Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

41-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

«Ҙур афәт» ваҡытында тоғро булып ҡалығыҙ

«Ҙур афәт» ваҡытында тоғро булып ҡалығыҙ

«Йәһүәгә тоғро булғандарҙың барыһы, уны яратығыҙ! Йәһүә тоғроларҙы яҡлай» (ЗӘБ. 31:23).

129-СЫ ЙЫР Сыҙам булып ҡалайыҡ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. а) Тиҙҙән халыҡтар ниндәй белдереү яһаясаҡ? б) Беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?

КҮҘ алдына килтерегеҙ: халыҡтар, ниһайәт, «барыһы ла тыныс һәм имен» тип иғлан итә. Бәлки, улар, бығаса булмаған тыныслыҡҡа ирештек, тип маҡтаналыр. Сәйәси етәкселәр беҙҙе, барыһын контроль аҫтына алдыҡ, тип ышандырырға тырыша. Әммә ысынында артабанғы ваҡиғаларға улар бер нисек тә тәьҫир итә алмаҫ! Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлек буйынса, «уларға ҡапыл һәләкәт килер», һәм уларҙың хәле «ҡотолғоһоҙ» булыр (1 Фес. 5:3).

2 Әйҙәгеҙ, бындай мөһим һорауҙарға яуап алайыҡ: «ҙур афәт» ваҡытында ниндәй ваҡиғалар буласаҡ? Ул ваҡытта Йәһүә беҙҙән нимә көтөр? «Ҙур афәт» ваҡытында тоғро булып ҡалыр өсөн, беҙгә инде хәҙер нимә эшләргә кәрәк? (Матф. 24:21).

«ҘУР АФӘТ» ВАҠЫТЫНДА НИНДӘЙ ВАҠИҒАЛАР БУЛАСАҠ?

3. Асылыш 17:5, 15—18 буйынса, Алла «Бөйөк Вавилонды» нисек юҡ итәсәк?

3 Асылыш 17:5, 15—18-ҙе уҡығыҙ. «Бөйөк Вавилон» юҡ ителәсәк! Өҫтә әйтелгәнсә, халыҡтар ул ваҡытта буласаҡ ваҡиғаларға бер нисек тә тәьҫир итә алмаҫ. Ни өсөн? Сөнки Алла «Үҙенең ихтыярын үтәү теләген [уларҙың] күңеленә» һеңдерер. Ә уның ихтыяры, йәғни ниәте ниндәй? Ялған диндең бөтә донъя империяһын, шул иҫәптән христиан донъяһын * юҡ итеү. Алла үҙ ниәтен «ҡып-ҡыҙыл януарҙың» «ун мөгөҙөнөң» күңеленә һалыр. «Ун мөғөҙ» — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына, йәғни «януарға» булышлыҡ күрһәткән бөтә хөкүмәттәр (Асыл. 17:3, 11—13; 18:8). Шул хөкүмәттәр ялған дингә һөжүм иткәс, ҙур афәт башланып китәсәк. Был һәләкәтле ваҡиға ер йөҙөндәге һәр кешегә тәьҫир итәсәк.

4. а) Халыҡтар ялған дингә һөжүм итеүен, бәлки, нисек аңлатыр? б) Дини ойошмаларҙың ағзалары, моғайын, нимә эшләр?

4 Халыҡтар Бөйөк Вавилонға һөжүм итеүен нисек аңлатыр? Әлегә беҙ белмәйбеҙ. Бәлки, улар, диндәр тыныслыҡҡа ирешеүгә ҡамасаулай һәм гел сәйәсәткә ҡыҫыла, тип әйтер. Йәки дини ойошмаларҙың бик күп байлыҡ туплағанына иғтибар итер (Асыл. 18:3, 7). Был һөжүм ваҡытында ялған диндәрҙең бөтә ағзалары ла юҡ ителмәҫ, тип фараз итеү аҡыллы булыр. Халыҡтар, күрәһең, дини ойошмаларҙы юҡ итер. Ул ваҡытта был ойошмаларҙың ағзалары дин етәкселәренең алдап йөрөгәнен аңлар һәм, моғайын, шул диндәрҙән ситләшер.

