Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

28-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Хәҡиҡәтте тапҡанығыҙға инанған булығыҙ

Хәҡиҡәтте тапҡанығыҙға инанған булығыҙ

«Эйә булған һәм инанған тәғлимәтеңде... артабан дауам ит» (2 ТИМ. 3:14).

56-СЫ ЙЫР Хәҡиҡәтте тормош юлың ит

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. «Хәҡиҡәт» тип әйткәндә, беҙ нимәне күҙ уңында тотабыҙ?

ҺИН хәҡиҡәтте нисек белдең? Һин хәҡиҡәттә үҫтеңме? Һин нисә йыл хәҡиҡәттә? Моғайын, һеҙгә был һорауҙарҙы биргәндәре барҙыр. Ә, бәлки, һеҙ үҙегеҙ башҡаларға шундай һорауҙар биргәнһегеҙҙер. Әммә «хәҡиҡәт» тигәндә, беҙ нимәне күҙ уңында тотабыҙ? Ғәҙәттә, был һүҙ беҙ ышанған тәғлимәттәрҙе, ғибәҙәтебеҙҙе һәм йәшәү рәүешебеҙҙе аңлата. Хәҡиҡәттә булған кеше Изге Яҙманың тәғлимәттәрен белә һәм ундағы принциптар буйынса йәшәй. Шуға күрә ундай кеше дини ялғанға алданмай һәм был донъяла мөмкин булған иң яҡшы тормош алып бара (Яхъя 8:32).

2. Яхъя 13:34, 35-тән күренеүенсә, кешене хәҡиҡәткә нимә йәлеп итергә мөмкин?

2 Хәҡиҡәткә һеҙҙе нимә йәлеп итте? Бәлки, Йәһүә хеҙмәтселәренең яҡшы тәртибелер (1 Пет. 2:12). Йәки уларҙың һеҙгә ҡарата күрһәткән яратыуылыр. Батшалыҡ залына беренсе тапҡыр килгән кешеләрҙең күбеһе сәхнәнән яңғыраған һүҙҙәрҙе түгел, ә үҙҙәренә күрһәтелгән яратыуҙы иҫтә ҡалдыра. Был һис тә ғәжәп түгел, сөнки Ғайса Мәсих, шәкерттәрем бер-береһен яратыуҙары менән айырылып торор, тигән. (Яхъя 13:34, 35-те уҡығыҙ.) Әммә, иманыбыҙ көслө булһын өсөн, был ғына әҙ.

3. Иманыбыҙ ҡәрҙәштәребеҙҙең яратыуына ғына нигеҙләнгән булһа, был нимәгә килтерергә мөмкин?

3 Иманыбыҙ Алла халҡы сағылдырған яратыуға ғына нигеҙләнергә тейеш түгел. Ни өсөн? Мәҫәлән, берәй ҡәрҙәш (бәлки, хатта өлкән йә пионер) етди гонаһ ҡыла, ти. Йә йыйылышта берәйһе һеҙҙе рәнйетә, ти. Йәки берәй ҡәрҙәш, Йәһүә шаһиттарында хәҡиҡәт юҡ, тип раҫлай башларға мөмкин. Шуға оҡшаш хәлгә эләкһәгеҙ, был һеҙҙе рухи яҡтан абындырмаҫмы һәм Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтарға этәрмәҫме? Был һорау шуны аңларға ярҙам итә: әгәр иманығыҙ Йәһүә менән дуҫлыҡҡа түгел, ә Алла халҡы араһындағы яратыуға ғына нигеҙләнһә, ундай нигеҙ ныҡлы булмаҫ. Йортто йомшаҡ материалдарҙан төҙөмәйҙәр. Шуның шикелле, беҙ ҙә иманыбыҙҙы Йәһүәгә һәм уның хеҙмәтселәренә ҡарата кисергән тойғоларыбыҙға ғына нигеҙләргә тейеш түгел. Беҙгә Изге Яҙманы яҡшы итеп өйрәнергә, белгәндәребеҙҙе аңларға һәм уларҙың дөрөҫлөгөнә инанған булырға кәрәк. Шул саҡта беҙ Изге Яҙмала хәҡиҡәт яҙылғанына һис тә шикләнмәҫбеҙ (Рим. 12:2).

