Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

28-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Бер-берегеҙҙең йәнен көйҙөрмәгеҙ — тыныслыҡҡа ынтылығыҙ!

Бер-берегеҙҙең йәнен көйҙөрмәгеҙ — тыныслыҡҡа ынтылығыҙ!

«Мәғәнәһеҙ данға ынтылмайыҡ, бер-беребеҙҙең йәнен көйҙөрмәйек, бер-беребеҙҙән көнләшмәйек» (ГАЛ. 5:26).

101-СЕ ЙЫР Берҙәмлектә хеҙмәт итәбеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Ярышыу рухы кешеләргә нисек тәьҫир итә?

БӨГӨНГӨ донъяла күп кешеләр, һәр төрлө мөмкинлекте ҡулланып, башҡаларҙан яҡшыраҡ булып күренергә тырыша. Мәҫәлән, эшҡыуар, үҙ файҙаһын эҙләп, башҡаларға зыян килтерергә мөмкин. Ә спортсы, еңеү яулар өсөн, белә тороп ярышташын йәрәхәтләргә әҙер. Ҡайһы бер абитуриенттар дәрәжәле университетҡа керер өсөн имтихандар биргәндә алдай. Изге Яҙма ундай тәртипте «гонаһлы тәбиғәттең ҡылған эштәре» тип атай, ә был мәсихселәр өсөн яраған эш түгел (Гал. 5:19—21). Әммә Йәһүнең хеҙмәтсеһе, үҙе лә аңламайынса, йыйылышта ҡәрҙәштәрҙе ярышыуға ҡоторта аламы? Беҙгә был һорауға яуап табырға кәрәк, сөнки ярышыу рухы ҡәрҙәшлегебеҙҙең берҙәмлеген ҡаҡшатырға мөмкин.

2. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

2 Был мәҡәләлә беҙ ярышыу рухына этәрә алған ике насар сифатты ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ беҙ үҙҙәрен башҡаларҙан өҫтөн ҡуймаған боронғо хеҙмәтселәрҙең миҫалдарына иғтибар итербеҙ. Ә тәүҙә, әйҙәгеҙ, беҙҙе Йәһүәгә хеҙмәт итергә нимә этәргәнен беләйек.

ЭТӘРГЕС НИӘТТӘРЕГЕҘҘЕ ТИКШЕРЕГЕҘ

3. Үҙебеҙгә ниндәй һорауҙар бирергә кәрәк?

3 Ваҡыт-ваҡыт этәргес ниәттәребеҙҙе тикшереү бик мөһим. Үҙебеҙгә шундай һорауҙар бирергә кәрәк: «Мин үҙемде нисек баһалайым, башҡалар менән сағыштырыпмы? Мин йыйылыштағы эштәрҙе ни өсөн тырышып башҡарам, башҡа ҡәрҙәштәрҙән яҡшыраҡ булғанымды күрһәтер өсөнмө йәки Йәһүәгә иң яҡшыһын бирергә теләгәнгәме?» Ни өсөн үҙебеҙгә был һорауҙарҙы бирергә кәрәк? Әйҙәгеҙ, Алла Һүҙендә нимә әйтелгәненә иғтибар итәйек.

4. Галаттарға 6:3, 4 буйынса, ни өсөн беҙ үҙебеҙҙе башҡалар менән сағыштырырға тейеш түгел?

4 Изге Яҙмала яҙылғанса, беҙ үҙебеҙҙе башҡалар менән сағыштырырға тейеш түгел. (Галаттарға 6:3, 4-те уҡығыҙ.) Ни өсөн? Беренсенән, әгәр үҙебеҙҙе башҡаларҙан яҡшыраҡ тип һанаһаҡ, был ғорурлыҡҡа килтерер. Икенсенән, сағыштырғанда ҡәрҙәштәрҙең беҙҙән яҡшыраҡ икәнен күрһәк, төшөнкөлөккә бирелеүебеҙ ихтимал. Нисек кенә булмаһын, ундай сағыштырыуҙар яһау аҡыллы түгел (Рим. 12:3). Грециянан Катерина * исемле апай-ҡәрҙәш былай тип бүлешә: «Элек мин үҙемде һәр ваҡыт апай-ҡәрҙәштәр менән сағыштыра торғайным. Улар миңә ҡарағанда матурыраҡ, тиҙ дуҫлаша һәм яҡшы вәғәзләй һымаҡ күренә ине. Һуңынан мин үҙемде булдыҡһыҙ итеп тоя инем». Әйҙәгеҙ, шуны онотмайыҡ: Йәһүә беҙҙе матур, оҫта телле йә күренекле булғаныбыҙға түгел, ә уны яратҡаныбыҙға һәм Улына тыңлаусан булғаныбыҙға үҙенә йәлеп иткән (Яхъя 6:44; 1 Кор. 1:26—31).

