Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

35-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Оло йәштәге ҡәрҙәштәрҙе ҡәҙерләгеҙ

Оло йәштәге ҡәрҙәштәрҙе ҡәҙерләгеҙ

«Тәҡүәлек юлынан йөрөүсенең сал сәсе — матурлыҡ тажы» (ҒИБ. ҺҮҘ. 16:31).

138-СЕ ЙЫР Сал сәс — матурлыҡ тажы

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. а) Ғибрәтле һүҙҙәр 16:31 буйынса, оло йәштәге ҡәрҙәштәргә беҙ нисек ҡарарға тейеш? б) Был мәҡәләлә беҙ ниндәй һорауҙарға яуап табырбыҙ?

АРКАНЗАС штатының (АҠШ) милли паркына килгән кешеләр алмас ташын ерҙең өҫтөндә таба ала. Әммә унда был таштар тәбиғәттә нисек бар, шул килеш ята, улар шымартылмаған. Шуға күрә күптәр, уны күрһә лә, уның ҡиммәтле аҫыл таш икәнен аңламай, хатта уның янынан үтеп китергә мөмкин.

2 Ниндәйҙер мәғәнәлә беҙҙең оло йәштәге ҡәрҙәштәребеҙ шул алмас таштарына оҡшаған. Улар — бик ҡиммәтле хазина (Ғибрәтле һүҙҙәр 16:31-ҙе * уҡығыҙ; 20:29). Алла Һүҙе был кешеләрҙең сал сәстәрен таж менән сағыштыра. Әммә ҡайһы берәүҙәр шундай кешеләргә иғтибар итмәҫкә мөмкин. Оло йәштәгеләрҙең ҡиммәтлеген күргән йәштәр матди нәмәләрҙән ҡиммәтерәк байлыҡ таба ала. Был мәҡәләлә беҙ өс һорауға яуап табырбыҙ: 1) Ни өсөн Йәһүә оло йәштәге кешеләрҙе ҡәҙерләй? 2) Үҙ ойошмаһында Йәһүә уларға ниндәй урын бүлеп ҡуйған? 3) Уларҙың тәжрибәләренән тулы файҙа алыр өсөн беҙ нимә эшләй алабыҙ?

НИ ӨСӨН ОЛО ЙӘШТӘГЕ ҠӘРҘӘШТӘР ЙӘҺҮӘ ӨСӨН БИК ҠӘҘЕРЛЕ?

Оло йәштәге хеҙмәтселәр Йәһүә өсөн дә, уның халҡы өсөн дә бик ҡәҙерле (3-сө абзацты ҡарағыҙ.)

3. Зәбур 92:12—15-тә яҙылғанса, ни өсөн Йәһүә үҙенең оло йәштәге тоғро хеҙмәтселәрен ҡәҙерләй?

3 Оло йәштәге тоғро хеҙмәтселәр Йәһүә өсөн бик ҡәҙерле. Ул уларҙың эске булмышын белә һәм күркәм сифаттарын юғары баһалай. Ғүмер буйы тоғро хеҙмәт иткән ололар йәштәр менән зирәклектәрен бүлешкәндә, Йәһүә бик ҡыуана (Әйүп 12:12; Ғиб. һүҙ. 1:1—4). Йәһүә уларҙың сыҙам булыуҙарын ҡәҙерләй (Мал. 3:16). Тормоштары еңел булмаһа ла, уларҙың Йәһүәгә ҡарата имандарын бер нәмә лә ҡаҡшата алмаған. Уларҙың киләсәккә өмөттәре нығынғандан-нығый бара. Йәһүә уларҙы ярата, улар бит «хатта ҡартлыҡ көндәрендә лә» уның исемен данлай. (Зәбур 92:12—15-те * уҡығыҙ.)

4. Оло йәштәге ҡәрҙәштәребеҙҙе нимә йыуата ала?

