ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ 46
«Иман ҡалҡанығыҙҙы» яҡшы хәлдә һаҡлайһығыҙмы?
«Ҡулдарығыҙҙа һәр саҡ иман ҡалҡанын тотоғоҙ» (ЕФЕС. 6:16).
119-СЫ ЙЫР Иманыбыҙ ныҡ булһын!
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *
1, 2. а) Ефестарға 6:16 буйынса, ни өсөн беҙгә ҙур «иман ҡалҡаны» кәрәк? б) Беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?
ҺЕҘҘЕҢ ҙур «иман ҡалҡанығыҙ» бармы? (Ефестарға 6:16-ны уҡығыҙ.) Әлбиттә, бар. Ҙур ҡалҡан тәндең күп өлөшөн һаҡлаған һымаҡ, иман беҙҙе был донъяның әхлаҡһыҙ, мәрхәмәтһеҙ һәм боҙоҡ рухынан һаҡлай.
2 Әммә беҙ «ахырызаман» көндәрендә йәшәйбеҙ, шуға күрә иманыбыҙ артабан да һыналып торасаҡ (2 Тим. 3:1). Иман ҡалҡаныбыҙҙың ниндәй хәлдә булыуын нисек тикшереп була? Уны ныҡ итеп тоторға беҙгә нимә ярҙам итер? Әйҙәгеҙ, был һорауҙарға яуап алайыҡ.
ҠАЛҠАНЫҒЫҘҘЫ ЕНТЕКЛӘП ТИКШЕРЕГЕҘ
3. Һуғышсылар нисек ҡалҡандарын тәртипкә килтергән һәм ни өсөн?
3 Боронғо ваҡытта күп һуғышсыларҙың ҡалҡандары күн менән ҡапланған булған. Күн кибеп китмәһен өсөн һәм ҡалҡандың металл өлөштәре тутыҡмаһын өсөн, һуғышсы ҡалҡанын майлаған. Яуға һәр саҡ әҙер булыр өсөн, һуғышсы, кәрәк булғанда, ҡалҡанын йүнәткән. Был миҫал иман менән нисек бәйле?
4. Ни өсөн иман ҡалҡаныбыҙҙы тикшереү мөһим, һәм быны нисек эшләп була?
4 Боронғо ваҡыттағы һуғышсылар кеүек, беҙ ҙә, рухи һуғышҡа һәр ваҡыт әҙер булыр өсөн, иман ҡалҡаныбыҙҙы даими тикшереп, уны йүнәтеп торорға тейеш. Мәсихселәр булараҡ, беҙ яуыз рухтарға ҡаршы һуғыш алып барабыҙ (Ефес. 6:10—12). Бер кем дә беҙҙең урынға иман ҡалҡаныбыҙҙың яҡшы хәлдә булыуын хәстәрләй алмай. Иман ҡалҡаныбыҙ һынауҙарҙа сыҙармы, юҡмы икәнен нисек белергә? Беренсенән, Алланан ярҙам һорап доға ҡылырға кәрәк. Икенсенән, Изге Яҙма ярҙамында Алланың беҙҙең хаҡта нимә уйлауын аңларға тырышырға кәрәк (Евр. 4:12). Алла Һүҙендә былай тиелә: «Бөтә йөрәгең менән Йәһүәгә таян, үҙеңдең аңлау һәләтеңә таянма» (Ғиб. һүҙ. 3:5, 6). Был һүҙҙәрҙе иҫәпкә алып, һуңғы арала ҡабул иткән ҡарарҙарығыҙға анализ яһап ҡарағыҙ. Бәлки, һеҙ матди ауырлыҡтар менән осрашҡанһығыҙҙыр. Шул ваҡытта Йәһүәнең «мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам» тигән вәғәҙәһе иҫегеҙгә төштөмө? (Евр. 13:5). Был вәғәҙә һеҙгә Йәһүәнең ярҙам итәсәгенә ышаныс өҫтәнеме? Ошо һорауҙарға «эйе» тип яуап бирә алһағыҙ, тимәк, һеҙ иман ҡалҡанығыҙҙы яҡшы хәлдә һаҡлайһығыҙ.
