13-тө иҫәпкә алып, бизнес алып барған мәсихсе үҙенә ниндәй һорауҙар бирергә тейеш? (8—10-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

8. Левиттар 19:11—13-тәге һүҙҙәр нисек итеп еврей халҡына һигеҙенсе әмерҙе ҡулланырға ярҙам иткән һәм улар беҙгә ҡайһы яҡтан файҙалы?

8 Левиттар 19:11—13-тө * уҡығыҙ. 11-се аят «урламағыҙ» тигән һүҙ менән башлана, ә 13-сө аятта «яҡыныңды алдама» тип әйтелә. Был һүҙҙәрҙән күренеүенсә, эш менән бәйле һорауҙарҙа нымыҫһыҙ булыу урлашыуға һәм талауға тиң. Һигеҙенсе әмер урлауҙан киҫәтә, ә Левиттар китабы был ҡанундың асылын аңлатҡан һәм еврей халҡына бөтә эштәрҙә лә намыҫлы булырға ярҙам иткән. Беҙгә лә Йәһүәнең намыҫһыҙлыҡҡа һәм урлашыуға нисек ҡарағаны тураһында уйланырға кәрәк. Беҙ үҙебеҙгә ошондай һорау бирә алабыҙ: Левиттар 19:11—13-тө иҫәпкә алып, миңә үҙ тормошомда нимәнелер, айырыуса эшкә ҡағылышлы ғәҙәттәремде үҙгәртергә кәрәкме?

9. Левиттар 19:13-тә яҙылған ҡанун ниндәй яҡлау биргән?

9 Бизнес менән шөғөлләнгән мәсихсегә Левиттар 19:13-тә яҙылғанды иҫәпкә алырға кәрәк. Унда былай тиелгән: «Ялланған эшсегә эш хаҡын иртәнгә тиклем түләмәйенсә ҡалдырма». Израилдәрҙең күбеһе ер эшкәрткән. Ялланған эшсе эш хаҡын һәр көндөң аҙағында алырға тейеш булған, юғиһә уның шул көндө ғаиләһен тәьмин итер өсөн аҡсаһы булмаҫ ине. Йәһүә ундай кешенең хәлен аңлаған, шуға күрә ул эш биреүсегә былай тигән: «Уға эш хаҡын шул уҡ көндө ҡояш байығансы түлә, сөнки ул мохтажлыҡта көн күрә һәм уның тормошо уның эш хаҡына бәйле» (Ҡан. 24:14, 15; Матф. 20:8).

10. Левиттар 19:13-тә беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡ яҙылған?

10 Бөгөн күптәр эш хаҡын көн һайын түгел, ә айына бер йә ике тапҡыр ала. Шулай ҙа Левиттар 19:13-тәге ҡанундың нигеҙендә ятҡан принцип бөгөн дә урынлы. Ҡайһы бер эш биреүселәр ялланған эшселәргә эш хаҡын тейешенсә түләмәй һәм шуның арҡаһында байый. Улар күптәрҙең сараһыҙҙан әҙ аҡсаға ла эшләргә әҙер булғандарын яҡшы белә. Ниндәйҙер мәғәнәлә, ундай етәкселәр ялланған эшсегә эш хаҡын түләмәй, тип әйтеп була. Мәсихсе иһә эшкә алған кеше менән ғәҙел мөғәмәлә итергә тейеш. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, Левиттар китабының 19-сы бүлегендә яҙылған башҡа һабаҡтарға ла иғтибар итәйек.

«ЯҠЫНЫҢДЫ ҮҘЕҢДЕ ЯРАТҠАНДАЙ ЯРАТ»

11, 12. Ғайса, Левиттар 19:17, 18-ҙәге һүҙҙәрҙе әйтеп, нимәгә иғтибар итергә теләгән?

11 Йәһүә өсөн беҙҙең башҡалар менән нисек мөғәмәлә итеүебеҙ бик мөһим. Бында һүҙ башҡаларға зыян килтереү тураһында ғына бармай. Был Левиттар 19:17, 18-ҙән * (уҡығыҙ) яҡшы күренә. Йәһүә асыҡ итеп: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡандай ярат», — тип әйтә. Йәһүәне һөйөндөрөргә теләгән мәсихсе тап шулай эш итергә тейеш.

