36-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ
Һеҙ «кеше аулаусы» булырға әҙерһегеҙме?
«Ҡурҡма, ошо ваҡыттан башлап кешеләр ауларһың» (ЛУКА 5:10).
73-СӨ ЙЫР Беҙгә ҡыйыулыҡ бир
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *
1. Ғайса дүрт балыҡсыны нимә эшләргә саҡырған, һәм улар быға нисек ҡараған?
ПЕТР, Андрей, Яҡуб һәм Яхъя балыҡ тотоп көн күргән. Ғайсаның: «Миңә эйәрегеҙ! Мин һеҙҙе кеше аулаусылар * итермен», — тигән саҡырыуын ишеткәс, улар аптырашта ҡалғандыр. Изге Яҙмала улар тураһында былай тиелгән: «[Улар] шунда уҡ, ауҙарын ташлап, Уға эйәрҙе» (Матф. 4:18—22). Был ҡарар уларҙың тормоштарын бөтөнләйгә үҙгәрткән. Балыҡ тотоу урынына, улар «кеше аулаусылар» булып киткән (Лука 5:10). Бөгөн Ғайса хәҡиҡәтте яратҡан эскерһеҙ кешеләрҙе шул уҡ эштә ҡатнашырға саҡыра (Матф. 28:19, 20). Һеҙ, Ғайсаның саҡырыуын ҡабул итеп, «кеше аулаусылар» булып киттегеҙме?
2. Ни өсөн «кеше аулаусы» булып китер алдынан яҡшы итеп уйларға кәрәк, һәм был аҙымды яһарға беҙгә нимә ярҙам итер?
2 Бәлки, һеҙ, күпмелер ваҡыт Изге Яҙманы өйрәнеп һәм тормошоғоҙҙа үҙгәрештәр яһап, хәҙер вәғәзсе булырғамы, юҡмы тип уйланаһығыҙҙыр. Әгәр Ғайсаның саҡырыуын ҡабул итергә баҙнат итмәһәгеҙ, борсолмағыҙ. Моғайын, һеҙ был аҙымдың ни тиклем етди икәнен аңлағанға икеләнәһегеҙҙер. Изге Яҙмала, Петр һәм уның иптәштәре ауҙарын «шунда уҡ» ташланылар, тип әйтелһә лә, улар был ҡарарҙы ашығыс рәүештә ҡабул итмәгән. Улар Ғайса менән инде алты ай таныш булған һәм уның Мәсих икәнен аңлаған (Яхъя 1:35—42). Шуның шикелле, һеҙ ҙә Йәһүә һәм Ғайса тураһында инде күпте беләһегеҙҙер һәм хәҙер рухи яҡтан артабан да үҫергә теләйһегеҙҙер. Әммә вәғәзсе булып китер алдынан һеҙгә был ҡарарға бәйле бөтә сығымдарҙы иҫәпкә алырға кәрәк. Петр менән Андрейға һәм башҡаларға бындай ҡарарҙы ҡабул итергә нимә ярҙам иткән?
3. Ниндәй сифаттар Ғайсаның шәкерте булып китергә ярҙам итер?
3 Ғайсаның беренсе шәкерттәре балыҡ тотоу эшен яҡшы белгән һәм уны яратҡан. Улар ҡыйыу һәм йыйнаҡ булған. Һис шикһеҙ, был сифаттар уларға кеше аулау эшендә лә уңышлы булырға ярҙам иткән. Вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә уңышлы булыр өсөн беҙгә лә ошо сифаттарҙы үҫтерергә кәрәк. Был мәҡәләлә беҙ быны нисек эшләп булғанын ҡарап сығырбыҙ.
ВӘҒӘЗЛӘРГӘ ТЕЛӘГЕГЕҘҘЕ КӨСӘЙТЕГЕҘ
4. Ни өсөн Петр балыҡ тотоу эше менән шөғөлләнгән?