5. Һеҙ иманығыҙҙы тикшергәндә, нимә асыҡланырға мөмкин?
5 Иман ҡалҡанығыҙҙың ниндәй хәлдә булыуын ентекләп тикшергәндә, һеҙ иманығыҙҙа үҙегеҙ бығаса абайламаған етешһеҙлектәр күреп ғәжәпләнергә мөмкин. Мәҫәлән, урынһыҙ борсолоуҙар, рух төшөнкөлөгө һәм ялған иманды зәғифләй ала. Һеҙҙең осраҡта шулай булһа, иманығыҙ тағы ла ҙурыраҡ зыян күрмәһен өсөн, нимә эшләп була?
ИМАНДЫ ЗӘҒИФЛӘЙ АЛҒАН НӘМӘЛӘРҘӘН ҺАҠЛАНЫҒЫҘ
6. Нимә хаҡында борсолоу урынлы?
6 Борсолоуҙың ҡайһы бер төрҙәре насар түгел. Мәҫәлән, беҙ, Йәһүә менән Ғайса Мәсихте күңелһеҙләндермәйбеҙме икән, тип борсолабыҙ (1 Кор. 7:32). Етди гонаһ ҡылһаҡ, беҙ ҡайғырабыҙ һәм Алла менән дуҫлыҡты ҡайтарыр өсөн көс һалабыҙ (Зәб. 38:18). Беҙ шулай уҡ тормош иптәшебеҙҙең күңелен табырға тырышабыҙ һәм туғандарыбыҙ менән ҡәрҙәштәребеҙҙең именлеге хаҡында борсолабыҙ (1 Кор. 7:33; 2 Кор. 11:28).
7. а) Урынһыҙ борсолоуҙар иманыбыҙҙы нисек зәғифләй ала? б) Ғибрәтле һүҙҙәр 29:25-тә әйтелгәнсә, ни өсөн беҙгә кешеләрҙән ҡурҡырға кәрәкмәй?
7 Икенсе яҡтан, урынһыҙ борсолоуҙар иманыбыҙҙы зәғифләй ала. Мәҫәлән, беҙ ризыҡ һәм кейем тураһында борсолоп йөрөргә мөмкин (Матф. 6:31, 32). Борсолоуҙы кәметер өсөн, иғтибарыбыҙҙы мөлкәт йыйыуға туплай башлауыбыҙ ихтимал. Йөрәгебеҙҙә хатта аҡса яратыу тамыр йәйергә мөмкин. Быға юл ҡуйһаҡ, иманыбыҙ көсһөҙләнер һәм Йәһүә менән дуҫлығыбыҙға зыян килер (Марк 4:19; 1 Тим. 6:10). Бынан тыш, беҙ кешеләрҙең үҙебеҙ хаҡында нимә уйлауы тураһында сиктән тыш борсолорға мөмкин. Шул арҡала мыҫҡыллап көлөүҙәрҙән һәм эҙәрләүҙәрҙән ҡурҡа башлауыбыҙ ихтимал, һәм был ҡурҡыу Алланан ҡурҡыуға ҡарағанда ла көслөрәк булып китә ала. Был тоҙаҡҡа эләкмәҫ өсөн, беҙгә Йәһүәнән иман һәм ҡыйыулыҡ биреүен һорап ҡайнар доға ҡылырға кәрәк. (Ғибрәтле һүҙҙәр 29:25-те * уҡығыҙ; Лука 17:5).
8. Ялғанға тап булғанда, нимә эшләргә кәрәк?