12 Был әмерҙең мөһимлегенә Ғайса ла иғтибар иткән. Бер тапҡыр бер фарисей: «Ҡанунда ҡайһы әмер иң мөһиме?» — тип һорағас, Ғайса былай тигән: «Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә аҡылың менән ярат». Ә шунан ул, иң мөһим әмерҙәрҙең икенсеһе тураһында әйткәндә, Левиттар 19:18-ҙе килтереп: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡандай ярат», — тигән (Матф. 22:35—40). Яҡындарыбыҙға ҡарата яратыу сағылдырырға беҙҙең мөмкинлектәребеҙ бик күп. Уларҙың ҡайһы берҙәре тураһында шулай уҡ Левиттар китабының 19-сы бүлегенән белә алабыҙ.

13. Йософтоң миҫалы Левиттар 19:18-ҙә яҙылған һүҙҙәрҙең мәғәнәһен яҡшыраҡ аңларға нисек ярҙам итә?

13 Яҡындарыбыҙға яратыуҙы тағы бер ысул менән күрһәтеп була. Был турала Левиттар 19:18-ҙә былай тиелгән: «Үс алма, асыу тотма». Һеҙ, бәлки, хатта йылдар буйы үҙенең хеҙмәттәшенә, синыфташына йә туғанына асыу һаҡлап йөрөгән кешене беләһегеҙҙер. Изге Яҙмала ла ундай кешеләр телгә алына. Мәҫәлән, Йософтоң ағалары йылдар буйы уны нәфрәт иткән, һәм һөҙөмтәлә был бик яуыз эшкә килтергән (Баш. 37:2—8, 25—28). Йософ иһә үҙен бөтөнләй башҡаса тотҡан. Хакимлыҡҡа эйә булып киткәс, ағаларынан үс ала алһа ла, Йософ уларға ҡарата шәфҡәтле булған. Ул уларға асыу һаҡламаған. Левиттар 19:18-ҙәге һүҙҙәр һуңыраҡ яҙылған булһа ла, Йософ улар буйынса эш иткән (Баш. 50:19—21).

14. Ни өсөн Левиттар 19:18-ҙәге ҡанундың нигеҙендә ятҡан принциптар бөгөн дә ҡулланырлыҡ?

14 Йософ яуыз ниәттәр ҡормаған һәм ағаларынан үс алмаған, ә, киреһенсә, уларҙы ысын күңелдән кисергән. Шулай эшләп, ул Алланың бөгөнгө хеҙмәтселәренә яҡшы өлгө ҡалдырған. Ғайса ла беҙҙе шундай ҡараш һаҡларға дәртләндерә. Мәҫәлән, ул үҙенең өлгөлө доғаһында беҙҙе рәнйеткән кешеләрҙе кисерергә өндәй (Матф. 6:9, 12). Шулай уҡ илсе Павел да үҙенең имандаштарына былай тип яҙған: «Ҡәҙерлеләрем, үҙегеҙ өсөн үс алмағыҙ» (Рим. 12:19). Ә Колосстарға 3:13-тә ул былай тип өндәгән: «Бер-берегеҙгә ҡарата сабырлыҡ күрһәтегеҙ һәм үпкәгеҙ булһа, ғәфү итә белегеҙ». Күреүебеҙсә, Йәһүәнең нормалары үҙгәрмәгән. Левиттар 19:18-ҙәге ҡанундың нигеҙендә ятҡан принциптар бөгөн дә ҡулланырлыҡ.

Тәндәге яраға һымаҡ эмоциональ яраға ла теймәһәк, яҡшыраҡ булыр. Үпкә һаҡлап йөрөмәҫкә, ә оноторға тырышығыҙ (15-се абзацты ҡарағыҙ.) *

15. Кисереүҙең һәм үпкә һаҡламауҙың мөһимлеге ниндәй миҫалдан күренә?

