Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

9-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Ғайса һымаҡ, башҡалар тураһында уйлағыҙ

Ғайса һымаҡ, башҡалар тураһында уйлағыҙ

«Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк» (ҒӘМ. 20:35).

17-СЕ ЙЫР «Теләйем!»

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Йәһүәнең хеҙмәтселәре араһында ниндәй рух хөкөм һөрә?

 МЕҢӘРЛӘГӘН йыл элек Изге Яҙмала Алла халҡы Ғайсаның етәкселеге аҫтында Йәһүәгә хеҙмәт итергә «әҙер торор» тип әйтелгән булған (Зәб. 110:3). Был пәйғәмбәрлектең үтәлешен беҙ үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәбеҙ. Ай һайын Алланың хеҙмәтселәре фиҙаҡәрлек менән вәғәз эшенә миллионлаған сәғәт бағышлай. Улар быны ысын күңелдән эшләй һәм бының өсөн аҡса алмай. Шулай уҡ улар ҡәрҙәштәрен матди, эмоциональ һәм рухи яҡтан нығытыр өсөн үҙ ваҡыттарын йәлләмәй. Билдәләнгән ҡәрҙәштәр йыйылыш осрашыуҙарында сығыштар яһар өсөн һәм вәғәзселәргә килеп китер өсөн бик күп ваҡыт бүлә. Уларҙың барыһын да шундай эштәр башҡарырға нимә этәрә? Йәһүәгә һәм яҡындарына ҡарата яратыу (Матф. 22:37—39).

2. Беҙ Ғайсаға ҡайһы яҡтан оҡшарға тырышабыҙ? (Римдарға 15:1—3).

2 Ғайса башҡаларҙың ихтыяждарын өҫтөн ҡуйыуҙа өлгө булып тора. Беҙ, бар көсөбөҙҙө һалып, унан үрнәк алырға тырышабыҙ. (Римдарға 15:1—3-тө уҡығыҙ.) Шундай тормош күп фатихалар килтерә, сөнки Ғайса үҙе былай тип әйткән: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк» (Ғәм. 20:35).

3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Был мәҡәлә шундай һорауҙарға яуап бирер: Ғайсаның фиҙаҡәрлеге нимәлә күренгән? беҙ унан нисек өлгө ала алабыҙ? башҡалар өсөн ҡорбандарға барыу теләген үҫтерергә нимә ярҙам итер?

ҒАЙСАНАН ӨЛГӨ АЛЫҒЫҘ

Ғайса ныҡ арыһа ла, янына күп кешеләр килгәс, үҙен нисек тотҡан? (4-се абзацты ҡарағыҙ.)

4. Ниндәй осраҡта Ғайса башҡалар өсөн ҡорбандарға барған?

4 Ғайса, хатта арығанда ла, үҙен йәлләмәгән. Бер көндө Ғайсаның янына күп халыҡ йыйылған. Был хәл, моғайын, Капернаум янындағы бер тау битләүендә булғандыр. Ғайса төнө буйы доға ҡылған. Уның ни тиклем арығанын күҙ алдына килтерегеҙ. Шулай ҙа ул ярлы һәм ауырыған кешеләрҙе йәлләгән һәм уларҙы һауыҡтырған. Бынан тыш, Ғайса уларға бөтә замандар өсөн иң дәртләндергес вәғәзен — Тауҙағы вәғәзен һөйләгән (Лука 6:12—20).

Беҙ Ғайсаның фиҙаҡәрлегенән нисек өлгө ала алабыҙ? (5-се абзацты ҡарағыҙ.)

5. Ғаилә башлыҡтары арыған саҡта Ғайсанан нисек өлгө ала?

5 Ғаилә башлыҡтары Ғайсанан нисек өлгө ала? Күптәргә таныш осраҡ: ғаилә башлығы көнө буйы эшләгәндән һуң арып ҡайта. Кисен уларҙың ғаилә өйрәнеүе үтергә тейеш. Атай кеше өйрәнеүҙе башҡа көнгә күсерергә теләһә лә, ул Йәһүәнән көс һорап доға ҡыла. Йәһүә уның доғаһына яуап ҡайтара, һәм ғаилә өйрәнеүе график буйынса үтә. Шул кисен балалар үҙҙәренә мөһим һабаҡ ала: уларҙың ата-әсәһе өсөн рухи нәмәләр беренсе урында тора.

