43-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ
Йәһүәгә йән-тән менән бирелгән булығыҙ
«Йәһүә — йән-тән менән бирелгәнлекте талап итеүсе... Алла» (НАУМ 1:2).
51-СЕ ЙЫР Беҙ Аллаға бағышландыҡ!
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *
1. Ни өсөн Йәһүә йән-тән менән бирелгәнлеккә лайыҡ?
ЙӘҺҮӘ йән-тән менән бирелгәнлеккә лайыҡ, сөнки ул — Барлыҡҡа килтереүсе һәм Тормош биреүсе (Асыл. 4:11). Беҙ Йәһүәне яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Шулай ҙа башҡа нәмәләр, тормошобоҙҙа сиктән тыш мөһим булып китеп, беҙгә Йәһүәгә тулыһынса тоғро булырға ҡамасаулай башларға мөмкин. Беҙгә бының нисек шулай килеп сыға алғанын белергә кәрәк. Тәүҙә, әйҙәгеҙ, йән-тән менән бирелгәнлек үҙ эсенә нимә алғанын ҡарап сығайыҡ.
2. Сығыш 34:14 буйынса, Йәһүәгә йән-тән менән бирелгән булһаҡ, беҙ нимә эшләрбеҙ?
2 Изге Яҙма буйынса, Аллаға йән-тән менән бирелгән булыу уны бөтә йөрәктән яратыуҙы аңлата. Йәһүәгә йән-тән менән бирелгән булһаҡ, йәғни уға тулыһынса тоғро булһаҡ, беҙ уға ғына табынырбыҙ. Беҙ бер кемгә лә һәм бер нәмәгә лә йөрәгебеҙҙә Йәһүәнең урынын биләргә рөхсәт итмәҫбеҙ. (Сығыш 34:14-те * уҡығыҙ.)
3. Ни өсөн, Йәһүәгә тоғролоғобоҙ һуҡыр түгел, тип әйтеп була?
3 Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡлағанда, беҙ быны һуҡыр рәүештә эшләмәйбеҙ. Беҙҙең тоғролоҡ Йәһүә тураһындағы белемдәргә нигеҙләнгән. Уның күркәм сифаттары беҙҙе һоҡландыра. Зәб. 25:14). Барлыҡҡа килтереүсебеҙ тураһында һәр яңы ентеклек беҙҙе уға тағы ла нығыраҡ яҡынлаштыра (Яҡ. 4:8).
Беҙ Йәһүәнең нимәне яратҡанын, ә нимәне күрә алмағанын беләбеҙ һәм уның ҡараштарын үҙләштерәбеҙ. Бынан тыш, беҙгә шул билдәле: Йәһүә кешеләрҙең үҙенә мәңге шатланып хеҙмәт итеүен теләй. Быны аңлағанға, беҙ уның ихтыяры буйынса йәшәргә тырышабыҙ. Уның менән дуҫлыҡ үҫтереү мөмкинлеге — беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт (4. а) Йәһүәгә тоғролоғобоҙҙо ҡаҡшатыр өсөн, Иблис нимәне ҡуллана? б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?
4 Шайтан Иблис был донъя менән идара итә һәм уның аша беҙгә баҫым яһай. Ул беҙҙе тәбиғи теләктәрҙе беренсе урынға ҡуйырға һәм гонаһлы ынтылыштарға бирелеп йәшәргә этәрә (Ефес. 2:1—3; 1 Яхъя 5:19). Шайтан, йөрәгебеҙҙе бүлеп, Йәһүәне генә түгел, ә башҡа нәмәләрҙе лә яратыуыбыҙҙы теләй. Әйҙәгеҙ, Шайтандың быға өлгәшер өсөн ниндәй ике алым ҡулланғанын ҡарап сығайыҡ. Беренсенән, ул беҙҙе байлыҡҡа ынтылырға ҡоторта һәм, икенсенән, зыянлы күңел асыуҙар һайларға дәртләндерә.
АҠСА ЯРАТЫУҘАН ҺАҠЛАНЫҒЫҘ
5. Ни өсөн аҡса яратыуҙан һаҡланырға кәрәк?
