Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

24-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Һеҙ Шайтандың тоҙағынан ҡотола алаһығыҙ!

Һеҙ Шайтандың тоҙағынан ҡотола алаһығыҙ!

«Улар... Иблис тоҙағынан ҡотолор» (2 ТИМ. 2:26).

36-СЫ ЙЫР Йөрәгебеҙҙе һаҡлайыҡ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Ни өсөн Шайтанды һунарсы менән сағыштырып була?

ҺУНАРСЫНЫҢ маҡсаты билдәле — ул йәнлекте тоторға йә уны үлтерергә теләй. Бының өсөн ул төрлө тоҙаҡтар ҡуллана. Уларҙың ҡайһы берҙәре Изге Яҙмала иҫкә алына (Әйүп 18:8—10). Һунарсы нисек йәнлекте тоҙаҡҡа эләктерә? Ул уны күҙәтә, уның ҡайҙа йөрөгәнен һәм ниндәй ем менән ҡыҙыҡһынғанын белергә тырыша. Шайтан шундай һунарсыға оҡшаш. Ул беҙҙең нимә эшләгәнебеҙҙе һәм нимә менән ҡыҙыҡһынғаныбыҙҙы белер өсөн беҙҙе күҙәтә һәм беҙ уйламаған урындарҙа тоҙаҡ ҡора. Шулай ҙа Изге Яҙма беҙҙе шуға ышандыра: әгәр Шайтандың тоҙағына эләкһәк тә, беҙ унан сыға алырбыҙ. Өҫтәүенә, Изге Яҙма беҙҙе уның тоҙаҡтарына эләкмәҫкә лә өйрәтә.

Ғорурлыҡ һәм ҡомһоҙлоҡ — Шайтандың иң уңышлы ҡоралдарының икеһе (2-се абзацты ҡарағыҙ.) *

2. Шайтан кешеләрҙә ниндәй ике сифат үҫтерергә теләй?

2 Шайтандың иң уңышлы тоҙаҡтарының икеһе — ғорурлыҡ һәм ҡомһоҙлоҡ *. Меңәрләгән йылдар дауамында Шайтан кешеләрҙе был ике насар сифатты сағылдырырға этәрә. Ул, ҡош аулаусы һымаҡ, беҙҙе үҙенең тоҙаҡтарына эләктерергә тырыша (Зәб. 91:3). Әлбиттә, был, беҙ уның тоҙағына мотлаҡ эләгербеҙ, тигәнде аңлатмай. Ни өсөн? Сөнки Йәһүә уның ысулдарын беҙгә күрһәтә (2 Кор. 2:11).

Изге Яҙмалағы миҫалдар беҙгә Шайтандың тоҙаҡтарына эләкмәҫкә, ә эләкһәк, ҡотолорға ярҙам итер (3-сө абзацты ҡарағыҙ.) *

3. Ни өсөн Йәһүә Изге Яҙмаға ғорурлыҡ һәм ҡомһоҙлоҡ сағылдырған кешеләрҙең миҫалдарын яҙҙыртҡан?

3 Йәһүә беҙгә ғорурлыҡтың һәм ҡомһоҙлоҡтоң ни тиклем йәмһеҙ икәнен күрһәтер өсөн шул сифаттарҙы сағылдырған кешеләрҙең миҫалдары тураһында уйланырға дәртләндерә. Был мәҡәләлә беҙ уларҙың ҡайһы берҙәрен ҡарап сығырбыҙ. Шайтан Алланың хатта ҡайһы бер тәжрибәле хеҙмәтселәрен дә үҙ тоҙаҡтарына эләктерә алғанын күрербеҙ. Был беҙҙең өмөтһөҙ хәлдә булыуыбыҙҙы аңлатамы? Әлбиттә, юҡ. Йәһүә был миҫалдарҙы беҙҙең өсөн үрнәк итеп Изге Яҙмаға яҙҙыртҡан (1 Кор. 10:11). Шул миҫалдар беҙгә Шайтандың тоҙаҡтарына эләкмәҫкә, ә эләкһәк, уларҙан ҡотолорға ярҙам итер.

БЕРЕНСЕ ТОҘАҠ: ҒОРУРЛЫҠ

4-се абзацты ҡарағыҙ.