5. Хюн исемле ағай-ҡәрҙәштең миҫалы һеҙҙе нимәгә өйрәтә?

5 Беҙгә үҙебеҙгә тағы бер һорау бирергә кәрәк: «Мине тыныслыҡ урынлаштырыусы йә бәхәссе булараҡ беләләрме?» Көньяҡ Кореяла өлкән булып хеҙмәт иткән Хюн исемле ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Элек ул билдәләнгән ағай-ҡәрҙәштәргә конкуренттарға һымаҡ ҡараған. Хюн былай тип һөйләй: «Мин уларҙы тәнҡитләнем һәм уларға һәр ваҡыт ҡаршылаштым». Был нимәгә килтергән? Ул шуны таный: «Минең арҡала йыйылышта бүленештәр тыуҙы». Бәхеткә ҡаршы, Хюндың дуҫтары уға үҙ проблемаһын күрергә ярҙам иткән. Хюн үҙ ҡарашын үҙгәрткән, һәм хәҙер ул бына тигән өлкән. Әгәр ҙә беҙ йыйылыштың берҙәмлегенә өлөш индереү урынына үҙебеҙҙә ярышыу ғәҙәтен абайлаһаҡ, беҙгә тиҙ арала үҙгәрештәр яһарға кәрәк.

ДАНҒА ЫНТЫЛЫУҘАН ҺӘМ КӨНЛӘШЕҮҘӘН ҺАҠЛАНЫҒЫҘ

6. Галаттарға 5:26-нан күренеүенсә, ниндәй ике насар сифат кешелә ярышыу рухы тыуҙыра ала?

6 Галаттарға 5:26-ны уҡығыҙ. Нимә арҡаһында кеше башҡаларҙы ярышташ итеп күрә башларға мөмкин? Беренсенән, мәғәнәһеҙ данға ынтылғанға. Ундай кешегә ғорурлыҡ һәм эгоизм хас. Икенсенән, көнләшеү арҡаһында. Көнсөл кеше башҡаларҙа булған нәмәләргә эйә булырға ғына түгел, ә шулай уҡ кешеләрҙе шул нәмәләрҙән мәхрүм итергә теләй. Тимәк, көнләшеү — нәфрәттең бер яғы. Бына ни өсөн данға ынтылыуҙан һәм көнләшеүҙән ҡурҡыныс йоғошло ауырыуҙан ҡасҡандай ҡасырға кәрәк.

7. Данға ынтылыу һәм көнләшеү ниндәй зыян килтерә? Миҫал килтерегеҙ.

7 Данға ынтылыуҙы һәм көнләшеүҙе авиакеросинда була алған зарарлы ҡатышмалар менән сағыштырып була. Самолет ундай яғыулыҡ менән ерҙән күтәрелеп күпмелер ваҡыт оса ала. Әммә ергә ул хәүефһеҙ ултыра алмаҫҡа ла мөмкин, сөнки зарарлы ҡатышмалар, яғыулыҡ системаһын боҙоп, самолеттың моторын ватырға мөмкин. Бының арҡаһында самолеттың һәләкәткә эләгеүе ихтимал. Шуның шикелле, дан яратҡан һәм көнсөл кеше Йәһүәгә күпмелер ваҡыт хеҙмәт итергә мөмкин, әммә иртәме, һуңмы был һәләкәткә килтерер (Ғиб. һүҙ. 16:18). Ул Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтар һәм үҙенә лә, башҡаларға ла зыян килтерер. Нисек дан яратыусы һәм көнсөл булып китмәҫкә?

8. Данға ынтылмаҫҡа беҙгә нимә ярҙам итер?

8 Данға ынтылмаҫҡа беҙгә илсе Павелдың бындай кәңәше ярҙам итер: «Бер-берегеҙҙе уҙырға тырышып, дан артынан ҡыумағыҙ, киреһенсә, күндәм булып, башҡаларҙы өҫтөн күрегеҙ» (Флп. 2:3). Был кәңәш буйынса эш итһәк, беҙ үҙебеҙҙән һәләтлерәк булған ҡәрҙәштәргә ярышташтарға һымаҡ ҡарамаҫбыҙ. Киреһенсә, беҙ улар өсөн шатланырбыҙ. Улар бит үҙ һәләттәрен һәм көслө яҡтарын Йәһүәне данлар өсөн ҡуллана. Әгәр шул һәләтле ҡәрҙәштәр ҙә башҡаларҙы үҙҙәренән өҫтөн күрһә, улар беҙҙең яҡшы сифаттарыбыҙҙы күрер һәм уларҙы ҡәҙерләр. Шулай итеп, һәр беребеҙ йыйылыштағы тыныслыҡҡа һәм берҙәмлеккә үҙ өлөшөн индерер.