5 Беҙ файҙалы ризыҡ ашарға, сифатлы кейем кейергә һәм уңайлы йортта йәшәргә теләйбеҙ. Был тәбиғи теләктәр, ләкин беҙ аҡса яратыуҙан һаҡланырға тейеш. Шайтан донъяһында күптәр аҡсаны һәм аҡсаға һатып алып булған нәмәләрҙе бик ярата (2 Тим. 3:2). Ғайса Мәсих шуны белгән: уның шәкерттәре лә байлыҡ яратыу тоҙағына эләгергә мөмкин. Шуға күрә ул былай тигән: «Берәү ҙә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: йә береһенә нәфрәт тотор, икенсеһен яратыр; йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ» (Матф. 6:24). Йәһүәгә хеҙмәт иткән кеше байлыҡ йыйыуға сиктән тыш күп ваҡыт һәм көс сарыф итһә, ул ике хужаға хеҙмәт итергә тырыша, тип әйтеп була. Ундай кеше Йәһүәгә йән-тән менән бирелмәгән.
6. Ғайсаның Лаодикия йыйылышына әйткән һүҙҙәренән ниндәй һабаҡ алып була?
6 Б. э. беренсе быуатының аҙағында Лаодикия йыйылышының ағзалары былай тип маҡтанған: «Мин — бай, күп байлыҡ тупланым, бер нәмәгә лә мохтажлығым юҡ». Әммә Йәһүә менән Ғайса ҡарашында улар «бәхетһеҙ, меҫкен, фәҡир, һуҡыр һәм яланғас» булған. Ғайса уларҙы бай булғандары өсөн түгел, ә байлыҡ яратып Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен боҙғандары өсөн шелтәләгән (Асыл. 3:14—17). Әгәр беҙ үҙ йөрәгебеҙҙә байыу теләге үҫә башлағанын абайлаһаҡ, беҙгә мөмкин тиклем тиҙерәк фекер йөрөтөү рәүешебеҙҙе төҙәтергә кәрәк (1 Тим. 6:7, 8). Юғиһә, беҙҙең йөрәк бүленер, һәм Йәһүә ғибәҙәтебеҙҙе ҡабул итмәҫ. Ул бит «йән-тән менән бирелгәнлекте талап итеүсе Алла» (Ҡан. 4:24). Ә нимә арҡаһында беҙ аҡсаға сиктән тыш ҙур әһәмиәт бирә башларға мөмкин?
7—9. Беҙ Дэвид исемле өлкәндең миҫалынан нимәгә өйрәнә алабыҙ?
7 Ҡушма Штаттарҙан Дэвид исемле тырыш өлкәндең миҫалына иғтибар итәйек. Бик яуаплы һәм тырыш эшсе булғанға, ул карьера баҫҡысынан күтәрелгән һәм хатта үҙ һөнәрендә илдәге иң яҡшы специалист тип танылған. «Ул ваҡытта мин эштәге уңыштарымды Йәһүәнең фатихаһы итеп ҡабул иттем», — ти Дэвид. Әммә был ысындан да шулай булғанмы?
8 Әкренләп Дэвид үҙ эшенең Йәһүә менән дуҫлығына насар йоғонто яһауын һиҙә башлаған. «Йыйылыш осрашыуҙарында һәм хатта вәғәздә мин эшемдәге проблемалар тураһында уйлай инем, — ти ул. — Мин күп аҡса
эшләй торғайным, әммә шул уҡ ваҡытта күп стресс кисерә инем, һәм шул арҡала никахым зыян күрә ине».9 Дэвид тормошонда нимә иң мөһиме икәнен билдәләргә кәрәклеген аңлаған. «Мин тормошомда үҙгәрештәр яһарға ныҡлы ҡарар иттем», — тип бүлешә Дэвид. Ул эш графигында үҙгәрештәр яһаған һәм уны начальнигына күрһәткән. Һөҙөмтәлә Дэвид эшен юғалтҡан! Ул быға нисек ҡараған? «Киләһе үк көндө мин ярҙамсы пионер хеҙмәтенә ғариза тултырҙым», — ти ул. Үҙҙәрен тәьмин итер өсөн, Дэвид ҡатыны менән йыйыштырыусы булып эшләй башлаған. Күп тә үтмәҫтән, Дэвид даими пионер булып киткән, ә һуңыраҡ ҡатыны ла уға был хеҙмәттә ҡушылған. Был пар күптәр кәмһетеп ҡараған эште һайлаған, әммә был эш уларҙың тормошонда мөһим урын биләмәй. Хәҙер инде уларҙың айлыҡ килеме бығаса булған килемгә ҡарағанда ун тапҡырға әҙерәк, шулай ҙа һәр ай уларҙың үҙ сығымдарын ҡапларлыҡ аҡсалары бар. Дэвид ҡатыны менән Йәһүәне тормоштарында беренсе урынға ҡуйырға теләй, һәм улар үҙ тәжрибәһендә шуға инанған: Йәһүә Батшалыҡ эшен беренсе урынға ҡуйған кешеләр хаҡында ҡайғырта (Матф. 6:31—33).
