8-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
Ни өсөн рәхмәт белдереү мөһим?
«Рәхмәтле булығыҙ!» (КОЛ. 3:15).
127-СЕ ЙЫР Йәһүәгә яраҡлы булырға теләйем
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *
1. Һауыҡҡан кеше Ғайсаға нисек рәхмәт белдергән?
МАХАУ сиренән интеккән ун ир бик аяныс хәлдә булған. Уларҙың киләсәге өмөтһөҙ булып күренгән. Әммә бер көндө улар йыраҡтан Ғайсаны — Бөйөк Остазды күреп ҡалған. Улар Ғайсаның һәр ҡайһы ауырыуҙан һауыҡтырғаны хаҡында ишеткән һәм уның үҙҙәрен дә һауыҡтыра алыуына һис тә шикләнмәгән. Улар: «Ғайса Остаз! Беҙгә мәрхәмәтле булсы!» — тип ҡысҡырған. Ғайса был ун ирҙе тулыһынса һауыҡтырған. Шик тә юҡ, улар бөтәһе лә уға игелеге өсөн рәхмәтле булған. Ләкин уларҙың береһе рәхмәт хисен тойоп ҡына ҡалмаған, ә Ғайсаға рәхмәт белдергән. Был Самария кешеһе «ҡысҡырып Алланы данлаған» (Лука 17:12—19).
2, 3. а) Ни өсөн ҡайһы саҡта беҙ рәхмәт белдермәйбеҙ? б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?
2 Беҙ ҙә, Самария кешеһе һымаҡ, үҙебеҙгә игелек күрһәткән кешеләргә рәхмәт белдерергә теләйбеҙ. Әммә ҡайһы саҡта беҙ рәхмәтебеҙҙе һүҙҙәр йә эштәр менән белдерергә оноторға мөмкин.
3 Был мәҡәләнән беҙ ни өсөн рәхмәт белдереү мөһим икәнен белербеҙ. Шулай уҡ Изге Яҙманан рәхмәтле һәм рәхмәтһеҙ кешеләрҙең миҫалдарын ҡарап сығырбыҙ. Бынан тыш, нисек рәхмәт белдереп булғанын күрербеҙ.
НИ ӨСӨН РӘХМӘТ БЕЛДЕРЕРГӘ КӘРӘК?
4, 5. Ни өсөн рәхмәт белдерергә кәрәк?
4 Йәһүә рәхмәт белдереүҙә беҙгә үрнәк күрһәтә. Мәҫәлән, 2 Сам. 22:21; Зәб. 13:6; Матф. 10:40, 41). Изге Яҙма беҙҙе, «Алланың ҡәҙерле балалары булараҡ, Уға оҡшарға», йәғни унан өлгө алырға дәртләндерә (Ефес. 5:1). Шулай итеп, рәхмәт белдерер өсөн төп сәбәп — Йәһүәнән өлгө алырға теләк.
ул үҙенең тоғро хеҙмәтселәрен фатихалай (5 Башҡаларға рәхмәт белдерер өсөн тағы бер сәбәпте ҡарап сығайыҡ. Рәхмәт хисен тәмле аш менән сағыштырып була: уны берәйһе менән ашаһаң, ул күберәк шатлыҡ килтерә. Башҡалар беҙгә рәхмәт белдергәндә, беҙ үҙебеҙҙе бәхетле итеп тоябыҙ. Ә беҙ башҡаларға рәхмәт белдерһәк, улар бәхетле булыр. Улар беҙгә ярҙам итер өсөн һалған тырышлыҡтарының заяға булмағанын белер. Һөҙөмтәлә шул кешеләр менән дуҫлығыбыҙ нығыр.
6. Рәхмәт һүҙҙәре менән алтындан яһалған алмалар араһында ниндәй оҡшаш яҡтар бар?
6 Изге Яҙмала рәхмәт белдереүҙең мөһимлеге бындай һүҙҙәр менән тасуирлана: «Үҙ ваҡытында әйтелгән һүҙ — көмөш һауыттағы алтын алмаларҙай ул» (Ғиб. һүҙ. 25:11). Көмөш һауытта ятҡан алтын алмаларҙың матурлығын күҙ алдына ғына килтерегеҙ! Өҫтәүенә, ундай әйбер бик ҡиммәтле. Шундай бүләк алһағыҙ, үҙегеҙҙе нисек хис итер инегеҙ? Ысынында, рәхмәт һүҙҙәре, алтындан яһалған алмалар кеүек, бик ҡиммәтле. Бынан тыш, алтындан яһалған алма бик оҙаҡ һаҡлана. Шуның шикелле, кеше рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе иҫенә төшөрөп торорға һәм ғүмеренең аҙағына тиклем йөрәгендә һаҡларға мөмкин.