4 Петр ғаиләһен тәьмин итер өсөн балыҡ тотҡан. Әммә уның өсөн был эш кенә булмаған, күрәһең, ул балыҡ тоторға бик яратҡан (Яхъя 21:3, 9—15, ЯДТ). Ул шулай уҡ кеше аулау эшен дә яратырға өйрәнгән. Йәһүәнең ярҙамы менән Петр был эштә бик уңышлы булып киткән (Ғәм. 2:14, 41).
5. Лука 5:8—11 буйынса, Петр нимәнән ҡурҡҡан, һәм беҙгә ундай хистәрҙе еңергә нимә ярҙам итер?
5 Беҙ вәғәзләйбеҙ, сөнки Йәһүәне яратабыҙ; был вәғәздә ҡатнашыуыбыҙҙың иң төп сәбәбе. Был эштә ҡатнашырға ҡурҡһаҡ, Йәһүәне яратыу беҙгә шундай хистәрҙе еңергә ярҙам итер. Петрҙы «кеше аулаусы» булырға саҡырғанда, Ғайса уға: «Ҡурҡма», — тигән. (Лука 5:8—11-ҙе уҡығыҙ.) Петр шәкерт булыуға бәйле ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаған. Киреһенсә, ул, Ғайсаның ни тиклем күп балыҡ тоторға ярҙам иткәненә хайран ҡалғанға, үҙен Ғайса менән хеҙмәттәшлек итергә лайыҡһыҙ тип һанаған. Петр кеүек, һеҙ ҙә ҡурҡырға мөмкин. Бәлки, һеҙ, Мәсихтең шәкерте булыу хәлемдән килерме, тип борсолаһығыҙҙыр. Шулай булһа, Йәһүәгә, Ғайсаға һәм кешеләргә ҡарата тағы ла көслөрәк яратыу үҫтерегеҙ. Был һеҙҙе Ғайсаның «кеше аулаусы» булырға саҡырыуын ҡабул итергә дәртләндерер (Матф. 22:37, 39; Яхъя 14:15).
6. Беҙҙе вәғәзләргә тағы нимә дәртләндерә?
6 Беҙҙе вәғәзләргә дәртләндергән башҡа сәбәптәрҙе лә ҡарап сығайыҡ. Беҙ Ғайсаның: «Барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ», — тигән бойороғон үтәргә теләйбеҙ (Матф. 28:19, 20). Беҙ шулай уҡ кешеләрҙе йәлләгәнгә вәғәзләйбеҙ, сөнки «улар көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡтар һымаҡ йонсоу» һәм хәҡиҡәткә мохтаж (Матф. 9:36). Йәһүә һәр төрлө кешенең хәҡиҡәтте белеүен һәм ҡотолоуын теләй (1 Тим. 2:4).
7. Римдарға 10:13—15 буйынса, ни өсөн вәғәз эше бик мөһим?
7 Хәҡиҡәт кеше ғүмерен һаҡлап ҡала алғаны тураһында уйланыу ҙа беҙҙе вәғәзләргә дәртләндерә. Балыҡсы тотҡан балығын йә һата, йә ашай. Беҙ иһә кешеләрҙең ғүмерҙәрен ҡотҡарыр өсөн уларҙы «аулайбыҙ» (Римдарға 10:13—15-те уҡығыҙ; 1 Тим. 4:16).
БЕЛЕМЕГЕҘҘЕ АРТТЫРЫҒЫҘ
8, 9. Балыҡсы нимә белергә тейеш һәм ни өсөн?