4. Матфей 13:3—6, 20, 21 буйынса, иман һынауҙары ҡайһы бер кешеләргә нисек тәьҫир итә?

4 Ғайса әйтеүенсә, ҡайһы бер кешеләр хәҡиҡәтте «шатланып ҡабул итә», әммә һынау ваҡытында уларҙың иманы көсһөҙләнә. (Матфей 13:3—6, 20, 21-ҙе уҡығыҙ.) Бәлки, улар Ғайса артынан барыу үҙ эсенә ауырлыҡтарҙы ла ала икәнен аңламайҙыр (Матф. 16:24). Йәки, мәсихсенең тормошо фатихаларҙан ғына тора, тип уйлайҙыр. Ләкин был камилһыҙ донъяла ауырлыҡтар кисермәйенсә йәшәп булмай. Тормош шарттарыбыҙ үҙгәрергә һәм ваҡытлыса шатлығыбыҙҙы кәметергә мөмкин (Зәб. 6:6; Вәғ. 9:11).

5. Күпселек ҡәрҙәштәребеҙ хәҡиҡәтте тапҡандарына шикләнмәгәнен нисек күрһәтә?

5 Ҡәрҙәштәребеҙҙең күбеһе хәҡиҡәтте тапҡандарына һис тә шикләнмәй. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Сөнки, йыйылышта берәйһе уларҙы рәнйетһә лә йәки Изге Яҙмалағы принциптарға ҡаршы эш итһә лә, улар иманда ныҡ булып ҡала (Зәб. 119:165). Һынау кисергән һайын, уларҙың иманы көсһөҙләнмәй, ә көсәйә генә бара (Яҡ. 1:2—4). Шундай көслө иман үҫтерер өсөн нимә эшләп була?

АЛЛА ТУРАҺЫНДА БЕЛЕМЕГЕҘҘЕ АРТТЫРЫҒЫҘ

6. Беренсе быуаттағы мәсихселәр үҙ иманын нимәгә нигеҙләгән?

6 Беренсе быуаттағы мәсихселәр үҙ иманын Яҙмаларҙан алған белемдәренә һәм Ғайса Мәсихтең өйрәткәндәренә, йәғни «Һөйөнөслө Хәбәрҙең хәҡиҡәтенә» нигеҙләгән (Гал. 2:5). Был хәҡиҡәт мәсихселәрҙең бөтә тәғлимәттәрен, шул иҫәптән Мәсихтең йолом ҡорбаны һәм уның терелеүе хаҡындағы белемдәрҙе үҙ эсенә ала. Илсе Павел был белемдәрҙең дөрөҫлөгөнә һис тә шикләнмәгән. Ни өсөн? Сөнки ул Яҙмаларҙы ентекләп тикшергән һәм, уларҙы ҡулланып, «Мәсихтең ғазап сигергә һәм үленән терелергә тейешлеген» иҫбатлаған (Ғәм. 17:2, 3). Беренсе быуаттағы шәкерттәр был тәғлимәттәрҙе ҡабул иткән һәм изге рухтың Алла Һүҙен аңларға ярҙам иткәненә ышанған. Улар, был белемдәрҙең Яҙмаларға нигеҙләнгәненә инаныр өсөн, тикшереүҙәр үткәргән (Ғәм. 17:11, 12; Евр. 5:14). Эйе, улар үҙ иманын хистәргә генә нигеҙләмәгән һәм, Алла халҡы менән аралашыу шатлыҡ килтергәнгә генә, хеҙмәт итмәгән. Киреһенсә, улар үҙ иманын Алла тураһындағы хаҡ белемгә нигеҙләгән (Кол. 1:9, 10).

7. Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙең дөрөҫлөгөнә инанған булыу беҙгә нисек ярҙам итә ала?

