Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

1921. Йөҙ йыл элек

1921. Йөҙ йыл элек

«КҮҘӘТЕҮ манараһының» 1921 йылдың 1 ғинуар сығарылышында Изге Яҙманы тикшереүселәрҙең бөтәһенә лә: «Был йылда беҙгә ниндәй эш башҡарырға тура килер икән?» — тигән һорау бирелгән. Яуап итеп Ишағыя 61:1, 2-лә яҙылған һүҙҙәр килтерелгән. Унда былай тиелгән: «Йәһүә мине йыуаштарға яҡшы хәбәрҙе иғлан итергә майланы... Ул мине Йәһүәнең илтифат күрһәткән йылы хаҡында, Аллабыҙҙың үс алыу көнө тураһында иғлан итергә [ебәрҙе]».

ҠЫЙЫУ ВӘҒӘЗСЕЛӘР

Был йөкләмәне үтәр өсөн Изге Яҙманы тикшереүселәргә ҡыйыулыҡ кәрәк булған. Сөнки уларға «йыуаштарға яҡшы хәбәрҙе иғлан итергә» генә түгел, ә шулай уҡ яуыз кешеләргә лә «үс алыу көнө тураһында» һөйләргә кәрәк булған.

Канадала йәшәгән Джон Хоскин ҡәрҙәш, ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, ҡыйыулыҡ менән вәғәзләгән. Бер тапҡыр 1921 йылдың яҙ көнөндә ул методист сиркәүенең хеҙмәтсеһен осратҡан. Джон уға былай тип тәҡдим иткән: «Әйҙәгеҙ, тыныс ҡына Изге Яҙма тураһында һөйләшеп алайыҡ. Әгәр ниндәйҙер һорауҙарҙа бер ҡарашҡа килә алмаһаҡ, һәр беребеҙ үҙ фекерендә ҡалып, дуҫтарса ғына хушлашырбыҙ». Ләкин ул өмөтләнгәнсә килеп сыҡмаған. Хоскин ҡәрҙәш былай тип иҫенә төшөрә: «Ике минут та үтмәне, ул ишеген шарт итеп ябып ҡуйҙы. Мин хатта ишегендәге быяла ҡойолоп төшөр тип уйланым».

«Мәжүсиҙәргә барып бының тураһында һөйлә!» — тип ҡысҡырҙы теге ир кеше. Джон бер нәмә лә әйтмәйенсә: «Мин әле генә уларҙың береһе менән һөйләштем бит», — тип эстән генә уйлап ҡуйған.

Әммә методист бының менән генә сикләнмәгән. Джон ҡәрҙәштең иҫкә алыуы буйынса, теге ир кеше сиркәүендә вәғәз уҡығанда кешеләргә Джон тураһында, ҡаланың тарихында булған иң ҡурҡыныс алдаҡсы һәм уны атып үлтерергә кәрәк, тип әйткән. Әммә ҡәрҙәшебеҙ бер ҙә ҡурҡмаған. Ул хеҙмәтен дауам иткән һәм ҙур уңыштарға ирешкән. Джон былай тип һөйләне: «Был иң уңышлы ваҡыттар булды! Хеҙмәттә миңә ҡайһы бер кешеләр, һин Алланан ебәрелгәнһең, тип әйтә инеләр. Һәм мин бер нәмәгә лә мохтаж булмаһын өсөн ярҙам итеп торҙолар».

ШӘХСИ ҺӘМ ҒАИЛӘ ӨЙРӘНЕҮЕ

Хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынған кешеләргә рухи яҡтан үҫергә ярҙам итер өсөн Изге Яҙманы тикшереүселәр «Алтын быуат» * журналында төрлө өйрәтеү программалары баҫтырған. Мәҫәлән, балалар өсөн Изге Яҙманы өйрәнеү программаһы баҫтырылған. Атай-әсәйҙәр балаларына унда килтерелгән һорауҙар биргән һәм Изге Яҙманан яуаптар табырға ярҙам иткән. Ҡайһы бер һорауҙар ябай ғына булған, мәҫәлән: «Изге Яҙмала нисә китап?» Ә башҡалары, мәҫәлән: «Һәр мәсихсе лә эҙәрләүҙәргә дусар булырмы?» тигән һымаҡ һорауҙар йәштәргә ҡыйыу вәғәзсе булып китергә ярҙам иткән.