6. Ниндәй осраҡта Ғайса үҙенә бағышлаған ваҡытты башҡаларға ярҙам итер өсөн ҡулланған?

6 Ғайса башҡалар өсөн үҙ ваҡытын йәлләмәгән. Бына уның тормошонан тағы бер осраҡ. Ул Сумдырыусы Яхъяның башын киҫкәндәре тураһында ишеткән. Ғайсаның ул ваҡытта нимә хис иткәнен күҙ алдына килтерегеҙ. Дуҫының үлеме тураһында ишеткәс, ул «яңғыҙы ғына кәмәгә ултырып аулаҡ урынға» киткән (Матф. 14:10—13). Ғайсаның хистәрен аңлап була. Бәлки, беҙ ҙә шулай эшләр инек. Әммә уға үҙенә генә ҡалырға бирмәгәндәр. Күптәр ул аулаҡ урын тураһында белеп ҡалған һәм, Ғайса әле барып еткәнсе, улар инде унда булған. Ғайса быға нисек ҡараған? Ул, башҡаларҙың ихтыяждарын беренсе урынға ҡуйған кеше булараҡ, уларҙы йылы итеп ҡаршы алған. Ғайса уларҙың рухи яҡтан аяныс хәлдә булғандарын күргән. «Ул уларҙы... бик йәлләне һәм күп нәмәләргә өйрәтә башланы», — тип әйтелә Алла Һүҙендә. Иғтибар итегеҙ: бер-ике хәҡиҡәткә генә түгел, ә күп нәмәләргә (Марк 6:31—34; Лука 9:10, 11).

7, 8. Йыйылышта берәй кемгә ярҙам кәрәк булғанда, ҡайғыртыусан өлкәндәр Ғайсанан нисек өлгө ала? Миҫалдар килтерегеҙ.

7 Өлкәндәр Ғайсанан нисек өлгө ала? Ҡәҙерле өлкәндәр, беҙҙең хаҡҡа фиҙаҡәрлек менән башҡарған эштәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Эштәрегеҙҙең күбеһе күҙгә күренмәй. Мәҫәлән, ҡәрҙәшкә ашығыс медицина ярҙамы кәрәк булғанда, дауаханалар менән бәйләнеш тотоу комитетында хеҙмәт иткән өлкәндәр, бар эштәрен ҡалдырып, ярҙамға килә. Йыш ҡына бындай осраҡтар төн уртаһына тура килә. Әммә ҡайғыртыусан өлкәндәр һәм уларҙың ғаиләләре, бәләгә эләккән ҡәрҙәштәрҙе йәлләп, үҙҙәренең ихтыяждарынан баш тарта.

8 Шулай уҡ өлкәндәр ойошманың төрлө төҙөлөш проекттарында ҡатнаша һәм тәбиғәт афәттәренән зыян күргәндәргә ярҙам итә. Ә һеҙ өлкәндәрҙең ҡәрҙәштәрҙе өйрәтергә, рухландырырға һәм нығытырға күпме ваҡыттары киткәне тураһында уйланғанығыҙ бармы? Өлкәндәргә һәм уларҙың туғандарына ысын күңелдән рәхмәт әйткебеҙ килә. Йәһүә һеҙҙе фиҙаҡәрлегегеҙ өсөн фатихалаһын! Әлбиттә, бөтәбеҙгә, шул иҫәптән өлкәндәргә лә вазифаларыбыҙға дөрөҫ ҡараш һаҡларға кәрәк. Өлкәнгә йыйылыш эштәренә ваҡыт бүлгәндә, ҡатынын һәм балаларын иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай.