10. Беҙ йөрәгебеҙҙе нисек һаҡлай алабыҙ?
10 Баймы беҙ, ярлымы, беҙҙең барыбыҙға ла йөрәгебеҙҙе һаҡларға кәрәк. Нисек итеп? Байлыҡ яратыуға йөрәгебеҙҙә тамыр йәйергә бирмәйек һәм донъяуи эш Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән мөһимерәк булырға тейеш түгел икәнен онотмайыҡ. Был йәһәттән үҙебеҙҙе нисек тикшереп була? Мәҫәлән, бындай һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ: «Мин йыйылыш осрашыуҙарында һәм вәғәздә донъяуи эшем тураһында йыш уйламайыммы? Киләсәктәге матди хәлем тураһында һәр ваҡыт борсолоп йөрөмәйемме? Аҡса һәм мөлкәт арҡаһында никахымда ауырлыҡтар тыумаймы? Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итер өсөн, әллә ни дәрәжәле булмаған эштә эшләргә әҙерменме?» (1 Тим. 6:9—12). Был һорауҙар өҫтөндә уйланғанда, Йәһүәнең беҙҙе яратыуын һәм тоғро кешеләргә: «Мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам», — тип вәғәҙә итеүен онотмағыҙ. Шуға күрә илсе Павел: «Байлыҡҡа нәфселе булмағыҙ», — тип яҙған (Евр. 13:5, 6).
КҮҢЕЛ АСЫУҘАРҘЫ ДӨРӨҪ ҺАЙЛАҒЫҘ
11. Күңел асыуҙар кешегә нисек тәьҫир итә ала?
11 Йәһүә беҙҙең тормошҡа кинәнеп йәшәүебеҙҙе теләй, һәм күңел асыуҙар беҙгә был йәһәттән ярҙам итә. Алла Һүҙендә былай тиелә: «Кеше өсөн ашап-эсеүҙән һәм тырыш Вәғ. 2:24). Әммә был донъялағы күпселек күңел асыуҙар беҙгә насар йоғонто яһай ала. Улар кешенең әхлаҡи нормаларын төшөрә, шулай уҡ Алла Һүҙендә хөкөм ителгән нәмәләрҙе насар тип һанамаҫҡа һәм хатта уларҙы яратырға дәртләндерә.
хеҙмәте менән йәненә рәхәтлек килтереүҙән яҡшыраҡ нәмә юҡ» (12. 1 Коринфтарға 10:21, 22 буйынса, ни өсөн күңел асыуҙарҙы дөрөҫ һайлау мөһим?
12 Беҙ Йәһүәгә йән-тән менән бирелгән булырға теләйбеҙ, шунлыҡтан «Раббының да, ендең дә табынынан» ашамайбыҙ. (1 Коринфтарға 10:21, 22-не уҡығыҙ.) Берәйһе менән бергә ашау уның менән дуҫ булыуға билдә булып тора. Әгәр беҙ көс ҡулланыу, спиритизм, әхлаҡһыҙлыҡ һәм башҡа тән теләктәре тураһында уйларға этәргән күңел асыуҙар һайлаһаҡ, беҙ, образлы итеп әйткәндә, Алланың дошмандары менән бергә улар әҙерләгән ризыҡты ашайбыҙ. Һөҙөмтәлә беҙ үҙебеҙгә генә түгел, ә шулай уҡ Йәһүә менән дуҫлығыбыҙға ла зыян килтерәбеҙ.
13, 14. Яҡуб 1:14, 15-тән күренеүенсә, ни өсөн насар теләктәр үҫтергән күңел асыуҙарҙы кире ҡағырға кәрәк? Миҫал килтерегеҙ.