15 Берәйһе беҙҙе рәнйетергә мөмкин. Күңел яралары, физик яралар һымаҡ, еңел йә тәрән булырға мөмкин. Мәҫәлән, конвертты асҡанда бармаҡты яңылыш ҡағыҙҙың ҡырына ҡырҡырға була. Әлбиттә, был ауыртыу килтерә, әммә әллә ни ҡурҡыныс түгел. Бер-ике көндән был, моғайын, иҫебеҙгә лә төшмәҫ. Шулай уҡ рәнйетеүҙәр менән дә. Уларҙың ҡайһы берҙәре әллә ни етди түгел. Ҡайһы саҡта дуҫыбыҙ уйламайынса нимәлер әйтергә йә эшләргә мөмкин, һәм беҙ уны еңел генә кисерәбеҙ. Әммә яра тәрән булғанда, уны, бәлки, тегергә йә бинт менән урап ҡуйырға кәрәктер. Әммә яраны соҡоп ултырһаҡ, үҙебеҙгә тағы ла күберәк зыян килтерербеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ныҡ рәнйегән кеше шулайыраҡ эш итергә мөмкин. Ул, булған хәл тураһында һәр ваҡыт уйлап йөрөп, йөрәген әрнетә һәм үҙенә тағы ла ҙурыраҡ зыян килтерә. Шундай саҡтарҙа Левиттар 19:18-ҙә яҙылған кәңәш буйынса эш итеү күпкә яҡшыраҡ.

16. Левиттар 19:33, 34 буйынса, израилдәр башҡа халыҡ кешеләре менән нисек мөғәмәлә итергә тейеш булған һәм был беҙҙе нимәгә өйрәтә?

16 Израилдәр милләттәштәрен генә түгел, ә үҙҙәре араһында йәшәгән башҡа халыҡ кешеләрен дә яратырға тейеш булған. Йәһүә уларҙың шулай эш итеүен көткән, шуға күрә Левиттар 19:33, 34-тә * (уҡығыҙ) был хаҡта асыҡ итеп әйткән. Израилдәр уларға үҙ халҡына ҡарағандай ҡарарға һәм уларҙы үҙҙәрен яратҡандай яратырға тейеш булған. Мәҫәлән, ҡанун буйынса, ҡалған уңышты израилдәргә генә түгел, ә башҡа халыҡ кешеләренә лә йыйырға рөхсәт ителгән (Лев. 19:9, 10). Мәсихселәр был ҡанундың нигеҙендә ятҡан принцип буйынса эш итә һәм бөтә кешеләрҙе лә ярата (Лука 10:30—37). Моғайын, һеҙ йәшәгән ерҙә лә сит илдән килгән кешеләр бик күптер. Улар кем генә булһа ла — ирҙәрме, ҡатындармы, ололармы, балалармы — беҙ уларҙы хөрмәт итергә тейеш.

ИЗГЕ ХАЛЫҠ ӨСӨН ИҢ МӨҺИМ ЭШ

17, 18. а) Левиттар 19:2-ләге һәм 1 Петр 1:15-тәге һүҙҙәр беҙҙе нимәгә дәртләндерә? б) Илсе Петр беҙҙе ниндәй мөһим эштә ҡатнашырға дәртләндергән?

17 Левиттар 19:2-ләге һәм 1 Петр 1:15-тәге һүҙҙәр Алла хеҙмәтселәрен изге булырға өндәй. Күреүебеҙсә, Левиттар китабының 19-сы бүлегендәге башҡа аяттар ҙа Йәһүәне ҡыуандырыр өсөн нимә эшләргә кәрәк икәнен аңлата. Был бүлек ошо ике мәҡәләлә тулыһынса ҡаралмаһа ла, унда күп файҙалы кәңәштәр бар *. Инжилдән күренеүенсә, Йәһүә беҙҙең Левиттар китабындағы ҡанундарҙың нигеҙендә ятҡан принциптар буйынса эш итеүебеҙҙе теләй. Әммә илсе Петр тағы бер нәмәне телгә ала.