Шулай уҡ «Алтын быуат» журналында «Быуаттар өсөн Алла планын тәрән өйрәнеү» тигән рубрика баҫтырылған. Унда килтерелгән һорауҙар «Изге Яҙманы тикшереүҙәр» тигән баҫманың беренсе томына нигеҙләнгән булған. Был рубрикаларҙың икеһе лә меңәрләгән кешеләргә файҙа килтергән. Шулай ҙа «Алтын быуат» журналының 1921 йылының 21 декабрь сығарылышында уларҙың бүтән баҫтырылмаясағы тураһында яҙылған булған. Ни өсөн?

ЯҢЫ КИТАП!

«Алланың арфаһы» тигән китап

Уҡыу йөкләмәләре карточкаһы

Үҙ-аллы өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән һорауҙар карточкаһы

Үҙ өҫтәренә яуаплылыҡ алған ағай-ҡәрҙәштәр өйрәнеүселәргә Изге Яҙманы эҙмә-эҙлекле рәүештә өйрәнергә кәрәк икәнен аңлаған. Шуға күрә 1921 йылдың ноябрь айында «Алланың арфаһы» тигән китап сығарылған. Әгәр кеше китапты алырға теләһә, уны шул китапҡа нигеҙләнгән Изге Яҙма курсына яҙғандар. Был курсты кеше үҙ-аллы үткән. Уның ярҙамында ҡыҙыҡһынған кешеләр Алланың кешелеккә мәңгелек тормош бүләк итергә теләгәне тураһында белә алған. Өйрәнеү нисек үткән?

Китап менән бергә кешегә уҡыу йөкләмәләре карточкаһы бирелгән. Шул карточкала китаптың ниндәй биттәрен уҡырға кәрәк икәне яҙылған булған. Икенсе аҙнала почта аша ул үткән материал буйынса һорауҙар яҙылған тағы бер карточка алған. Ә карточканың аҙағында киләһе аҙнаға уҡырға кәрәк булған материал килтерелгән.

Был курс 12 аҙна дауам ителгән. Аҙнаһына бер тапҡыр ҡыҙыҡһынған кеше йөкләмә менән яңы карточка алып торған. Был карточкаларҙы уға урындағы Изге Яҙманы тикшереүселәрҙең түңәрәге (ул ваҡытта йыйылыштар шулай аталған) ебәреп торған. Ғәҙәттә, был эш өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләй алмаған оло йәштәге йә һаулығы насар булған ҡәрҙәштәргә тапшырылған. Мәҫәлән, бына нимә тип бүлешкән Милвейл ҡалаһынан (Пенсильвания, АҠШ) Анна Гарднер апай-ҡәрҙәш: «Минең апайым Тейл инвалид ине. „Алланың арфаһы“ тигән китап ярҙамында уның күберәк хеҙмәт итергә мөмкинлеге тыуҙы. Ул өйрәнеүселәргә аҙна һайын һорауҙар килтерелгән карточкалар ебәрә торғайны». Кеше курсты тамамлағас, түңәрәктән берәйһе уға Изге Яҙманы тағы ла яҡшыраҡ аңларға ярҙам итер өсөн барып йөрөгән.

Тейл Гарднер инвалид коляскаһында ултыра

АЛДА ТАҒЫ ЛА КҮБЕРӘК ЭШ КӨТӘ

1921 йылдың аҙағында Джозеф Рутерфорд ҡәрҙәш Изге Яҙманы тикшереүселәрҙең түңәрәктәренә хат ебәргән. Унда былай тиелгән булған: «Быйыл Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәр бер ваҡытта ла яңғырамағандай яңғыраны һәм ифрат күп кешегә ярҙам итте». Унан һуң ул былай тип өҫтәгән: «Беҙҙе әле күп эш көтә. Башҡаларҙы ла был фатихалы хеҙмәткә ҡушылырға дәртләндерегеҙ». Күреүебеҙсә, Изге Яҙманы тикшереүселәр уның кәңәше буйынса эш иткән. 1922 йылда улар Батшалыҡ тураһында тағы ла ашҡыныбыраҡ һәм ҡыйыуыраҡ вәғәзләгән.

^ 9 абз. «Алтын быуат» журналы 1937 йылдан башлап — «Йыуаныс», ә 1946 йылдан башлап «Уянығыҙ!» тип атала.