БАШҠАЛАР ӨСӨН ҠОРБАНДАРҒА БАРЫУ ТЕЛӘГЕН НИСЕК ҮҪТЕРЕРГӘ?

9. Филиптарға 2:4, 5 буйынса, һәр мәсихсе ниндәй ҡарашта булырға тейеш?

9 Филиптарға 2:4, 5-те уҡығыҙ. Әлбиттә, беҙ бөтәбеҙ ҙә өлкәндәр булып хеҙмәт итмәйбеҙ. Шулай ҙа һәр мәсихсегә Ғайсанан өлгө алырға һәм башҡалар хаҡына ҡорбандарға барырға кәрәк. Изге Яҙмала Ғайса тураһында ул «ҡол рәүешендә... йәшәне» тип әйтелә (Флп. 2:7). Әйҙәгеҙ, был һүҙбәйләнеш нимә аңлатҡаны тураһында уйланайыҡ. Намыҫлы ҡол йәки хеҙмәтсе үҙ хужаһына ярарға тырыша. Беҙ — Йәһүәнең ҡолдары һәм шулай уҡ ҡәрҙәштәрҙең хеҙмәтселәре. Шуға күрә беҙ Йәһүәгә һәм ҡәрҙәштәребеҙгә мөмкин тиклем күберәк файҙа килтерергә теләйбеҙ. Тик быны нисек эшләп була?

10. Ниндәй һорауҙар өҫтөндә уйланырға кәрәк?

10 Үҙ-үҙегеҙҙе тикшерегеҙ. Бындай һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ: «Мин башҡалар өсөн ҡорбандарға барырға теләйемме? Әгәр мине оло йәштәге ҡәрҙәшкә кереп сығырға йә оло йәштәге апай-ҡәрҙәште йыйылышҡа алып барырға һораһалар, мин быны эшләргә әҙерме? Конгрестан һуң йыйыштырыуҙа йә Батшалыҡ залын хеҙмәтләндереүҙә ҡатнашыуымды һораһалар, мин тиҙ ризалашаммы?» Йәһүәгә бағышланғанда, беҙ, үҙебеҙҙә булғандың барыһын һиңә хеҙмәт итер өсөн ҡулланырбыҙ, тип вәғәҙә бирҙек. Йәһүә көсөбөҙҙө, ваҡытыбыҙҙы һәм матди әйберҙәребеҙҙе башҡаларға ярҙам итер өсөн ҡулланырбыҙ тип көтә. Шуға күрә беҙ быны ысын күңелдән эшләһәк, ул шатлана. Әммә беҙ, үҙ-үҙебеҙҙе тикшереп, көсһөҙ яҡтарыбыҙҙы абайлаһаҡ, нимә эшләргә?

11. Башҡаларға ярҙам итергә әҙер булыр өсөн доға нисек ярҙам итә ала?

11 Йәһүәгә ҡайнар доға ҡылығыҙ. Әйтәйек, һеҙ нимә өҫтөндә эшләргә кәрәк икәнен аңланығыҙ, әммә үҙгәрергә ҙур теләгегеҙ юҡ, ти. Шул саҡта Йәһүәгә ҡайнар доға ҡылығыҙ. Уның менән үҙегеҙҙе намыҫлы тотоғоҙ. Йәһүәгә нимә хис иткәнегеҙҙе асыҡтан-асыҡ һөйләгеҙ һәм көс менән теләк биреүен һорағыҙ (Флп. 2:13).

12. Һыуға сумдырылған йәш ағай-ҡәрҙәштәр йыйылышҡа нисек ярҙам итә ала?

12 Әгәр һин һыуға сумдырылған йәш ағай-ҡәрҙәш икән, Йәһүәгә, ҡәрҙәштәр хаҡында ҡайғыртырға теләк үҫтерергә ярҙам ит, тип доға ҡыла алаһың. Ҡайһы бер илдәрҙә хеҙмәт ярҙамсылары өлкәндәргә ҡарағанда әҙерәк һәм уларҙың күбеһе инде урта йә оло йәштә. Бынан тыш, Йәһүәнең ойошмаһына күп кеше килә, тимәк, күберәк йәш ҡайғыртыусан ағай-ҡәрҙәштәр кәрәк. Әгәр һин йыйылышта һәр эште башҡарырға әҙер булһаң, һин бәхетле булырһың. Сөнки шулай эшләп, һин Йәһүәне шатландырырһың, яҡшы абруй ҡаҙанырһың һәм башҡаларға ярҙам итеүҙән ҡәнәғәтлек кисерерһең.