УЛАР РӘХМӘТ БЕЛДЕРГӘН
7. Зәбур 69:30-ҙан күренеүенсә, Дауыт нисек рәхмәт белдергән, ә башҡа мәҙхиә йырлаусылар быны нисек эшләгән?
7 Алланың боронғо заманда йәшәгән күп хеҙмәтселәре рәхмәтле булғандарын күрһәткән. Уларҙың береһе — Дауыт. (Зәбур *.) Ул хаҡ ғибәҙәтте бик ныҡ ҡәҙерләгән һәм быны эштәре менән күрһәткән. Дауыт ғибәҙәтхана төҙөү өсөн үҙ милкенең ҙур өлөшөн иғәнә итеп биргән. Ә Асафтың тоҡомдары рәхмәттәрен мәҙхиәләр, йәғни маҡтау йырҙары яҙып белдергән. Бер мәҙхиәлә улар, Йәһүәнең «иҫ киткес эштәре» менән һоҡланып, уға рәхмәттәр әйткән (Зәб. 75:1). Һис шикһеҙ, Дауыт һәм Асафтың тоҡомдары Йәһүәгә унан алған бөтә фатихалары өсөн ни тиклем ныҡ рәхмәтле булыуҙарын күрһәтергә теләгән. Ә һеҙ уларҙан нисек өлгө ала алаһығыҙ?
69:30-ҙы уҡығыҙ8, 9. Илсе Павел ҡәрҙәштәрҙе ҡәҙерләүен нисек күрһәткән, һәм был ниндәй емештәр килтергән?
8 Илсе Павел ҡәрҙәштәрен бик ҡәҙерләгән һәм быны һүҙҙәре менән күрһәткән. Ул доғаларында улар өсөн Йәһүәгә һәр ваҡыт рәхмәт әйткән. Павел шулай уҡ ҡәрҙәштәрҙе ҡәҙерләүен хаттар аша ла күрһәткән. Римдарға яҙылған хаттың 16-сы бүлегендә, беренсе 15 аятта Павел 27 мәсихсенең исемен телгә алған. Ул үҙе хаҡына «ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына» ҡуйған Акила менән Прискиллаға айырым иғтибар бүлгән, шулай уҡ күптәргә, шул иҫәптән Павелдың үҙенә ярҙам күрһәткән Фиваны ла иҫкә алған. Павел был тырыш ҡәрҙәштәрен ысын күңелдән маҡтаған (Рим. 16:1—15).
9 Павел, ҡәрҙәштәренең камил түгел икәнен белһә лә, римдарға яҙған хатының аҙағында уларҙың яҡшы сифаттары хаҡында ғына әйткән. Был хат бөтә йыйылыш алдында уҡылғанда, шул мәсихселәрҙең Павелдың маҡтау һүҙҙәрен ишетеп ни тиклем ныҡ шатланғанын күҙ алдына ғына килтерегеҙ! Һөҙөмтәлә уларҙың Павел менән дуҫлығы, һис шикһеҙ, нығыған. Ә һеҙ йыйылышығыҙҙағы ҡәрҙәштәргә яҡшы һүҙҙәре һәм эштәре өсөн һәр ваҡыт рәхмәт белдерергә тырышаһығыҙмы?
10. Ғайсаның үҙ шәкерттәренә рәхмәт белдереүенән нимәгә өйрәнеп була?