4. Ғорурлыҡ нимәгә килтерә?

4 Шайтан беҙҙең ғорур булып китеүебеҙҙе теләй, сөнки ул белә: әгәр беҙ ғорурлыҡҡа бирелһәк, уға оҡшаш булабыҙ һәм мәңге йәшәргә мөмкинлегебеҙҙе юғалтабыҙ (Ғиб. һүҙ. 16:18). Илсе Павел мәсихселәрҙе, кем ғорурлана, шул «Иблис төшкән хөкөмгә дусар» була, тип киҫәткән (1 Тим. 3:6, 7). Беҙ хәҡиҡәткә яңы ғына килгәнбеҙме йә күп йылдар Йәһүәгә хеҙмәт итәбеҙме, һәр беребеҙҙең шундай ҡурҡынысҡа эләгеүебеҙ бар.

5. Вәғәзсе 7:16, 20 буйынса, ғорурлыҡ нимәлә сағылырға мөмкин?

5 Ғорурлыҡ — эгоизмдың сағылышы. Тормошобоҙҙа ниндәйҙер ауырлыҡтар тыуғанда, Шайтан бөтә иғтибарыбыҙҙы Йәһүәгә түгел, ә үҙебеҙгә генә туплауыбыҙҙы теләй. Мәҫәлән, һеҙҙе нахаҡҡа ғәйепләгәндәр йә һеҙҙең менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә иткәндәр, ти. Шул саҡта һеҙ нимә эшләрһегеҙ? Әгәр Йәһүәне һәм уның ойошмаһын ғәйепләй башлаһағыҙ, Шайтан бик ҡыуаныр. Ул һеҙҙең Алла Һүҙендәге кәңәштәр буйынса эш итеүегеҙҙе түгел, ә барыһын да үҙ ҡулығыҙға алыуығыҙҙы теләй. (Вәғәзсе 7:16, 20-не * уҡығыҙ.)

6. Нидерланд иленән булған апай-ҡәрҙәштең миҫалынан беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ?

6 Нидерланд иленән булған бер апай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Ул башҡаларҙың етешһеҙлектәренә сиктән тыш ҙур иғтибар биреп асыуланып йөрөгән. Бер ваҡыт был хәл уға түҙә алмаҫлыҡ булып күренгән. Ул былай тип һөйләй: «Мин үҙемде бик яңғыҙ итеп тойҙом һәм хистәрем менән бер нәмә лә эшләй алмай инем, шуға күрә иремә, икенсе йыйылышҡа күсһәк, яҡшыраҡ булыр, тип әйттем». Унан һуң апай-ҡәрҙәшебеҙ телевидениебыҙҙа 2016 йылдың март айының сығарылышын ҡараған. Шул сығарылышта башҡаларҙың етешһеҙлектәренә нисек дөрөҫ ҡараш һаҡлап булғаны тураһында кәңәштәр бирелгән. Ул былай тип дауам итә: «Был сығарылыш миңә башҡаларҙы үҙгәртергә маташмаҫҡа, ә күберәк үҙ хаталарыма иғтибар итергә һәм үҙем менән намыҫлы булырға ярҙам итте. Ундағы кәңәштәр мине беренсе сиратта Йәһүә һәм уның хакимлығы тураһында уйланырға дәртләндерҙе». Бынан ниндәй һабаҡ алып була? Ауырлыҡтар тыуғанда, беҙгә иғтибарҙы Йәһүәгә тупларға һәм ҡәрҙәштәргә уның күҙҙәре менән ҡарарға ярҙам итеүен һорарға кәрәк. Күктәге Атабыҙ ҡәрҙәштәребеҙҙең хаталарын күрә, шулай ҙа ул уларҙы кисерергә әҙер. Йәһүә беҙҙең дә шулай эш итеүебеҙҙе теләй (1 Яхъя 4:20).

7-се абзацты ҡарағыҙ.

7. Озия батша менән нимә булған?