8 Ғайса көндәрендә балыҡсы ниндәй балыҡ тота алғанын белергә тейеш булған (Лев. 11:9—12). Ул шулай уҡ балыҡтың ҡайҙа йөҙөп йөрөгәнен дә белгән. Ғәҙәттә, балыҡ үҙенә уңайлы булған һәм үҙе өсөн күп аҙыҡ таба алған ерҙәрҙә йөҙгән. Бынан тыш, балыҡсы ваҡытты ла дөрөҫ һайлаған. Әйҙәгеҙ, бер осраҡҡа иғтибар итәйек. Тымыҡ океандағы бер утрауҙа хеҙмәт иткән миссионерҙы урындағы ағай-ҡәрҙәш балыҡҡа барырға саҡырған. Миссионер был ағай-ҡәрҙәшкә: «Әйҙә, иртәнге сәғәт туғыҙҙа осрашайыҡ», — тип әйткән. Әммә ағай-ҡәрҙәш уға былай тигән: «Юҡ-юҡ, һин аңлап еткермәйһең. Беҙ үҙебеҙ өсөн уңайлы ваҡытта түгел, ә балыҡ яҡшы эләккән ваҡытта барырбыҙ».
9 Шуның шикелле, беренсе быуаттағы «кеше аулаусылар» ҙа «балыҡ» булған ерҙәргә барған. Улар шулай уҡ «балыҡ» яҡшы эләккән ваҡытта йөрөгән. Мәҫәлән, Ғайсаның шәкерттәре ғибәҙәтханала һәм синагогаларҙа, баҙарҙарҙа һәм өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләгән (Ғәм. 5:42; 17:17; 18:4). Беҙ ҙә үҙебеҙ вәғәзләгән территорияла йәшәгән кешеләрҙең ғәҙәттәрен белергә тейеш. Беҙгә күберәк кешеләрҙе осратыр өсөн ваҡытты һәм урынды дөрөҫ һайлай белергә һәм пландарыбыҙҙы үҙгәртергә әҙер булырға кәрәк (1 Кор. 9:19—23).
10. Йәһүәнең ойошмаһы беҙгә ниндәй ҡоралдар бирә?
10 Балыҡсы шулай уҡ үҙе менән кәрәкле ҡоралдар алырға һәм улар менән ҡуллана белергә тейеш. Беҙгә лә вәғәз эшен башҡарыр өсөн ҡоралланған булырға һәм ҡоралдарыбыҙ менән дөрөҫ ҡуллана белергә кәрәк. Ғайса үҙ шәкерттәренә кеше аулауға ҡағылышлы аныҡ күрһәтмәләр биргән. Ул уларға үҙҙәре менән нимә алырға, ҡайҙа барырға һәм нимә һөйләргә икәнен әйткән (Матф. 10:5—7; Лука 10:1—11). Бөгөн Йәһүәнең ойошмаһы беҙгә вәғәз эшендә уңышлы булырға ярҙам иткән өйрәтеү ҡоралдары бирә *. Ойошма шулай уҡ беҙҙе был ҡоралдар менән дөрөҫ ҡулланырға өйрәтә. Был беҙгә вәғәздә инанғанлыҡ менән һөйләргә һәм эшебеҙҙе оҫта башҡарырға ярҙам итә (2 Тим. 2:15).
ҠЫЙЫУ БУЛЫҒЫҘ
11. Ни өсөн «кеше аулаусылар» ҡыйыу булырға тейеш?
11 Балыҡсыларға шулай уҡ ҡыйыу булырға кәрәк. Улар бит һауа торошон алдан белә алмай. Йыш ҡына улар төнөн эшләй, һәм диңгеҙҙә ҡапыл дауыл күтәрелергә мөмкин. «Кеше аулаусыларға» ла ҡыйыулыҡ кәрәк. Беҙ вәғәзләй башлағанда йә башҡаларға Йәһүә шаһиты булғаныбыҙ хаҡында әйткәндә, «дауылға» осрауыбыҙ ихтимал: ғаиләбеҙ беҙгә ҡаршы булырға, таныштар беҙҙән мыҫҡыллап көлөргә һәм вәғәздә осраған кешеләр хәбәребеҙҙе тыңламаҫҡа мөмкин. Әммә беҙ быға аптырамайбыҙ. Ғайса үҙ шәкерттәренең шундай ҡаршылыҡтарға осраясағы хаҡында алдан әйткән булған (Матф. 10:16).
12. Ешуа 1:7—9 буйынса, беҙгә ҡыйыулыҡ үҫтерергә нимә ярҙам итә ала?
