37-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ
«Ҡулыңа ял бирмә»
«Орлоғоңдо иртән дә сәс, кисен дә ҡулыңа ял бирмә» (ВӘҒ. 11:6).
68-СЕ ЙЫР Батшалыҡ орлоҡтарын сәсәбеҙ
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *
1, 2. Вәғәзсе 11:6-ла яҙылған һүҙҙәр вәғәз эше менән нисек бәйле?
ҠАЙҺЫ БЕР илдәрҙә кешеләр һөйөнөслө хәбәрҙе теләп ҡабул итә. Башҡа илдәрҙә иһә кешеләр Алла һәм Изге Яҙма менән әҙ ҡыҙыҡһына. Ә һеҙ йәшәгән ерҙә хәл нисегерәк? Ниндәй генә территорияла хеҙмәт итһәк тә, вәғәз эше тамамланғансы, Йәһүә беҙҙең артабан да хеҙмәт итеүебеҙҙе теләй.
2 Йәһүә үҙе билдәләгән ваҡытта вәғәз эшен туҡтатыр, һәм «шунан һуң аҙағы килер» (Матф. 24:14, 36). Ул ваҡыт килеп еткәнсе, беҙ «ҡулыңа ял бирмә» * тигән кәңәш буйынса нисек эш итә алабыҙ? (Вәғәзсе 11:6-ны * уҡығыҙ.)
3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
3 Үткән мәҡәләлә оҫта «кеше аулаусы» булырға ярҙам иткән дүрт яҡ ҡаралды (Матф. 4:19). Был мәҡәләлә беҙ, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, тәүәккәллек менән вәғәзләргә ярҙам иткән бындай өс өлкәне ҡарап сығырбыҙ: 1) иғтибарҙы вәғәз эшенә туплау, 2) түҙемле булыу, 3) иманды көслө килеш һаҡлау. Шулай уҡ был өс өлкәнең мөһимлегенә иғтибар итербеҙ.
ИҒТИБАРҘЫ ВӘҒӘЗ ЭШЕНӘ ТУПЛАҒЫҘ
4. Ни өсөн беҙ иғтибарҙы Йәһүә биргән эшкә тупларға теләйбеҙ?
4 Ғайса Мәсих һуңғы көндәрҙә буласаҡ ваҡиғалар һәм шарттар тураһында пәйғәмбәрлек иткән. Ул был ваҡиғалар Матф. 24:42). Нух көндәрендә лә күп нәмәләр кешеләрҙең иғтибарын ситкә йүнәлткән, шуға күрә улар Нухтың киҫәтеү һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмаған. Беҙҙең менән дә шундай хәл була ала (Матф. 24:37—39; 2 Пет. 2:5). Шуға күрә беҙ иғтибарыбыҙҙы Йәһүә биргән эшкә тупларға теләйбеҙ.
мәсихселәрҙең иғтибарын вәғәз эшенән ситкә йүнәлтә алғанын белгән, шунлыҡтан «уяу булығыҙ» тип киҫәткән (5. Ғәмәлдәр 1:6—8-ҙән күренеүенсә, вәғәз эше ни тиклем таралырға тейеш?