8 «Ялғандың атаһы» Шайтан Иблис, Йәһүә һәм уның хеҙмәтселәре тураһында ялған таратыр өсөн, үҙенең хакимлығы аҫтында булған кешеләрҙе ҡуллана (Яхъя 8:44). Мәҫәлән, мөртәттәр төрлө сайттар, телевидение һәм башҡа киң мәғлүмәт саралары аша Йәһүәнең ойошмаһы тураһында ялған һөйләй һәм факттарҙы боҙоп күрһәтә. Был — «Иблистең утлы уҡтарының» береһе (Ефес. 6:16). Шундай ялғанға тап булһаҡ, нимә эшләргә кәрәк? Беҙ уны тыңларға тейеш түгел! Ни өсөн? Сөнки беҙ Йәһүәгә иман итәбеҙ һәм ҡәрҙәштәргә ышанабыҙ. Беҙ бер ҡасан да мөртәттәр менән аралашмайбыҙ. Бер кем дә һәм бер нәмә лә, шул иҫәптән ҡыҙыҡһыныусанлыҡ та беҙҙе мөртәттәрҙе тыңларға йә улар менән бәхәскә инергә этәрмәһен.
9. Рух төшөнкөлөгө беҙгә нисек тәьҫир итә ала?
9 Рух төшөнкөлөгө лә иманды көсһөҙләндерә ала. Әлбиттә, ауырлыҡтарыбыҙға күҙ йомоу дөрөҫ түгел, сөнки был аҡылһыҙ булыр ине. Проблемалар арҡаһында ваҡыт-ваҡыт беҙ бойоғоп китәбеҙ. Әммә ауырлыҡтар бөтә уйҙарыбыҙҙы солғап алһа, беҙҙең Йәһүә биргән иҫ киткес өмөттө күҙҙән ысҡындырыуыбыҙ ихтимал (Асыл. 21:3, 4). Рух төшөнкөлөгө арҡаһында беҙ, хәлһеҙләнеп, Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтарға мөмкин (Ғиб. һүҙ. 24:10). Беҙҙең менән ундай хәл була күрмәһен!
10. Бер апай-ҡәрҙәштең хатынан ниндәй һабаҡ алып була?
10 Ҡушма Штаттарҙан бер апай-ҡәрҙәштең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ҡаты ауырыған ире хаҡында ҡайғыртһа ла, ул иманын көслө килеш һаҡлай алған. Йәһүә шаһиттарының баш идаралығына яҙған хатында ул былай тигән: «Ҡайһы саҡ, бик ауыр булып киткәндә, беҙ төшөнкөлөккә биреләбеҙ, әммә өмөтөбөҙ көслө. Йәһүә иманыбыҙҙы нығытыу һәм рухыбыҙҙы күтәреү өсөн бик күп нәмә бирә. Мин уға бының өсөн шул тиклем рәхмәтлемен! Беҙ шундай кәңәштәргә һәм рухландырыуға бик мохтаж. Был беҙгә, Иблис яуҙырған һынауҙарҙы кисереп сығып, хеҙмәтебеҙҙе дауам итергә көс бирә». Был апай-ҡәрҙәштең һүҙҙәренән бындай һабаҡ алып була: рух төшөнкөлөгөн еңеп сығыу мөмкин! Нисек итеп? Ауырлыҡтарға Иблискә ҡаршы тороу мөмкинлегенә ҡарағандай ҡарағыҙ. Йәһүәнең йыуаныс сығанағы икәнен онотмағыҙ һәм ул биргән рухи аҙыҡты ҡәҙерләгеҙ.
11. Иманыбыҙҙың ниндәй хәлдә булыуын белер өсөн, ниндәй һорауҙар өҫтөндә уйланып була?
11 Ә һеҙҙең иман ҡалҡанығыҙҙың берәй ерен йүнәтергә кәрәкмәйме? Һуңғы бер нисә ай дауамында урынһыҙ борсолоуҙарҙан арынырға тырыштығыҙмы? Мөртәттәр таратҡан ялғанды тыңлау йә улар менән бәхәсләшеү теләгенә ҡаршы тора алдығыҙмы? Ә рух төшөнкөлөгөн еңә алдығыҙмы? Ыңғай яуаптарығыҙ иманығыҙҙың яҡшы хәлдә булыуын күрһәтер. Әммә беҙгә артабан да уяу булырға кәрәк, сөнки Иблистең беҙгә ҡаршы ҡулланған башҡа ҡоралдары ла бар. Әйҙәгеҙ, уларҙың береһен ҡарап сығайыҡ.