12 Ҡыйыулыҡ сифатын нисек үҫтереп була? Беренсенән, Ғайса Мәсихтең күктән вәғәз эше менән етәкселек итеүенә инанған булығыҙ (Яхъя 16:33; Асыл. 14:14—16). Шулай уҡ Йәһүәнең үҙегеҙ тураһында ҡайғыртасағына ышанысығыҙҙы нығытығыҙ (Матф. 6:32—34). Иманығыҙ ни тиклем көслө булһа, шул тиклем ҡыйыу булырһығыҙ. Петр һәм уның иптәштәре, Ғайсаға эйәрер өсөн балыҡ тотоу эшен ҡалдырып, ҙур иман күрһәткән. Шуның шикелле, һеҙ ҙә, туғандарығыҙға һәм таныштарығыҙға үҙегеҙҙең Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙма өйрәнә башлағанығыҙ һәм йыйылыш осрашыуҙарына йөрөгәнегеҙ хаҡында әйтеп, ҙур иман күрһәттегеҙ! Һис шикһеҙ, һеҙ Йәһүәнең ғәҙел нормалары буйынса йәшәр өсөн тормошоғоҙҙа ҙур үҙгәрештәр яһанығыҙ. Бының өсөн дә иман һәм ҡыйыулыҡ кәрәк. Ҡыйыулыҡ үҫтергән һайын, һеҙ Йәһүәнең бындай һүҙҙәренә тағы ла нығыраҡ инанырһығыҙ: «Ҡайҙа ғына барһаң да, Аллаң Йәһүә һинең менән булыр». (Ешуа 1:7—9-ҙы * уҡығыҙ.)
13. Уйланыу һәм доға ҡылыу беҙгә нисек ҡыйыулыҡ үҫтерергә ярҙам итә ала?
13 Ҡыйыулыҡ үҫтерер өсөн, тағы нимә эшләп була? Йәһүәнән ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ һорап доға ҡылығыҙ (Ғәм. 4:29, 31). Йәһүә доғаларығыҙға яуап бирер, ул һеҙҙе бер ҡасан да ҡалдырмаҫ. Ул һеҙҙе нығытыр өсөн һәр ваҡыт янығыҙҙа булыр. Бынан тыш, Йәһүәнең боронғо замандарҙа үҙ хеҙмәтселәрен нисек ҡотҡарғаны хаҡында уйланығыҙ. Шулай уҡ уның һеҙгә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға нисек ярҙам иткәне һәм тормошоғоҙҙа үҙгәрештәр яһарға көс биргәне тураһында уйланығыҙ. Әлбиттә, үҙ халҡын Ҡыҙыл диңгеҙ аша алып сыҡҡан Алла һеҙгә Мәсихтең шәкерте булырға ярҙам итә ала (Сығ. 14:13). Мәҙхиә йырлаусыныҡы һымаҡ ҡараш һаҡлағыҙ. Ул былай тигән: «Йәһүә минең яҡлы, шунлыҡтан бер нәмәнән дә ҡурҡмам. Кеше миңә нимә эшләй алһын?» (Зәб. 118:6).
14. Масаэ һәм Томоё апай-ҡәрҙәштәрҙең миҫалдарынан нимәгә өйрәнеп була?