9. Көнсөллөктән арынырға беҙгә нимә ярҙам итә ала?

9 Көнсөллөктән һаҡланырға беҙгә тыйнаҡлыҡ үҫтереү ярҙам итә. Тыйнаҡ кеше үҙ мөмкинлектәренең сикле икәнен аңлай. Ул үҙен башҡаларҙан һәләтлерәк йә яҡшыраҡ итеп күрһәтергә тырышмай. Киреһенсә, ул башҡаларҙың көслө яҡтарын таный һәм уларҙан өйрәнергә тырыша. Әйтәйек, йыйылышығыҙҙа берәй ҡәрҙәш телмәрҙәр менән оҫта сығыш яһай, ти. Ни өсөн унан, һин телмәрҙәрҙе нисек итеп әҙерләйһең, тип һорамаҫҡа? Йәиһә берәй апай-ҡәрҙәш тәмле бешеренә, ти. Шул саҡта унан рецептар һорарға була. Ә йыйылыштағы йәш ҡәрҙәшкә дуҫтар табыуы ауыр бирелһә, ул еңел генә дуҫлаша белгән ҡәрҙәштән кәңәштәр һорай ала. Шулай эшләп, беҙ көнләшеүгә урын ҡалдырмаҫбыҙ һәм күп яңы нәмәгә өйрәнербеҙ.

ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ МИҪАЛДАРҘАН ӨЙРӘНЕГЕҘ

Баҫалҡылыҡ Гедеонға эфраимдар менән тыныслыҡ һаҡларға ярҙам иткән (10—12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

10. Гедеон ниндәй ауыр хәлгә эләккән?

10 Әйҙәгеҙ, Гедеон менән Эфраим ҡәбиләһе араһында булған бер осраҡҡа иғтибар итәйек. Гедеон Менашше ҡәбиләһенән булған. Йәһүәнең ярҙамы менән ул һәм уның 300 һуғышсыһы, Алла дошмандарына ҡаршы һуғышҡанда, ҙур еңеү яулай. Уларҙың урынында берәйһе булһа, ғорурланып та китә алыр ине. Бер көндө Гедеон янына эфраимдар килә. Ләкин улар уны ҡотларға йыйынмай, ә уның менән талашырға теләй. Гедеон уларҙы яуға саҡырмағанға, улар, күрәһең, ғәрләнгән. Эфраимдар үҙ исемен шул тиклем данларға теләгән, хатта иң мөһим нәмәне онотҡан. Был еңеү менән Гедеон Йәһүәнең исемен данлаған һәм уның халҡын яҡлаған (Хөк. 8:1).

11. Гедеон эфраимдарға нисек итеп яуап ҡайтарған?

11 Гедеон баҫалҡылыҡ менән эфраимдарға былай тип яуап ҡайтарған: «Һеҙҙең менән сағыштырғанда, мин нимә эшләнем һуң?» (Хөк. 8:2, 3). Шунан ул эфраимдарға Йәһүә ярҙамы менән ҙур еңеү яулағандарын иҫтәренә төшөргән. Уның әйткән һүҙҙәренән һуң эфраимдар тынысланған. Гедеон улар менән ғорурлыҡ сағылдырмайынса ғына һөйләшкән. Шулай итеп ул Алла халҡы араһындағы тыныслыҡты һаҡлап ҡала алған.

12. Эфраимдар менән Гедеондың миҫалынан нимәгә өйрәнеп була?