БАЙЫУ ТЕЛӘГЕНӘН ҺАҠЛАНЫҒЫҘ
12. Мал-мөлкәт артынан ҡыуыу нимәгә килтерергә мөмкин?
12 Мал-мөлкәт артынан ҡыуһаҡ, иманыбыҙ көсһөҙләнергә һәм хеҙмәттә ашҡыныуыбыҙ һүрелергә мөмкин. Илсе Павел былай тип яҙған: «Бер ниндәй хәрби хеҙмәткәр ҙә үҙен донъяуи мәшәҡәттәр менән бәйләмәй, ул фәҡәт етәксеһенә ярарға тырыша» (2 Тим. 2:4). Рим һуғышсыларына сауҙа эше менән шөғөлләнергә рөхсәт ителмәгән. Был талапҡа буйһонмаһалар, улар менән нимә булыр ине?
13. Ни өсөн һуғышсы сауҙа эше менән шөғөлләнергә тейеш булмаған?
13 Күҙ алдына килтерегеҙ: иртән һуғышсылар ҡылыс ҡулланыу оҫталығын яҡшырта, ә уларҙың береһе баҙарҙа аҙыҡ-түлек һатып тора. Кискеһен һуғышсылар хәрби кейемдәрен тикшерә һәм ҡылыстарын үткерләй, ә теге һуғышсы киләһе көндө һатырға йыйынған тауарҙарын әҙерләй. Һуғышсыларҙың ҡайһыныһы яуға әҙер булыр һәм етәксеһенең хуплауын алыр? Һуғышта булһағыҙ, ниндәй һуғышсыны янығыҙҙа күрергә теләр инегеҙ?
14. Мәсихтең һуғышсылары булараҡ, беҙ нимәне барыһынан да нығыраҡ ҡәҙерләйбеҙ?
14 Яҡшы һуғышсы кеүек, беҙ ҙә төп маҡсатыбыҙҙы күҙҙән ысҡындырмайбыҙ. Беҙҙең өсөн иң мөһиме — етәкселәребеҙ Йәһүә менән Ғайсаның хуплауын алыу. Уларҙың хуплауы Иблис донъяһы тәҡдим
иткән нәмәләргә ҡарағанда күпкә ҡәҙерлерәк. Беҙ Йәһүәгә хеҙмәт итер өсөн һәм иман ҡалҡаны менән башҡа рухи ҡоралдарыбыҙҙы яҡшы хәлдә һаҡлар өсөн ваҡыт һәм көс табырға тырышабыҙ.15. Павел беҙҙе нимәнән киҫәткән һәм ни өсөн?
15 Беҙ һәр ваҡыт уяу булырға тейеш. Ни өсөн? Илсе Павел, «байырға теләүселәр» имандан ситләшәсәк, тип киҫәткән (1 Тим. 6:9, 10). «Ситләшеү» тигән һүҙ шуны күрһәтә: беҙ, кәрәкмәгән әйберҙәр туплау менән мауығып, маҡсатыбыҙҙы күҙҙән ысҡындырырға мөмкин. Шунан йөрәгебеҙҙә «мәғәнәһеҙ, зарарлы байтаҡ теләктәр» тыуыуы ихтимал. Беҙ был теләктәргә йөрәгебеҙгә үтеп инергә бирергә тейеш түгел, сөнки улар — Иблистең иманыбыҙҙы ҡаҡшатыр өсөн ҡулланған ҡоралы.
16. Марк 10:17—22-лә тасуирланған осраҡ нимә тураһында уйланырға дәртләндерә?
16 Әйтәйек, беҙҙең күп төрлө әйберҙәр һатып алыр өсөн аҡсабыҙ бар, ти. Әгәр беҙ үҙебеҙгә оҡшаған, әммә әллә ни кәрәк булмаған әйберҙәр һатып ала башлаһаҡ, был насармы? Насар тип әйтеп булмай, әммә бындай һорауҙар өҫтөндә уйлап алайыҡ: хатта ниндәйҙер әйберҙе һатып ала алһаҡ та, уны ҡулланыр өсөн һәм яҡшы хәлдә һаҡлар өсөн ваҡытыбыҙ һәм көсөбөҙ булырмы? Матди әйберҙәрҙе сиктән Марк 10:17—22-не уҡығыҙ.) Ябай тормош алып барып, ваҡытыбыҙҙы һәм көсөбөҙҙө Алла ихтыярын үтәүгә бағышлау күпкә яҡшыраҡ.