5. Ҙур афәт тураһында әйткәндә, Йәһүә нимә вәғәҙә итә һәм ни өсөн?

5 Изге Яҙмала Бөйөк Вавилондың юҡ ителеүе ни тиклем оҙаҡ дауам итәсәге әйтелмәй, әммә беҙгә был ваҡиғаның сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә буласағы билдәле (Асыл. 18:10, 21). Хаҡ дин һәм һайлап алынғандар иҫән ҡала алһын өсөн, Йәһүә «ул көндәрҙе» ҡыҫҡартырға вәғәҙә итә (Марк 13:19, 20). Әммә ҙур афәт башланғандан алып Армагеддонға тиклемге осорҙа Йәһүә беҙҙән нимә көтөр?

ХАҠ ҒИБӘҘӘТ ЯҒЫНДА ТОРОҒОҘ

6. Ни өсөн ялған дин менән бәйләнештәрҙе өҙөү генә әҙ?

6 Үткән мәҡәләлә әйтелгәнсә, Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренән, Бөйөк Вавилондан ситтә торорҙар, тип көтә. Әммә ялған дин менән бөтә бәйләнештәрҙе өҙөү генә әҙ. Беҙ тәүәккәллек менән хаҡ ғибәҙәтте яҡларға тейеш. Әйҙәгеҙ, быны ниндәй ике ысул менән эшләп булғанын ҡарап сығайыҡ.

Хатта ауыр ваҡыттарҙа ла осрашыуҙарыбыҙҙы ҡалдырмайыҡ! (7-се абзацты ҡарағыҙ.) *

7. а) Йәһүәнең юғары әхлаҡи нормалары буйынса йәшәү үҙ эсенә нимәне ала? б) Еврейҙарға 10:24, 25-тән күренеүенсә, ни өсөн хәҙерге ваҡытта осрашыуҙарға йөрөү айырыуса мөһим?

7 Беренсенән, беҙ Йәһүәнең юғары әхлаҡи нормалары буйынса йәшәргә тейеш. Беҙ донъялағы нормаларҙы һәм ҡараштарҙы үҙләштерергә һис теләмәйбеҙ. Мәҫәлән, беҙ енси әхлаҡһыҙлыҡтың бер ниндәй төрөн дә, шул иҫәптән бер енестәге кешеләрҙең никахлашыуын һәм гомосексуализмдың башҡа төрҙәрен хупламайбыҙ (Матф. 19:4, 5; Рим. 1:26, 27). Икенсенән, беҙ артабан да имандаштарыбыҙ менән бергә ғибәҙәт ҡылырға тейеш. Беҙ быны бер нигә ҡарамаҫтан эшләйбеҙ. Йыйылыш осрашыуҙары ҡайҙа ғына үткәрелһә лә — Батшалыҡ залындамы, шәхси йортта йә берәй йәшерен урындамы — беҙ барыбер осрашыуҙарыбыҙҙы ҡалдырмайбыҙ. Ысынында, Йәһүә көнө яҡынлашҡан һайын, беҙ тағы ла тырышыбыраҡ осрашыуҙарға йөрөргә тейеш. (Еврейҙарға 10:24, 25-те уҡығыҙ.)

8. Киләсәктә беҙ, күрәһең, ниндәй хәбәрҙе иғлан итербеҙ?

8 Ҙур афәт ваҡытында беҙ, күрәһең, бүтән хәбәрҙе иғлан итербеҙ. Бөгөн беҙ Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләйбеҙ һәм шәкерттәр әҙерләргә тырышабыҙ. Әммә ул ваҡытта хәбәребеҙ «ҙур-ҙур боҙ киҫәктәре» кеүек ҡаты булыр (Асыл. 16:21). Моғайын, беҙ кешеләргә Иблис донъяһының тиҙҙән юҡ ителәсәге тураһында хәбәр еткерербеҙ. Ваҡыт уҙыу менән беҙ ниндәй хәбәр иғлан итәсәгебеҙҙе һәм быны нисек эшләйәсәгебеҙҙе теүәл белербеҙ. Беҙ был хәбәрҙе инде йөҙ йылдан ашыу ҡулланған ысулдарыбыҙ менән еткерербеҙме, әллә башҡа ысулдар ҡулланырбыҙмы? Күҙ күрер. Нисек кенә булһа ла, беҙ, күрәһең, ҡыйыулыҡ менән Йәһүәнең хөкөм ҡарарын иғлан итербеҙ! (Йәз. 2:3—5).

