КҮҘӘТЕҮ МАНАРАҺЫ (ӨЙРӘНЕҮ БАҪМАҺЫ) Май 2020

Был баҫмалағы өйрәнеү мәҡәләләре 2020 йылдың 6 июленән алып 2 авгусына тиклем ҡараласаҡ.

Ахырғы ваҡытта «төньяҡ батша» ролен кем үтәй?

19-сы өйрәнеү мәҡәләһе (6—12 июль, 2020). Беҙ Данил китабында тасуирланған төньяҡ һәм көньяҡ батшалар тураһындағы пәйғәмбәрлектең үтәлеүен күрәбеҙ. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Һәм ни өсөн беҙгә был пәйғәмбәрлектең ентеклектәрен аңларға кәрәк?

Ахырғы ваҡытта бер-береһенә ҡаршы торған батшалар

Төньяҡ һәм көньяҡ батшалар тураһындағы пәйғәмбәрлек башҡа пәйғәмбәрлектәр менән бер үк ваҡытта үтәлә. Улар был донъя төҙөлөшөнөң тиҙҙән юҡ ителәсәген нисек иҫбатлай?

Бөгөн «төньяҡ батша» ролен кем үтәй?

20-се өйрәнеү мәҡәләһе (13—19 июль, 2020). Бөгөн «төньяҡ батша» ролен кем үтәй, һәм ул нисек үҙ ахырына киләсәк? Был һорауҙарға яуаптар иманыбыҙҙы нығытыр һәм беҙгә тиҙҙән буласаҡ һынауҙарға әҙерләнергә ярҙам итер.

Һеҙ Алланың бүләктәрен ҡәҙерләйһегеҙме?

21-се өйрәнеү мәҡәләһе (20—26 июль, 2020). Был мәҡәлә беҙгә Йәһүәнең бүләктәрен тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә һәм Алланың барлығына шикләнгән кешеләр менән оҫта фекер алышырға ярҙам итер.

Күренмәгән хазиналарҙы ҡәҙерләгеҙ

22-се өйрәнеү мәҡәләһе (27 июль — 2 август, 2020). Үткән мәҡәләлә беҙ Алланың күҙгә күренгән бер нисә бүләген ҡарап сыҡтыҡ. Ә был мәҡәләлә беҙ күренмәгән хазиналар өсөн рәхмәтебеҙҙе нисек белдереп булғанын белербеҙ, шулай уҡ уларҙы бүләк иткән Йәһүәгә ҡарата рәхмәт тойғобоҙҙо тәрәнәйтербеҙ.