36-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ
Армагеддон күп фатихалар килтерәсәк!
«Шаҡшы рухтар батшаларҙы... „Армагеддон“ тип аталған урынға йыйҙы» (АСЫЛ. 16:16).
150-СЕ ЙЫР Ҡотолор өсөн, Хоҙайҙы эҙлә
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *
1, 2. а) Ни өсөн Армагеддон — шатлыҡлы ваҡиға? б) Был мәҡәләлә ниндәй һорауҙар ҡаралыр?
ҺЕҘ, моғайын, кешеләрҙең «Армагеддон» тигән һүҙҙе атом һуғышына йә экологик һәләкәткә ҡарата ҡулланыуын ишеткәнһегеҙҙер. Әммә, Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Армагеддон — шатлыҡлы ваҡиға, ул күп фатихалар килтерәсәк (Асыл. 1:3). Армагеддон һуғышында кешелек юҡ ителмәйәсәк, ә, киреһенсә, ҡотҡарыласаҡ! Нисек итеп?
2 Изге Яҙманан күренеүенсә, Армагеддон һуғышы ҡотолоу килтерәсәк, сөнки кешеләрҙең идара итеүен бөтөрәсәк. Был һуғышта бөтә яуыз кешеләр юҡ ителер, һәм ерҙә тик тәҡүә кешеләр генә ҡалыр. Өҫтәүенә, Армагеддон ер шарын һәләк ителеүҙән һаҡлап ҡаласаҡ (Асыл. 11:18). Быны яҡшыраҡ аңлар өсөн, әйҙәгеҙ, бындай дүрт һорауҙы ҡарап сығайыҡ: нимә ул Армагеддон? Ниндәй ваҡиғалар Армагеддонға килтерәсәк? Армагеддонда иҫән ҡалыр өсөн нимә эшләргә кәрәк? Был донъяның һуңғы көндәрендә тоғро булып ҡалырға беҙгә нимә ярҙам итер?
НИМӘ УЛ АРМАГЕДДОН?
3. а) «Армагеддон» тигән һүҙ нимәне аңлата? б) Асылыш 16:14, 16-нан Армагеддондың билдәле бер урын түгел икәнлеге нисек күренә?
3 Асылыш 16:14, 16-ны уҡығыҙ. «Армагеддон» тигән һүҙ Изге Яҙмала бер тапҡыр ғына осрай. Ул «Мегиддо тауы» тигәнде аңлатҡан еврей һүҙенән барлыҡҡа килгән (Асыл. 16:16). Боронғо Израилдә Мегиддо тигән бер ҡала булған (Еш. 17:11). Әммә Армагеддон ниндәйҙер букваль урын түгел. Асыҡ ҡына итеп әйткәндә, Армагеддон тигән һүҙ «бөтөн донъя батшаларының» Йәһүәгә ҡаршы йыйылыуын аңлата (Асыл. 16:14). Әммә был мәҡәләлә беҙ «Армагеддон» тигән һүҙҙе батшаларҙың йыйылыуынан һуң башланасаҡ һуғышҡа ҡарата ла ҡулланырбыҙ. Ни өсөн, Армагеддон — ул символик урын, тип әйтеп була? Беренсенән, ер йөҙөндә Мегиддо тип аталған тау юҡ. Икенсенән, Мегиддо ҡалаһы тирәһендәге территория әллә ни ҙур түгел, шуға күрә ул «бөтөн донъя батшаларын», уларҙың ғәскәрҙәрен һәм хәрби техникаларын һис тә һыйҙыра алмай. Өсөнсөнән, Армагеддон һуғышы «донъя батшаларының» Алла халҡына һөжүм итеүенән башланасаҡ, ә Алла хеҙмәтселәре ер йөҙө буйлап таралған.
4. Ни өсөн Йәһүә үҙенең һуңғы бөйөк һуғышын Мегиддо менән бәйләгән?
4 Ни өсөн Йәһүә һуңғы бөйөк һуғышты Мегиддо менән бәйләгән? Боронғо заманда күп кенә һуғыштар Мегиддола һәм уның янындағы Йәзрәил үҙәнендә үткән. Йәһүә шул һуғыштарҙың ҡайһы берҙәрендә үҙе ҡатнашҡан. Мәҫәлән, «Мегиддо һыуҙары янында» Алла израилдәрҙең хөкөмсөһө Варакка Ҡынаан ғәскәрен һәм уларҙы етәкләгән Сисараны еңергә ярҙам иткән. Варак һәм пәйғәмбәр ҡатын Девора, мөғжизәле еңеү өсөн Йәһүәгә рәхмәт белдереп, былай тип йырлаған: «Күктән йондоҙҙар... Сисараға ҡаршы һуғышты. Кишон ташҡыны уларҙы ағыҙып алып китте» (Хөк. 5:19—21).