7 Ғорурлыҡ Йәһүҙә батшаһы Озияны, кәңәште кире ҡағып, үҙенә артыҡ ышанырға этәргән. Ул бик һәләтле кеше булған, күп еңеүҙәр яулаған, төҙөү һәм игенселек эштәрендә ҙур уңыштарға өлгәшкән. Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Алла уны үҙ фатихаһынан айырманы» (2 Йыл. 26:3—7, 10). Артабан унда былай тип яҙылған: «Әммә ҡеүәтләнеп алғас, ул үҙ башына ғорур йөрәкле булып китте». Озия батша, үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуйып, ғибәҙәтханала төтәҫләү урынында фимиам яндырырға маташҡан. Ҡанун буйынса, фимиамды тик руханиҙар ғына яндырырға тейеш булған. Ғорурлығы өсөн Йәһүә Озияны махау сире менән язалаған, һәм ул «үлеменә ҡәҙәр махаулы булып айырым йортта» йәшәгән (2 Йыл. 26:16—21).

8. 1 Коринфтарға 4:6, 7-ләге һүҙҙәр беҙгә ғорурланып китмәҫкә нисек ярҙам итә ала?

8 Ә бөгөн мәсихселәр шундай тоҙаҡҡа эләгә аламы? Хосе исемле ағай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Ул уңышлы бизнесмен һәм ҡәрҙәштәрҙең хөрмәтен яулаған өлкән булған. Хосе конгрестарҙа телмәрҙәр менән сығыштар яһаған, һәм хатта район күҙәтеүселәре лә уның менән кәңәшләшкән. Ул былай тип һөйләй: «Йәһүәгә таяныр урынына, мин үҙемдең һәләттәремә һәм тәжрибәмә таяна башланым. Мин үҙемде рухи яҡтан көслө тип һананым, шуға Йәһүәнең киҫәтеүҙәрен һәм кәңәштәрен тыңламаным». Хосе етди гонаһ ҡылған һәм йыйылыштан сығарылған булған. Бер нисә йыл элек ул йыйылышҡа кире ҡайтҡан. Хосе бындай һөҙөмтәгә килгән: «Йәһүә миңә титулдар һәм билдәләнеүҙәр түгел, ә тыңлаусан булыу мөһим икәнен аңларға ярҙам итте». Әйҙәгеҙ, бөтә булған һәләттәребеҙ һәм йыйылыштағы хөрмәтле вазифаларыбыҙ Йәһүәнән бирелгәнен онотмайыҡ. (1 Коринфтарға 4:6, 7-не уҡығыҙ.) Ә ғорур кешеләр Йәһүә өсөн файҙаһыҙ.

ИКЕНСЕ ТОҘАҠ: ҠОМҺОҘЛОҠ

9-сы абзацты ҡарағыҙ.

9. Ҡомһоҙлоҡ Шайтан менән Һауаны нимәгә этәргән?

9 Ҡомһоҙлоҡ тигән һүҙҙе ҡулланғанда, шунда уҡ Шайтан булып киткән фәрештә иҫебеҙгә төшә. Йәһүәнең фәрештәһе булараҡ, ул күп хөрмәтле вазифаларға эйә булғандыр, әммә был уға әҙ булып күренгән. Ул үҙенә Йәһүә генә лайыҡ булған табыныуҙы теләгән. Шайтан беҙҙең уға оҡшаш булыуыбыҙҙы теләй, шуға күрә беҙҙә ҡәнәғәтһеҙлек хисе үҫтерергә тырыша. Ул Һауаға ҡарата шул ысулды ҡулланған. Белеүебеҙсә, Йәһүә Һауаны һәм уның ирен ризыҡ күп булған матур баҡсаға урынлаштырған. Улар баҡсалағы теләгән һәр ағастың емешен ашай алған, тик бер генә ағастың емештәрен ашарға рөхсәт ителмәгән (Баш. 2:16). Шулай булһа ла, Шайтан Һауаны алдап, бәхетле булыр өсөн рөхсәт ителмәгән ағастың емешен ашарға кәрәк, тип уйларға этәргән. Һауа үҙендә булғанын ҡәҙерләмәгән, шуға күрә ул күберәкте теләгән. Был нимәгә килтергәне беҙҙең барыбыҙға ла яҡшы билдәле: Һауа гонаһ ҡылған һәм ахырҙа үлгән (Баш. 3:6, 19).

10-сы абзацты ҡарағыҙ.

10. Дауыт батша нисек ҡомһоҙлоҡ тоҙағына эләккән?