4 Ҡәҙерле ололар, шикләнмәгеҙ, Йәһүә һеҙҙең элек башҡарған эштәрегеҙҙе онотмай (Евр. 6:10). Һеҙ вәғәз эшендә һәр ваҡыт ашҡынып ҡатнашаһығыҙ, һәм был күктәге Атабыҙҙы һөйөндөрә. Ауыр, хатта түҙә алмаҫлыҡ һынауҙар менән көрәшкәндә лә, һеҙ Алланың нормалары буйынса эш иттегеҙ һәм Йәһүәгә тоғро ҡалдығыҙ. Һеҙ йыйылышта үҙ өҫтөгөҙгә еңел булмаған вазифалар алдығыҙ һәм башҡаларҙы өйрәттегеҙ. Һеҙ Йәһүәнең тиҙ барған ойошмаһынан артта ҡалмаҫҡа тырыштығыҙ һәм тулы ваҡытлы хеҙмәтселәрҙе нығыттығыҙ. Йәһүә һеҙҙе бик ярата һәм «үҙенә тоғро булғандарҙы ҡалдырма[ҫҡа]» вәғәҙә итә (Зәб. 37:28). Ул шулай уҡ: «Сәсегеҙ сал булғанда ла мин һеҙҙе күтәреп йөрөтөрмөн», — тип ышандыра (Ишағ. 46:4). Шуға, ҡартайғанға күрә, мин Алланың ойошмаһында ҡәҙерле түгел, тип уйламағыҙ. Һис шикһеҙ, һеҙ бик ҡәҙерле!

ЙӘҺҮӘ ОЙОШМАҺЫНДА ОЛОЛАРҘЫҢ ҺӘР БЕРЕҺЕНЕҢ ҮҘ УРЫНЫ БАР

5. Оло йәштәге ҡәрҙәштәргә нимәне иҫтә тотоу мөһим?

5 Ололар Йәһүәнең ойошмаһында күп файҙа килтерә ала. Көстәре элеккесә күп булмаһа ла, улар йылдар дауамында туплаған тәжрибәгә бай. Йәһүә уларҙы артабан да төрлөсә ҡуллана, һәм быны боронғо һәм бөгөнгө миҫалдар күрһәтә.

6, 7. Йәһүәнән тоғро хеҙмәттәре өсөн фатиха алған оло йәштәге хеҙмәтселәрҙең миҫалдарын килтерегеҙ.

6 Изге Яҙмала Йәһүәгә ҡартайғансы ашҡынып хеҙмәт иткән тоғро хеҙмәтселәр тураһында уҡып була. Мәҫәлән, Мусаға Йәһүәнең пәйғәмбәре һәм Израиль халҡының вәкиле булып хеҙмәт итә башлағанда яҡынса 80 йәш булған. Данил 90 йәштән ашҡан булһа ла, Йәһүә уны үҙенең вәкиле итеп ҡулланған. Илсе Яхъя ла Асылыш китабын яҙа башлағанда, күрәһең, 90 йәштән уҙған булған.

7 Йәһүәнең ҡайһы бер тоғро хеҙмәтселәренә беҙ хатта иғтибар итмәҫкә лә мөмкин, әммә Йәһүә уларҙы күргән һәм тоғролоҡтары өсөн бүләкләгән. Мәҫәлән, Изге Яҙмала «Симеон исемле тәҡүә һәм Алланы ололаусы бер кеше» тураһында ҡыҫҡа ғына әйтелә. Әммә Йәһүә, уның йөрәген күреп, уны фатихалаған: Симеон сабый Ғайсаны әсәһе менән күргән һәм улар тураһында пәйғәмбәрлек әйткән (Лука 2:22, 25—35). Шулай уҡ тол ҡалған Анна исемле пәйғәмбәр ҡатын тураһында уйланайыҡ. Уға 84 йәш булһа ла, ул «Алла Йортонда көнө-төнө Аллаға хеҙмәт иткән». Йәһүә Аннаны ғибәҙәтханаға һәр ваҡыт йөрөгәне өсөн фатихалаған: ул да сабый Ғайсаны күргән. Һис шикһеҙ, Йәһүә Симеонды ла, Аннаны ла бик ҡәҙерләгән (Лука 2:36—38).

80-дән уҙған Лоис апай-ҡәрҙәшебеҙ тоғро хеҙмәтен дауам итә (8-се абзацты ҡарағыҙ.)

8, 9. Тол ҡалған апай-ҡәрҙәштәр Батшалыҡ эшенә ниндәй өлөш индерә?