5. Армагеддон һуғышы Варак ҡатнашҡан һуғыштан нимә менән айырылып торор?
5 Варак һәм Девора үҙҙәренең йырын бындай һүҙҙәр менән тамамлаған: «Эй Йәһүә, бөтә дошмандарың юҡҡа сыҡһын, ә һине яратыусылар балҡып күтәрелеүсе ҡояштай булһын» (Хөк. 5:31). Армагеддон һуғышында ла Алланың дошмандары юҡҡа сығыр, ә Йәһүәне яратыусылар ҡотҡарылыр. Әммә был ике һуғыш араһында мөһим айырма бар. Армагеддон ваҡытында Алла халҡы һуғышмаясаҡ. Уларҙың хатта хәрби ҡоралдары ла булмаясаҡ! Улар, «тыныс ҡалып», шулай уҡ Йәһүәгә һәм уның күктәге ғәскәрҙәренә таянып, «көслө булыр» (Ишағ. 30:15; Асыл. 19:11—15).
6. Армагеддонда Алла үҙенең дошмандарын нисек юҡ итә ала?
6 Армагеддонда Алла үҙенең дошмандарын нисек тар-мар итәсәк? Ул быны төрлөсә эшләй ала. Мәҫәлән, ул ер тетрәү, боҙло ямғыр йә йәшен ҡуллана ала (Әйүп 38:22, 23; Йәз. 38:19—22). Алла дошмандарын бер-береһенә ҡаршы һуғышырға этәрергә мөмкин (2 Йыл. 20:17, 22, 23). Ул шулай уҡ, яуыздарҙы юҡ итер өсөн, фәрештәләрен ҡуллана ала (Ишағ. 37:36). Нисек кенә эш итһә лә, Алла, һис шикһеҙ, еңәсәк. Уның бөтә дошмандары юҡ ителәсәк, ә тәҡүә кешеләр иҫән ҡаласаҡ (Ғиб. һүҙ. 3:25, 26).
НИНДӘЙ ВАҠИҒАЛАР АРМАГЕДДОНҒА КИЛТЕРӘСӘК?
7, 8. а) 1 Фессалоникаларға 5:1—6 буйынса, сәйәси етәкселәр ниндәй ғәҙәттән тыш белдереү иғлан итәсәк? б) Ни өсөн был ялған һәләкәтле буласаҡ?
7 Йәһүә көнө алдынан, «барыһы ла тыныс һәм имен» тигән иғлан яңғыраясаҡ. (1 Фессалоникаларға 5:1—6-ны уҡығыҙ.) 1 Фессалоникаларға 5:2-лә телгә алынған «Раббы көнө», йәғни Йәһүә көнө «ҙур афәтте» аңлата (Матф. 24:21). Ҙур афәттең башланырға тороуын беҙ ҡайҙан белербеҙ? Изге Яҙма буйынса, тәүҙә ғәҙәттән тыш иғлан яңғыраясаҡ. Был иғлан ҙур афәттең башланыуын күрһәтәсәк.
8 Ни өсөн сәйәси етәкселәр «барыһы ла тыныс һәм имен» тип иғлан итәсәк? Әлегә быны теүәл әйтеп булмай. Дин әһелдәре уларға ҡушыласаҡмы? Бәлки. Нисек кенә
булһа ла, был иғлан ендәр таратҡан тағы бер ялған ғына булыр. Әммә был ялған айырыуса һәләкәтле булыр, сөнки уға ышанған кешеләр, тарихтағы иң бөйөк афәт башланыр алдынан, үҙҙәрен тыныс һәм имен тойор. Эйе, шул саҡта «уларға ҡапыл һәләкәт килер, һәм был хәл ғоманлы ҡатындың бала тыуҙырыу мәлендәге ғазаптары кеүек» булыр. Ә Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәре тураһында нимә әйтеп була? Бәлки, Йәһүә көнөнөң ҡапыл башланып китеүе уларҙы ғәжәпләндерер, әммә улар был көнгә әҙер булыр.9. Алла Шайтандың донъяһын ниндәй тәртиптә юҡ итәсәк?