10 Дауыт батша ла ҡомһоҙлоҡҡа бирелгән. Йәһүә Дауытты мул итеп фатихалаған. Ул уға байлыҡ, дан һәм һуғыштарҙа күп еңеүҙәр биргән. Дауыт Йәһүәнең бүләктәренә рәхмәтле булған һәм хатта улар тураһында былай тигән: «Улар һанап бөтөргөһөҙ күп» (Зәб. 40:5). Әммә бер ваҡыт ул бының хаҡында онотҡан һәм күберәкте теләй башлаған. Уның бер нисә ҡатыны булһа ла, ул кейәүҙә булған Битсәбиәгә ҡарата енси теләк үҫтергән. Дауыт уның менән яҡынлыҡ ҡылған, һәм ул балаға уҙған. Етмәһә, Дауыт Битсәбиәнең ирен — Урияны үлтергән! (2 Сам. 11:2—15). Нимә тураһында уйлаған һуң Дауыт? Әллә ул, Йәһүә бер нәмә лә күрмәй, тип уйлағанмы? Йәһүәгә күп йылдар тоғро хеҙмәт итһә лә, Дауыт ҡомһоҙлоҡҡа бирелгән һәм бының өсөн ҙур хаҡ түләгән. Бәхеткә ҡаршы, ул үҙенең гонаһтарын таныған һәм тәүбә иткән. Ул Йәһүәгә үҙен ғәфү иткәне өсөн бик рәхмәтле булған (2 Сам. 12:7—13).

11. Ефестарға 5:3, 4 буйынса, ҡомһоҙлоҡ менән көрәшергә беҙгә нимә ярҙам итер?

11 Дауыт менән булған осраҡ беҙҙе нимәгә өйрәтә? Әгәр беҙ Йәһүәнең биргән бүләктәренә рәхмәтле булһаҡ, ҡомһоҙ булып китмәҫбеҙ. (Ефестарға 5:3, 4-те уҡығыҙ.) Беҙгә булғанына ҡәнәғәт булырға кәрәк. Беҙ өйрәнеүселәребеҙҙе көн һайын Йәһүәнең фатихалары тураһында уйланырға һәм улар өсөн рәхмәтле булырға дәртләндерәбеҙ. Әгәр өйрәнеүсе көн һайын шулай эшләһә, ул Алла менән бер аҙна эсендә ете төрлө темаға һөйләшә ала (1 Фес. 5:18). Ә беҙ шулай эшләйбеҙме? Йәһүәнең шәхсән беҙҙең өсөн нимә эшләгәне тураһында уйланһаҡ, был беҙгә рәхмәтле булырға ярҙам итер. Рәхмәтле булыу беҙҙә ҡәнәғәтлек хисе үҫтерә. Ҡәнәғәтлек иһә — ҡомһоҙлоҡтан иң яҡшы дарыу.

12-се абзацты ҡарағыҙ.

12. Ҡомһоҙлоҡ Йәһүҙә Искариотты нимәгә этәргән?

12 Ҡомһоҙлоҡ Йәһүҙә Искариотты ҡәбәхәт эшкә этәргән. Ул Ғайсаға хыянат иткән. Иң башта Йәһүҙә насар кеше булмаған. Ғайса бит уны илсе итеп һайлаған (Лука 6:13, 16). Йәһүҙә, күрәһең, ышаныслы һәм һәләтле кеше булған, шуға күрә Ғайса уға иғәнә йәшниген ышанып тапшырған. Ғайса һәм илселәр был аҡсаны хеҙмәттә булған сығымдарын ҡаплар өсөн ҡулланған. Шундай иғәнәләр бөгөн бөтә донъя эшмәкәрлегебеҙ өсөн бирелгән иғәнәләргә оҡшаш. Ғайса шәкерттәрен ҡомһоҙлоҡтан күп тапҡыр киҫәткән, әммә ниндәйҙер бер ваҡытта Йәһүҙә аҡса урлай башлаған (Марк 7:22, 23; Лука 11:39; 12:15). Эйе, Йәһүҙә Ғайсаның асыҡ киҫәтеүҙәренә ҡолаҡ һалмаған.

13. Ниндәй осраҡта Йәһүҙәнең ҡомһоҙлоғо асыҡ күренгән?

