Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Хәтерләйһегеҙме?

Хәтерләйһегеҙме?

«Күҙәтеү манараһының» быйылғы сығарылыштарын иғтибар менән уҡынығыҙмы? Аҫта килтерелгән һорауҙарға яуап бирә алаһығыҙмы?

Ни өсөн Зәбур 103:8, 11-ҙә әйтелгәнсә, Йәһүәнең «шәфҡәтле һәм... тоғро мөхәббәткә бай булыуы» тураһында белеү беҙҙе йыуата?

Йәһүә, беҙҙең хаталарыбыҙҙы кисереп, шәфҡәт күрһәтә. Зәбур 103:8, 11-ҙәге һүҙҙәр буйынса, был сифат Йәһүәне бәләгә эләккән кешегә ярҙам ҡулы һуҙырға дәртләндерә. Беҙгә Йәһүәнән үрнәк алырға кәрәк (w21.01, 21 б.).

Ни өсөн Йәһүә баш булыу принцибын урынлаштырған?

Сөнки ул үҙенең балаларын ярата. Баш булыу принцибы ҡулланылғанда, Йәһүәнең ғаиләһендә татыулыҡ һәм тәртип хөкөм һөрә. Был принцип буйынса эш иткән һәр ғаилә ағзаһы ҡарарҙарҙы кем ҡабул итергә һәм уларҙы кем тормошҡа ашырырға тейеш икәнен белә (w21.02, 3 б.).

Ни өсөн мәсихселәргә мессенджерҙарҙы ҡулланғанда, һаҡ булырға кәрәк?

Мессенджерҙарҙы ҡулланғанда, кем менән аралашҡаныбыҙға иғтибарлы булырға кәрәк. Ҙур төркөмдәрҙә аралашҡанда, был тағы ла ауырыраҡ (1 Тим. 5:13). Тағы бер ҡурҡыныс яғы — мессенджерҙар аша ышанысһыҙ мәғлүмәт таратыла. Шулай уҡ мессенджерҙар ҡулланып ҡәрҙәштәрҙән табыш алырға тырышыу дөрөҫ түгел (w21.03, 31 б.).

Ни өсөн Алла Ғайсаның ғазапланып үлеүенә юл ҡуйған?

Беренсенән, бағанала үлеп, Ғайса йәһүдтәрҙе ләғнәттән азат иткән (Гал. 3:10, 13). Икенсенән, ғазаптар кисереп, Ғайса киләсәктәге ролен — баш рухани ролен үтәргә өйрәнгән. Өсөнсөнән, Ғайса, үлеменә тиклем тоғро ҡалып, кеше ҡаты һынауҙарҙа ла Аллаға тоғро булып ҡала алғанын иҫбатлаған (Әйүп 1:9—11) (w21.04, 16—17 бб.).

Вәғәздә кешеләрҙе осратыуы ауыр булһа, нимә эшләргә?

Күпселек кеше өйҙә булған ваҡытта вәғәзләргә тырышығыҙ. Төрлө урындарҙа вәғәзләгеҙ. Төрлө ысулдар ҡулланып вәғәзләгеҙ, мәҫәлән, хат яҙығыҙ (w21.05, 15—16 бб.).

Илсе Павел «ҡанун күҙлегенән ҡарағанда, мин ҡанун өсөн үлгәнмен» тип әйткәндә, нимәне күҙ уңында тотҡан? (Гал. 2:19).

Муса ҡануны шуны асыҡлаған: гонаһлы кешеләр Ҡанун талаптарын камил рәүештә үтәй алмай. Шулай уҡ был Ҡанун израилдәрҙе Мәсихтең килеүенә әҙерләгән (Гал. 3:19, 24). Ҡанун Павелға Ғайсаның Мәсих икәнен аңларға ярҙам иткән. Шулай итеп, Павел ҡанун өсөн үлгән, ә Алла өсөн тере булып киткән. Ҡанун бүтән уның өҫтөнән хакимлыҡ итмәгән (w21.06, 31 б.).

Ни өсөн, Йәһүә сыҙамлыҡ сағылдырыуҙа иң яҡшы үрнәк күрһәтә, тип әйтеп була?

Йәһүә сыҙамлыҡ менән исеменең хурланыуына, хакимлығына ҡаршы күтәрелгән фетнәгә, балаларының фетнәһенә, Шайтандың бөтмәҫ ялғанына, ҡәҙерле хеҙмәтселәренең яфа сигеүенә, яҡын дуҫтарын юҡһыныуына, донъяла хөкөм һөргән яуызлыҡҡа, әхлаҡ нормаларының түбәнәйеүенә, кешеләрҙең ерҙе һәләк итеүенә түҙә (w21.07, 9—12 бб.).

Йософҡа ниндәй ауырлыҡтар кисерергә тура килгән?

Ағалары Йософ менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә иткән. Һуңыраҡ Мысырҙа уны көсләүҙә нахаҡҡа ғәйепләгәндәр һәм оҙаҡҡа төрмәгә ултыртҡандар (w21.08, 12 б.).

Аггей 2:6—9, 20—22 буйынса, Йәһүә бөгөн нимәне «һелкетә» һәм киләсәктә нимәне «һелкетер»?

Беҙҙең көндәрҙә Йәһүә Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәр ярҙамында халыҡтарҙы «һелкетә». Дөйөм алғанда, халыҡтар был хәбәргә насар ҡарай. Шулай ҙа хәҡиҡәткә килгән кешеләр ҙә әҙ түгел. Ә тиҙҙән Йәһүә күк менән ерҙе «һелкетәсәк», йәғни үҙенә буйһонорға теләмәгән халыҡтарҙы юҡ итәсәк (w21.09, 15—19 бб.).

Ни өсөн беҙ, бер нигә ҡарамаҫтан, вәғәз эшен дауам итергә тейеш?

Йәһүә беҙҙең тырышлыҡтарҙы күрә, һәм был уны бик шатландыра. Әгәр беҙ хеҙмәттә бирешмәһәк, ул беҙгә мәңгелек тормош бүләк итер (w21.10, 25—26 бб.).

Левиттар 19-сы бүлек менән 1 Петр 1:15-тәге «бар ғәмәлдәрегеҙҙә изге булығыҙ» тигән кәңәш араһында ниндәй бәйләнеш бар?

Күрәһең, Петр Левиттар 19:2-ләге һүҙҙәрҙе өҙөмтә итеп килтергән. Левиттар китабының 19-сы бүлеген ҡарап сығып, беҙ Петр яҙған кәңәште көндәлек тормошобоҙҙа нисек ҡулланып булғанын яҡшыраҡ аңларбыҙ (w21.12, 3—4 бб.).