9 Йәһүә Шайтандың донъяһын, Нух көндәрендәге кеүек, бер юлы юҡ итмәйәсәк. Ул быны ике этапта эшләйәсәк. Тәүҙә ул Бөйөк Вавилонды — ялған диндең бөтә донъя империяһын тар-мар итер. Ә шунан, Армагеддон ваҡытында, ул Шайтан донъяһының ҡалған өлөштәрен — сәйәси, хәрби системаларҙы һәм коммерция системаһын юҡҡа сығарыр. Әйҙәгеҙ, был ике этапты ентекләберәк ҡарап сығайыҡ.
10. Асылыш 17:1, 6 һәм 18:24 буйынса, ни өсөн Йәһүә Бөйөк Вавилонды юҡ итәсәк?
10 «Бөйөк фәхишәгә буласаҡ хөкөм». (Асылыш 17:1, 6; 18:24-те уҡығыҙ.) Бөйөк Вавилон Алла исеменә ҡара тап төшөрә. Ул Алла тураһында ялған тарата. Ул, хөкүмәттәр менән килешеүҙәр төҙөп, рухи фәхишәлек менән шөғөлләнә. Өҫтәүенә, ялған дин, хакимлығын һәм дәрәжәһен ҡулланып, үҙ ағзаларынан аҡса һура. Бынан тыш, ул күп ҡан ҡойған, шул иҫәптән ҡайһы бер Алла хеҙмәтселәрен дә үлтергән! (Асыл. 19:2). Йәһүә Бөйөк Вавилонды нисек юҡ итәсәк?
11. «Ҡып-ҡыҙыл януар» кемде символлаштыра, һәм Йәһүә уны Бөйөк Вавилонға ҡаршы нисек ҡулланасаҡ?
11 «Бөйөк фәхишәне» юҡ итер өсөн, Йәһүә «ҡып-ҡыҙыл януарҙың» «ун мөгөҙөн» ҡулланыр. Был образлы януар — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһын, ә уның ун мөгөҙө был ойошмаға булышлыҡ иткән хөкүмәттәрҙе Асыл. 17:3, 16). Был хөкөм тиҙ арала, әйтерһең дә, «бер көн эсендә» ғәмәлгә ашырылыр. Ялған дингә булышлыҡ итеүселәр быға шаҡ ҡатыр, сөнки ул оҙаҡ ваҡыт: «Батшабикә булып ултырам, мин тол ҡатын түгел, ҡайғы күрмәйәсәкмен!» — тип маҡтанған (Асыл. 18:7, 8).
символлаштыра. Алла билдәләгән ваҡытта был хөкүмәттәр символик Вавилонға, йәғни «бөйөк фәхишәгә» һөжүм итер. Улар, уның байлығын талап һәм яуызлығын фаш итеп, «уны бөлгөнлөккә төшөрәсәк, яланғас ҡалдырасаҡ» (12. Йәһүә нимәне рөхсәт итмәйәсәк һәм ни өсөн?
12 Алла башҡа халыҡтарға үҙ халҡын юҡ итергә рөхсәт итмәйәсәк. Уның хеҙмәтселәре ғорурлыҡ менән Алла исемен йөрөтә һәм, уға бойһоноп, Бөйөк Вавилондан ситтә тора (Ғәм. 15:16, 17; Асыл. 18:4). Улар шулай уҡ башҡаларға унан сығырға ярҙам итер өсөн күп тырышлыҡ һала. Шуға күрә Йәһүәнең хеҙмәтселәре ялған диндең «бәлә-ҡазаларына дусар булмаҫ». Шулай ҙа уларҙың иманы һыналыр.
13. а) Кем ул Гог? б) Йәзәкил 38:2, 8, 9 буйынса, Армагеддон һуғышы ҡасан башланып китәсәк?
13 Гогтың һөжүме. (Йәзәкил 38:2, 8, 9-ҙы * уҡығыҙ.) Ялған диндең бөтә ойошмалары юҡ ителгәс, Алла халҡы көслө дауылдан һуң иҫән ҡалған яңғыҙ ағас кеүек тороп ҡалыр. Әлбиттә, Шайтанды был ярһытыр. Ярһыуынан ул «шаҡшы рухтар», йәғни ендәрҙең пропагандаһы аша халыҡтар берләшмәһен Алла халҡына ҡаршы ҡотортор (Асыл. 16:13, 14). Был берләшмә «Магог еренән Гог» тип атала. Халыҡтар үҙ һөжүмен башлағас, Армагеддон һуғышы башланып китер (Асыл. 16:16).