7 Алла Һүҙендәге хәҡиҡәттәр бер ваҡытта ла үҙгәрмәй (Зәб. 119:160). Мәҫәлән, берәй ҡәрҙәш беҙҙе рәнйетһә лә йә етди гонаһ ҡылһа ла, был хәҡиҡәттәр шул уҡ булып ҡала. Беҙ ауырлыҡтар менән осрашҡанда ла, улар үҙгәрмәй. Шуға күрә беҙгә Изге Яҙма тәғлимәттәрен яҡшы белергә һәм уларҙың дөрөҫлөгөнә инанған булырға кәрәк. Якорь дауыл ваҡытында карапҡа бер урында ҡалырға ярҙам иткән кеүек, Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәргә нигеҙләнгән көслө иман һынауҙарҙа беҙгә ныҡ булып ҡалырға ярҙам итер. Хәҡиҡәтте тапҡаныбыҙға тағы ла нығыраҡ инанған булыр өсөн, нимә эшләргә кәрәк?

ИНАНҒАН БУЛЫҒЫҘ

8. 2 Тимофейға 3:14, 15-тән күренеүенсә, Тимофей хәҡиҡәттә булғанына нисек инанған?

8 Тимофей хәҡиҡәттә булғанына һис тә шикләнмәгән. Шундай инанғанлыҡ үҫтерергә уға нимә ярҙам иткән? (2 Тимофейға 3:14, 15-те уҡығыҙ.) Әсәһе һәм өләсәһе уны «Изге Яҙмалар» менән таныштырған. Әммә, һис шикһеҙ, ул үҙе лә Яҙмаларҙы тикшереүгә күп ваҡыт һәм көс бағышлаған. Һөҙөмтәлә ул Яҙмаларҙа хәҡиҡәт яҙылғанына «инанған» булған. Һуңыраҡ Тимофей, уның әсәһе һәм өләсәһе мәсихселәр менән осрашҡан. Әлбиттә, Тимофейҙы Ғайсаның шәкерттәре араһында булған яратыу һоҡландырған, һәм ул ҡәрҙәштәре менән аралашырға һәм улар хаҡында ҡайғыртырға бик теләгән (Флп. 2:19, 20). Әммә уның иманы ҡәрҙәштәргә ҡарата кисергән хистәренә түгел, ә хаҡ белемдәргә нигеҙләнгән булған. Был белемдәр уға Йәһүә менән яҡын дуҫлыҡ үҫтерергә ярҙам иткән. Һеҙгә лә Изге Яҙманы өйрәнергә һәм белгәндәрегеҙ тураһында тәрән уйланырға кәрәк.

9. Ниндәй өс төп хәҡиҡәткә инанған булыу мөһим?

9 Тәүҙә һеҙгә кәм тигәндә бындай өс төп хәҡиҡәткә инанырға кәрәк: 1) Йәһүә Алла — бөтә нәмәне Барлыҡҡа килтереүсе (Сығ. 3:14, 15; Евр. 3:4; Асыл. 4:11). 2) Изге Яҙма — Алланың кешеләргә ебәргән хаты (2 Тим. 3:16, 17). 3) Йәһүәнең ойошторолған халҡы бар, улар уға Мәсихтең етәкселеге аҫтында ғибәҙәт ҡыла, һәм был халыҡ — Йәһүә шаһиттары (Ишағ. 43:10—12; Яхъя 14:6; Ғәм. 15:14). Был өс хәҡиҡәткә инанған булыр өсөн, Изге Яҙманы тулыһынса белеү мотлаҡ түгел. Бының өсөн һеҙгә, «аҡылығыҙҙы ҡулланып», хәҡиҡәткә ышанысығыҙҙы нығытырға кәрәк (Рим. 12:1, ЯДТ).

БАШҠАЛАРҒА ИНАНҒАН БУЛЫРҒА ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ

10. Изге Яҙма тәғлимәттәренең дөрөҫ икәнен аңлағас, нимә эшләй белергә кәрәк?