5 Ни өсөн беҙгә вәғәз эшен беренсе урынға ҡуйырға кәрәк? Сөнки, Ғайса пәйғәмбәрлек иткәнсә, вәғәз эше уның үлеменән һуң да дауам ителергә һәм киң таралырға тейеш булған (Яхъя 14:12). Әммә Ғайсаның үлеменән һуң уның ҡайһы бер шәкерттәре кире балыҡ тотоу эшенә ҡайтҡан. Терелгәндән һуң Ғайса уларға мөғжизәле рәүештә балыҡ тоторға ярҙам иткән. Бының менән ул уларға шуны күрһәтергә теләгән: вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эше башҡа эштәргә ҡарағанда күпкә мөһимерәк (Яхъя 21:15—17, ЯДТ). Күккә күтәрелер алдынан Ғайса үҙ шәкерттәренә вәғәз эшенең Израилдә генә түгел, ә башҡа ерҙәргә лә тараласағы тураһында әйткән. (Ғәмәлдәр 1:6—8-ҙе уҡығыҙ.) Йылдар үткәс, Ғайса илсе Яхъяға күренештә «Хужабыҙ көнөндә» * нимә булырға тейешлеген күрһәткән. Был иҫ киткес күренештә Яхъя үҙ күҙҙәре менән фәрештәнең «мәңгелек Һөйөнөслө Хәбәрҙе» «һәр милләткә һәм нәҫелгә, телгә һәм халыҡҡа» еткереүен күргән (Асыл. 1:10, ЯДТ; 14:6). Һис шикһеҙ, Йәһүә беҙҙең, был бөйөк эш тамамланғансы, унда ҡатнашыуыбыҙҙы бик теләй.
6. Иғтибарҙы вәғәздән ситкә йүнәлтмәҫкә нимә ярҙам итер?
6 Йәһүәнең беҙгә ярҙам итер өсөн нимә Матф. 24:45—47). Сәйәсәт, дин һәм иҡтисад яғынан тарҡалған донъяла Алланың 8 миллиондан ашыу хеҙмәтсеһе берҙәмлектә хеҙмәт итә. Мәҫәлән, 2019 йылдың 19-сы апрелендә, йома көнө, бөтә донъя буйынса Йәһүә шаһиттары көндәлек аят ҡаралған видеояҙманы ҡараған. Шул уҡ көндө кис 20 919 041 кеше Ғайса Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһенә килгән. Был ваҡиғаларҙы күреү һәм уларҙа ҡатнашыу — ысын мөғжизә һәм ҙур хөрмәт! Бының тураһында уйланһаҡ, иғтибарҙы артабан да вәғәз эшенә тупларға теләрбеҙ.
эшләгәне тураһында уйланһаҡ, беҙ иғтибарыбыҙҙы вәғәз эшенә туплай алырбыҙ. Мәҫәлән, ул беҙгә баҫтырылған һәм электрон форматта сығарылған баҫмалар, аудио- һәм видеояҙмалар, шулай уҡ интернет-телевидениебыҙ аша мул рухи аҙыҡ бирә. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, рәсми сайтыбыҙҙа мәғлүмәтте 1 000-дән ашыу телдә табып була! (7. Ғайсаның үрнәге вәғәз эшенең мөһимлеген онотмаҫҡа нисек ярҙам итә?
7 Иғтибарҙы вәғәздән ситкә йүнәлтмәҫ өсөн Ғайсаның үрнәгенә эйәреү ҙә мөһим. Ул хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ бирергә ҡамасаулаған һәр нәмәне кире ҡаҡҡан (Яхъя 18:37). Шайтан уға «донъялағы барлыҡ батшалыҡтарҙы» тәҡдим иткәндә лә, башҡалар уны батша итеп ҡуйырға теләгәндә лә, ул был ҡотҡоларға бирелмәгән (Матф. 4:8, 9; Яхъя 6:15). Ул байлыҡ артынан да ҡыумаған, ҡаршы килеүселәрҙән дә ҡурҡмаған (Лука 9:58; Яхъя 8:59). Павел мәсихселәрҙе, күңелдәре төшмәһен һәм көстәре юғалмаһын өсөн, Мәсихтең үрнәгенә эйәрергә өндәгән (Евр. 12:3). Һынауҙар ваҡытында илсе Павелдың кәңәшен иҫтә тотһаҡ, вәғәз эшендә әүҙем булып ҡала алырбыҙ.
ТҮҘЕМЛЕ БУЛЫҒЫҘ
8. Түҙемлек нимә ул, һәм ни өсөн был сифат хәҙерге ваҡытта айырыуса мөһим?