13 Ғайсаның үлеме алдынан Йәһүҙәнең ҡомһоҙлоғо бик асыҡ күренгән. Ғайса үҙ шәкерттәре, шул иҫәптән Мәрйәм һәм Марфа менән махаулы Симондың өйөнә киске ашҡа барған. Шул кисте Мәрйәм, бик ҡиммәтле хуш еҫле май алып, Ғайсаның башына ҡойған. Йәһүҙә һәм башҡа шәкерттәр быны күреп ныҡ асыуланған. Улар: «Был майҙы ниңә шулай әрәм итергә? Уны ҙур хаҡҡа һатып, аҡсаһын фәҡирҙәргә өләшергә булыр ине», — тигән. Әммә Йәһүҙәне былай тип әйтергә бөтөнләй башҡа теләктәр этәргән. Ул ҡараҡ булған һәм был аҡсаны урларға теләгән. Һуңыраҡ ҡомһоҙ Йәһүҙә Ғайсаны ҡол хаҡына — утыҙ көмөш тәңкәгә һатҡан (Яхъя 12:2—6; Матф. 26:6—16; Лука 22:3—6).

14. Бер ирле-ҡатынлы пар Лука 16:13-тә яҙылған һүҙҙәрҙе нисек ҡулланған?

14 Ғайса «Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ» тигән мөһим хәҡиҡәтте шәкерттәренең иҫенә төшөргән. (Лука 16:13-тө уҡығыҙ.) Был һүҙҙәр бөгөн дә бик әһәмиәтле. Әйҙәгеҙ, Румыниянан бер ирле-ҡатынлы парҙың Ғайсаның һүҙҙәрен нисек ҡулланғанына иғтибар итәйек. Уларға байыраҡ илдә ваҡытлыса эш тәҡдим иткәндәр. Улар былай тип һөйләй: «Беҙгә банкка күп аҡса ҡайтарып бирергә кәрәк ине. Шуға күрә тәүҙә беҙ, был эш — Йәһүәнең фатихаһы, тип уйлап ҡуйҙыҡ». Әммә тәү ҡарашта ғына шулай тойола ине. Ә ысынында был эш уларға Йәһүәгә хеҙмәт итергә ҡамасаулар ине. Аҡыллы ҡарар ҡабул итергә уларға «Күҙәтеү манараһының» (тат.) 2008 йыл 15 август сығарылышындағы «Бөтә йөрәгең менән Йәһүәгә тоғро бул» тигән мәҡәлә ярҙам иткән. Улар былай тип дауам итә: «Әгәр беҙ икенсе илгә күберәк аҡса эшләр өсөн күскән булһаҡ, Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙҙе икенсе урынға ҡуйғаныбыҙҙы күрһәтер инек. Шул саҡта беҙҙең рухилығыбыҙ ҡаҡшар ине». Шуға күрә улар ул тәҡдимде кире ҡаҡҡан. Артабан нимә булған? Ире үҙ илендә яҡшы түләнә торған эш тапҡан. Ҡатыны былай ти: «Йәһүәнең ҡулы ҡыҫҡа түгел». Был ирле-ҡатынлы пар аҡсаны Йәһүәнән өҫтөн ҡуймағандарына бик шат булған.

ШАЙТАНДЫҢ ТОҘАҒЫНАН ҠОТОЛОҒОҘ

15. Ни өсөн беҙ Шайтандың тоҙағынан ҡотолоп була икәненә шикләнмәйбеҙ?

15 Әгәр беҙ ғорурлыҡ һәм ҡомһоҙлоҡ тоҙағына эләкһәк тә, унан ҡотола алабыҙ. Илсе Павел, Иблис тоҙағына эләккәндәр ҡотола ала, тип яҙған (2 Тим. 2:26). Дауыттың осрағында ла шулай булған. Натан уны фаш иткәс, ул тәүбә иткән һәм Алла менән мөнәсәбәттәрен ҡайтарған. Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең Шайтандан көслөрәк булғанын онотмайыҡ. Әгәр Йәһүәнең ярҙамын ҡабул итһәк, беҙ Шайтандың һәр төрлө тоҙағынан ҡотола алабыҙ.

16. Шайтандың тоҙаҡтарына эләкмәҫкә беҙгә нимә ярҙам итер?