10 Алла, Изге Яҙма һәм Алланың халҡы тураһында төп хәҡиҡәттәргә инанғас, һеҙгә, Изге Яҙманы оҫта ҡулланып, башҡаларға ла шундай инанғанлыҡ үҫтерергә ярҙам итергә кәрәк. Ни өсөн? Сөнки, мәсихселәр булараҡ, беҙ тыңларға әҙер булған кешеләргә белгәндәребеҙҙе һөйләргә тейеш (1 Тим. 4:16) *. Башҡаларға Изге Яҙма тәғлимәттәренең дөрөҫлөгөнә дәлилдәр килтергәндә, беҙ үҙебеҙ хәҡиҡәттә булғаныбыҙға тағы ла нығыраҡ инанабыҙ.

11. Илсе Павел беҙгә ниндәй үрнәк күрһәткән?

11 Кешеләрҙе өйрәткәндә, илсе Павел «Ғайса тураһында Муса ҡанунынан һәм пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан дәлилдәр килтереп» һөйләгән (Ғәм. 28:23). Башҡаларҙы хәҡиҡәткә өйрәткәндә, беҙ Павелдан нисек үрнәк ала алабыҙ? Изге Яҙмала яҙылғандарҙы һөйләп биреү генә әҙ. Өйрәнеүселәр Йәһүәгә яҡынлашһын өсөн, уларҙы Изге Яҙма өҫтөндә тәрән уйланырға һәм һығымталар яһарға өйрәтергә кәрәк. Беҙ өйрәнеүсенең беҙҙе хөрмәт иткәнгә генә хәҡиҡәтте ҡабул итеүен теләмәйбеҙ. Ул быны, Изге Яҙманы өйрәнеп, Йәһүәнең ҡайғыртыусан Алла икәненә инанғанға эшләргә тейеш.

Ата-әсәләр, балаларығыҙ менән «Алла тәрәнлектәрен» тикшереп, уларға көслө иман үҫтерергә ярҙам итегеҙ (12, 13-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

12, 13. Ата-әсәләр балаларына хәҡиҡәттә ҡалырға нисек ярҙам итә ала?

12 Ата-әсәләр, әлбиттә, һеҙ балаларығыҙҙың хәҡиҡәттә булыуын теләйһегеҙ. Бәлки, һеҙ, балабыҙҙың йыйылышта яҡшы дуҫтары булһа, ул рухи яҡтан үҫеп китер, тип уйлайһығыҙҙыр. Әммә балағыҙ Изге Яҙмала хәҡиҡәт яҙылғанына шикләнмәһен өсөн, яҡшы дуҫтар табыу ғына әҙ. Уға Йәһүә менән яҡын дуҫлыҡ үҫтерергә һәм Изге Яҙма тәғлимәттәренең дөрөҫлөгөнә инанырға кәрәк.

13 Ата-әсәләр балаларын хәҡиҡәткә өйрәтергә теләһә, уларға Изге Яҙманы тырышып өйрәнеүҙә яҡшы үрнәк күрһәтергә кәрәк. Шулай уҡ ата-әсәләр белгәндәре өҫтөндә уйланыр өсөн ваҡыт бүлергә тейеш. Шул саҡта улар балаларына ла был яҡшы ғәҙәттәрҙе үҙләштерергә ярҙам итә алыр. Өйрәнеүселәребеҙҙе өйрәткән һымаҡ, балаларыбыҙҙы ла Изге Яҙманы тикшереү өсөн ҡоралдарҙы ҡулланырға өйрәтергә кәрәк. Шулай эшләп, ата-әсәләр балаларына Йәһүәгә ҡарата яратыу үҫтерергә ярҙам итер, шулай уҡ уларҙы Йәһүәнең рухи аҙыҡты «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» аша биргәненә ышандырыр (Матф. 24:45—47). Атайҙар һәм әсәйҙәр, балаларығыҙҙы Изге Яҙманың төп тәғлимәттәренә өйрәткәндән һуң туҡтап ҡалмағыҙ. Баланың йәшен һәм һәләттәрен иҫәпкә алып, уға «Алла тәрәнлектәренә» төшөнөргә ярҙам итегеҙ (1 Кор. 2:10). Шул саҡта балағыҙ көслө иман үҫтерә алыр.

ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ ПӘЙҒӘМБӘРЛЕКТӘРҘЕ ТИКШЕРЕГЕҘ

14. Ни өсөн беҙгә Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе тикшерергә кәрәк? (« Ошо пәйғәмбәрлектәрҙе аңлата алыр инегеҙме?» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)

14 Пәйғәмбәрлектәр — Алла Һүҙенең мөһим өлөшө. Улар беҙгә көслө иман үҫтерергә ярҙам итә. Һеҙҙең иманығыҙҙы ниндәйҙәре нығытты? Бәлки, һуңғы көндәр тураһындағы пәйғәмбәрлектәр (2 Тим. 3:1—5; Матф. 24:3, 7). Ә башҡалары тураһында нимә әйтеп була? Мәҫәлән, һеҙ Данил китабының 2-се һәм 11-се бүлектәрендә яҙылған пәйғәмбәрлектәрҙең элек һәм хәҙерге ваҡытта нисек үтәлгәнен аңлата алыр инегеҙме? * Әгәр иманығыҙ Изге Яҙмаға нигеҙләнгән булһа, ул ҡаҡшамаҫ буласаҡ. Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Германияла ҡаты эҙәрләүҙәр кисергән ҡәрҙәштәрҙең миҫалына иғтибар итәйек. Һуңғы көндәргә ҡағылышлы пәйғәмбәрлектәрҙе тулыһынса аңламаһалар ҙа, уларҙың Алла Һүҙенә нигеҙләнгән ҡаҡшамаҫ иманы булған.

Изге Яҙманы, шул иҫәптән пәйғәмбәрлектәрҙе тикшереү ауыр ваҡыттарҙа беҙгә ышаныс өҫтәй ала (15—17-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

15—17. Изге Яҙманы тикшереү нацистар ваҡытында эҙәрлекләнгән ҡәрҙәштәргә нисек ярҙам иткән?

15 Германияла нацистар идара иткәндә, меңәрләгән Йәһүә шаһиты концлагерҙарға ебәрелгән булған. Гитлер һәм СС-тың рейхсфюреры Генрих Гиммлер Йәһүә шаһиттарын күрә алмаған. Бер апай-ҡәрҙәш әйтеүенсә, Гиммлер лагерҙа ултырған бер нисә апай-ҡәрҙәшкә былай тигән: «Һеҙҙең Йәһүәгеҙ күктә идара итһен, ә ерҙә беҙ идара итәбеҙ! Кем еңәсәген күрерһегеҙ әле!» Йәһүәнең хеҙмәтселәренә тоғро булып ҡалырға нимә ярҙам иткән?

16 Улар 1914 йылда Алла Батшалығы идара итә башлағанын белгән. Шуға күрә шундай ҡаты ҡаршылыҡтар уларҙы аптырашта ҡалдырмаған. Алла халҡы шуны белгән: Йәһүәгә үҙенең ихтыярын үтәргә ерҙәге бер хөкүмәт тә ҡамасаулай алмай. Гитлер хаҡ ғибәҙәт ҡылыуҙы бөтөрә йә Алла Батшалығынан көслөрәк хөкүмәт булдыра алмаған. Ҡәрҙәштәребеҙ ҡасан да булһа Гитлерҙың идара итеүенең бөтәсәген белгән.