Мәсихселәр Йәһүҙиәнән Иордан аръяғындағы Пелла ҡалаһына ҡасҡан. Алдараҡ килеп еткәндәре һуңыраҡ килгән ҡәрҙәштәренә ризыҡ бирә. (13-сө абзацты ҡарағыҙ.)

13, 14. Беҙ ҡәрҙәштәребеҙгә нисек ярҙам итә алабыҙ? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

13 Иғтибарлы һәм күҙәтеүсән булығыҙ. Б. э. 61 йылында илсе Павел Йәһүҙиәләге мәсихселәргә: «Кешеләргә изгелек эшләүҙе һәм башҡалар менән уртаҡлашыуҙы онотмағыҙ — нәҡ шундай ҡорбандар Алла тарафынан хуплана», — тип яҙған (Евр. 13:16). Ҡайһылай урынлы булған уның кәңәше! Бер нисә йыл үткәс, был хатты уҡыған ҡәрҙәштәргә, өйҙәрен, эштәрен һәм Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән туғандарын ҡалдырып, тауҙарға ҡасырға тура килгән (Матф. 24:16). Яңы урында мәсихселәргә бер-береһенә ярҙам итеп тороу бик мөһим булған. Ауыр ваҡыттар килеп еткәнсе илсе Павелдың кәңәшен ҡулланған мәсихселәргә ябай шарттарға эйәләшеүе еңелерәк булған.

14 Ҡайһы саҡта ҡәрҙәштәр нимәгә мохтаж икәндәрен әйтергә ҡыймай. Әйтәйек, бер ағай-ҡәрҙәш тол ҡалған, ти. Хәҙер уға аш бешереүҙә, транспорт менән бәйле йә башҡа көнкүреш һорауҙарҙа ярҙам кәрәк булыуы ихтимал. Бәлки, был хаҡта ул үҙе әйтмәҫ. Ул, башҡалар өсөн йөк булырмын, тип ҡурҡырға мөмкин. Әгәр беҙ үҙ ярҙамыбыҙҙы тәҡдим итһәк, ул, моғайын, бик рәхмәтле булыр. Хәл үҙенән-үҙе яйға һалыныр әле йә ауыр хәлгә эләккән ҡәрҙәш үҙе шылтыратып ярҙам һорар әле, тип уйларға кәрәкмәй. Шул хаҡта уйланығыҙ: уның урынында булһағыҙ, һеҙгә ниндәй ярҙам кәрәк булыр ине?

15. Фиҙаҡәр кеше ниндәй булырға тейеш?

15 Алсаҡ булығыҙ. Һәр йыйылышта гел ярҙамға килергә әҙер булған ҡәрҙәштәр бар. Уларҙан ярҙам һорағанда, беҙ үҙебеҙҙе бер ҡасан да бурыслы итеп тоймайбыҙ. Уларға гел дә таянып була. Әлбиттә, һәр беребеҙ шундай абруй ҡаҙанырға теләй. 40 йәштәрҙәге Алан исемле өлкән башҡаларға иғтибарлы булырға һәм улар өсөн ваҡыт табырға тырыша. Ғайсаның миҫалы өҫтөндә уйланып, ул бындай һығымтаға килгән: «Ғайсаның эштәре күп булһа ла, балалар ҙа, ололар ҙа уға тартылған һәм унан ярҙам һорарға оялмаған. Ғайса улар өсөн ҡайғыртыусан дуҫ булған. Мин дә, Ғайсанан өлгө алып, башҡаларға ҡарата алсаҡ, игелекле һәм ҡайғыртыусан булырға теләйем».

