Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йәштәр, һеҙ һыуға сумдырылыуға нисек әҙерләнә алаһығыҙ?

Йәштәр, һеҙ һыуға сумдырылыуға нисек әҙерләнә алаһығыҙ?

«Һинең ихтыярыңды үтәү, эй Раббым, миңә рәхәтлек килтерә» (ЗӘБ. 40:8).

ЙЫРҘАР: 51, 48

1, 2. а) Ни өсөн һыуға сумдырылыу — етди аҙым? б) Һыуға сумдырылыу үтер алдынан кеше нимәгә шикләнмәҫкә тейеш?

ҺЫУҒА сумдырылыу тураһында уйлаған йәш кеше булһаң, һин ифрат ҙур хөрмәткә эйә була алаһың. Әммә, үткән мәҡәләлә әйтелгәнсә, һыуға сумдырылыу — етди аҙым. Һыуға сумдырылыу үтеп, һин Йәһүәгә бағышланыуыңды — тантаналы рәүештә уға мәңге хеҙмәт итергә һәм уның ихтыярын тормошоңдағы бар нәмәнән өҫтөнөрәк ҡуйырға вәғәҙә биреүеңде күрһәтәһең. Шул сәбәптән һыуға сумдырылыу үтер өсөн талаптарға тура килгәндә, был аҙымды яһарға шәхси теләгең булғанда һәм бағышланыуҙың асылын аңлағанда ғына һыуға сумдырылырға кәрәк.

2 Ә һыуға сумдырылыу үтергә әҙер булыуыңа шикләнһәң, нимә эшләргә? Йә һин һыуға сумдырылырға теләйһеңдер, ә атай-әсәйең һиңә әҙерәк көтөргә, бәлки, мәсихсе тормошонда күберәк тәжрибә йыйырға кәрәк тип уйлайҙыр. Һәр хәлдә, төшөнкөлөккә бирелмә. Был ваҡытты рухи яҡтан үҫер өсөн ҡуллан, шул саҡта тиҙҙән һыуға сумдырылыу үтә алырһың. Быны иҫтә тотоп, айырым бер маҡсаттар ҡуйып була. Улар һинең 1) ҡараштарың, 2) эштәрең һәм 3) Аллаға ҡарата рәхмәт тойғоһо менән бәйле.

ҠАРАШТАРЫҢ

3, 4. Йәштәр Тимутиҙың миҫалынан ниндәй һабаҡ ала ала?

3 Үҙеңә бындай һорауҙар бир: ни өсөн мин Алланың барлығына ышанам? Изге Яҙманың Алла Һүҙе булыуына мине нимә инандыра? Ни өсөн мин, Алланың әхлаҡи нормалары буйынса йәшәү был донъяға хас тормош алып барыуға ҡарағанда яҡшыраҡ, тип уйлайым? Был һорауҙар күңелеңдә шиктәр тыуҙырыр өсөн килтерелмәгән. Улар һиңә илсе Паулдың кәңәшен тоторға ярҙам итер. Ул имандаштарын «Алланың ихтыярын — нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил икәнлеген асыҡла[п]» үҙ-үҙҙәрен инандырырға дәртләндергән (Рим. 12:2). Ләкин ни өсөн Римдағы мәсихселәргә үҙ-үҙҙәрен инде ҡабул иткән нәмәләргә инандырырға кәрәк булған?

4 Изге Яҙманан бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Тимути Яҙманы яҡшы белгән. Әсәһе менән өләсәһе уны «бала саҡтан уҡ» өйрәткән. Шуға ҡарамаҫтан, Паул Тимутиҙы былай тип өндәгән: «Эйә булған һәм инанған тәғлимәтеңде... артабан дауам ит» (2 Тим. 3:14, 15). Бер белешмә буйынса, боронғо грек телендә «инаныу» тигән һүҙ «нимәнеңдер дөрөҫлөгөнә һис тә шикләнмәү» тигәнде аңлата. Тимути хәҡиҡәтте бөтә күңеле менән ҡабул иткән. Ул быны әсәһе менән өләсәһе ҡушҡанға түгел, ә үҙе, хәҡиҡәт хаҡында уйланып, инанған булғанға эшләгән. (Римдарға 12:1-ҙе уҡығыҙ.)

