Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

35-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Йәһүә баҫалҡы хеҙмәтселәрен ҡәҙерләй

Йәһүә баҫалҡы хеҙмәтселәрен ҡәҙерләй

«Йәһүә... баҫалҡыларҙы күрә» (ЗӘБ. 138:6).

48-СЕ ЙЫР Көн һайын Йәһүә юлында йөрөйбөҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Йәһүә баҫалҡы кешеләргә нисек ҡарай? Аңлатығыҙ.

ЙӘҺҮӘ баҫалҡы кешеләрҙе ярата. Тик баҫалҡы кешеләр генә уның менән яҡын һәм йылы мөнәсәбәттәргә эйә була ала. «Ә тәкәбберҙәрҙе [Йәһүә] яҡын да килтермәй» (Зәб. 138:6). Беҙ бөтәбеҙ ҙә Йәһүәне ҡыуандырырға һәм уның яратыуын тойорға теләйбеҙ, шуға күрә баҫалҡылыҡ үҫтерер өсөн етди сәбәптәр бар.

2. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

2 Был мәҡәләлә бындай һорауҙарға яуап бирелер: 1) Нимә ул баҫалҡылыҡ? 2) Ни өсөн был сифатты үҫтерергә кәрәк? 3) Ниндәй осраҡтарҙа баҫалҡылығыбыҙ һыналырға мөмкин? Бынан тыш, беҙ шуны күрербеҙ: баҫалҡылыҡ сифатын үҫтереп, Йәһүәне шатландырырға һәм үҙебеҙгә файҙа килтерергә була (Ғиб. һүҙ. 27:11; Ишағ. 48:17).

НИМӘ УЛ БАҪАЛҠЫЛЫҠ?

3. Баҫалҡылыҡ нимә ул?

3 Баҫалҡы кеше үҙен юғары ҡуймай, уға ғорурлыҡ һәм тәкәбберлек хас түгел. Ундай кеше Йәһүәнең ни тиклем бөйөк икәнен аңлай һәм башҡаларҙы үҙенән өҫтөн күрә. Ул башҡа кешеләрҙең ниндәйҙер яҡтарҙан үҙенән яҡшыраҡ булғанын таный (Флп. 2:3, 4).

4, 5. Ни өсөн тыштан баҫалҡы булып күренгән кеше ысынында баҫалҡы булмаҫҡа мөмкин?

4 Ҡайһы бер кешеләр тыштан ғына баҫалҡы булып күренә. Улар тыныс холоҡло һәм оялсан булырға мөмкин. Йәки, башҡалар менән ихтирамлы һәм ипле мөғәмәлә итһәләр ҙә, уларҙың быны ата-әсәләренән алған тәрбиә арҡаһында ғына эшләүе ихтимал, ә күңел түрҙәрендә улар бик ғорур булырға мөмкин. Иртәме-һуңмы, уларҙың ысынында ниндәй булғандары асыласаҡ (Лука 6:45).

5 Икенсе яҡтан, үҙ көсөнә ышанған йә тура һүҙле кешеләр ғорур булмаҫҡа мөмкин (Яхъя 1:46, 47). Әммә шундай кешеләргә үҙ һәләттәренә сиктән тыш ныҡ таянмаҫ өсөн һаҡ булырға кәрәк. Шундай сифаттарға эйә булмаһаҡ та, беҙҙең барыбыҙға ла йөрәк торошобоҙҙо баҫалҡы килеш һаҡларға кәрәк.

Илсе Павел баҫалҡы булған һәм үҙен юғары ҡуймаған (6-сы абзацты ҡарағыҙ.) *

6. 1 Коринфтарға 15:10-дан күренеүенсә, беҙ Павелдың миҫалынан нимәгә өйрәнә алабыҙ?