14. Гог нимәне аңлар?
2 Йыл. 32:8). Беҙ иһә Йәһүә Аллабыҙға таянырбыҙ. Әммә халыҡтарға был ахмаҡлыҡ булып күренер, сөнки Бөйөк Вавилондың илаһтары уны «януарҙан» һәм «ун мөгөҙҙән» ҡотҡарманы (Асыл. 17:16). Шуға күрә Гог Алла халҡын еңел генә юҡ итергә өмөтләнер. Ул, «ерҙе ҡаплаусы болоттар һымаҡ», Йәһүәнең халҡына ҡаршы сығыр (Йәз. 38:16). Ләкин тиҙҙән Гог тоҙаҡҡа эләккәнен күрер. Ҡыҙыл диңгеҙҙә ҡотолғоһоҙ хәлдә ҡалған фирғәүен кеүек, Гог Йәһүәгә ҡаршы һуғышыуын аңлар (Сығ. 14:1—4; Йәз. 38:3, 4, 18, 21—23).
14 Гог «кеше көсөнә» — үҙенең хәрби ҡоралдарына таяныр (15. Армагеддон һуғышында Ғайса нимә эшләйәсәк?
15 Ғайса Мәсих үҙенең күктәге ғәскәрҙәре менән Алла халҡын яҡлар һәм Гогтың ғәскәрҙәрен тар-мар итер (Асыл. 19:11, 14, 15). Ә, ялған пропаганда таратып, халыҡтарҙы Армагеддонға килтергән Шайтан Иблис менән нимә булыр? Ғайса уны һәм уның ендәрен упҡынға ташлар, унда улар мең йыл булыр (Асыл. 20:1—3).
АРМАГЕДДОНДА НИСЕК ИҪӘН ҠАЛЫРҒА?
16. а) Алланы белеүебеҙҙе нисек күрһәтеп була? б) Армагеддонда Алланы белгән кешеләр менән нимә буласаҡ?
16 Хәҡиҡәттә күпме генә йылдар булһаҡ та, Армагеддонда иҫән ҡалыр өсөн, беҙ Алланы белеүебеҙҙе һәм «Ғайса тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә ҡолаҡ» һалыуыбыҙҙы эштәр менән күрһәтергә тейеш (2 Фес. 1:7—9). Алланы белеү уның нормаларын аңлауҙы, уға нимә оҡшай һәм оҡшамай икәнен белеүҙе үҙ эсенә ала. Бынан тыш, Алланы белеүебеҙҙе күрһәтер өсөн, уны яратырға, уға буйһонорға һәм йән-тән менән бирелгән булырға кәрәк (1 Яхъя 2:3—5; 5:3). Йәһүәне белеүебеҙҙе күрһәтһәк, беҙ «Алла тарафынан» танылыу хөрмәтенә эйә булырбыҙ, ә был беҙҙе Армагеддонда ҡотҡарып алып ҡалыр (1 Кор. 8:3). Ни өсөн? Сөнки «Алла тарафынан» танылыу уның хуплауына килтерә.
17. «Ғайса тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә» буйһоноу нимәне аңлата?
17 «Ғайса тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәр» үҙ эсенә Ғайса өйрәткән бөтә хәҡиҡәттәрҙе Матф. 6:33; 24:14). Беҙ шулай уҡ Ғайсаның майланған ҡәрҙәштәренә етди йөкләмәләрен үтәргә ярҙам итәбеҙ (Матф. 25:31—40).
ала. Алла Һүҙендә яҙылған был хәҡиҡәттәр буйынса йәшәйбеҙ икән, тимәк, беҙ һөйөнөслө хәбәргә буйһонабыҙ. Мәҫәлән, беҙ Батшалыҡ эштәрен тормошта беренсе урынға ҡуябыҙ, Алланың ғәҙел нормаларын тотабыҙ һәм уның Батшалығы тураһында вәғәзләйбеҙ (18. Нисек итеп Мәсихтең майланған ҡәрҙәштәре «бүтән һарыҡтарҙы» бүләкләй аласаҡ?