16. Зәбур 119:59, 60-та яҙылған принцип Ғайсаның эҙенән теүәлерәк барырға нисек ярҙам итә?

16 Әлбиттә, беҙ әлегә Ғайсаның өлгөһөнә камил рәүештә эйәрә алмайбыҙ. Әммә бойоғорға кәрәкмәй (Яҡ. 3:2). Сәнғәт мәктәбендә уҡыған уҡыусы шунда уҡ оҫта рәссам булып китмәй. Әммә үҙ хаталарынан һабаҡ алһа һәм бөйөк рәссамдарға оҡшарға тырышһа, ваҡыт үтеү менән ул оҫтарыр. Шулай уҡ беҙ ҙә шәхси өйрәнеүҙә алған белемдәрҙе ҡулланһаҡ һәм етешһеҙлектәрҙән арынырға тырышһаҡ, Ғайсаның эҙенән теүәлерәк бара алырбыҙ. (Зәбур 119:59, 60-ты * уҡығыҙ.)

ФИҘАҠӘРЛЕК ФАТИХАЛАНА

Өлкәндәр, Ғайсаның фиҙаҡәрлегенән өлгө алып, йәштәргә яҡшы үрнәк күрһәтә (17-се абзацты ҡарағыҙ.) *

17, 18. Ни өсөн беҙгә Ғайса һымаҡ фиҙаҡәр булырға кәрәк?

17 Фиҙаҡәрлек рухы йоғошло. Тим исемле өлкән бына нимә тип һөйләй: «Беҙҙең йыйылышта һуңғы ваҡытта рухи яҡтан тиҙ үҫкән һәм үҫмер саҡта хеҙмәт ярҙамсыһы булып билдәләнгән бер нисә йәш ағай-ҡәрҙәш бар. Улар өсөн йыйылыштағы фиҙаҡәр ҡәрҙәштәрҙең миҫалы өлгө булған. Был йәш ағай-ҡәрҙәштәр йыйылышта эскерһеҙ тырышып хеҙмәт итә, һәм өлкәндәр уларҙы бик ҡәҙерләй».

18 Был яуыз донъяла мин-минлек киң таралған. Әммә Йәһүәнең хеҙмәтселәре тәртиптәре менән айырылып тора. Ғайсаның фиҙаҡәрлеге беҙҙе һоҡландыра, һәм беҙ унан өлгө алырға теләйбеҙ. Әлбиттә, беҙ уның эҙенән камил рәүештә бара алмайбыҙ, әммә быны мөмкин тиклем теүәлерәк эшләй алабыҙ (1 Пет. 2:21). Ғайсаның башҡалар хаҡына ҡорбандарға барырға әҙер булғанынан өлгө алһаҡ, Йәһүә беҙҙең менән ғорурланыр. Ә быны белеү — ҙур бәхет!

13-СӨ ЙЫР Мәсих — беҙгә өлгө

^ Ғайса өсөн башҡаларҙың именлеге һәр ваҡыт беренсе урында булған. Беҙ был мәҡәләлә Ғайсанан нисек өлгө алып булғанын һәм был ниндәй файҙа килтергәнен ҡарап сығырбыҙ.

^ Зәбур 119:59, 60: «Аҙымдарымды иҫкә төшөрөүҙәреңә табан борор өсөн, үҙ юлдарымды тикшерәм мин. 60 Әмерҙәреңде үтәргә ашығам, оҙаҡҡа һуҙмайым».

^ РӘСЕМДӘ: Джим исемле йәш ағай ҡәрҙәштең атаһы дауаханала ята. Уның янына ике өлкән килгән. Уларҙың шулай эш итеүе Джимды рухландырған, һәм ул үҙе лә йыйылыштағы ҡәрҙәштәр хаҡында күберәк ҡайғырта башлаған. Джимдың үрнәге Бен исемле йәш ағай-ҡәрҙәшкә тәьҫир иткән, шуға күрә ул Батшалыҡ залын йыйыштырыуҙа ҡатнашырға булған.