5, 6. Ни өсөн аҡылыңды тормошта иртәрәк ҡулланырға өйрәнеү мөһим?

5 Һинең турала нимә әйтеп була? Бәлки, һин Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙе күптән беләһеңдер. Улайһа, ышаныуҙарыңды иҫбатлаған дәлилдәрҙе ентекләберәк тикшерергә маҡсат ҡуй. Был һиңә ҡараштарыңда ныҡ торорға, шулай уҡ йәштәштәреңдең баҫымына, был донъяның пропагандаһына һәм хатта үҙ хистәреңә бирелмәҫкә ярҙам итер.

6 Йәш саҡтан уҡ аҡылыңды ҡулланырға өйрәнһәң, был һиңә йәштәштәреңдең һорауҙарына төплө итеп яуап бирергә ярҙам итер. Улар бындайыраҡ һорауҙар бирергә мөмкин: «Алланың барлығын ҡайҙан беләһең? Ни өсөн Алла яуызлыҡҡа юл ҡуя? Нисек инде Алла һәр ваҡыт булған?» Яуаптарың әҙер булһа, ундай һорауҙар иманыңды ҡаҡшатмаҫ, ә, киреһенсә, өҫтәмә шәхси өйрәнеү үткәрергә стимул булып торор.

7—9. Сайттағы «Изге Яҙмаларҙың тәғлимәттәре» тигән рубрика (тат.) һиңә нисек ҡараштарыңда нығынырға ярҙам итә ала?

7 Тырышып шәхси өйрәнеү үткәреү һиңә һорауҙарға яуап бирергә, һәр төрлө шиктәрҙе таратырға һәм ҡараштарыңда нығынырға ярҙам итә ала (Ғәм. 17:11). Бының өсөн беҙҙең күп ҡоралдарыбыҙ бар. Күптәр «Тормош яралыуы. Иғтибарға лайыҡ биш һорау» тигән брошюраны (урыҫ) һәм «Ҡайғыртыусан Барлыҡҡа Килтереүсе бармы?» тигән китапты (урыҫ) ҡулланырға ярата. Өҫтәүенә, күп йәштәргә сайтыбыҙҙағы «Изге Яҙмаларҙың тәғлимәттәре» тигән рубрика оҡшай. Уны ИЗГЕ ЯҘМАЛАР ТӘҒЛИМӘТТӘРЕ тигән һылтанмала (тат.) табып була. Был рубрикалағы материал һиңә ҡараштарыңда нығынырға ярҙам итер өсөн тәғәйенләнгән.

8 Изге Яҙма менән инде таныш булғас, һин шул рубрикала килтерелгән һорауҙарға тиҙ генә яуап бирә алырһың. Әммә һин яуаптарыңа инанғанһыңмы? Был материал, Изге Яҙманан килтерелгән шиғырҙар тураһында уйланып, фекерҙәреңде яҙып ҡуйырға дәртләндерә һәм Изге Яҙмаға нигеҙләнгән ҡараштарыңды башҡаларға аңлатыр өсөн әҙерләнергә ярҙам итә. Ул шулай уҡ күп йәштәргә ҡараштарында нығынырға ярҙам итә. Сайтҡа сыға алһаң, «Изге Яҙмаларҙың тәғлимәттәре» тигән рубриканы шәхси өйрәнеү программаңа индер.