14 Ҡыйыулыҡ үҫтерер өсөн тағы бер ысул бар: Йәһүәнең оялсан кешеләргә ҡыйыу булып китергә нисек ярҙам иткәне тураһында уйланыу. Масаэ исемле апай-ҡәрҙәштең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ул оялсан булған һәм, бер ҡасан да вәғәзләй алмаҫмын, тип уйлаған. Таныш булмаған берәй кеше менән һөйләшеү уның өсөн менә алмаҫлыҡ бейек стена кеүек булған. Шуға күрә ул Йәһүәгә һәм кешеләргә ҡарата көслөрәк яратыу үҫтерер өсөн күп тырышлыҡ һалған. Масаэ был донъяның ахырына тиклем бик әҙ ваҡыт ҡалғаны тураһында уйланған һәм Йәһүәнән вәғәзләргә көслө теләк һорап доға ҡылған. Ул ҡурҡыуҙарын еңгән һәм хатта даими пионер булып хеҙмәт итә башлаған. Йәһүә шулай уҡ яңы вәғәзселәргә ҡыйыу булырға ярҙам итә. Томоё исемле апай-ҡәрҙәштең осрағына иғтибар итәйек. Өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләй башлағас, уға осраған беренсе ҡатын: «Мин Йәһүә шаһиттары менән һөйләшергә теләмәйем!» — тип ҡысҡырған һәм ишеген шап итеп япҡан. Томоё ҡурҡмаған, ул хеҙмәттәшенә былай тигән: «Ишеттеңме? Мин әле бер һүҙ ҙә әйтмәнем, ә ул инде минең Йәһүә шаһиты икәнемде аңланы. Мин шул тиклем шатмын!» Хәҙер Томоё даими пионер булып хеҙмәт итә.
ЙЫЙНАҠ БУЛЫҒЫҘ
15. Йыйнаҡлыҡ нимә ул, һәм ни өсөн мәсихселәргә йыйнаҡ булырға кәрәк?
15 Уңышлы балыҡсы йыйнаҡ була. Бер һүҙлек буйынса, «йыйнаҡлыҡ — кешегә, үҙен ҡулда тотоп, бөтә кәрәкле эштәрҙе башҡарырға ярҙам иткән сифат». Мәҫәлән, йыйнаҡлыҡ балыҡсыға иртә торорға, эшен ахырына тиклем еткерергә һәм насар һауа торошона бирешмәҫкә ярҙам итә. Сыҙамлыҡ менән эшебеҙҙе тамамларға теләһәк, беҙгә лә йыйнаҡ булырға кәрәк (Матф. 10:22).
16. Йыйнаҡ булырға өйрәнер өсөн нимә эшләргә кәрәк?
Гал. 5:22, 23).
16 Йыйнаҡлыҡ тыумыштан килмәй. Киреһенсә, беҙ йыш ҡына еңел юл менән барырға яратабыҙ. Йыйнаҡ булыр өсөн үҙ-үҙеңде ҡулда тота белергә кәрәк. Шуға күрә беҙ үҙ-үҙебеҙҙе ауыр эштәрҙе башҡарырға өйрәтергә тейеш. Был йәһәттән ярҙам итер өсөн Йәһүә беҙгә изге рух бирә (17. 1 Коринфтарға 9:25—27-лә яҙылғанса, үҙ-үҙен ҡулда тотор өсөн Павел нимә эшләгән?
17 Илсе Павел йыйнаҡ кеше булған. Әммә дөрөҫ эш итер өсөн ул үҙ тәнен сыныҡтырырға кәрәк икәнен таныған. (1 Коринфтарға 9:25—27-не уҡығыҙ.) Павел башҡаларҙы йыйнаҡ булырға һәм бөтә эштәрҙе «килешле» һәм тәртипле итеп башҡарырға дәртләндергән (1 Кор. 14:40). Беҙгә, үҙ-үҙебеҙҙе ҡулда тотоп, бөтә рухи эштәрҙә, шул иҫәптән вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә даими ҡатнашырға кәрәк (Ғәм. 2:46).
ВАҠЫТ КӨТМӘЙ
18. Йәһүә беҙҙе вәғәз эшендә уңышлы тип һанаһын өсөн нимә эшләргә кәрәк?
18 Балыҡсы үҙенең ни тиклем уңышлы булғанын күпме балыҡ тотҡанына ҡарап билдәләй. Беҙҙең осраҡта иһә Алла ойошмаһына күпме кеше килтергәнебеҙ вәғәз эшендә ни тиклем уңышлы булғаныбыҙҙы күрһәтмәй (Лука 8:11—15). Вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнашыуыбыҙҙы дауам итһәк, Йәһүә беҙҙе уңышлы тип һанаясаҡ. Ни өсөн? Сөнки беҙ уға һәм уның Улына тыңлаусанбыҙ (Марк 13:10; Ғәм. 5:28, 29).