10 Кесе Азиялағы ҡайһы бер йыйылыштарға мөрәжәғәт иткәндә, Ғайса мәсихселәргә эштәре өсөн рәхмәт белдергән. Мәҫәлән, Фиатиралағы йыйылышҡа ул былай тип өндәшкән: «Һинең эштәреңде лә, мөхәббәтеңде, хеҙмәтеңде, иманыңды һәм сыҙамлылығыңды ла беләм. Һуңғы башҡарған эштәреңдең тәүгеләренә ҡарағанда яҡшыраҡ икәнлеген дә беләм» (Асыл. 2:19). Ғайса уларҙы хеҙмәттә күберәк ҡатнаша башлағандары өсөн генә түгел, ә шулай уҡ яҡшы сифаттары өсөн дә маҡтаған. Фиатиралағы ҡайһы бер мәсихселәргә кәңәш бирергә тура килһә лә, ул үҙенең хәбәрен маҡтап башлаған һәм маҡтап тамамлаған (Асыл. 2:25—28). Бөтә йыйылыштарҙың башы булараҡ, Ғайса ҙур хакимлыҡҡа эйә, шунлыҡтан ул хеҙмәтебеҙ өсөн рәхмәт белдерергә бурыслы түгел. Шулай ҙа ул рәхмәт белдереүҙе мөһим тип һанай. Өлкәндәр өсөн ниндәй яҡшы өлгө!
УЛАР РӘХМӘТЛЕ БУЛМАҒАН
11. Еврейҙарға 12:16-нан күренеүенсә, Ғаяз изге нәмәләргә нисек ҡараған?
11 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Изге Яҙмала тасуирланған ҡайһы бер кешеләр рәхмәтһеҙ булған. Уларҙың береһе — Ғаяз. Ата-әсәһе уны Йәһүәне яратырға һәм хөрмәт итергә өйрәтеп үҫтерһә лә, ул изге нәмәләрҙе ҡәҙерләмәгән. (Еврейҙарға 12:16-ны уҡығыҙ *, ЯДТ.) Уның рәхмәтһеҙлеге нимәнән күренгән? Ул, оҙаҡ уйлап тормайынса, өлкән ул булыу хоҡуғын яҫмыҡ ашына алмаштырып, уны ҡустыһы Яҡубҡа һатҡан (Баш. 25:30—34). Һуңыраҡ Ғаяз шундай ҡарар ҡабул итеүенә бик ныҡ үкенгән. Әммә, өлкән ул булыу хоҡуғы килтергән фатихалар Яҡубҡа бирелгәс, Ғаяздың зарланырға сәбәбе булмаған, сөнки ул рәхмәтһеҙ булған һәм изге нәмәләрҙе ҡәҙерләмәгән.
12, 13. Израилдәр үҙҙәренең рәхмәтһеҙ булыуын нисек күрһәткән, һәм был нимәгә килтергән?
12 Израилдәрҙең рәхмәтле булыр өсөн сәбәптәре бик күп булған. Йәһүә, Мысырға ун яза ебәреп, уларҙы ҡоллоҡтан азат иткән. Унан һуң Алла, Мысырҙың бөтә ғәскәрен Ҡыҙыл диңгеҙҙә батырып, үҙ халҡын үлемдән ҡотҡарған. Улар Йәһүәгә шул тиклем рәхмәтле булған, хатта йырлап уны данлай башлаған. Әммә улар рәхмәтле булып ҡалғанмы?
13 Яңы ауырлыҡтар менән осрашҡас, израилдәр Йәһүәнең бөтә яҡшы эштәрен онотҡан. Тиҙҙән уларҙың рәхмәтһеҙлеге асыҡ күренгән (Зәб. 106:7). Нисек итеп? «Бөтөн Израиль йәмғиәте Муса менән Һарундан», ә, асылда, Йәһүәнән зарлана башлаған (Сығ. 16:2, 8). Уларҙың рәхмәтһеҙлеге арҡаһында Йәһүәнең күңеле ҡырылған. Һуңыраҡ Йәһүә, Ешуа менән Ҡалиптан башҡа, израилдәрҙең тотош бер быуыны сүлдә үләсәк, тип алдан әйткән (Һан. 14:22—24; 26:65). Әйҙәгеҙ, әле ҡаралған яҡшы һәм насар миҫалдарҙан нимәгә өйрәнеп булғанын беләйек.
РӘХМӘТЛЕ БУЛЫҒЫҘ
14, 15. а) Ир менән ҡатын бер-береһен ҡәҙерләүен нисек күрһәтә ала? б) Ата-әсәләр нисек балаларын рәхмәтле булырға өйрәтә ала?