8 Түҙемле кеше хәлдең үҙгәреүен тыныс ҡына көтә белә. Берәй проблеманың хәл ителеүен йә теләгебеҙҙең тормошҡа ашыуын көткәндә, беҙгә түҙемлек кәрәк. Абаҡум пәйғәмбәр Йәһүҙә ерендә ҡылынған яуызлыҡтың бөтөүен бик теләгән (Аб. 1:2). Ғайсаның шәкерттәре, «оҙаҡламай Алла Батшалығы» килер һәм Рим идараһынан ҡотҡарыр, тип өмөтләнгән (Лука 19:11). Беҙ ҙә Алла Батшалығының яуызлыҡты юҡ итеүен һәм ерҙә матур яңы донъя урынлаштырыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ (2 Пет. 3:13). Ләкин беҙгә Йәһүә билдәләгән ваҡытты сабырлыҡ менән көтөргә кәрәк. Ул беҙҙе түҙемлеккә нисек өйрәтә?
9. Ниндәй осраҡтарҙан Йәһүәнең түҙемле булғаны күренә?
9 Йәһүә түҙемлек сағылдырыуҙа иң яҡшы үрнәк күрһәтә. Ул Нухҡа кәмә төҙөргә һәм «тәҡүә тормошто вәғәзлә[ргә]» етерлек ваҡыт биргән (2 Пет. 2:5; 1 Пет. 3:20). Йәһүә Ибраһимдың Содом менән Аморра ҡалаларының юҡ ителеүе тураһындағы һорауҙарын тыңлаған (Баш. 18:20—33). Бер нисә быуат дауамында Алла тоғролоҡһоҙ израилдәргә ҡарата түҙемле булған (Ниҡ. 9:30, 31). Йәһүә бөгөн кешеләрҙең «тәүбәгә килеүен көтә», шуға күрә уларға ваҡыт бирә. Был да уның түҙемле булыуын күрһәтә (2 Пет. 3:9; Яхъя 6:44; 1 Тим. 2:3, 4). Йәһүә сабырлыҡ күрһәтә икән, тимәк, беҙ ҙә вәғәз һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә сабыр булырға тейеш. Ул шулай уҡ беҙҙе Изге Яҙмала килтерелгән бер миҫал аша ла өйрәтә.
10. Яҡуб 5:7, 8 буйынса, игенсе тураһындағы миҫал беҙҙе нимәгә өйрәтә?
10 Яҡуб 5:7, 8-ҙе уҡығыҙ. Игенсенең миҫалы түҙемле булырға өйрәтә. Ҡайһы бер үҫемлектәр тиҙ үҫә. Әммә күбеһенә, бигерәк тә емеш килтергәндәренә оҙаҡ ваҡыт кәрәк. Боронғо Израилдә сәсеүҙән алып ураҡҡа тиклем яҡынса алты ай үткән. Игенсе көҙгө тәүге ямғырҙарҙан һуң орлоҡ сәскән һәм яҙғы һуңғы ямғырҙарҙан һуң уңыш йыйған (Марк 4:28). Игенсенән үрнәк алып түҙемлек сағылдырыу аҡыллы булыр. Ләкин ҡайһы ваҡыт был еңел түгел.
11. Түҙемлек беҙгә хеҙмәттә нисек ярҙам итер?