17 Шул ҡәрҙәштәрҙең ышанысы нигеҙһеҙ булмаған. Күп тә үтмәҫтән, нацистарҙың идараһы емерелгән. «Ерҙә беҙ идара итәбеҙ», — тигән Генрих Гиммлер ғүмерен һаҡлап ҡалыр өсөн ҡасырға мәжбүр булған. Шул саҡта ул элек концлагерҙа ултырған Любке исемле ағай-ҡәрҙәште осратҡан. Тамам өмөтһөҙлөккә төшкән Гиммлер ҡәрҙәште таныған һәм унан былай тип һораған: «Шунан, Изге Яҙманы тикшереүсе, хәҙер инде нимә була?» Любке ҡәрҙәш уға, Йәһүә шаһиттары нацистарҙың юҡ буласағын һәм үҙҙәренең ҡотоласағын белде, тип аңлатҡан. Йәһүә шаһиттарын һәр ваҡыт мыҫҡыллаған Гиммлер был юлы һүҙһеҙ ҡалған. Был һөйләшеүҙән һуң күп тә үтмәҫтән, ул үҙ-үҙенә ҡул һалған. Был осраҡ беҙҙе нимәгә өйрәтә? Изге Яҙманы, шул иҫәптән ундағы пәйғәмбәрлектәрҙе тәрән өйрәнеү иманыбыҙҙы ҡаҡшамаҫ итер һәм һынауҙар ваҡытында беҙгә ныҡ булып ҡалырға ярҙам итер (2 Пет. 1:19—21).

18. Яхъя 6:67, 68-ҙәге һүҙҙәр буйынса, ни өсөн беҙгә, Павел яҙғанса, «белемдә лә, тәрән аң-зиһендә лә» үҫергә кәрәк?

18 Мәсихселәрҙе айырып торған яратыу сифатын сағылдырыу бик мөһим. Әммә беҙгә шулай уҡ «белемдә лә, тәрән аң-зиһендә лә» үҫергә кәрәк (Флп. 1:9). Юғиһә беҙ, «елдәр һәм тулҡындар ыңғайына һуғылып», мәкерле кешеләрҙең, шул иҫәптән мөртәттәрҙең хәйләһенә алданырға мөмкин (Ефес. 4:14). Беренсе быуатта күп шәкерттәр Ғайсаны ҡалдырып киткәс, илсе Петр инанғанлыҡ менән Ғайсаға: «Һин генә мәңгелек тормош һүҙҙәре һөйләйһең бит», — тигән. (Яхъя 6:67, 68-ҙе уҡығыҙ.) Ул ваҡытта Петр Ғайсаның тәғлимәттәренә тулыһынса төшөнмәгән булһа ла, Ғайсаға тоғро булып ҡалған, сөнки уның Мәсих икәненә инанған булған. Һеҙ ҙә Изге Яҙманың тәғлимәттәренә ышанысығыҙҙы нығыта алаһығыҙ. Шул саҡта иманығыҙ бер нигә ҡарамаҫтан көслө булып ҡалыр, һәм һеҙ башҡаларҙың да иманын нығытырһығыҙ (2 Яхъя 1, 2).

72-СЕ ЙЫР Батшалыҡ хәбәрен иғлан итәбеҙ

^ 5 абз. Был мәҡәлә беҙгә Алла Һүҙендәге тәғлимәттәрҙе ҡәҙерләргә һәм уларҙың дөрөҫ икәненә тағы ла нығыраҡ инанған булырға ярҙам итер.

^ 10 абз. Кешеләр менән Изге Яҙманың төп тәғлимәттәре тураһында һөйләшергә өйрәнер өсөн, 2012—2015 йылдарҙа сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы» журналдарында «Изге Яҙма нигеҙендә һөйләшеү» тигән рубриканы (тат.) ҡарағыҙ. Мәҫәлән, унда бындай темалар ҡаралды: «Ғайса Алламы?» «Алла Батшалығы ҡасан идара итә башлаған?» һәм «Алла кешеләрҙе утлы тамуҡта язалаймы?».

^ 14 абз. Был пәйғәмбәрлектәр 2012 йылдың 15 июнендә (тат.) һәм 2020 йылдың май айында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда ҡаралған ине.

^ 60 абз. РӘСЕМДӘ: ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисендә ата-әсә балалары менән ҙур афәт тураһындағы пәйғәмбәрлектәрҙе тикшерә.

^ 62 абз. РӘСЕМДӘ: ҙур афәт ваҡытында шул уҡ ғаилә аптырашта ҡалмай.