Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Сабырлыҡ менән Йәһүәне көткәндә, шатлыҡлы булып ҡалығыҙ

Сабырлыҡ менән Йәһүәне көткәндә, шатлыҡлы булып ҡалығыҙ

ЙӘҺҮӘ киләсәктә бөтә яуызлыҡты юҡ итеп, яңы донъя булдырасаҡ. Һеҙ шул ваҡытты зарығып көтәһегеҙме? (Асыл. 21:1—5). Әлбиттә! Ләкин ауырлыҡтар күп булғанда көтөү айырыуса ауыр. «Оҙаҡ ғәмәлгә ашмаған өмөт йөрәкте әрнетә» (Ғиб. һүҙ. 13:12).

Шулай ҙа Йәһүә билдәләгән ваҡытта уның эш итә башлауын түҙемлек менән көтөүебеҙҙе теләй. Ни өсөн? Көткән арала шатлыҡлы булып ҡалырға нимә ярҙам итер?

НИ ӨСӨН ЙӘҺҮӘ УНЫ КӨТӨҮЕБЕҘҘЕ ТЕЛӘЙ?

Изге Яҙмала: «Йәһүә һеҙгә илтифат күрһәтер өсөн сабырлыҡ менән көтөп тора, һеҙгә шәфҡәтлелек күрһәтергә тип күтәрелер. Йәһүә — ғәҙеллек Аллаһы бит. Уны көткәндәрҙең барыһы ла бәхетле», — тип әйтелә (Ишағ. 30:18). Ишағыя пәйғәмбәрҙең был һүҙҙәре иң тәүҙә үҙ һүҙле израилдәргә ҡарата әйтелгән булған (Ишағ. 30:1). Ләкин улар араһында Аллаға тоғролоҡ һаҡлаған хеҙмәтселәр ҙә булған, һәм был һүҙҙәр уларға өмөт биргән. Был һүҙҙәр бөгөн дә Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәренә өмөт бирә.

Йәһүә түҙемлек менән көтә икән, беҙгә лә түҙемле булырға кәрәк. Ул был донъяны юҡ итәсәк көндө инде билдәләгән, шуға күрә был көндөң һәм сәғәттең ҡасан етәсәген көтә (Матф. 24:36). Ул ваҡытта Иблистең Йәһүәгә һәм уның хеҙмәтселәренә ҡарата ғәйепләүҙәре ялған икәне ап-асыҡ буласаҡ. Шунан Йәһүә Шайтанды һәм уның яғында булған һәр кемде юҡ итер, ә беҙгә шәфҡәт күрһәтер.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ һынауҙар менән осрашабыҙ. Йәһүә беҙҙе һәр ваҡытта ла уларҙан ҡотҡармай, ләкин көткән арала шатлыҡлы булып ҡала алыуыбыҙға ышандыра. Ишағыя пәйғәмбәр әйтеүенсә, беҙ берәй яҡшы нәмәне көткәндә үҙебеҙҙе бәхетле тоя алабыҙ (Ишағ. 30:18) a. Ундай бәхеткә нисек эйә булырға? Был йәһәттән беҙгә дүрт кәңәш ярҙам итер.

КӨТКӘН АРАЛА НИСЕК ШАТЛЫҠЛЫ БУЛЫП ҠАЛЫРҒА?

Яҡшы нәмәләр тураһында уйлағыҙ. Дауыт батша үҙ тормошонда күп яуызлыҡ һәм ғәҙелһеҙлек күргән (Зәб. 37:35). Шулай ҙа ул: «Йәһүә алдында шым бул, уны өмөтләнеп көт. Яуыз ниәттәрен үтәүҙә уңышлы булған кешене күреп, күңелһеҙләнмә», — тип яҙған (Зәб. 37:7). Дауыт үҙе лә, был кәңәште ҡулланып, иғтибарын Йәһүәнең уға ярҙам итәсәгенә туплаған. Шулай уҡ ул Йәһүәгә бөтә игелекле эштәре өсөн рәхмәтле булған (Зәб. 40:5). Насар нәмәләр тураһында уйламаһаҡ, ә ыңғай ҡараш һаҡлаһаҡ, беҙгә лә Йәһүәне көтөү еңелерәк булыр.