8 Бөгөн дә күп кенә оло йәштәге хеҙмәтселәр йәштәр өсөн яҡшы өлгө булып тора. Лоис Дидур исемле апай-ҡәрҙәштең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Канадала махсус пионер хеҙмәтен башлағанда уға нибары 21 генә йәш булған. Кейәүгә сыҡҡас, ул ире Джон менән бер нисә йыл күсеп йөрөү хеҙмәтендә ҡатнашҡан. Һуңыраҡ улар 20 йылдан артыҡ Канадалағы Вефилдә хеҙмәт иткән. 58 йәшендә Лоисты һәм уның ирен Украиналағы филиалға хеҙмәт итергә саҡырғандар. Улар быға нисек ҡараған? Улар, башҡа илдә хеҙмәт итергә беҙ инде ҡартбыҙ, тип уйламаған һәм был йөкләмәне ҡабул иткән. Джонды филиал комитетында хеҙмәт итергә билдәләгәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ете йылдан һуң уның ире үлеп китә, ә Лоис Украина филиалында хеҙмәтен дауам итергә ҡарар итә. Хәҙер Лоис ҡәрҙәшкә 81 йәш, әммә ул хеҙмәтен уңышлы итеп башҡара, һәм Вефиль ғаиләһе уны бик ҡәҙерләй.

9 Лоис һымаҡ апай-ҡәрҙәштәрҙең хеҙмәттәре ирҙәре менән бергә булғанда ғына түгел, ә тол ҡалғанда ла бик ҡәҙерле. Йәһүә ғүмер буйы ирҙәренә терәк булған һәм һаман да сыҙамлыҡ сағылдырған апай-ҡәрҙәштәрҙе юғары баһалай (1 Тим. 5:3). Бынан тыш, улар йәштәрҙе рухландыра.

10. Тони ҡәрҙәштән ниндәй өлгө алып була?

10 Ҡарттар йортонда йәшәгән оло йәштәге ҡәрҙәштәр ҙә беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле. Мәҫәлән, шундай йортта йәшәгән Тони исемле ағай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Ул 1942 йылдың август айында 20 йәшендә Пенсильвания штатында (АҠШ) һыуға сумдырылған. Күп тә үтмәҫтән, Тони нейтралитет өсөн ике йыл ярым төрмәлә ултырып сыҡҡан. Улар ҡатыны Хильда менән ике балаһын хәҡиҡәттә үҫтергән. Йылдар дауамында Тони ҡәрҙәш өс йыйылышта рәйеслек иткән күҙәтеүсе хеҙмәтен алып барған (хәҙер өлкәндәр кәңәшмәһенең координаторы тип атала). Ул шулай уҡ район конгрестарында күҙәтеүсе вазифаһын үтәгән. Ул дәүләт төрмәһендә йыйылыш осрашыуҙары һәм Изге Яҙма өйрәнеүҙәре үткәргән. Тони ҡәрҙәшебеҙгә хәҙер 98 йәш, ул артабан да Йәһүәгә ашҡынып хеҙмәт итә һәм, бар көсөн һалып, үҙ йыйылышы менән хеҙмәттәшлек итергә тырыша.

11. Беҙ ҡайғыртыуға мохтаж оло йәштәге ҡәрҙәштәргә нисек хөрмәт күрһәтә алабыҙ?

11 Ҡарттар йортонда йәшәгән йә өйҙән сыға алмаған ҡәрҙәштәргә беҙ нисек хөрмәт күрһәтә алабыҙ? Өлкәндәр ундай ҡәрҙәштәргә вәғәздә ҡатнашырға, Батшалыҡ залына барып етергә йә осрашыуҙар программаһын өйҙән тыңларға ярҙам итә ала. Беҙ уларға ҡунаҡҡа бара алабыҙ йәки улар менән видео-элемтә аша аралаша алабыҙ. Беҙ айырыуса йыйылыш территорияһынан алыҫта булған ҡарттар йортонда йәшәгән йә хәҡиҡәттә булмаған туғандары менән йәшәгән ҡәрҙәштәргә ярҙам итергә теләйбеҙ. Сөнки улар иғтибарһыҙ ҡалырға мөмкин. Уларҙың ҡайһы берҙәре үҙҙәре тураһында һөйләргә ояла, шуға күрә беҙгә уларға һорауҙар бирергә һәм уларҙы иғтибар менән тыңларға кәрәк. Шул саҡта улар Йәһүәгә хеҙмәт итеп үткәргән йылдары тураһында һөйләр һәм беҙҙе рухи яҡтан нығытыр.