11 Камил булмаған кешеләр үҙ тырышлыҡтарының емештәрен шунда уҡ күрергә теләй. Баҡсабыҙ емеш килтерһен өсөн һәр ваҡыт тырышып эшләргә кәрәк: ҡаҙырға, сәсергә, утарға һәм һыу һибергә. Шәкерттәр әҙерләү эше лә өҙлөкһөҙ тырышлыҡ һалыуҙы талап итә. Өйрәнеүселәребеҙгә тиҫкәре ҡараштарҙан арынырға ярҙам итер өсөн ваҡыт кәрәк. Вәғәздә кешеләр беҙҙе тыңламағанда, түҙемлек беҙгә бойоҡмаҫҡа ярҙам итер. Әммә кешеләр хәҡиҡәтте ҡабул иткәндә лә, беҙгә түҙемлек кәрәк, сөнки беҙ өйрәнеүсебеҙҙе рухи яҡтан үҫергә мәжбүр итә алмайбыҙ. Хатта Мәсихтең шәкерттәре лә ҡайһы ваҡыт уның өйрәткәндәрен шунда уҡ аңламаған (Яхъя 14:9). Әйҙәгеҙ, шуны онотмайыҡ: беҙ вәғәзләйбеҙ һәм өйрәтәбеҙ, әммә уларҙың иманын Йәһүә үҫтерә (1 Кор. 3:6).
12. Хәҡиҡәттә булмаған туғандарға шаһитлыҡ биргәндә, беҙ нисек түҙемле була алабыҙ?
12 Хәҡиҡәттә булмаған туғандарға вәғәзләгәндә, беҙгә түҙемлек сағылдырыуы ауыр булырға мөмкин. Вәғәзсе 3:1, 7-лә яҙылған принцип беҙгә ярҙам итә ала. Унда былай тиелгән: «Өндәшмәү ваҡыты бар һәм һөйләү ваҡыты бар». Беҙҙең яҡшы тәртибебеҙ туғандарға һүҙһеҙ шаһитлыҡ бирә ала, шулай ҙа уңайлы мөмкинлек тыуғанда, беҙ уларға Йәһүә тураһында һөйләргә әҙер булырға тейеш (1 Пет. 3:1, 2). Беҙгә ҡыйыу рәүештә вәғәзләргә һәм өйрәтергә кәрәк, әммә беҙ һәр ваҡыт бөтә кешеләр менән, шул иҫәптән туғандар менән дә түҙемле булырға тейеш.
13, 14. Алланың ниндәй хеҙмәтселәренән түҙемлеккә өйрәнергә була?
13 Боронғо заманда һәм хәҙерге ваҡытта йәшәгән тоғро хеҙмәтселәрҙең үрнәге беҙҙе түҙемлеккә өйрәтә ала. Абаҡум яуызлыҡтың бөтөүен бик теләгән, әммә ул түҙемлек сағылдырған һәм былай тигән: «Мин үҙемә билдәләнгән урында һаҡта торормон» (Аб. 2:1). Илсе Павел «вәғәз итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға» һәм күктәге әжерен алырға бик теләгән. Шулай ҙа ул сабырлыҡ менән һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүен дауам иткән (Ғәм. 20:24).
14 Гилеад мәктәбендә уҡып сыҡҡан бер парҙың миҫалын ҡарап сығайыҡ. Уларҙы вәғәзселәр әҙ булған ергә билдәләгәндәр. Ул территорияла төп дин христиан дине булмаған, һәм ундағы кешеләр Изге Яҙма менән әллә ни ҡыҙыҡһынмаған. Ә улар менән бергә Гилеад мәктәбендә уҡыған һәм башҡа илдәрҙә хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәр уларға үҙҙәренең рухи яҡтан үҫкән өйрәнеүселәре тураһында хаттар яҙған. Шулай ҙа был пар, территорияла үҫеш бик яй барһа ла, үҙ хеҙмәттәрен түҙемлек менән дауам иткән. Уңышһыҙ булып күренгән территорияла һигеҙ йыл вәғәзләгәндән һуң уларҙың, ниһайәт, бер өйрәнеүселәре һыуға сумдырылған. Боронғо заманда һәм хәҙерге ваҡытта йәшәгән тоғро хеҙмәтселәрҙең миҫалдары араһында ниндәй оҡшаш яҡтар бар? Бөтә был тоғро хеҙмәтселәр ашҡынып хеҙмәт итеүҙәрен дауам иткән, ҡулдарына ял бирмәгән һәм Йәһүә уларҙы түҙемлектәре өсөн фатихалаған. Әйҙәгеҙ, «иман һәм түҙемлек аша үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде мираҫ итеп алыусылар өлгөһөнә» эйәрейек (Евр. 6:10—12).