16 Әлбиттә, Шайтандың тоҙағынан ҡотолоу урынына, уға бөтөнләй эләкмәү күпкә яҡшыраҡ. Ә был тик Йәһүәнең ярҙамы менән генә мөмкин. Ғорурлыҡ һәм ҡомһоҙлоҡ миңә янамай, тип уйлау бик ҡурҡыныс. Ундай тоҙаҡҡа хатта күп йылдар Аллаға тоғро булған хеҙмәтселәр ҙә эләккән. Шуға күрә, ундай насар сифаттар минең уйҙарыма һәм эштәремә тәьҫир итә башламағанмы икәнен күрер өсөн, көн һайын Йәһүәгә ҡайнар доға ҡылығыҙ (Зәб. 139:23, 24). Бер ҡасан да ғорурлыҡҡа һәм ҡомһоҙлоҡҡа үҙ йөрәгегеҙҙә тамырланырға бирмәгеҙ!

17. Беҙҙең дошманыбыҙ Иблисте оҙаҡламай нимә көтә?

17 Меңәрләгән йылдар дауамында Шайтан беҙҙе үҙ тоҙаҡтарына эләктерергә тырыша, әммә оҙаҡламай ул үҙе бәйләнгән буласаҡ һәм юҡ ителәсәк (Асыл. 20:1—3, 10). Беҙ ул көндө түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Ә әлегә, әйҙәгеҙ, Шайтан ҡулланған тоҙаҡтар тураһында онотмайыҡ. Ғорурлыҡ һәм ҡомһоҙлоҡ беҙҙең өҫтөбөҙҙән идара итмәһен өсөн, барыһын да эшләйек. «Иблискә ҡаршы тороғоҙ, шул ваҡытта ул һеҙҙән ҡасыр» — тип әйтелә Изге Яҙмала (Яҡ. 4:7).

127-СЕ ЙЫР Йәһүәгә яраҡлы булырға теләйем

^ 5 абз. Шайтан — тәжрибәле һунарсы. Йәһүәгә күп йылдар хеҙмәт итһәк тә, ул беҙҙе барыбер үҙенең тоҙағына эләктерергә тырыша. Был мәҡәләлә беҙ Шайтан ҡулланған ике тоҙаҡты ҡарап сығырбыҙ: ғорурлыҡ һәм ҡомһоҙлоҡ. Шул тоҙаҡтарҙы ҡулланып, ул беҙҙең Алла менән мөнәсәбәттәрҙе боҙорға тырыша. Шулай уҡ был мәҡәләлә беҙ уның тоҙағына эләккән кешеләрҙең миҫалдарын ҡарап сығырбыҙ һәм нисек итеп уларҙың хаталарын ҡабатламаҫҡа икәнен белербеҙ.

^ 2 абз. АҢЛАТМА. Был мәҡәләлә урынһыҙ ғорурлыҡ тураһында һүҙ бара. Был сифатты сағылдырған кеше үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуя. Ҡомһоҙлоҡ тигән һүҙ аҡсаға, хакимлыҡҡа, енси мөнөсәбәттәргә йә башҡа нәмәгә ныҡлап бирелгәнлекте аңлата.

^ 5 абз. Вәғәзсе 7:16, 20: «Артыҡ тәҡүә булма һәм үҙеңде артыҡ аҡыллы итеп күрһәтмә. Ниңә һиңә үҙ-үҙеңде харап итергә? 20 Ер йөҙөндә гел изгелек ҡылып йәшәгән һәм бер ҙә гонаһ ҡылмаған тәҡүә кеше юҡ».

^ 54 абз. РӘСЕМДӘРҘӘ: ағай-ҡәрҙәш ғорурлыҡ сағылдырып аҡыллы кәңәште ҡабул итмәй. Апай-ҡәрҙәштең күп әйберҙәре булһа ла, ул тағы ла күберәкте теләй.

^ 56 абз. РӘСЕМДӘРҘӘ: Йәһүнең күктәге бер улы һәм Озия батша ғорур булып киткән. Ҡомһоҙлоҡ Һауаны тыйылған емеште ашарға, Дауытты зина ҡылырға, ә Йәһүҙә Искариотты аҡса урларға этәргән.