14 Ғаиләлә. Ғаилә ағзалары бер-береһенә рәхмәт белдергәндә, был бөтә ғаиләгә ҙур файҙа килтерә. Ир менән ҡатын бер-береһенә йышыраҡ рәхмәт әйтһә, улар үҙ-ара тағы ла нығыраҡ яҡынайыр һәм бер-береһенең хаталарын еңелерәк кисерер. Ҡатынын ҡәҙерләгән ир уның яғымлы һүҙҙәренә һәм яҡшы эштәренә иғтибар итеп кенә ҡалмай, ә шулай уҡ «уны маҡтай» (Ғиб. һүҙ. 31:10, 28). Ә аҡыллы ҡатын һәр ваҡыт иренә уны ни өсөн ҡәҙерләүе хаҡында әйтә.
15 Ата-әсәләр, ә һеҙ нисек балаларығыҙҙы рәхмәтле булырға өйрәтә алаһығыҙ? Онотмағыҙ, балалар, нимә әйткәнегеҙҙе һәм эшләгәнегеҙҙе күҙәтеп, һеҙҙән өлгө ала. Шуға күрә балаларығыҙ һеҙҙең өсөн берәй нәмә эшләһә, уларға рәхмәт әйтеп яҡшы үрнәк күрһәтегеҙ. Бынан тыш, уларҙы
башҡаларға рәхмәт әйтергә өндәгеҙ. Бала рәхмәт һүҙҙәренең йөрәктән сығырға тейешлеген һәм яғымлы һүҙҙәрҙең ҙур көскә эйә була алғанын аңлаһын. Кларри исемле бер йәш ҡатын бына нимә ти: «32 йәшендә әсәйем өс бала менән яңғыҙ ҡалды. Минең үҙемә 32 йәш тулғас, уға бик ауыр булғандыр, тип уйлап ҡуйҙым. Шуға күрә әсәйемә беҙҙе ҡарап үҫтергәне өсөн ни тиклем ныҡ рәхмәтле булыуымды әйттем. Күптән түгел генә ул шул һүҙҙәремде йыш иҫкә алғаны тураһында әйтте. Улар һәр ваҡыт уның күңелен йылытып тора».16. Рәхмәт һүҙҙәре башҡаларҙы нисек рухландыра ала? Миҫал килтерегеҙ.
16 Йыйылышта. Ҡәрҙәштәргә рәхмәт белдереп, беҙ уларҙы рухландырабыҙ. Мәҫәлән, Хорхе исемле 28 йәшлек өлкәндең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ҡаты ауырып киткәнгә, ул бер ай буйы йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй алмаған. Йыйылышҡа йөрөй башлаһа ла, сығыштар яһай алмаған. Хорхе былай тип таный: «Мин үҙемде булдыҡһыҙ итеп тойҙом, сөнки сир арҡаһында йыйылыштағы вазифаларымды бүтән башҡара алмай инем. Әммә бер көндө осрашыуҙан һуң бер ағай-ҡәрҙәш яныма килде лә былай тине: „Ғаиләмә яҡшы үрнәк ҡалдырғаның өсөн һиңә рәхмәт әйткем килә. Һуңғы йылдарҙа беҙгә һинең телмәрҙәреңде тыңлау бик оҡшай ине. Улар беҙгә рухи яҡтан ныҡ булып ҡалырға ярҙам итте“. Уның һүҙҙәре миңә шул тиклем ныҡ тәьҫир итте, хатта күҙемә йәш тулды. Ул ваҡытта мин шундай һүҙҙәргә бик мохтаж инем».
17. Колосстарға 3:15-тә ниндәй кәңәш бирелә, һәм беҙ был кәңәште тормошта нисек ҡуллана алабыҙ?
17 Йомарт Аллабыҙға рәхмәтле булыу. Йәһүә беҙгә мул итеп рухи аҙыҡ бирә. Мәҫәлән, беҙ осрашыуҙар, журналдар һәм сайттарыбыҙ аша файҙалы кәңәштәр алабыҙ. Берәй телмәр тыңлағандан һуң, мәҡәлә уҡығандан һуң йә интернет-телевидениебыҙҙан берәй программа ҡарағандан һуң: «Был бит тап минең өсөн!» — тип уйлағанығыҙ булдымы? Беҙ Йәһүәгә нисек рәхмәт белдерә алабыҙ? (Колосстарға 3:15-те уҡығыҙ.) Мәҫәлән, доғала ошо бүләктәр өсөн гел рәхмәт әйтергә була (Яҡ. 1:17).
18. Батшалыҡ залдары өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы нисек күрһәтеп була?