ИМАНДЫ КӨСЛӨ КИЛЕШ ҺАҠЛАҒЫҘ
15. Иман һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә нисек дәртләндерә?
15 Беҙ үҙебеҙ вәғәзләгән хәбәрҙең дөрөҫлөгөнә ышанабыҙ һәм Изге Яҙмалағы вәғәҙәләрҙең үтәлеүенә шикләнмәйбеҙ, шуға күрә был хәбәрҙе мөмкин тиклем күберәк кешеләргә еткерергә теләйбеҙ. (Зәб. 119:42; Ишағ. 40:8). Алла Һүҙендәге пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлеүен беҙ үҙ күҙебеҙ менән күрәбеҙ. Шулай уҡ кешеләр, Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе ҡулланып, тормоштарын яҡшы яҡҡа үҙгәртәләр. Быларҙың барыһы ла беҙҙе тағы ла нығыраҡ шуға инандыра: һәр бер кеше Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе ишетергә тейеш.
16. Зәбур 46:1—3 буйынса, Йәһүәгә һәм Ғайсаға ҡарата иманыбыҙ беҙҙең вәғәзләргә теләгебеҙҙе нисек көсәйтә?
16 Беҙ шулай уҡ һөйөнөслө хәбәрҙең Сығанағына, Йәһүәгә һәм ул Батша итеп ҡуйған Ғайса Мәсихкә ышанабыҙ (Яхъя 14:1). Беҙ ниндәй генә ауырлыҡтар менән осрашһаҡ та, Йәһүә һәр саҡ беҙҙең көс-ҡеүәтебеҙ һәм ышыҡ урыныбыҙ булыр. (Зәбур 46:1—3-тө * уҡығыҙ.) Бынан тыш, беҙ Ғайсаның, Йәһүә биргән көстө һәм хакимлыҡты ҡулланып, күктән вәғәз эше менән етәкселек иткәненә ышанабыҙ (Матф. 28:18—20).
17. Ни өсөн беҙ артабан да вәғәзләргә тейеш? Миҫал килтерегеҙ.
17 Иман беҙгә шуға ышанырға ярҙам итә: Вәғ. 11:6). Мәҫәлән, әҙәбиәтебеҙ торған күсмә стенд янынан көн һайын меңәрләгән кеше үтә. Был вәғәзләү ысулы уңышлымы? Әлбиттә! 2014 йылдың ноябрь айында сыҡҡан «Беҙҙең изге хеҙмәтебеҙ»ҙә (тат.) бер студент ҡыҙ тураһында яҙылған ине. Был ҡыҙ Йәһүә шаһиттары тураһында реферат әҙерләргә булған. Ул Батшалыҡ залын таба алмаған, әммә һуңыраҡ университеты янында баҫмаларыбыҙ ятҡан өҫтәлде күреп ҡалған. Шулай итеп ул реферат өсөн кәрәкле мәғлүмәт тапҡан. Һөҙөмтәлә ул һыуға сумдырылған һәм пионер булып хеҙмәт итә башлаған. Шундай осраҡтар беҙҙе вәғәз эшен дауам итергә дәртләндерә, сөнки Батшалыҡ тураһында ишетмәгән кешеләр әле күп.
Йәһүә тырышлыҡтарыбыҙҙы һәр ваҡыт фатихалай, ә ҡайһы саҡта ул быны беҙ көтмәгәнсә эшләй (ҠУЛЫҒЫҘҒА ЯЛ БИРМӘГЕҘ
18. Ни өсөн беҙ вәғәз эшенең Йәһүә теләгән ваҡытта тамамланасағына һис тә шикләнмәйбеҙ?