12. Йыйылышыбыҙҙа хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәр менән яҡшыраҡ танышыу беҙгә ниндәй фатихалар килтерер?

12 Йыйылышыбыҙҙа хеҙмәт иткән оло йәштәге ҡәрҙәштәр менән яҡшыраҡ танышҡас, уларҙың имандары беҙҙе ғәжәпләндерергә мөмкин. Мәҫәлән, Харриетт исемле апай-ҡәрҙәшебеҙ Нью-Джерси штатында (АҠШ) үҙ йыйылышында тиҫтәләгән йылдар хеҙмәт иткән. Һуңыраҡ ул ҡыҙына күсеп киткән. Яңы йыйылышта өлкәндәр уның менән яҡшыраҡ танышырға булған һәм Харриетт ҡәрҙәш үҙенең тормошо тураһында һөйләгән. Ул уларға 1920 йылдарҙа нисек хәҡиҡәт менән танышҡаны һәм ул ваҡытта ниндәй осраҡтар булғаны хаҡында һөйләгән. Харриетт ҡәрҙәш хеҙмәткә барғанда һәр ваҡыт үҙе менән теш щеткаһын алып йөрөткән, сөнки уны ҡулға ала алғандар. 1933 йылда уны ике тапҡыр бер аҙнаға төрмәгә ултыртҡандар. Харриетт ҡәрҙәш төрмәлә ултырған саҡта, уның хәҡиҡәттә булмаған ире өс балаһын ҡараған. Һис шикһеҙ, Харриетт һымаҡ оло йәштәге тоғро хеҙмәтселәрҙе хазина тип атап була.

13. Йәһүәнең ойошмаһында ололар ниндәй роль уйнай?

13 Йәһүә оло йәштәге ҡәрҙәштәргә йыйылышта мөһим роль бүлгән. Улар Йәһүәнең үҙ ойошмаһын һәм үҙҙәрен нисек фатихалағанын күп тапҡыр күргән. Әлбиттә, уларҙың хаталар ҡылған саҡтары ла булған, әммә улар был хаталарҙан һабаҡтар алған. Оло йәштәге ҡәрҙәштәр — «зирәклек шишмәһе», уларҙың тәжрибәһенән өйрәнегеҙ (Ғиб. һүҙ. 18:4). Әгәр ваҡыт бүлеп улар менән яҡынданыраҡ танышһағыҙ, иманығыҙ нығыр һәм уларҙан күп нәмәгә өйрәнерһегеҙ.

ОЛО ЙӘШТӘГЕЛӘРҘЕҢ ҮРНӘГЕН ҠӘҘЕРЛӘГЕҘ

Елисей Ильястан күп нәмәгә өйрәнгән кеүек, ҡәрҙәштәр ҙә, оло йәштәге хеҙмәтселәр менән аралашып, күп нәмәгә өйрәнә ала (14, 15-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

14. Ҡанун 32:7-ләге һүҙҙәр йәштәрҙе нимәгә дәртләндерә?

14 Оло йәштәгеләр менән үҙегеҙ аралаша башлағыҙ. (Ҡанун 32:7-не * уҡығыҙ.) Эйе, бәлки, улар тиҙ йөрөй алмайҙыр, насар күрәлер йә яй һөйләшәлер, әммә күңелдәрендә улар һаман да йәш һәм Алла алдында «яҡшы исемгә» эйә (Вәғ. 7:1). Йәһүәнең уларҙы ни өсөн ҡәҙерләгәнен онотмағыҙ һәм артабан да уларҙы хөрмәт итегеҙ. Елисей һымаҡ булығыҙ. Ул Ильяс пәйғәмбәр менән хеҙмәттәшлек итеүенең һуңғы көнөндә аҙаҡҡа тиклем уның менән бергә булған. Елисей өс тапҡыр: «Мин һине ҡалдырмайым», — тип әйткән (2 Бат. 2:2, 4, 6).

15. Беҙ оло йәштәгеләргә ниндәй һорауҙар бирә алабыҙ?