9. Хәбәребеҙҙе ишетеп, халыҡтар, моғайын, нимә эшләр, әммә беҙ нимәгә тулыһынса ышана алабыҙ?

9 Хәбәребеҙ халыҡтарҙы, моғайын, ярһытыр, һәм улар беҙҙе туҡтатырға тырышыр. Бөгөнгө кеүек, ул ваҡытта ла беҙгә Йәһүәгә таянырға кәрәк булыр. Шуға һис тә шикләнмәҫкә була: Аллабыҙ, үҙ ихтыярын үтәргә ярҙам итер өсөн, беҙгә көс бирер (Миҡ. 3:8).

ГОГТЫҢ ҺӨЖҮМЕНӘ ӘҘЕР БУЛЫҒЫҘ

10. Лука 21:25—28-ҙә әйтелгәнсә, ҙур афәт ваҡытында күпселек кеше үҙен нисек тотор?

10 Лука 21:25—28-ҙе уҡығыҙ. Ҙур афәт ваҡытында кешеләр, ҡаҡшамаҫ булып күренгән нәмәләрҙең емерелә башлауын күреп, паникаға бирелер. Улар үҙ ғүмере өсөн борсолоп ғазапланыр, сөнки ул осор кешелек тарихында иң ҡараңғы осор булыр (Саф. 1:14, 15). Ул ваҡытта, күрәһең, Йәһүәнең хеҙмәтселәренә лә еңел булмаҫ. Был донъяның өлөшө булмағанға, беҙҙең өҫтәмә ауырлыҡтарға дусар булыуыбыҙ ихтимал. Беҙгә, бәлки, тормош өсөн кәрәкле нәмәләргә мохтажлыҡ кисерергә тура килер.

11. а) Ни өсөн Йәһүә шаһиттары иғтибар үҙәгендә булыр? б) Ни өсөн беҙгә ҙур афәттән ҡурҡырға кәрәкмәй?

11 Диндәре юҡ ителгән кешеләр, Йәһүә шаһиттарының артабан да ғибәҙәт ҡылыуын күреп, моғайын, бик ныҡ асыуланыр. Уларҙың, ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, ниндәй шау-шыу күтәрәсәген күҙ алдына ғына килтерегеҙ. Улар, бәлки, ризаһыҙлығын социаль селтәрҙәрҙә лә асыҡ итеп күрһәтер. Халыҡтар һәм уларҙың идарасыһы Шайтан Иблис, динебеҙҙе һаман тотҡаныбыҙ өсөн, беҙҙе нәфрәт итер. Халыҡтар бөтә диндәрҙе юҡ итеү маҡсатына ирешә алмағанын аңлар. Шуға күрә беҙ иғтибар үҙәгендә булырбыҙ. Тап шул ваҡытта халыҡтар Магог еренән Гог * булараҡ эш итә башлар. Улар, берләшеп, Йәһүәнең халҡына ярһыу менән һөжүм итер (Йәз. 38:2, 14—16). Ҙур афәткә бәйле ҡайһы бер ентеклектәрҙе белмәгәнгә, ваҡыт-ваҡыт беҙҙе борсолоу хисе биләп алырға мөмкин. Әммә беҙгә ҙур афәттән ҡурҡырға кәрәкмәй. Йәһүә беҙгә иҫән ҡалыу өсөн күрһәтмәләр бирәсәк (Зәб. 34:19). Беҙ, ҡотолоуыбыҙҙың яҡынлашыуын белеп, «һындарыбыҙҙы турайтып» баҫырбыҙ һәм баштарыбыҙҙы күтәрербеҙ *.