18 Ғибәҙәт урындарын таҙа һәм бөхтә килеш һаҡлап та Йәһүәгә рәхмәт белдереп була. Беҙ Батшалыҡ залын йыйыштырыуҙа
һәм хеҙмәтләндереүҙә даими ҡатнашабыҙ, ә йыйылышта аппаратура өсөн яуаплы ҡәрҙәштәр уның ҡәҙерен белеп ҡуллана. Батшалыҡ залдары хаҡында яҡшы ҡайғыртһаҡ, улар менән оҙағыраҡ ҡуллана алырбыҙ, шулай уҡ уларҙы һирәгерәк ремонтларға тура килер. Һөҙөмтәлә бөтә донъя буйынса яңы Батшалыҡ залдары төҙөүгә һәм ремонтлауға күберәк аҡса ҡалыр.19. Һеҙ район күҙәтеүсеһе һәм уның ҡатынының осрағынан нимәгә өйрәндегеҙ?
19 Беҙҙең өсөн күп тырышлыҡ һалған ҡәрҙәштәргә рәхмәтле булыу. Рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе ишетеп, ҡәрҙәш үҙ ауырлыҡтарына башҡаса ҡарай башларға мөмкин. Район хеҙмәтендә ҡатнашҡан бер парҙың осрағын ҡарап сығайыҡ. Бер ҡыш улар көнө буйы вәғәзләгән һәм өйгә ныҡ арып ҡайтҡан. Ул көндө шул тиклем һыуыҡ булған, хатта район күҙәтеүсеһенең ҡатыны ҡышҡы пәлтәһендә йоҡлаған. Иртәнсәк ул иренә, бүтән район хеҙмәтендә ҡатнашырға көсөм юҡ, тип әйткән. Аҙаҡ шул уҡ көндө филиалдан апай-ҡәрҙәшкә тәғәйенләнгән хат килгән. Шул хатта ҡәрҙәштәр уны хеҙмәте һәм сыҙамлығы өсөн маҡтаған, улар шулай уҡ аҙна һайын бер ерҙән икенсе ергә күсеп йөрөүе бик ауыр икәнен таныған. Был апай-ҡәрҙәштең ире былай ти: «Хаттағы маҡтау һүҙҙәре уға шул тиклем тәьҫир итте, ул хатта бүтән бер ҡасан да район хеҙмәтен ҡалдырыу тураһында һүҙ ҡуҙғатманы. Ысынында, мин бер нисә тапҡыр район хеҙмәтен ҡалдырырға уйлағанда, ул мине был хеҙмәтте дауам итергә дәртләндерҙе». Был пар район хеҙмәтендә яҡынса 40 йыл ҡатнашҡан.
20. Көн һайын нимә эшләргә тырышырға кәрәк һәм ни өсөн?
20 Әйҙәгеҙ, көн һайын һүҙҙәребеҙ һәм эштәребеҙ менән рәхмәт белдерәйек. Рәхмәтһеҙлек хөкөм һөргән был донъяла ихлас һүҙҙәребеҙ һәм яҡшы эштәребеҙ башҡаларға көндәлек ауырлыҡтарҙы кисереп сығырға көс өҫтәргә мөмкин. Бынан тыш, рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, беҙ берәйһе менән мәңгелеккә дуҫлаша алырбыҙ. Ә иң мөһиме, йомарт һәм рәхмәтле Атабыҙ Йәһүәнән өлгө алырбыҙ.
18-СЕ ЙЫР Йолом өсөн рәхмәтлебеҙ
^ 5 абз. Рәхмәт белдереү тураһында әйткәндә, Йәһүә, Ғайса Мәсих һәм махау сиренән интеккән Самария кешеһенән нимәгә өйрәнеп була? Был мәҡәләлә беҙ ошо һәм башҡа миҫалдарҙы ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ ни өсөн рәхмәт белдереү шул тиклем мөһим икәнен һәм быны нисек эшләп булғанын белербеҙ.
^ 7 абз. Зәбур 69:30: «Мин Алланың исеменә мәҙхиәләр йырлармын, рәхмәттәр белдереп, уны ҙурлармын».
^ 11 абз. Еврейҙарға 12:16, ЯДТ: «Арағыҙҙа аҙғын кеше һәм, Ғаяз кеүек, изге нәмәләрҙе ҡәҙерләмәгән кеше булмаһын. Ул беренсе улға тейешле хоҡуҡтарын бер каса ризыҡҡа алмаштырған».