15 Оло йәштәгеләр менән эскерһеҙ аралашып, улар менән ҡыҙыҡһынғанығыҙҙы күрһәтегеҙ (Ғиб. һүҙ. 1:5; 20:5; 1 Тим. 5:1, 2). Әҙәпле генә итеп ошондай һорауҙар биреп була: «Һеҙ хәҡиҡәт менән нисек таныштығыҙ? Тормошоғоҙҙағы ниндәй осраҡтар һеҙҙе Йәһүәгә яҡынлаштырҙы? Йәһүәгә хеҙмәттә шатлыҡлы булып ҡалыуҙың сере нимәлә?» (1 Тим. 6:6—8). Ә һуңынан уларҙың һөйләгәндәрен иғтибар менән тыңлағыҙ.

16. Оло йәштәгеләр һәм йәштәр бер-береһе менән аралашыуҙан ниндәй файҙа ала ала?

16 Оло йәштәге ҡәрҙәштәрҙең йәштәр менән аралашыуы барыһына ла файҙа килтерә (Рим. 1:12). Йәштәр Йәһүәнең үҙ тоғро хеҙмәтселәре хаҡында ҡайғыртҡанын күрә, ә оло йәштәгеләр үҙҙәрен кәрәкле итеп тоя. Өҫтәүенә, Йәһүәнең үҙҙәрен нисек итеп фатихалағаны тураһында һөйләү был ҡәрҙәштәргә шатлыҡ килтерә.

17. Ни өсөн, оло йәштәге ҡәрҙәштәребеҙ йылдан-йыл матурая бара, тип әйтеп була?

17 Тышҡы матурлыҡ һүрелә, әммә Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәре уның күҙендә көндән-көн матурая (1 Фес. 1:2, 3). Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Сөнки йылдар дауамында улар Алла рухына үҙҙәрен яҡшы яҡҡа үҙгәртергә мөмкинлек биргән. Оло йәштәге ҡәрҙәштәребеҙҙе яҡшыраҡ белгән һайын һәм уларҙан күберәк өйрәнгән һайын, беҙ уларҙы тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләрбеҙ.

18. Киләһе мәҡәләлә нимә тураһында һүҙ барыр?

18 Йәштәр ололарҙы ғына түгел, ә шулай уҡ ололар ҙа йәштәрҙе ҡәҙерләгәндә, йыйылыштарыбыҙ рухи яҡтан үҫә. Киләһе мәҡәләлә беҙ оло йәштәге ҡәрҙәштәр йәштәргә нисек хөрмәт күрһәтә алғанын ҡарап сығырбыҙ.

144-СЕ ЙЫР Бүләктән күҙеңде алма

^ 5 абз. Оло йәштәге ҡәрҙәштәрҙе бик ҡиммәтле хазина менән сағыштырып була. Был мәҡәлә беҙҙе ололарҙы тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә дәртләндерер һәм уларҙың тәжрибәһенән нимәгә өйрәнеп булғанын күрһәтер. Был мәҡәлә шулай уҡ оло йәштәге ҡәрҙәштәребеҙҙе Алла ойошмаһы өсөн мөһим икәненә ышандырыр.

^ 2 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 16:31: «Тәҡүәлек юлынан йөрөүсенең сал сәсе — матурлыҡ тажы».

^ 3 абз. Зәбур 92:12—15: «Тәҡүәләр иһә финик пальмаһы шикелле гөрләп үҫер, Ливандағы эрбет ағасы кеүек күтәрелер. 13 Улар Йәһүәнең йортона ултыртылған. Улар Аллабыҙҙың ишек алдарында гөрләп үҫә. 14 Хатта ҡартлыҡ көндәрендә лә улар емеш биреп торор, элеккесә дарманлы һәм ныҡ булыр, 15 Йәһүәнең намыҫлы булыуын иғлан итер. Ул — Ҡаям минең, юҡ унда ғәҙелһеҙлек».

^ 14 абз. Ҡанун 32:7: «Элекке көндәрҙе иҫеңә төшөр. Үткән быуындар йәшәгән йылдар тураһында уйлан. Атайыңдан һора, һәм ул һиңә һөйләр. Ҡарттарҙан һораштыр, һәм улар һиңә һөйләп бирер».