6 Илсе Павелдың миҫалына иғтибар итәйек. Йәһүә уны төрлө ҡалаларҙа йыйылыштар ойошторор өсөн ҡулланған. Бәлки, ул Ғайса Мәсихтең башҡа илселәренә ҡарағанда күберәк эштәр башҡарғандыр. Шулай ҙа Павел үҙен имандаштарынан өҫтөн ҡуймаған. Ул баҫалҡы ғына былай тип таныған: «Мин илселәрҙең иң кесеһе. Алла берҙәмлеген эҙәрлекләгәнем өсөн илсе тип аталырға ла лайыҡ түгелмен» (1 Кор. 15:9). Шунан Павел Йәһүә менән яҡшы мөнәсәбәттәре хаҡында яҙа һәм быға үҙенең яҡшы сифаттары йә ҡаҙаныштары ярҙамында түгел, ә Алланың йомарт игелеге ярҙамында өлгәшкәне тураһында әйтә. (1 Коринфтарға 15:10-ды уҡығыҙ.) Эйе, Павел баҫалҡылыҡ сағылдырыуҙа яҡшы үрнәк күрһәткән. Коринф йыйылышында ҡайһы берәүҙәр уны тәнҡитләһә лә, ул шул мәсихселәргә яҙған хатында һис маҡтанмаған (2 Кор. 10:10).

Карл Клейн — элек Етәксе кәңәшмәлә хеҙмәт иткән баҫалҡы ағай-ҡәрҙәш (7-се абзацты ҡарағыҙ.)

7. Карл Клейн ҡәрҙәш баҫалҡы булыуын нисек күрһәткән?

7 Күп ҡәрҙәштәрҙе Карл Клейндың биографияһы бик рухландырған. Ул Етәксе кәңәшмәнең ағзаһы булып хеҙмәт иткән. Үҙенең биографияһында Клейн ҡәрҙәш, баҫалҡылыҡ сағылдырып, етешһеҙлектәре һәм ауырлыҡтары тураһында һәйләп биргән. Мәҫәлән, 1922 йылда ул беренсе тапҡыр өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләп ҡараған. Әммә хеҙмәттең был төрө уға шул тиклем ауыр бирелгән, ул хатта ике йыл тирәһе өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләмәгән. Һуңыраҡ, Вефилдә хеҙмәт иткәндә, ул бер ҡәрҙәштең кәңәшенә үпкәләгән. Ә бер ваҡыт уның нервылары ҡаҡшаған, әммә һуңыраҡ ул йүнәлеп киткән. Шулай ҙа Клейн ҡәрҙәш күп хөрмәтле вазифалар үтәгән. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: күптәргә билдәле булған ағай-ҡәрҙәшкә, үҙенең етешһеҙлектәре тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләп бирер өсөн, күпме баҫалҡылыҡ кәрәк! Күптәр Клейн ҡәрҙәште һәм уның биографияһын * йылылыҡ менән иҫкә ала.

НИ ӨСӨН БАҪАЛҠЫЛЫҠ СИФАТЫН ҮҪТЕРЕҮ МӨҺИМ?

8. 1 Петр 5:6-лағы һүҙҙәр Йәһүәнең баҫалҡылыҡ сифатын яратыуын нисек күрһәтә?

8 Баҫалҡылыҡ үҫтерер өсөн иң мөһим сәбәп — Йәһүәне ҡыуандырыу. Илсе Петр быны асыҡ итеп күрһәткән. (1 Петр 5:6-ны уҡығыҙ.) «Кил дә миңә эйәр» тигән китапта (урыҫ) Петрҙың һүҙҙәре былай тип аңлатыла: «Ғорурлыҡ ағыуға оҡшаш. Уның эҙемтәләре ҡот осҡос. Был сифат арҡаһында хатта бик һәләтле кеше лә Алла өсөн файҙаһыҙ булып китергә мөмкин. Баҫалҡылыҡ иһә хатта иң ябай кешене лә Йәһүә өсөн бик файҙалы итә ала... Баҫалҡылыҡ сағылдырһағыҙ, [Йәһүә] шатланыр һәм һеҙҙе теләп фатихалар» *. Ә Йәһүәне ҡыуандырыуҙан яҡшыраҡ бер нәмә лә юҡ! (Ғиб. һүҙ. 23:15).

9. Ни өсөн баҫалҡы кешеләр барыһына ла оҡшай?