12. «Ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» беҙҙе буласаҡ ваҡиғаларға нисек әҙерләй?

12 Беҙгә ҙур афәт ваҡытында тоғро ҡалырға ярҙам итер өсөн, «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» хәҙерҙән үк беҙҙе буласаҡ ваҡиғаларға әҙерләй (Матф. 24:45). Ул быны төрлөсә эшләй, мәҫәлән, үҙ ваҡытында рухи аҙыҡ бирә. 2016—2018 йылдарҙа үткән конгрестарҙың программаһы беҙҙе Йәһүә көнөндә кәрәк буласаҡ сифаттар үҫтерергә дәртләндерҙе. Әйҙәгеҙ, был сифаттарҙы иҫкә төшөрәйек.

ТОҒРОЛОҠ, СЫҘАМЛЫҠ ҺӘМ ҠЫЙЫУЛЫҠ ҮҪТЕРЕГЕҘ

«Ҙур афәттә» иҫән ҡалыр өсөн, хәҙерҙән үк әҙерләнергә кәрәк (13—16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

13. Тоғролоҡ сифатын нисек нығытып була, һәм ни өсөн быны инде хәҙер эшләргә кәрәк?

13 Тоғролоҡ. 2016 йылғы конгресс «Йәһүәгә тоғро булып ҡалығыҙ!» тип аталған ине. Был конгрестың программаһы шуға баҫым яһаны: Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡлар өсөн, уның менән яҡын һәм йылы мөнәсәбәттәрҙә булыу мөһим; ә Йәһүәгә яҡынлашыр өсөн, эскерһеҙ доға ҡылырға һәм уның Һүҙен тырышып өйрәнергә кәрәк. Был беҙгә хатта иң ауыр һынауҙарҙа ла тоғро ҡалырға көс өҫтәр. Иблис донъяһының ахыры яҡынлашҡан һайын, беҙҙең Йәһүәгә һәм уның Батшалығына тоғролоғобоҙ тағы ла нығыраҡ һыналыр. Кешеләр, моғайын, артабан да беҙҙән мыҫҡыллап көлөр (2 Пет. 3:3, 4). Нейтралитет һаҡлауыбыҙ арҡаһында хәлебеҙ тағы ла нығыраҡ ауырлашырға мөмкин. Ҙур афәт ваҡытында тоғро булып ҡалыр өсөн, беҙгә инде хәҙер Йәһүәгә ҡарата тоғролоҡ үҫтерергә кәрәк.

14. а) Етәкселек алған ағай-ҡәрҙәштәр тураһында әйткәндә, ниндәй үҙгәреш буласаҡ? б) Ни өсөн ул ваҡытта беҙҙән тоғролоҡ талап ителер?

14 Алла халҡы араһында етәкселек алған ағай-ҡәрҙәштәр тураһында әйткәндә, ҙур афәт ваҡытында бер үҙгәреш буласаҡ. Әле ерҙә йәшәгән бөтә майланған мәсихселәр Армагеддон һуғышында ҡатнашыу өсөн күккә алынасаҡ (Матф. 24:31; Асыл. 2:26, 27). Тимәк, Етәксе кәңәшмә беҙҙең менән ерҙә инде булмаҫ. Шулай ҙа бихисап күп халыҡ артабан да яҡшы ойошторолған булыр. Бүтән һарыҡтар һанына ингән тәжрибәле ағай-ҡәрҙәштәр етәкселекте үҙ өҫтөнә алыр. Беҙгә, Йәһүәнең шул ағай-ҡәрҙәштәр аша бирелгән күрһәтмәләренә буйһоноп, тоғролоҡ күрһәтергә кәрәк булыр. Шулай эшләп кенә, беҙ ҡотола алырбыҙ!

15. Сыҙамлыҡ сифатын нисек нығытып була, һәм ни өсөн быны хәҙерҙән үк эшләргә кәрәк?