12 Был осраҡтан беҙ ниндәй һабаҡтар ала алабыҙ? Эфраимдарҙың миҫалынан күренеүенсә, әгәр кеше сиктән тыш күп үҙенең абруйы һәм хоҡуҡтары тураһында уйлаһа, ул мөһимерәк нәмәне — Йәһүәнең исемен изгеләндереү тураһында оноторға мөмкин. Ә Гедеон ғаилә башлыҡтарына һәм өлкәндәргә яҡшы өлгө ҡалдырған. Берәйһе һеҙгә үпкәләһә, тыуған хәлгә уның ҡарашы менән ҡарарға тырышығыҙ. Был кешене уңыштары өсөн маҡтағыҙ. Әлбиттә, был еңел булмаҫҡа мөмкин, айырыуса кешенең һеҙгә үпкәләр өсөн сәбәптәре юҡ кеүек күренһә. Шуға күрә хәлде яйға һалыр өсөн баҫалҡылыҡ кәрәк булыр. Онотмағыҙ: ҡәрҙәштәр менән татыулыҡ һаҡлау үҙебеҙҙең хаҡлығыбыҙҙы раҫлауҙан күпкә мөһимерәк.

Йәһүәгә таянғанға, Һанна хәлде үҙ ҡулына алмаған һәм күңел тыныслығын һаҡлаған (13, 14-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

13. Һанна ниндәй ауыр хәлгә эләккән һәм уға нимә ярҙам иткән?

13 Һаннаның миҫалы тураһында ла уйланып алайыҡ. Уның ире Илкана левит булған. Әммә Илкананың Һаннанан башҡа тағы бер ҡатыны Фәнинә булған. Илкана Һаннаны нығыраҡ яратҡан, әммә «Фәнинәнең балалары бар ине, ә Һаннаның юҡ ине», — тип әйтелә Изге Яҙмала. Бының арҡаһында Фәнинә Һаннаны бер туҡтауһыҙ мыҫҡыллап торған. Шуға күрә Һанна ҡайғырып илаған һәм ашамаған (1 Сам. 1:2, 6, 7). Шулай ҙа Изге Яҙмала, Һанна Фәнинәнән үс алырға теләгән, тип әйтелмәй. Ул, Йәһүәгә ҡайнар доға ҡылып, күңелен бушатҡан һәм уға тулыһынса таянған. Фәнинә Һаннаны кәмһетеүҙән туҡтағанмы? Был турала Изге Яҙмала әйтелмәй. Әммә беҙгә шул билдәле: Һанна күңел тыныслығын ҡайтарған һәм «уның йөҙө бүтән моңһоу» булмаған (1 Сам. 1:10, 18).

14. Һаннаның миҫалынан беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ?

14 Һаннаның миҫалынан нимәгә өйрәнеп була? Берәйһе һеҙҙән өҫтөнлөгөн күрһәтергә тырышһа, шуны онотмағыҙ: һеҙ хәлдең хужаһы булып ҡалаһығыҙ. Уның көйөнә бейемәгеҙ, үҙегеҙҙе был ярышҡа ылыҡтырырға бирмәгеҙ. «Яманлыҡҡа ҡаршы яманлыҡ ҡылмағыҙ», ә, бар көсөгөҙҙө һалып, был кеше менән татыулашырға тырышығыҙ (Рим. 12:17—21). Ул тырышлыҡтарығыҙҙы ҡәҙерләмәһә лә, һеҙ үҙ күңелегеҙҙә тыныслыҡ һаҡлап ҡала алырһығыҙ.

Хеҙмәттәрен Йәһүәнең ярҙамы менән башҡарғанын танығанға, Аполлос менән Павел бер-береһен ярышташ тип һанамаған (15—18-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

15. Аполлос менән Павелдың ниндәй оҡшаш яҡтары булған?

15 Аполлос менән Павелдың миҫалдары ла иғтибарға лайыҡ. Улар икеһе лә Изге Яҙманы яҡшы белгән, шулай уҡ яҡшы уҡытыусылар булған. Уларҙың һәр береһе күп кешегә Мәсихтең шәкерте булып китергә ярҙам иткән. Шулай ҙа улар бер-береһен ярышташ тип һанамаған.

16. Һеҙ Аполлосты нисек итеп һүрәтләр инегеҙ?

16 Аполлос беренсе быуатта уҡыу үҙәге булып һаналған Искәндәриә ҡалаһында тыуған. Күрәһең, ул оҫта телмәр һөйләүсе булған һәм Яҙмаларҙы бик яҡшы белгән (Ғәм. 18:24). Аполлос Коринфта йәшәгәндә, йыйылыштағы ҡайһы бер ҡәрҙәштәр уны башҡаларға ҡарағанда, шул иҫәптән илсе Павелға ҡарағанда ла нығыраҡ яратҡан (1 Кор. 1:12, 13). Аполлос был бүленештәрҙе хуплағанмы? Әлбиттә, юҡ! Шуға ла иғтибар итеп була: Аполлос Коринф ҡалаһынан киткәс, Павел уның кире ҡайтыуын үтенгән (1 Кор. 16:12). Әгәр Аполлос йыйылыштарға бүленештәр индергән булһа, Павел уның кире ҡайтыуын һорар инеме ни? Күренеүенсә, Аполлос үҙ һәләттәре менән дөрөҫ ҡулланған. Ул кешеләргә Алла тураһында һөйләгән һәм ҡәрҙәштәрҙе нығытҡан. Шулай уҡ Аполлос бик баҫалҡы булған. Мәҫәлән, Изге Яҙмала, Акила менән Прискилла уға «Алла юлы тураһында тулыраҡ итеп» аңлатҡас, ул үпкәләгән, тип әйтелмәй (Ғәм. 18:24—28).