13 Күңел асыу менән ашау араһында ниндәй оҡшаш яҡтар бар? Ашағанда, беҙ ауыҙыбыҙға нимә һалырға икәнен үҙебеҙ һайлайбыҙ. Әммә, беҙ ризыҡты йотҡас, контролдә тотоп булмаған процестар башлана, һәм ризыҡта булған матдәләр тәнебеҙҙең өлөшө булып китә. Дөрөҫ туҡланыу һаулығыбыҙҙы нығыта, ә насар ризыҡ уны ҡаҡшата. Эҙемтәләр шунда уҡ күренмәҫкә лә мөмкин, әммә ваҡыт уҙыу менән улар мотлаҡ һиҙелер.
14 Шуның шикелле, күңел асыуҙар һайлағанда ла, беҙ аҡылыбыҙға нимә һалырға икәнен үҙебеҙ һайлайбыҙ. Әммә артабан автоматик процестар башлана, һәм беҙ һайлаған күңел асыу аҡылыбыҙға һәм йөрәгебеҙгә ниндәйҙер йоғонто яһай. Яҡшы күңел асыу беҙгә көс өҫтәй, ә насар күңел асыу беҙгә зыян килтерә. (Яҡуб 1:14, 15-те уҡығыҙ.) Насар күңел асыуҙың йоғонтоһо шунда уҡ беленмәҫкә мөмкин, әммә һуңыраҡ ул барыбер күренер. Бына ни өсөн Изге Яҙма былай тип киҫәтә: «Алданмағыҙ: Алланы алдаштырыу мөмкин түгел — кеше ни сәсһә, шуны ура. Үҙенең гонаһлы тәбиғәтенә ярарға тырышып сәсеүсе — һәләкәт урыр» (Гал. 6:7, 8). Шуға күрә Йәһүә хупламаған бөтә күңел асыуҙарҙы кире ҡағыу бик мөһим! (Зәб. 97:10).
15. Күңелебеҙҙе күтәрер өсөн, Йәһүә беҙгә ниндәй бүләк бирҙе?
15 Күп ҡәрҙәштәр интернет-телевидениебыҙҙы ҡарарға ярата. JW Broadcasting® беҙҙең рухи һаулығыбыҙҙы нығыта. Мэрилин исемле апай-ҡәрҙәш бына нимә тигән: «Интернет-телевидениебыҙ миңә ыңғай ҡараш һаҡларға ярҙам итә, һәм миңә уның йөкмәткеһен тикшереп торорға кәрәкмәй, сөнки унда булған бөтә нәмә файҙалы. Үҙемде яңғыҙ тойғанда йә төшөнкөлөккә бирелгәндә, мин берәй рухландырғыс телмәр йә иртәнге ғибәҙәт программаһын ҡарайым. Был миңә үҙемде Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына яҡыныраҡ тойорға ярҙам итә. JW Broadcasting тормошомдо тулыһынса үҙгәртте». Ә һеҙ Йәһүәнең был бүләген ҡәҙерләйһегеҙме? Һәр ай сыҡҡан программаларҙан тыш, интернет-телевидениебыҙҙа шулай уҡ күп башҡа аудио- һәм видеояҙмалар, шул иҫәптән күңел күтәргес йырҙар бар.
16, 17. Ни өсөн беҙгә күңел асыуға күпме ваҡыт сарыф итеүебеҙҙе контроль аҫтында тоторға кәрәк, һәм беҙ быны нисек эшләй алабыҙ?
