Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һеҙ борғо тауышына буйһонаһығыҙмы?

Һеҙ борғо тауышына буйһонаһығыҙмы?

БЕҘ һис тә шикләнмәйбеҙ: был һуңғы көндәрҙә Йәһүә беҙҙе йүнәлтә һәм рухи яҡтан нығыта (2 Тим. 3:1). Әлбиттә, беҙ барыбыҙ ҙа уға тыңлаусан булырға тейеш. Беҙҙең хәл сүл буйлап йөрөгән израилдәрҙең хәленә оҡшаш. Борғо тауышын ишеткәндә, улар уға буйһонорға тейеш булған.

Йәһүә Мусаға көмөштән сүкеп ике борғо яһарға ҡушҡан һәм былай тигән: «Борғоларҙы йәмғиәтте йыйырға һәм сатырҙарҙы һүтергә кәрәк булғанда ҡысҡырт» (Һан. 10:2). Руханиҙар, борғоларҙы төрлөсә ҡысҡыртып, халыҡҡа нисек эш итергә кәрәклеген белдергән (Һан. 10:3—8). Бөгөн Алла халҡы шулай уҡ төрлө күрһәтмәләр ала. Мәҫәлән, беҙ ҙур рухи мәжлестәргә йыйылабыҙ, өлкәндәр төрлө мәктәптәргә саҡырыла, шулай уҡ йыйылыштарҙа ойошмабыҙға бәйле үҙгәрештәр тураһында белдереүҙәр яһала. Әйҙәгеҙ, бының нисек Израилдә борғо ҡысҡыртыуҙы хәтерләткәнен ҡарап сығайыҡ.

ҘУР ЙЫЙЫЛЫШТАРҒА САҠЫРЫУ

Йәһүә «бөтөн йәмғиәтте» изге сатырҙың көнсығыштағы инеү урыны янына йыйырға теләгәндә, руханиҙар ике борғоно ла ҡысҡыртҡан (Һан. 10:3). Был тауышты бөтә ҡәбиләләр ҙә ишеткән. Ҡәбиләләр, дүрт төркөмгә бүленеп, изге сатыр тирәләй урынлашҡан булған. Изге сатырҙың инеү урынына яҡыныраҡ булған ҡәбиләләр унда бер нисә минут эсендә йыйыла алған, ә алыҫыраҡ урынлашҡан ҡәбиләләргә быға күберәк ваҡыт һәм көс кәрәк булған. Нисек кенә булһа ла, Йәһүә бөтә израилдәрҙең дә, йыйылып, күрһәтмәләр алыуын теләгән.

Бөгөн беҙ изге сатыр янында йыйылмайбыҙ, әммә беҙ Алла халҡының осрашыуҙарына саҡырылабыҙ. Мәҫәлән, региональ конгрестарҙа һәм башҡа махсус осрашыуҙарҙа беҙ мөһим мәғлүмәт һәм күрһәтмәләр алабыҙ. Бөтә ер шары буйынса Алла халҡының осрашыуҙарында бер үк программа яңғырай. Саҡырыуҙы ҡабул итеп шул осрашыуҙарға килгән кешеләр — ҙур һәм бәхетле халыҡтың өлөшө, тип әйтеп була. Ҡайһы берәүҙәр алыҫтан килә, шунлыҡтан уларға ҙурыраҡ ара үтергә тура килә. Шуға ҡарамаҫтан, саҡырыуҙы ҡабул иткән ҡәрҙәштәр шундай тырышлыҡтар һалғанына һис тә үкенмәй.

Ә, бик йыраҡ йәшәгәнгә, ҙур йыйылыштарға килә алмаған төркөмдәр тураһында нимә әйтеп була? Заманса технологиялар ярҙамында уларҙың күбеһе, шундай осрашыуҙарҙың программаһын ҡарап, үҙҙәрен ҙур йыйылыштың өлөшө итеп тоя ала. Мәҫәлән, Бениндағы филиалға баш идаралығыбыҙҙың вәкиле килгәндә, ҡәрҙәштәр Сахара сүлендә урынлашҡан Арли ҡалаһында (Нигер) йәшәгән төркөм өсөн видеотрансляция ойошторған. Трансляцияны 21 кеше, шул иҫәптән 5 ҡәрҙәш һәм 16 өйрәнеүсе ҡарай алған. Ҙур араларға ҡарамаҫтан, улар үҙҙәрен шул осрашыуҙа булған 44 131 ҡәрҙәш араһында булғандай хис иткән. Бер ағай-ҡәрҙәш былай тип яҙған: «Трансляция өсөн ысын күңелдән рәхмәт әйткем килә! Беҙ тағы бер тапҡыр һеҙҙең яратыуығыҙҙы һиҙҙек».

ӨЛКӘНДӘР АЛҒАН САҠЫРЫУ

Руханиҙар бер генә борғоно ҡысҡыртҡанда, сатыр янына «башлыҡтар ғына — Израиль меңдәренең башсылары ғына» йыйылырға тейеш булған (Һан. 10:4). Муса уларҙы өйрәткән һәм күрһәтмәләр биргән. Был уларға үҙ вазифаларын үтәргә ярҙам иткән. Әгәр һеҙ уларҙың береһе булған булһағыҙ, шул осрашыуға барыр өсөн һәм күрһәтмәләр алыр өсөн бар көсөгөҙҙө һалмаҫ инегеҙме ни?