Йәһүә тураһында күберәк һөйләгеҙ. 71-се мәҙхиәнең яҙыусыһы, күрәһең, Дауыт, Йәһүәгә былай тип йырлаған: «Мин иһә һине көтөүҙән арымам, һиңә маҡтауымды арттырырмын» (Зәб. 71:14). Ул Йәһүәне нисек маҡтаған? Дауыт уның тураһында башҡаларға һөйләгән һәм маҡтау йырҙары йырлаған (Зәб. 71:16, 23). Дауыт кеүек беҙ ҙә Йәһүәне көткәндә шатлыҡлы булып ҡала алабыҙ. Беҙ Алланы хеҙмәтебеҙ, уның тураһында һөйләүебеҙ һәм йырҙар йырлауыбыҙ менән маҡтай алабыҙ. Киләһе тапҡыр Батшалыҡ йырын йырлағанда, уның һүҙҙәре һәм уларҙың һеҙгә ниндәй шатлыҡ өҫтәгәне тураһында тәрәнерәк уйланығыҙ.

Ҡәрҙәштәр менән аралашыуҙан көс туплағыҙ. Дауыт ауырлыҡтар менән осрашҡанда Йәһүәгә: «Тоғро халҡың алдында исемеңә өмөт итермен», — тигән (Зәб. 52:9). Беҙ ҙә ҡәрҙәштәр менән аралашҡанда көс йыябыҙ. Йыйылыш осрашыуҙарында йә хеҙмәттә генә түгел, ә улар менән бергә ваҡыт үткәргәндә лә (Рим. 1:11, 12).

Өмөтөгөҙҙө нығытығыҙ. Зәбур 62:5-тә былай тип әйтелә: «Мин өнһөҙ-тынһыҙ Алланы көтәм, сөнки минең өмөтөм унда». Был донъяның ахыры оҙаҡҡа һуҙыла кеүек тойолһа, беҙгә айырыуса ныҡлы өмөт кәрәк. Күпме генә көтөргә тура килһә лә, Йәһүәнең бөтә вәғәҙәләре үтәләсәгенә ышаныу мөһим. Алла Һүҙен һәм ундағы пәйғәмбәрлектәрҙе тикшереп, уның китаптары бер-береһенә ҡаршы килмәгәнен күреп һәм Йәһүә тураһында нимә яҙылғанын белеп, беҙ өмөтөбөҙҙө нығытабыҙ (Зәб. 1:2, 3). Бынан тыш, «Изге Рух көсө менән доға» ҡылыуҙы дауам итергә кәрәк. Был Йәһүә вәғәҙә иткән мәңгелек тормошто көткән арала уның менән дуҫлыҡты һаҡлап ҡалырға ярҙам итер (Йәһ. 20, 21).

Дауыттан өлгө алығыҙ һәм «Йәһүәнең күҙҙәре үҙен тәрән хөрмәт итеүселәрҙе» күҙәткәненә инанған булығыҙ. Ул ундай кешеләргә «тоғро мөхәббәтен» күрһәтә (Зәб. 33:18, 22). Рухландырған нәмәләр тураһында уйлағыҙ. Алланы маҡтағыҙ. Ҡәрҙәштәр менән аралашыуҙан көс туплағыҙ. Өмөтөгөҙгә һүнергә бирмәгеҙ. Быларҙың барыһы Йәһүәне түҙемлек менән көтөргә ярҙам итер.

a Ишағыя 30:18-ҙә «көткәндәр» тигән һүҙ «түҙемһеҙлек менән көткәндәр» тип тәржемә ителергә лә мөмкин. Был һүҙҙәр Йәһүәнең беҙҙе ҡотҡарасағын зарығып көтөү тәбиғи икәнен күрһәтә.