18 Тиҙҙән майланған мәсихселәрҙең «бүтән һарыҡтарҙы» бөтә игелекле эштәре өсөн бүләкләргә мөмкинлектәре буласаҡ (Яхъя 10:16). Нисек итеп? Армагеддон һуғышы башланғанға тиклем, 144 000 майланған мәсихсенең ерҙә ҡалғандары үлемһеҙ рухи заттар булараҡ күккә алыныр. Шунан улар күктәге ғәскәрҙәрҙең ағзалары булып китер, һәм был күктәге ғәскәрҙәр, Гогты тар-мар итеп, «бихисап күп» Алла хеҙмәтселәрен ҡотҡарыр (Асыл. 2:26, 27; 7:9, 10). «Бихисап күп» кеше Йәһүәнең майланған хеҙмәтселәренә, ерҙә булған саҡтарында, ярҙам иткәндәренә бик шат булыр!
АХЫРҒА ТИКЛЕМ ТОҒРО БУЛЫҒЫҘ
19, 20. Армагеддон етеп килгәндә, һынауҙарға ҡарамаҫтан, нисек тоғро булып ҡалырға?
19 Был ауыр һуңғы көндәрҙә Йәһүәнең күп хеҙмәтселәре һынауҙар кисереп йәшәй. Шулай ҙа беҙ шатлыҡлы булып ҡала алабыҙ (Яҡ. 1:2—4). Беҙгә эскерһеҙ доға ярҙам итер (Лука 21:36). Бынан тыш, доғаларыбыҙ буйынса эш итеп, Алла Һүҙен көн дә өйрәнеү һәм уның өҫтөндә уйланыу мөһим. Мәҫәлән, беҙҙең ваҡыттарға ҡағылған пәйғәмбәрлектәрҙе тикшерергә була (Зәб. 77:12). Быларҙың барыһы, шулай уҡ вәғәздә әүҙем ҡатнашыу иманыбыҙҙы — көслө, ә өмөтөбөҙҙө тере килеш һаҡлар!
20 Уйлап ҡына ҡарағыҙ, Бөйөк Вавилондың юҡ ителеүе һәм Армагеддон һуғышының тамамланыуы һеҙгә күпме шатлыҡ килтерәсәк! Ә Алла исеменең һәм хакимлығының тулыһынса аҡланыуы һеҙҙе ни тиклем бәхетле итәсәген күҙ алдына ғына килтерегеҙ! (Йәз. 38:23). Эйе, Алланы белгән, уның Улына буйһонған һәм ахырға тиклем тоғролоҡ һаҡлаған кешеләргә Армагеддон күп фатихалар килтерәсәк (Матф. 24:13).
143-СӨ ЙЫР Көт, вәғәзлә, иҫеңдә тот
^ 5 абз. Йәһүәнең халҡы Армагеддонды инде күптән көтә. Нимә ул Армагеддон? Ниндәй ваҡиғалар Армагеддонға килтерәсәк? Был донъяның ахыры етеп килгәндә тоғро булып ҡалыр өсөн нимә эшләргә кәрәк? Был мәҡәләлә ошо һорауҙарға яуап бирелер.
^ 13 абз. Йәзәкил 38:2, 8, 9: «Әҙәм улы, Магог еренән Гогка табан — Мәших һәм Тубалдың төп башлығына табан йөҙөңдө бор ҙа уның тураһында пәйғәмбәрлек ит. Күп көндәрҙән һуң һиңә иғтибар итерҙәр. Һуңғы йылдарҙа һин бер халыҡтың еренә һөжүм итерһең. Ҡылыс менән харап ителгән шул халыҡ торғоҙолған булған, һәм уны күп халыҡтар араһынан оҙаҡ ваҡыт ташландыҡ хәлдә ятҡан Израиль тауҙарына йыйғандар. Шул ерҙә йәшәүселәр башҡа халыҡтарҙан сығарылған булған, һәм уларҙың барыһы имен йәшәй. Һин уларға ҡаршы дауыл һымаҡ килерһең. Был ерҙе һин үҙең, бөтә ғәскәрҙәрең һәм һинең менән булған күп халыҡтар болоттарҙай ҡапларһығыҙ».
^ 72 абз. РӘСЕМДӘ: донъяла ошо ваҡиғалар булып ятҡан саҡта беҙ 1) мөмкин булған тиклем вәғәзләрбеҙ, 2) артабан да Изге Яҙманы өйрәнербеҙ, 3) Алланың беҙҙе яҡлауына тулыһынса ышанырбыҙ.
^ 86 абз. РӘСЕМДӘ: полицейскийҙар мәсихселәр ғаиләһенең йортона бәреп инергә торалар, әммә был ғаилә Ғайса менән фәрештәләрҙең барыһын күреп торғанына тулыһынса ышана.