Һеҙ белә инегеҙме?
Боронғо ваҡытта йылдың һәм айҙың башын нисек билдәләгәндәр?
ВӘҒӘҘӘ ителгән ерҙә йәһүдтәрҙең йылы ер һөрөү менән ашлыҡ сәсеүҙән башланған. Йылдың был осоро хәҙерге сентябрь — октябрь айҙарына тура килә.
Ай календары буйынса, бер йыл ҡояш календарындағы йылдан ҡыҫҡараҡ. Сөнки ай календарында бер ай 29 йә 30 көндән тора. Шуға күрә ай календарын ҡояш календарына тура килтерер өсөн төрлө ысулдар ҡулланылған. Бының өсөн айҙарға көндәр өҫтәгәндәр йә ваҡыт-ваҡыт, мәҫәлән, йылдың башында, тулы ай өҫтәгәндәр. Шулай итеп ай календарын иген эштәренә тура килтерә алғандар.
Әммә Муса көндәрендә Алла үҙенең халҡына, изге йыл яҙын абиб (нисан) айынан башланасаҡ, тип әйткән (Сығ. 12:2; 13:4). Шул айҙа үткәрелгән байрам ваҡытында израилдәр Йәһүәгә арпаның беренсе көлтәләрен килтергән (Сығ. 23:15, 16).
«Тағы бер ай өҫтәргәме, юҡмы икәнен ҡарар итергә бер ябай ҡағиҙә ярҙам иткән, — тип яҙа тарихсы Эмиль Шюрер. — Нисан айында (14 нисан) ай тулған ваҡытта үткәрелгән Ҡотҡарылыу байрамы һәр ваҡыт яҙғы көн менән төндөң тигеҙлегенән һуң үткәрелергә тейеш. [...] Шуға күрә әгәр йылдың аҙағында киләһе Ҡотҡарылыу байрамының көн менән төн тигеҙлегенән алдараҡ булғаны иҫәпләп сығарылһа, нисан айы алдынан тағы бер ай [13-сө] өҫтәлгән».
Йәһүә шаһиттары Ғайса Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһен билдәләгәндә, тап шулай эшләй. Иҫкә алыу кисәһе еврей календары буйынса яҙға 14 нисан көнөнә тура килә. Был көн тураһында бөтә йыйылыштарға алдан хәбәр итәләр.
Әммә йәһүдтәр яңы айҙың башланғанын нисек билдәләгән? Бөгөн беҙ быны стена календарына йәки телефондағы календарға ҡарап белә алабыҙ. Әммә боронғо ваҡытта был еңел булмаған.
Нух көндәрендә һәр ай 30 көндән торған (Баш. 7:11, 24; 8:3, 4). Ләкин һуңыраҡ еврей халҡында айҙың оҙонлоғо үҙгәреп торған. Айҙың беренсе көнө күктә айҙың урағы күренгәс башланған һәм 29 йә 30 көндән торған.
Изге Яҙмала яҙылғанса, Дауыт та, Йонафан да айҙың башланғаны тураһында: «Иртәгә яңы ай көнө», — тип әйткән (1 Сам. 20:5, 18). Тимәк, б. э. т. XI быуатҡа яңы айҙың ҡасан башланғанын иҫәпләп сығара белгәндәр. Ябай Израиль кешеһе яңы ай ҡасан башланғанын нисек билдәләй алған? Ҡайһы бер мәғлүмәтте Мишнанан, йәғни йәһүдтәрҙең телдән-телгә күскән ҡанундарының һәм йолаларының йыйынтығынан белеп була. Мишнала әйтелгәнсә, Вавилон әсирлегенән һуң был һорау өсөн Юғары кәңәшмә (йәһүдтәрҙең Юғары суды) яуаплы булған. Байрамдар үткәрелгән ете ай дауамында хөкөмсөләр айҙың 30-сы көнөндә киләһе айҙың ҡасан башланғанын билдәләр өсөн иртән-иртүк йыйылған. Хөкөмсөләр быны нисек ҡарар иткән?
Яңы айҙың урағы сыҡҡанын күҙәтер өсөн күпмелер ваҡыт алдан Иерусалимдың тирә-яҡтарында ҡалҡыулыҡтарҙа кешеләрҙе ҡуйғандар. Әгәр был кешеләр күктә айҙың урағын күрһә, улар шунда уҡ бының хаҡта Юғары кәңәшмәгә әйткән. Етерлек дәлилдәр ишеткәс, хөкөмсөләр был айҙың 30-сы көнөн киләһе айҙың беренсе көнө итеп иғлан иткән. Ләкин болоттар йә томан арҡаһында ай күренмәгәндә, улар нимә эшләгән? Шул саҡта улар был көндө — айҙың 30-сы көнө итеп, ә киләһе көндө яңы айҙың беренсе көнө итеп иғлан иткән.
Мишнала аңлатылғанса, Иерусалимда йәшәүселәр Юғары кәңәшмәнең ҡарарын сигнал уты ярҙамында белгән. Уны ҡала янында Зәйтүн тауында яндырғандар. Был мәғлүмәтте башҡаларға таратыр өсөн бөтөн ил буйлап ҡалҡыулыҡтарҙа усаҡтар яндырғандар. Тарихтың башҡа осорҙарында был мәғлүмәтте хәбәрселәр еткергән. Шуға күрә Иерусалимда, бөтә Израилдә һәм башҡа ерҙәрҙә йәшәгән йәһүдтәр яңы ай башланғаны тураһында белгән. Тимәк, улар бөтәһе лә йыл һайын үткәрелгән байрамдарҙы бер ваҡытта үткәрә алған.
Таблицанан һеҙ еврей календары тураһында күберәк белә алаһығыҙ.