КҮҘӘТЕҮ МАНАРАҺЫ (ӨЙРӘНЕҮ БАҪМАҺЫ) Июнь 2016

Был баҫмалағы өйрәнеү мәҡәләләре 2016 йылдың 1-се авгусынан алып 28-се авгусҡа тиклем ҡараласаҡ.

Йәһүә «һеҙҙең хаҡта ҡайғырта»

Алланың беҙҙең хаҡта ҡайғыртыуына нимә ышандыра?

Бөйөк көршәксебеҙ Йәһүәгә рәхмәтле булығыҙ

Алла формалаштырыр өсөн кешеләрҙе нисек һайлай? Ни өсөн ул уларҙы формалаштыра? Ул быны нисек эшләй?

Бөйөк көршәксегә үҙегеҙҙе формалаштырырға юл ҡуяһығыҙмы?

Алла ҡулында йомшаҡ балсыҡ булырға беҙгә нимә ярҙам итер?

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Йәзәкил күренешендәге биленә сәркәтип тартмаһы таҡҡан кеше һәм ҡулдарына емерер өсөн ҡорал тотҡан алты кеше кемде символлаштыра?

«Аллабыҙ Йәһүә — берҙән-бер Йәһүә»

Ниндәй мәғәнәлә Алла «берҙән-бер», һәм беҙ «берҙән-бер» Аллаға нисек ғибәҙәт ҡыла алабыҙ?

Башҡаларҙың хаталары һеҙҙең өсөн абыныу ташы булмаһын

Алланың боронғо заманда йәшәгән тоғро хеҙмәтселәре башҡаларҙы үпкәләтерлек һүҙҙәр әйткән йә эштәр ҡылған. Беҙ был миҫалдарҙан ниндәй һабаҡ ала алабыҙ?

Аҫыл таштарҙан да ҡиммәтерәк сифат

Намыҫлы булыу — баһалап бөткөһөҙ ҙур ҡаҙаныш.

Хәтерләйһегеҙме?

Һуңғы брошюраларҙы уҡынығыҙмы? Нимәне хәтерләгәнегеҙҙе тикшереп ҡарағыҙ.