9 Баҫалҡылыҡ сағылдырырға тырышһаҡ, беҙ, Йәһүәне шатландырыуҙан тыш, башҡа күп фатихалар ҙа алырбыҙ. Мәҫәлән, баҫалҡылыҡ кешеләрҙе йәлеп итә. Быны аңлар өсөн, үҙегеҙҙе башҡаларҙың урынына ҡуйып ҡарағыҙ (Матф. 7:12). Ғәҙәттә, башҡаларҙың тәҡдимдәрен иҫәпкә алмаған үҙ һүҙле кешеләр менән аралашыу бер кемгә лә оҡшамай. Һәм киреһенсә, «миһырбанлы, туған йәнле, шәфҡәтле, тыйнаҡ» ҡәрҙәштәр барыһына ла оҡшай (1 Пет. 3:8). Беҙ баҫалҡы кешеләргә тартылабыҙ икән, тимәк, үҙебеҙ баҫалҡылыҡ сағылдырһаҡ, башҡалар ҙа беҙгә тартылыр.

10. Ни өсөн баҫалҡы кешегә тормоштағы ауырлыҡтарҙы кисереп сығыуы еңелерәк?

10 Баҫалҡылыҡ шулай уҡ тормошобоҙҙо еңеләйтә. Ҡайһы саҡта тормош беҙгә ғәҙелһеҙ булып күренергә мөмкин. Аҡыллы Сөләймән батша былай тигән: «Мин аттарға атланған хеҙмәтселәрҙе һәм, ҡолдар кеүек, йәйәү йөрөгән түрәләрҙе күрҙем» (Вәғ. 10:7). Бик һәләтле кешеләр ҙә танылыу алмаҫҡа мөмкин, ә әллә ни һәләтле булмағандарҙың күберәк хөрмәт ҡаҙаныуы ихтимал. Шулай ҙа Сөләймән шуны таныған: иғтибарҙы тормоштоң тиҫкәре яҡтарына туплағансы, уны нисек бар шулай ҡабул итеү яҡшыраҡ (Вәғ. 6:9). Баҫалҡылыҡ был йәһәттән ярҙам итә лә.

НИНДӘЙ ОСРАҠТАРҘА БАҪАЛҠЫЛЫҒЫБЫҘ ҺЫНАЛА?

Ошоға оҡшаш осраҡтарҙа баҫалҡылығыбыҙ нисек һыналырға мөмкин? (11, 12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

11. Кәңәш алғанда, быға нисек ҡарарға кәрәк?

11 Көн дауамында баҫалҡылыҡ сағылдырыр өсөн күп мөмкинлектәр тыуа. Әйҙәгеҙ, уларҙың ҡайһы берҙәрен ҡарап сығайыҡ. Мәҫәлән, кәңәш алғанда. Шуны иҫтә тоторға кәрәк: берәйһе беҙгә кәңәш бирер өсөн ваҡыт бүлгән икән, күрәһең, хатабыҙ беҙ уйлағандан да етдиерәк. Ундай саҡтарҙа кәңәште шунда уҡ кире ҡағырға теләк тыуырға мөмкин. Беҙҙең кәңәш биргән кешене йә уның быны нисек эшләгәнен тәнҡитләүебеҙ ихтимал. Ләкин, баҫалҡы булһаҡ, беҙ төҙәтеүгә дөрөҫ ҡарарға тырышырбыҙ.

12. Ғибрәтле һүҙҙәр 27:5, 6-нан күренеүенсә, ни өсөн кәңәш биргән кешегә рәхмәтле булырға кәрәк? Миҫал килтерегеҙ.

12 Баҫалҡы кеше кәңәштәрҙе ҡәҙерләй. Күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙ йыйылыш осрашыуында ҡәрҙәштәр менән аралашаһығыҙ, ти. Бер нисә ҡәрҙәш менән һөйләшеп алғандан һуң, уларҙың береһе, һеҙҙе ситкә алып китеп, тешегеҙ араһында ризыҡ ҡалғаны тураһында әйтә. Әлбиттә, һеҙ уңайһыҙланып китәһегеҙ, шулай ҙа был ҡәрҙәшкә рәхмәтлеһегеҙ. Берәйһе һеҙгә быны алдараҡ белдергән булһа, һеҙ тешегеҙҙе әллә ҡасан таҙартыр инегеҙ! Шуның шикелле, беҙгә, баҫалҡылыҡ сағылдырып, кәңәш бирергә баҙнат иткән ҡәрҙәшкә рәхмәтле булырға кәрәк. Ундай ҡәрҙәш беҙгә дошман түгел, ә дуҫ (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:5, 6-ны * уҡығыҙ; Гал. 4:16).