15 Сыҙамлыҡ. 2017 йылғы конгресс «Бирешмәгеҙ!» тип аталған ине. Был конгрестың программаһы беҙҙе һынауҙарҙы кисереп сыға белергә өйрәтте. Беҙ шулай уҡ, ниндәй генә шарттарҙа булһаҡ та, сыҙамлыҡ сағылдырып була икәнен белдек. Был сифатты үҫтерер өсөн, Йәһүәгә таянырға кәрәк (Рим. 12:12). Әйҙәгеҙ, Ғайса Мәсихтең: «Ахырғаса сыҙаған кеше ҡотоласаҡ», — тигән вәғәҙәһен бер ҡасан да онотмайыҡ (Матф. 24:13). Был вәғәҙәнән күренеүенсә, беҙгә, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, тоғро булып ҡалырға кәрәк. Инде хәҙер һынауҙарҙа сыҙам ҡалып, беҙ ҙур афәт башланмаҫ борон иманыбыҙҙы нығытырбыҙ.

16. Ҡыйыулыҡ нимәгә бәйле, һәм был сифатты хәҙерҙән үк нисек нығытып була?

16 Ҡыйыулыҡ. 2018 йылғы конгресс «Ҡыйыу булығыҙ!» тип аталған ине. Был конгрестың программаһы ҡыйыулыҡ һәләттәребеҙгә бәйле түгел икәнен иҫебеҙгә төшөрҙө. Сыҙамлыҡ кеүек, ҡыйыулыҡ та Йәһүәгә таяныуҙан килә. Йәһүәгә тағы ла нығыраҡ таянырға өйрәнер өсөн, нимә эшләп була? Алла Һүҙен көн дә уҡыу һәм Йәһүәнең боронғо ваҡытта үҙ халҡын нисек ҡотҡарғаны хаҡында уйланыу мөһим (Зәб. 68:20; 2 Пет. 2:9). Ҙур афәт ваҡытында халыҡтар беҙгә һөжүм иткәндә, ҡыйыулыҡ сағылдырыу һәм Йәһүәгә таяныу айырыуса мөһим булыр (Зәб. 112:7, 8; Евр. 13:6). Хәҙерҙән үк Йәһүәгә таянһаҡ, Гогтың һөжүме ваҡытында ҡыйыулыҡ сағылдыра алырбыҙ *.

ҠОТОЛОУЫҒЫҘҘЫ КӨТӨГӨҘ

Тиҙҙән Ғайса Мәсих һәм уның күктәге ғәскәре, Армагеддон һуғышын башлап, Алланың дошмандарын тар-мар итәсәк. (17-се абзацты ҡарағыҙ.)

17. Ни өсөн беҙгә Армагеддондан ҡурҡырға кәрәкмәй? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

17 Үткән мәҡәләлә әйтелгәнсә, күбебеҙ һуңғы көндәр осоронда тыуып үҫкән. Һәм беҙҙең ҙур афәттә тере ҡалырға мөмкинлегебеҙ бар. Армагеддон һуғышында был донъя төҙөлөшө тулыһынса юҡ ителәсәк. Әммә беҙгә ҡурҡырға кәрәкмәй, сөнки был Алланың һуғышы булыр (Ғиб. һүҙ. 1:33; Йәз. 38:18—20; Зәк. 14:3). Йәһүә бойороҡ биргәс, Ғайса Мәсих күктәге ғәскәрҙәрҙе һуғышҡа алып сығыр. Уның менән иҫәпһеҙ күп фәрештәләр һәм терелтелгән майланған мәсихселәр булыр. Бергә улар Шайтанға, уның ендәренә һәм ерҙәге ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышыр (Дан. 12:1; Асыл. 6:2; 17:14).

18. а) Йәһүә ниндәй вәғәҙә бирә? б) Асылыш 7:9, 13—17-ләге һүҙҙәр беҙгә нисек киләсәккә өмөт менән ҡарарға ярҙам итә?