Бөгөн йыйылыштағы өлкәндәр «башлыҡтар» түгел, улар Алла көтөүе өҫтөнән хакимлыҡ итмәй (1 Пет. 5:1—3). Әммә улар Йәһүәнең һарыҡтары хаҡында ҡайғыртыр өсөн бар көстәрен һала. Шуға күрә, Изге хеҙмәт мәктәбе кеүек теократик мәктәптәрҙә уҡырға саҡырыу алғанда, улар уны теләп ҡабул итә. Был мәктәптәрҙә өлкәндәр өҫтәмә белемдәр ала һәм йыйылыштағы вазифаларҙы яҡшыраҡ үтәргә өйрәнә. Бының ярҙамында өлкәндәр ҙә, йыйылыштағы ҡәрҙәштәр ҙә Йәһүәгә тағы ла нығыраҡ яҡынлаша. Шулай итеп, шул мәктәптәрҙә уҡымаһағыҙ ҙа, унда уҡыған ҡәрҙәштәр белемдәрен ҡулланғанға, һеҙ ҙә файҙа ала алаһығыҙ.

ҮҘГӘРЕШТӘР ЯҺАРҒА САҠЫРЫУ

Изге Яҙмала әйтелгәнсә, болот изге сатыр өҫтөндә торғанда, израилдәр бер ҡайҙа ла ҡуҙғалмаған. Ә болотто күтәреп, Йәһүә бөтә халыҡҡа юлға ҡуҙғалырға кәрәклеген белдергән. Ундай ваҡыттарҙа руханиҙар борғоно өҙөк-өҙөк итеп ҡысҡыртҡан (Һан. 10:5, 6). Халыҡ бик яҡшы ойошторолған булған: бер ерҙән икенсе ергә күскәндә, израилдәр берҙәм эш иткән. Шундай тәртип булһын өсөн, һәр кеше күп көс һалырға тейеш булған. Моғайын, ҡайһы берәүҙәргә был еңел бирелмәгәндер. Ни өсөн шулай тип әйтеп була?

Бәлки, ҡайһы бер израилдәр, беҙгә бигерәк йыш йә көтмәгәндә күсенергә тура килә, тип уйлағандыр. Изге Яҙманан күренеүенсә, «ҡайһы саҡ болот сатыр өҫтөндә кистән алып иртәнгә тиклем генә» ҡалған. Ә ҡайһы ваҡыт ул «ике көн, бер ай йә оҙағыраҡ» торған (Һан. 9:21, 22). Һандар китабының 33-сө бүлегендә израилдәрҙең яҡынса 40 туҡталыу урыны тураһында әйтелә.

Ҡайһы берҙә израилдәр күләгә булған ерҙә туҡтаған. «Бөйөк һәм ҡурҡыныс сүлдә» шундай урын табыу, моғайын, бик шатлыҡлы булғандыр (Ҡан. 1:19). Шуға күрә, икенсе ергә күсенергә кәрәк булғанда, кемдер китергә теләмәгәндер һәм был үҙгәреште насар тип һанағандыр.

Халыҡ ҡуҙғалғанда, ҡайһы бер ҡәбиләләргә, бәлки, үҙ сиратын көтөүе ауыр булғандыр. Борғоноң өҙөк-өҙөк тауышын бөтөн халыҡ ишеткән, әммә бөтә ҡәбиләләр ҙә бер үк ваҡытта ҡуҙғалырға тейеш булмаған. Борғоноң беренсе өҙөк-өҙөк тауышынан һуң көнсығышта урынлашҡан ҡәбиләләр, атап әйткәндә, Йәһүҙә, Исасхар һәм Зевулун ҡәбиләләре ҡуҙғалған (Һан. 2:3—7; 10:5, 6). Улар юлға сыҡҡас, руханиҙар борғоно икенсе тапҡыр өҙөк-өҙөк итеп ҡысҡыртҡан, һәм көньяҡта урынлашҡан өс ҡәбилә ҡуҙғалған. Руханиҙар, шул уҡ рәүешсә өсөнсө һәм дүртенсе тапҡыр борғо ҡысҡыртып, ҡалған ҡәбиләләрҙе лә юлға ебәргән.

Бәлки, һеҙгә лә ойошмабыҙға бәйле ҡайһы бер үҙгәрештәрҙе ҡабул итеүе еңел түгелдер. Һеҙ, үҙгәрештәр бигерәк күп, тип уйларға мөмкин. Ә, бәлки, барыһы былай ҙа яҡшы һәм бер нәмәне лә үҙгәртергә кәрәкмәй, тип һанайһығыҙҙыр. Нисек кенә булһа ла, үҙгәрештәр беҙҙән түҙемлек талап итә, сөнки уларға эйәләшер өсөн ваҡыт кәрәк. Шулай ҙа, үҙгәрештәргә дөрөҫ ҡараш һаҡларға тырышһаҡ, беҙ, моғайын, уларҙың файҙаға булғанын күрербеҙ һәм Йәһүәнең фатихаларын татырбыҙ.

Муса көндәрендә Йәһүә миллионлаған ир-ат, ҡатын-ҡыҙ һәм балаларҙы сүл аша алып барған. Алла улар хаҡында ҡайғыртмаһа, улар иҫән ҡала алмаҫ ине. Бөгөн дә беҙ Йәһүәнең күрһәтмәләрен үтәп кенә рухи яҡтан иҫән ҡалабыҙ. Унан да бигерәк, рухи яҡтан гөрләп сәскә атабыҙ! Шуға күрә, әйҙәгеҙ, тоғро израилдәр кеүек, борғо тауышына буйһонор өсөн бар көсөбөҙҙө һалайыҡ!