18 Алла хеҙмәтселәре күп игелекле эштәрҙә ҡатнаша, әммә Петр шундай эштәрҙең береһенә айырыуса иғтибар итә. Мәсихселәрҙе изге булырға дәртләндерер алдынан, ул былай тип яҙған: «Аҡылығыҙ айыҡ булһын һәм эшкә әҙер тороғоҙ» (1 Пет. 1:13, 15). Ул нимәне күҙ уңында тотҡан? Мәсихтең майланған ҡәрҙәштәре Йәһүәнең «бөйөк эштәре» тураһында иғлан итергә тейеш булған (1 Пет. 2:9). Был иң мөһим эштә бөгөн бөтә мәсихселәр ҡатнаша. Вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнашыу — Алланың изге халҡы өсөн ҙур хөрмәт! (Марк 13:10). Шуға күрә беҙ, бар көсөбөҙҙө һалып, был эште ысын күңелдән башҡарабыҙ. Левиттар китабының 19-сы бүлегенең нигеҙендә ятҡан принциптар буйынса эш итһәк, беҙ Алланы һәм яҡындарыбыҙҙы яратҡаныбыҙҙы, шулай уҡ бөтә эштәрҙә лә изге булырға теләгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ.

111-СЕ ЙЫР Шатланыр өсөн сәбәптәр

^ 5 абз. Мәсихселәр Муса ҡануны буйынса йәшәргә тейеш булмаһа ла, унда килтерелгән күрһәтмәләр беҙҙе күп нәмәгә өйрәтә ала. Улар беҙгә башҡаларҙы яратырға һәм Алланы шатландырырға ярҙам итә. Был мәҡәләлә беҙ Левиттар китабының 19-сы бүлегендә килтерелгән ҡайһы бер һабаҡтарҙы ҡарап сығырбыҙ.

^ 3 абз. Левиттар 19:14: «Һаңғырауҙы ҡәһәрләмә, һуҡыр алдына абыныу әйбере ҡуйма, Аллаңды тәрән хөрмәт ит. Мин — Йәһүә».

^ 8 абз. Левиттар 19:11—13: «Урламағыҙ, алдамағыҙ, бер-берегеҙ менән мәкерле эш итмәгеҙ. 12 Минең исемем менән ялған ант итмә һәм шулай итеп үҙ Аллаңдың исемен нәжесләмә. Мин — Йәһүә. 13 Яҡыныңды алдама, бер кемде лә талама. Ялланған эшсегә эш хаҡын иртәнгә ҡәҙәр түләмәйенсә ҡалдырма».

^ 11 абз. Левиттар 19:17, 18: «Күңелеңдә ҡәрҙәшеңә ҡарата нәфрәт һаҡлама. Яҡының менән бергә гонаһында ғәйепле булмаҫ өсөн, уны шелтәлә. 18 Үс алма һәм үҙ халҡың улдарына асыу тотма, яҡыныңды үҙеңде яратҡандай ярат. Мин — Йәһүә».

^ 16 абз. Левиттар 19:33, 34: «Ереңдә һинең менән сит ил кешеһе йәшәһә, уның менән насар мөғәмәлә итмә. 34 Һинең менән йәшәгән сит ил кешеһе һинең өсөн ерле кеше кеүек булып китһен. Уны үҙеңде яратҡандай ярат, сөнки һин үҙең дә Мысыр ерендә килмешәк булдың. Мин — һеҙҙең Аллағыҙ Йәһүә».

^ 17 абз. Был мәҡәләлә килтерелмәгән аяттарҙа башҡаларға ҡарата насар фекерҙә булыу, яла яғыу, ҡан ҡулланыу, сихырсылыҡ, күрәҙәселек һәм енси әхлаҡһыҙлыҡ тураһында әйтелә (Лев. 19:15, 16, 26—29, 31). (Был сығарылыштағы «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.)

^ 56 абз. РӘСЕМДӘ: мәсихсе һаңғырау ағай-ҡәрҙәшкә табип менән аралашырға ярҙам итә.

^ 58 абз. РӘСЕМДӘ: ағай-ҡәрҙәш ялланған эшсегә эш хаҡын түләй. (Улар йәшәгән ерҙә эш хаҡын конвертта биреү законға ҡаршы килмәй.)

^ 60 абз. РӘСЕМДӘ: апай-ҡәрҙәштең бармағындағы еңел генә яра уны борсомай, ә тәрән яра менән башҡаса эш итергә кәрәк.