Ни өсөн, башҡаларға хөрмәтле вазифалар бирелгәндә, баҫалҡылыҡ кәрәк? (13, 14-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

13. Башҡаларға хөрмәтле вазифалар бирелгәндә, нисек баҫалҡылыҡ сағылдырып була?

13 Башҡаларға хөрмәтле вазифалар бирелгәндә. Джейсон исемле өлкән былай тип таный: «Берәйһенә яуаплы вазифалар бирелгәнен күргәндә, ҡайһы саҡта, ни өсөн мине һайламанылар икән, тип уйлап ҡуям». Һеҙҙең шундай хистәр кисергәнегеҙ булдымы? Яуаплы вазифаларға ынтылыуҙың бер ниндәй насарлығы юҡ (1 Тим. 3:1). Шулай ҙа һаҡ булырға кәрәк. Юғиһә, ғорурлыҡ йөрәгебеҙҙә тамыр йәйергә мөмкин. Мәҫәлән, ағай-ҡәрҙәштең ниндәйҙер йөкләмә тураһында, мин уны бик яҡшы башҡара алыр инем, тип уйлауы ихтимал. Йә берәй ағай-ҡәрҙәштең ҡатыны, минең ирем башҡа ҡәрҙәштәргә ҡарағанда был вазифаны күпкә яҡшыраҡ башҡара ала, тип уйларға мөмкин. Әммә, баҫалҡы булһаҡ, беҙ ундай уйҙарҙан һаҡланырбыҙ.

14. Башҡаларға яуаплы вазифалар бирелгәндә, Муса быға нисек ҡараған, һәм бынан нимәгә өйрәнеп була?

14 Башҡаларға яуаплы вазифалар бирелгәндә, Мусаның быға нисек ҡарағанын иҫкә төшөрәйек. Муса Израиль халҡының етәксеһе булған һәм был вазифаны бик ҡәҙерләгән. Әммә Йәһүә уның ҡайһы бер вазифаларын башҡаларға тапшырғас, ул быға нисек ҡараған? Муса көнләшмәгән (Һан. 11:24—29). Халыҡты хөкөм иткәндә, ул, баҫалҡылыҡ сағылдырып, башҡаларға үҙенә ярҙам итергә рөхсәт иткән (Сығ. 18:13—24). Шуның ярҙамында хөкөм эштәрен башҡара алған ир-аттарҙың һаны күбәйгән, һәм кешеләргә ҡарарҙарҙы оҙаҡ көтөргә тура килмәгән. Күренеүенсә, Муса үҙенең дәрәжәһен башҡаларҙың именлегенән өҫтөн ҡуймаған. Беҙҙең өсөн ниндәй яҡшы үрнәк! Йәһүә эшендә файҙалы булырға теләһәк, баҫалҡылыҡ һәләттәрҙән мөһимерәк икәнен иҫтә тоторға кәрәк. «Йәһүә, юғары булһа ла, баҫалҡыларҙы күрә» (Зәб. 138:6).

15. Күп ҡәрҙәштәргә ниндәй үҙгәрештәр кисерергә тура килгән?

15 Шарттар үҙгәргәндә. Һуңғы йылдарҙа Йәһүәнең күп тәжрибәле хеҙмәтселәре яңы билдәләнеүҙәр алды. Мәҫәлән, 2014 йылда ойошмабыҙ өлкә күҙәтеүселәренә һәм уларҙың ҡатындарына тулы ваҡытлы хеҙмәттең башҡа төрҙәрендә ҡатнашырға тәҡдим итте. Шул уҡ йылда, 70 йәшкә еткән район күҙәтеүселәренең хеҙмәте тамамланасаҡ һәм 80 йәшкә еткән ағай-ҡәрҙәштәр өлкәндәр кәңәшмәһенең координаторы вазифаһын йәшерәк ҡәрҙәштәргә тапшырасаҡ, тигән ҡарарҙар ҡабул ителде. Бынан тыш, һуңғы ваҡытта күп вефилселәргә, үҙ хеҙмәтен ҡалдырып, пионер булып хеҙмәт итә башларға тура килде. Башҡалар насар һаулыҡ, ғаилә вазифалары йә бүтән сәбәптәр арҡаһында тулы ваҡытлы махсус хеҙмәтте ҡалдырҙы.