9 Ҡараштарыңда нығынып, һин һыуға сумдырылыуға алып барған мөһим аҙым яһайһың. Бер үҫмер апай-ҡәрҙәш былай ти: «Һыуға сумдырылыр алдынан мин, Изге Яҙманы өйрәнеп, был диндең хаҡ булыуын аңланым. Көндән-көн ҡараштарымда нығына ғына барам».

ЭШТӘРЕҢ

10. Ни өсөн һыуға сумдырылған мәсихсенән иманы буйынса эш итеүе көтөлә?

10 Яҡуб 2:17-лә: «Ғәмәле булмаһа, ул [иман] үҙенән-үҙе үле», — тип әйтелә. Ҡараштарыңда ныҡ торһаң, был эштәреңдә күренәсәк. Ниндәй эштәр тураһында һүҙ бара? Инжилдә «изге» тормош һәм «Аллаға ихлас» табыныу тураһында әйтелә. (2 Петр 3:11, 12-не уҡығыҙ.)

11. «Изге» тормош тигән һүҙбәйләнеш нимәне аңлата?

11 «Тормошо[ң] изге» булһын өсөн, һин әхлаҡи яҡтан саф булырға тейешһең. Үҙең тураһында нимә әйтә алаһың? Мәҫәлән, һуңғы алты ай эсендә «һиҙгерлегең» яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға өйрәтелгәне күрендеме? (Евр. 5:14, төш., ЯДТ) Ҡотҡоға йә йәштәштәр баҫымына бирелмәй ҡалған конкрет осраҡтарыңды иҫкә төшөрә алаһыңмы? Мәктәптәге тәртибең һинең Аллаға ышанған кеше булыуыңды күрһәтәме? Һин ҡараштарыңды яҡлайһыңмы йәки, мыҫҡыллы көлөүҙәрҙән ҡасыр өсөн, синыфташтарың кеүек эш итергә тырышаһыңмы? (1 Пет. 4:3, 4) Әлбиттә, бер кем дә камил түгел. Хатта Йәһүәгә күп йылдар хеҙмәт иткән кешеләргә лә ҡайһы ваҡыт имандарын башҡалар алдында яҡлауы ауыр булырға мөмкин. Шулай ҙа Йәһүәгә бағышланған кеше Алла исемен йөрөтөүе менән ғорурланыр һәм быны тәртибе менән дә күрһәтер.

12. «Аллаға ихлас табыны[у]» үҙ эсенә ниндәй эштәрҙе ала, һәм был эштәргә ҡарашыбыҙ ниндәй булырға тейеш?

12 «Аллаға ихлас табыны[у]» үҙ эсенә нимәне ала? Мәҫәлән, йыйылыш осрашыуҙарына йөрөү һәм вәғәздә ҡатнашыу кеүек йыйылыш менән бәйле эштәрҙе. «Ихлас табыны[уға]» шулай уҡ башҡалар күрмәгән рухи эштәр ҙә керә, мәҫәлән, доға ҡылыу һәм шәхси өйрәнеү. Ғүмерен Йәһүәгә бағышлаған кешегә ундай эштәрҙе башҡарыу күңелһеҙ түгел. Киреһенсә, ул Дауыт батша сағылдырған ҡарашты үҙләштерәсәк. Дауыт былай тигән: «Һинең ихтыярыңды үтәү, эй Раббым, миңә рәхәтлек килтерә, һинең ҡануның йөрәгем түрендә» (Зәб. 40:8).

13, 14. Һиңә «Аллаға ихлас табыны[рға]» ярҙам итә алған ниндәй ҡорал бар, һәм ул ҡайһы бер йәштәргә ниндәй файҙа килтергән?

13 «Һинең һорауҙарыңа яуаптар» тигән китаптың (урыҫ) 2-се томында, 308—309 биттәрҙә маҡсаттар ҡуйырға ярҙам иткән бер схема бар. Унда бындай һорауҙарға яуап яҙырға кәрәк: доғаларың ни тиклем конкрет? Уларҙан һинең Йәһүәне яратыуың хаҡында нимә белеп була? Шәхси өйрәнеү программаңа нимәне индерәһең? Атай-әсәйең вәғәздә ҡатнашмаһа ла, һин быны эшләйһеңме? Был схемала шулай уҡ доға, шәхси өйрәнеү һәм вәғәз менән бәйле маҡсаттарыңды яҙып ҡуйыр өсөн урын да бар.