тыш ныҡ ярата башламаҫбыҙмы? Ғайсаның хеҙмәтте киңәйтергә саҡырыуын кире ҡаҡҡан йәш егеттең хатаһын ҡабатламаҫбыҙмы? (ИМАН ҠАЛҠАНЫҒЫҘҘЫ НЫҠ ИТЕП ТОТОҒОҘ
17. Беҙ нимәне һәр ваҡыт иҫтә тоторға тейеш?
17 Беҙгә рухи һуғышта ҡатнашыуыбыҙҙы һәм көн дә яуға әҙер булырға тейешлегебеҙҙе иҫтә тоторға кәрәк (Асыл. 12:17). Ҡәрҙәштәр беҙҙең урынға иман ҡалҡаныбыҙҙы тотоп йөрөй алмай. Беҙ үҙебеҙ иманыбыҙҙы көслө килеш һаҡларға тейеш.
18. Ни өсөн боронғо ваҡытта һуғышсы ҡалҡанын ныҡ итеп тотҡан?
18 Боронғо ваҡытта һуғышсы яуҙа батырлыҡ күрһәткәне өсөн хөрмәт ҡаҙанған. Әммә яуҙан ҡалҡанһыҙ ҡайтыу һуғышсы өсөн хурлыҡ булған. Рим тарихсыһы Тацит: «Ҡалҡанды ташлап китеү — иң ҙур хурлыҡ», — тип яҙған. Шунлыҡтан һуғышсылар яуҙа ҡалҡандарын ныҡ итеп тоторға тырышҡан.
19. Беҙгә иман ҡалҡанын ныҡ итеп тоторға нимә ярҙам итер?
19 Иман ҡалҡаныбыҙҙы ныҡ итеп тоторға беҙгә нимә ярҙам итер? Йыйылыш осрашыуҙарына даими йөрөргә һәм башҡаларға Йәһүәнең исеме һәм уның Батшалығы тураһында һөйләргә кәрәк (Евр. 10:23—25). Шулай уҡ көн дә, доға ҡылып, Алла Һүҙен уҡыу һәм ундағы кәңәштәр буйынса йәшәү мөһим (2 Тим. 3:16, 17). Шул саҡта Иблистең бер ҡоралы ла беҙгә оҙайлы зыян килтермәҫ (Ишағ. 54:17). Ҙур иман ҡалҡаны беҙҙе яҡлар. Беҙ, ҡәрҙәштәр менән иңгә-иң терәп, ҡыйыулыҡ менән рухи һуғышта ҡатнашырбыҙ һәм көн һайын был һуғышта еңеүсе булып сығырбыҙ. Ә иң мөһиме, Ғайса Иблисте һәм уның эйәрсендәрен юҡ иткәндә, беҙ уның яғында булырбыҙ (Асыл. 17:14; 20:10).
126-СЫ ЙЫР Уяу, ҡыйыу, сыҙам бул!
^ 5 абз. Боронғо ваҡытта һуғышсылар яуҙа үҙҙәрен ҡалҡан менән яҡлаған. Иман шундай ҡалҡанға оҡшаш. Хәрби ҡалҡанды йүнәтеп торорға кәрәк булған кеүек, иманыбыҙҙы ла яҡшы хәлдә һаҡлау бик мөһим. Был мәҡәләнән беҙ «иман ҡалҡаныбыҙҙы» яҡшы хәлдә һаҡлар өсөн нимә эшләп булғанын белербеҙ.
^ 7 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 29:25: «Кешеләрҙән ҡурҡыу — тоҙаҡ ул, ә Йәһүәгә таяныусылар яҡлау табыр».