17. Павел йыйылыштағы тыныслыҡҡа нисек үҙ өлөшөн индергән?

17 Илсе Павел Аполлостың уңыштары тураһында яҡшы белгән, әммә ул, Аполлос минең данымды урлар, тип уйламаған. Павел баҫалҡы, тыйнаҡ һәм зирәк кеше булған. Был уның Коринфтарға яҙған хатынан күренә. Коринфтағы мәсихселәр үҙҙәре тураһында «мин — Павел яҡлы» тип әйтһәләр ҙә, ул был һүҙҙәр менән ризалашмаған һәм бөтөн данды Йәһүә менән Ғайсаға биргән (1 Кор. 3:3—6).

18. 1 Коринфтарға 4:6, 7 буйынса, Аполлос менән Павелдың миҫалдары беҙҙе нимәгә өйрәтә?

18 Аполлос менән Павелдың миҫалдарынан нимәгә өйрәнеп була? Йәһүәгә тырышып хеҙмәт итһәк һәм күп кешеләрҙе хәҡиҡәткә килтерһәк, был Йәһүәнең ярҙамы менән генә мөмкин булғанын иҫтә тотайыҡ. Ә бына тағы бер һабаҡ: Йәһүә ойошмаһында вазифаларыбыҙ күберәк булған һайын, тыныслыҡҡа һәм берҙәмлеккә өлөш индереү мөмкинлектәребеҙ ҙә күберәк. Беҙ билдәләнгән ҡәрҙәштәргә шулай эш иткәндәре өсөн бик рәхмәтле. Улар йыйылышта үҙ белдегенә түгел, ә Алла Һүҙенә таянып өйрәтә. Улар үҙҙәренә иғтибар йәлеп итмәй һәм беҙҙе Ғайсанан үрнәк алырға дәртләндерә. (1 Коринфтарға 4:6, 7-не уҡығыҙ.)

19. Һәр беребеҙ нимә эшләй ала? (« Бер-берегеҙҙе ярышыуға этәрмәгеҙ» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

19 Алла һәр беребеҙгә төрлө һәләттәр биргән, һәм беҙ уларҙы бер-беребеҙгә хеҙмәт итер өсөн ҡуллана алабыҙ (1 Пет. 4:10). Бәлки, беҙ, йыйылыштың берҙәмлегенә индергән өлөшөм бик бәләкәй, тип уйлайбыҙҙыр. Йорт бәләкәй генә кирбестәрҙән торған кеүек, беҙ ҙә үҙебеҙҙең ябай, күренмәгән эштәребеҙ менән йыйылыштағы берҙәмлекте нығыта алабыҙ. Әйҙәгеҙ, барыбыҙ ҙа көнләшеү рухынан арыныр өсөн бар көсөбөҙҙө һалайыҡ. Шул саҡта йыйылышта берҙәмлек һәм тыныслыҡ хөкөм һөрөр (Ефес. 4:3).

80-СЕ ЙЫР «Йәһүәнең игелеген татығыҙ һәм күрегеҙ»

^ 5 абз. Фарфор вазала ваҡ ярыҡтар барлыҡҡа килһә, иртәме, һуңмы ул ватыласаҡ. Шуның шикелле, ярышыу рухы ла йыйылышты ҡаҡшатырға мөмкин. Ҡәрҙәштәр бер-береһе менән ярышһа, йыйылышта Аллаға тыныслыҡта һәм именлектә ғибәҙәт ҡылып булмай. Был мәҡәләлә беҙ ни өсөн үҙебеҙҙе башҡаларҙан өҫтөн күрергә тейеш түгел икәнен һәм нисек йыйылыштың берҙәмлегенә өлөш индереп булғанын ҡарап сығырбыҙ.

^ 4 абз. Исемдәр үҙгәртелгән.