14 Һыуға сумдырылыу тураһында уйлаған күп йәштәр был схеманы бик файҙалы ҡорал тип һанай. Тильда исемле йәш апай-ҡәрҙәш былай ти: «Мин, был схеманы ҡулланып, маҡсаттар ҡуйҙым. Яйлап ҡына маҡсаттарыма ирештем, һәм бер йыл самаһы үтеүгә мин һыуға сумдырылырға әҙер инем». Патрик исемле йәш ағай-ҡәрҙәш тә был схеманы ҡулланып файҙа күргән. «Мин нимәгә ынтылырға кәрәклеген былай ҙа белә инем, — ти ул, — әммә маҡсаттарымды ҡағыҙға яҙып ҡуйыу мине уларға ирешер өсөн тағы ла күберәк көс һалырға этәрҙе».

Хатта атай-әсәйең Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтаһа ла, һин хеҙмәтеңде дауам итерһеңме? (15-се абзацты ҡарағыҙ.)

15. Ни өсөн бағышланыу шәхси ҡарар булырға тейеш? Аңлатығыҙ.

15 Схемалағы етди уйланырға этәргән һорауҙарҙың береһе: «Хатта атай-әсәйең йә дуҫтарың Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтаһа ла, һин барыбер Йәһүәгә хеҙмәт итерһеңме?» Шуны иҫтә тот: бағышланған һәм һыуға сумдырылған мәсихсе булараҡ, һин Йәһүә алдында үҙең өсөн яуап бирергә тейешһең. Аллаға хеҙмәт итеүең башҡаларға, хатта атай-әсәйеңә лә бәйле булырға тейеш түгел. Изге тормошоң һәм Аллаға ихлас табыныуың һинең хәҡиҡәтте бөтә күңелең менән ҡабул итеүеңде һәм һыуға сумдырылыу үтергә ынтылыуыңды раҫлай.

АЛЛАҒА ҠАРАТА РӘХМӘТ ТОЙҒОҺО

16, 17. а) Кешене мәсихсе булып китергә нимә этәрергә тейеш? б) Йолом ҡорбаны өсөн рәхмәтле булыу нимәне аңлата? Миҫал килтереп аңлатығыҙ.

16 Муса ҡанунын яҡшы белгән бер кеше Ғайсанан: «Ҡанунда ҡайһы әмер иң мөһиме?» — тип һораған. Ғайса уға: «Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә аҡылың менән ярат», — тип яуап биргән (Мат. 22:35—37). Ғайсаның һүҙҙәренән күренгәнсә, мәсихсе ҡылған һәр эштең, шул иҫәптән һыуға сумдырылыуҙың нигеҙендә Йәһүәне ысын күңелдән яратыу булырға тейеш. Йәһүәгә ҡарата яратыу үҫтерергә ярҙам иткән иң яҡшы ысулдарҙың береһе — уның бөйөк бүләге, йәғни Улының йолом ҡорбаны тураһында уйланыу. (2 Коринфтарға 5:14, 15; 1 Яхъя 4:9, 19-ҙы уҡығыҙ.) Йолом ҡорбаны һәм уның һинең өсөн әһәмиәте хаҡында уйланыу һиңә Йәһүәгә тағы ла рәхмәтлерәк булырға ярҙам итер.