16 Беҙгә күңел асыуҙың төрөн генә түгел, ә шулай уҡ уға күпме ваҡыт сарыф итеүебеҙҙе лә контроль аҫтында тоторға кәрәк. Юғиһә, Йәһүәгә хеҙмәт итеүгә ҡарағанда күңел асыуға күберәк ваҡыт бүлә башлауыбыҙ ихтимал. Күптәр, күңел асҡанда, кәрәк ваҡытта
туҡтай алмай. Абигейл исемле 18 йәшлек апай-ҡәрҙәш былай тип әйтә: «Телевизор ҡарау миңә ауыр көндән һуң бер аҙ ял итеп алырға ярҙам итә. Әммә, үҙемде ҡулда тотмаһам, телевизор алдында сәғәттәр буйы ултырам». Ә Самьюэл исемле йәш ағай-ҡәрҙәш былай тип бүлешә: «Ҡайһы саҡ мин интернетта ҡыҫҡа видеолар ҡарап тик ултырам. Бер генә ролик ҡарарға йыйынам да, өс-дүрт сәғәт ултырып ташлағанымды һиҙмәй ҙә ҡалам».17 Күңел асыуға сиктән тыш күп ваҡыт китмәһен өсөн, нимә эшләп була? Беренсе аҙым — күңел асыуға күпме ваҡыт сарыф итеүебеҙҙе билдәләү. Мәҫәлән, аҙна дауамында календарға телевизор ҡарауға, интернетта ултырыуға һәм телефон йә планшетта уйындар уйнауға күпме ваҡыт киткәнен яҙып барырға була. Әгәр күңел асыуҙар сиктән тыш күп ваҡыт алһа, график төҙөгөҙ. Тәүҙә мөһимерәк эштәргә ваҡыт бүлегеҙ, һәм шунан һуң ғына күңел асыуҙы планлаштырығыҙ. Йәһүәнән графигығыҙ буйынса эш итергә ярҙам итеүен һорағыҙ. Шул саҡта һеҙҙең шәхси өйрәнеү, ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу, йыйылыш осрашыуҙары, вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү өсөн көсөгөҙ һәм ваҡытығыҙ күберәк булыр. Шулай уҡ һеҙ, рухи эштәрҙе беренсе урынға ҡуйғанға, күңел асыуҙан күберәк шатлыҡ алырһығыҙ.
АРТАБАН ДА ЙӘҺҮӘГӘ ЙӘН-ТӘН МЕНӘН БИРЕЛГӘН БУЛЫҒЫҘ
18, 19. Беҙ Йәһүәгә йән-тән менән бирелгәнлегебеҙҙе нисек күрһәтә алабыҙ?
18 Шайтан донъяһының ахыры һәм яңы донъя тураһында яҙғандан һуң, илсе Петр былай тигән: «Ҡәҙерлеләрем, бының һәммәһен дә көтөп, Алла ҡаршыһында именлектә, бер ниндәй тапһыҙ, кәмселекһеҙ йәшәй алыу өсөн, хәлегеҙҙән килгәндең барыһын да эшләгеҙ» (2 Пет. 3:14). Был кәңәш буйынса эш итеп, әхлаҡи һәм рухи яҡтан саф булып ҡалырға тырышһаҡ, беҙ Йәһүәгә йән-тән менән бирелгән булыуыбыҙҙы күрһәтербеҙ.
19 Иблис һәм уның донъяһы артабан да тормошта нимә иң мөһиме икәнен онотторорға тырышыр (Лука 4:13). Әммә беҙ, ниндәй генә ауырлыҡтар менән осрашһаҡ та, бер кемгә лә һәм бер нәмәгә лә йөрәгебеҙҙә Йәһүәнең урынын биләргә рөхсәт итмәҫбеҙ. Беҙ тәүәккәллек менән Йәһүәгә йән-тән менән бирелгән булырға теләйбеҙ, сөнки ул ғына быға лайыҡ!
30-СЫ ЙЫР Йәһүә — Атам, Яҡлаусым, Дуҫым
^ 5 абз. Беҙ ғүмеребеҙҙе Йәһүәгә бағышланыҡ. Әммә беҙ уға йән-тән менән бирелгәнбеҙме? Ҡабул иткән ҡарарҙарыбыҙ был һорауға яуап бирер. Әйҙәгеҙ, тормошобоҙҙоң ике өлкәһенә иғтибар итәйек. Был беҙгә Йәһүәгә ни тиклем тоғро икәнебеҙҙе билдәләргә ярҙам итер.
^ 2 абз. Сығыш 34:14: «Башҡа илаһҡа табынма, сөнки Йәһүә йән-тән менән бирелгәнлекте талап итеүсе булараҡ билдәле. Эйе, ул — йән-тән менән бирелгәнлекте талап итеүсе Алла».
^ 54 абз. РӘСЕМДӘ: беҙ бысраҡ ерҙә әҙерләнгән ризыҡты ашарға теләмәҫ инек. Улайһа, ни өсөн беҙ көс ҡулланыу, спиритизм һәм әхлаҡһыҙлыҡ менән бәйле күңел асыуҙарҙы һайларға тейеш һуң?