16. Үҙгәрештәр кисергән ҡәрҙәштәр нисек баҫалҡылыҡ сағылдыра?

16 Был ҡәрҙәштәргә шундай үҙгәрештәргә күнегеп китеүе еңел булмаған. Улар үҙ хеҙмәтен бик яратҡан һәм уны күп йылдар башҡарған. Ҡайһы берәүҙәр, яңы шарттарға эйәләшкәнсе, күңел әрнеүе тойған. Уларға нимә ярҙам иткән? Беренсе сиратта, Йәһүәне яратыу. Улар ниндәйҙер эшкә, билдәләнеүгә йә хөрмәтле дәрәжәгә түгел, ә Йәһүәгә бағышланғандарын иҫтә тотҡан (Кол. 3:23). Улар һәр ҡайһы билдәләнеүҙә артабан да Йәһүәгә баҫалҡы ғына хеҙмәт итергә әҙер. Был ҡәрҙәштәр, Йәһүәнең үҙҙәре хаҡында ҡайғыртыуын белеп, бөтә мәшәҡәттәрен уға йөкмәткән (1 Пет. 5:6, 7).

17. Ни өсөн беҙ Аллаға баҫалҡы булырға дәртләндергәне өсөн бик рәхмәтлебеҙ?

17 Беҙ Аллаға үҙенең Һүҙе аша беҙҙе баҫалҡы булырға дәртләндергәне өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Был матур сифатты үҫтереп, беҙ үҙебеҙгә лә, башҡаларға ла файҙа килтерәбеҙ. Өҫтәүенә, баҫалҡы кешеләргә ауырлыҡтарҙы кисереп сығыуы еңелерәк. Ә иң мөһиме, был сифат беҙҙе күктәге Атабыҙға яҡынлаштыра. Аллабыҙ, «юғары һәм мөһабәт» булһа ла, үҙенең баҫалҡы хеҙмәтселәрен ярата һәм ҡәҙерләй. Быны белеү күңелебеҙҙе бик йылыта! (Ишағ. 57:15).

45-СЕ ЙЫР Күңел түремдәге уйҙарым

^ 5 абз. Баҫалҡылыҡ сифатын үҫтереү үтә мөһим. Нимә ул баҫалҡылыҡ? Ни өсөн был сифатты үҫтерергә кәрәк? Тормоштағы үҙгәрештәр баҫалҡылығыбыҙҙы нисек һынай ала? Был мәҡәләлә ошо мөһим һорауҙарға яуап бирелә.

^ 7 абз. 2001 йыл 1 июль һанында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда (тат.) 31-се битте ҡарағыҙ.

^ 8 абз. 3-сө бүлектә 23-сө абзацты ҡарағыҙ.

^ 12 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 27:5, 6: «Асыҡ шелтә йәшерен мөхәббәттән яҡшыраҡ. Дуҫ тоғро булғанға яралай, ә дошман күп үбә».

^ 54 абз. РӘСЕМДӘ: имандашында ҡунаҡта булғанда, илсе Павел башҡалар, шул иҫәптән балалар менән баҫалҡы ғына аралаша.

^ 58 абз. РӘСЕМДӘ: оло йәштәге ағай-ҡәрҙәш йәшерәк ҡәрҙәштең Изге Яҙмаға нигеҙләнгән кәңәшен ҡабул итә.

^ 60 абз. РӘСЕМДӘ: йәшерәк ҡәрҙәшкә яуаплы вазифалар бирелгәндә, оло йәштәге ағай-ҡәрҙәш көнләшмәй.