17 Быны бер миҫалдан күреп була. Күҙ алдына килтер: бер кеше һине батып үлеүҙән ҡотҡарып ҡала. Уға ҡарата үҙеңде нисек тотор инең? Өйгә ҡайтып китеп, кибенеп, барыһы хаҡында онотор инеңме? Әлбиттә, юҡ! Һин ҡотҡарыусың алдында үҙеңде бурыслы итеп тойор инең. Һин уға ғүмерең менән бурыслы булыр инең! Әммә Йәһүә менән Ғайса Мәсихкә бурысыбыҙ тағы ла ҙурыраҡ. Йолом ҡорбаны булмаһа, һәр беребеҙ гонаһ менән үлем упҡынында батыр ине. Ләкин Йәһүәнең баһалап бөткөһөҙ бүләге ярҙамында беҙ ерҙәге ожмахта мәңге йәшәргә өмөтләнәбеҙ!

18, 19. а) Ни өсөн һин үҙеңде Йәһүәгә бағышлауҙан ҡурҡырға тейеш түгел? б) Йәһүәгә хеҙмәт итеү нисек тормошоңдо байыта ала?

18 Йәһүәнең һинең өсөн башҡарған эштәре өсөн һин рәхмәтлеме? Улайһа, ғүмереңде уға бағышлап, һыуға сумдырылыу үтеү бик урынлы булыр ине. Шуны иҫтә тот: бағышланыу — тантаналы рәүештә бер нигә ҡарамай Йәһүәнең ихтыярын мәңге үтәргә вәғәҙә биреү. Әммә ундай яуаплылыҡтан ҡурҡырға кәрәкме? Һис тә юҡ! Йәһүә һиңә яҡшылыҡ ҡына теләй һәм үҙен «эҙләгән кешеләргә... әжер» бирә — быны бер ҡасан да онотма (Евр. 11:6). Үҙеңде Йәһүәгә бағышлау һәм һыуға сумдырылыу тормошоңдо байытыр ғына. Бала сағында уҡ һыуға сумдырылған 24 йәшлек бер ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Һыуға сумдырылған ваҡытта өлкәнерәк йәштә булған булһам, был аҙымдың ни тиклем әһәмиәтле икәнен яҡшыраҡ аңлар инем. Ләкин Йәһүәгә бағышланырға ҡарар итеүем мине был донъяға хас ынтылыштарҙан һаҡланы».

19 Шайтан Йәһүәнән бик ныҡ айырылып тора. Ул, үҙ файҙаһын ғына эҙләп, һине ҡулланырға теләй! Шайтан үҙ яғында торғандарға мәңгелек әжер бирергә вәғәҙә итмәй. Ысынлап та, ул быны нисек эшләй алһын? Уның үҙенең дә киләсәге шәптән түгел бит, уның бер ниндәй ҙә өмөтө юҡ! Үҙендә булмағанды ул бер нисек тә бирә алмай. Шайтандың үҙен шомло киләсәк көткәнгә, ул һиңә шундай киләсәктән башҡа бер нәмә лә тәҡдим итә алмай! (Асыл. 20:10)

20. Йәһүәгә бағышланып, һыуға сумдырылыу үтер өсөн йәштәр нимә эшләй алалар? ( «Рухи үҫешеңде ҡайғырт» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

20 Шик тә юҡ, Йәһүәгә бағышланыу — тормошоңдағы иң яҡшы ҡарар. Һин был аҙымды яһарға әҙерме? Улайһа, оҙаҡҡа һуҙма. Икенсе яҡтан, һиңә күберәк ваҡыт кәрәк булһа, мәҡәләлә бирелгән кәңәштәргә ҡолаҡ һалып, артабан да был маҡсатҡа ирешергә тырыш. Паул филиптарға былай тип яҙған: «Беҙ өлгәшкәндәребеҙ буйынса фекер йөрөтөргә һәм шулар буйынса артабан йәшәргә тейешбеҙ» (Флп. 3:16). Был кәңәш буйынса эш итһәң, тиҙҙән ғүмереңде Йәһүәгә бағышларға һәм һыуға сумдырылыу үтергә теләгең тыуыр.