19, 20. Вәғәзләр өсөн беҙҙең ниндәй етди сәбәп бар?
19 Ҡайһы бер илдәрҙә балыҡ тотоу билдәле бер айҙарҙа ғына рөхсәт ителә. Ундай ерҙәрҙә, балыҡ тотоу осоро тамамланып килгәндә, балыҡсылар эште тағы ла тиҙерәк башҡарырға тырыша. «Кеше аулаусылар» булараҡ, беҙ, был донъяның ахыры тиҙ яҡынлашып килеүен күреп, ашҡынып вәғәзләргә тырышырбыҙ. Кеше ғүмерен ҡотҡара алған эшебеҙ өсөн бик әҙ ваҡыт ҡалды. Был мөһим эштә ҡатнашыуҙы аҙаҡҡа ҡалдырмағыҙ һәм вәғәзләр өсөн яҡшы шарттар көтмәгеҙ (Вәғ. 11:4).
20 Инде хәҙер вәғәзләргә теләгегеҙҙе нығытығыҙ, Изге Яҙмаға нигеҙләнгән белемдәрегеҙҙе арттырығыҙ, ҡыйыулыҡ үҫтерегеҙ һәм йыйнаҡ булырға тырышығыҙ. Һигеҙ миллиондан ашыу кеше аулаусыларға ҡушылып, һеҙ Йәһүәнән килгән шатлыҡты кисерерһегеҙ (Ниҡ. 8:10). Был эштә хәлегеҙҙән килгәнсә тулыраҡ ҡатнашығыҙ һәм уны Йәһүә туҡтатҡансы башҡарығыҙ. Киләһе мәҡәләлә беҙ кеше аулау эшен бирешмәйенсә дауам итергә ярҙам иткән өс кәңәште ҡарап сығырбыҙ.
66-СЫ ЙЫР Алланың изге серен иғлан итәйек
^ 5 абз. Ғайса Мәсих баҫалҡы һәм эшсән балыҡсыларҙы үҙенең шәкерттәре булырға саҡырған. Бөгөн дә Ғайса шундай сифаттар сағылдырған кешеләрҙе вәғәз эшендә ҡатнашырға саҡырыуын дауам итә. Изге Яҙманы өйрәнеүселәр Ғайсаның саҡырыуын ҡабул итергә баҙнат итмәһә, уларға нимә эшләргә? Был мәҡәләлә ошо һорауға яуап бирелер.
^ 1 абз. АҢЛАТМА. «Кеше аулаусы» тигән һүҙбәйләнеш һөйөнөслө хәбәрҙе таратҡан һәм башҡаларға Мәсихтең шәкерттәре булып китергә ярҙам иткән кешеләргә ҡарай.
^ 10 абз. 2018 йылдың октябрендә сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»ның 11—16-сы биттәрендә «Хәҡиҡәткә өйрәтегеҙ» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.
^ 12 абз. Ешуа 1:7—9: «Тик ҡыйыу һәм бик ныҡ бул һәм минең хеҙмәтсем Муса тоторға бойорған бөтөн Ҡанунды ентекләп үтә. Ҡайҙа ғына барһаң да, зирәклек менән эш итер өсөн ошо Ҡанундан уңға ла, һулға ла тайпылма. Был Ҡанун китабында яҙылғандарҙың барыһын ентекләп үтәр өсөн ундағы һүҙҙәр һинең телеңдән төшмәһен, уны көнө-төнө уҡып уйлан. Шул саҡ юлың уңышлы булыр, һәм һин аҡыл менән эш итерһең. Мин һиңә тағы бер тапҡыр әйтәм: ҡыйыу һәм ныҡ бул. Ҡотоң осмаһын һәм ҡурҡма, сөнки ҡайҙа ғына барһаң да, Аллаң Йәһүә һинең менән булыр».