18 Йәһүә бындай вәғәҙә бирә: «Һиңә ҡаршы яһалған бер ҡорал да уңышлы булмаҫ» (Ишағ. 54:17). Йәһүәнең «бихисап күп» тоғро хеҙмәтселәре ҙур афәтте кисереп сығасаҡ! Улар артабан да Йәһүәгә изге хеҙмәт башҡарасаҡ. (Асылыш 7:9, 13—17-не уҡығыҙ.) Алла Һүҙе беҙгә киләсәккә өмөт менән ҡарарға ныҡлы нигеҙ бирә! Беҙ «Йәһүә тоғроларҙы яҡлай» икәнен беләбеҙ (Зәб. 31:23). Йәһүәне яратҡан һәм данлаған кешеләр уның үҙ исемен аҡлауын күреп бик шатланыр (Йәз. 38:23).

19. Оҙаҡламай донъя ниндәй буласаҡ?

19 Уйлап ҡарағыҙ: әгәр 2 Тимофейға 3:2—5-тә Шайтандың йоғонтоһонан азат ителгән яңы донъяла йәшәйәсәк кешеләр тасуирланһа, был аяттар нисек яңғырар ине? (« Яңы донъяла кешеләр ниндәй буласаҡ?» тигән рамканы ҡарағыҙ.) Элек Етәксе кәңәшмәнең ағзаһы булып хеҙмәт иткән Джордж Гангас * ҡәрҙәш былай тигән: «Ерҙә ҡәрҙәштәр генә йәшәй башлағас, донъя ниндәй матур буласаҡ! Тиҙҙән һеҙ яңы донъяла йәшәү хөрмәтенә эйә булырһығыҙ. Һеҙ, Йәһүә һымаҡ, оҙаҡ йәшәрһегеҙ. Беҙ мәңге йәшәйәсәкбеҙ». Ниндәй иҫ киткес өмөт!

126-СЫ ЙЫР Уяу, ҡыйыу, сыҙам бул!

^ 5 абз. Белеүебеҙсә, оҙаҡламай «ҙур афәт» башланасаҡ. Ул ваҡытта Алла хеҙмәтселәре менән нимә булыр? «Ҙур афәт» ваҡытында Йәһүә беҙҙән нимә көтөр? Тоғро булып ҡалыр өсөн, беҙгә хәҙерҙән үк ниндәй сифаттар үҫтерергә кәрәк? Ошо мәҡәләлә беҙ был һорауҙарға яуап алырбыҙ.

^ 3 абз. АҢЛАТМА. Христиан донъяһы — үҙҙәрен мәсихселәр тип атаған, әммә кешеләрҙе Йәһүәгә уның нормалары буйынса ғибәҙәт ҡылырға өйрәтмәгән диндәр.

^ 11 абз. АҢЛАТМА. Магог еренән Гог (ҡыҫҡа формаһы Гог) — ҙур афәт ваҡытында хаҡ ғибәҙәткә ҡаршы көрәшәсәк халыҡтар берләшмәһе.

^ 11 абз. Армагеддонға килтерәсәк ваҡиғаларҙы ентекләберәк ҡарап сығырға теләһәгеҙ, «Алла Батшалығы идара итә!» тигән китаптың (тат.) 21-се бүлеген уҡығыҙ. Ә Гогтың һөжүме тураһында һәм Йәһүәнең Армагеддонда үҙ халҡын нисек яҡлаясағы хаҡында күберәк белгегеҙ килһә, «Саф ғибәҙәт торғоҙолған!» тигән китаптың (тат.) 17-се һәм 18-се бүлектәрен уҡығыҙ.

^ 16 абз. «Мөхәббәт мәңгелек!» тип аталған 2019 йылғы конгресс программаһы беҙҙе шуға ышандыра: Йәһүәнең яҡлауы аҫтында беҙ һәр ваҡыт үҙебеҙҙе имен тойорбоҙ (1 Кор. 13:8).

^ 19 абз. 1994 йыл 1 декабрь һанында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда (урыҫ) «Эштәре уның артынан килә» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

^ 65 абз. РӘСЕМДӘ: ҙур афәт ваҡытында Йәһүә шаһиттарының бәләкәй генә төркөмө, ҡыйыулыҡ сағылдырып, урманда йыйылыш осрашыуы үткәрә.

^ 67 абз. РӘСЕМДӘ: Йәһүәнең бихисап күп тоғро хеҙмәтселәре, ҙур афәтте кисереп сығып, сикһеҙ шатлана!