18 Батшалыҡ тураһындағы вәғәз эше үҙ ваҡытында тамамланасағына шикләнмәҫкә була. Нух көндәрендә нимә булғанын ҡарап китәйек. Йәһүә — ваҡыттың Хужаһы, һәм ул бер ҡасан да һуңламай. Мәҫәлән, ул яҡынса 120 йыл алдан Туфан һыуы тураһында пәйғәмбәрлек иткән. Тиҫтәләгән йылдар үткәс, Йәһүә Нухҡа кәмә төҙөргә ҡушҡан. Яҡынса 40—50 йыл буйы Нух, Туфан башланғансы, арымай-талмай был ауыр эште башҡарған. Кешеләр тыңламаһа ла, Нух уларҙы Туфан буласағы тураһында киҫәткән һәм быны Йәһүә хайуандарҙы кәмәгә керетергә ҡушҡанға тиклем эшләгән. Шунан Йәһүә үҙ ваҡытында «көплө кәмәнең ишеген ябып» ҡуйған (Баш. 6:3, ЯДТ; 7:1—3, 15, 16).
19. Ҡулыбыҙға ял бирмәһәк, беҙ нимәне күрербеҙ?
19 Оҙаҡламай Йәһүә Батшалыҡ тураһындағы вәғәз эшен туҡтатасаҡ. Шунан ул Шайтандың донъяһын юҡ итәсәк һәм ғәҙел яңы донъя булдырасаҡ. Ул ваҡыт килеп еткәнсе, Нухтан, Абаҡумдан һәм үҙ ҡулына ял бирмәгән башҡа хеҙмәтселәрҙән өлгө алайыҡ. Әйҙәгеҙ, иғтибарҙы вәғәз эшенә туплайыҡ, түҙемле булайыҡ һәм Йәһүәнең вәғәҙәләренә иманыбыҙҙы көслө килеш һаҡлайыҡ.
75-СЕ ЙЫР Мин әҙер! Ебәр мине!
^ 5 абз. Үткән мәҡәлә рухи яҡтан үҫкән өйрәнеүселәрҙе, Ғайсаның саҡырыуын ҡабул итеп, «кеше аулаусы» булырға дәртләндерҙе. Был мәҡәләлә беҙ вәғәзләү теләген үҫтерергә ярҙам иткән өс яҡҡа иғтибар итербеҙ. Был бөтә вәғәзселәргә — яңыларға ла, тәжрибәлеләргә лә — Йәһүә вәғәз эшен туҡтатҡансы, ашҡынып хеҙмәт итергә ярҙам итер.
^ 2 абз. АҢЛАТМА. Был мәҡәләлә «ҡулыңа ял бирмә» тигән һүҙбәйләнеш шуны аңлата: беҙгә вәғәз эшендә Йәһүә уны туҡтатҡанға тиклем ҡатнашырға кәрәк.
^ 2 абз. Вәғәзсе 11:6: «Орлоғоңдо иртән дә сәс, кисен дә ҡулыңа ял бирмә, сөнки ҡайһыһы — быныһымы, тегеһеме үҫеп сығасағын белмәйһең, ә, бәлки, икеһе лә үҫеп сығыр».
^ 5 абз. «Хужабыҙ көнө» 1914 йылда Ғайса Батша булып киткәс башланған һәм уның Меңйыллыҡ идараһының аҙағына тиклем дауам итәсәк.
^ 16 абз. Зәбур 46:1—3: «Алла — беҙҙең һыйыныу урыныбыҙ һәм көс-ҡеүәтебеҙ, ҡайғы-хәсрәттәр ваҡытында беҙгә һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. Шуға күрә, ер тетрәп үҙгәрһә лә, тауҙар һелкенеп диңгеҙ төбөнә китһә лә, беҙ ҡурҡмаҫбыҙ. Диңгеҙ һыуҙары, шаулап, күбекләнеп ярҙарынан ташып сыҡһа ла, тауҙар уның ярһыуынан һелкенһә лә, беҙ ҡурҡмаҫбыҙ».