Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

«Йәһүәгә таян һәм яҡшылыҡ ҡыл»

«Йәһүәгә таян һәм яҡшылыҡ ҡыл»

«Йәһүәгә таян һәм яҡшылыҡ ҡыл, ...тоғролоҡ менән эш ит» (ЗӘБ. 37:3).

ЙЫРҘАР: 49, 18

1. Йәһүә кешеләрҙе ниндәй иҫ киткес һәләттәр менән барлыҡҡа килтергән?

ЙӘҺҮӘ кешеләрҙе иҫ киткес һәләттәр менән барлыҡҡа килтергән. Ул беҙгә проблемаларҙы сисер өсөн һәм киләсәккә пландар ҡорор өсөн аҡыл биргән (Ғиб. һүҙ. 2:11). Шулай уҡ беҙҙең, маҡсаттарға ирешеп, ниәттәрҙе тормошҡа ашырыр өсөн көсөбөҙ бар (Флп. 2:13). Бынан тыш, ул беҙгә выждан — яҡшылыҡ менән яманлыҡты айыра белеү һәләте биргән. Уның ярҙамында беҙ насар тәртиптән һаҡланабыҙ һәм хаталарыбыҙҙы төҙәтәбеҙ (Рим. 2:15).

2. Һәләттәрҙе ҡулланыуға килгәндә, Йәһүә беҙҙән нимә көтә?

2 Йәһүә беҙҙән, үҙ һәләттәрен дөрөҫ ҡулланырҙар, тип көтә. Ни өсөн? Сөнки ул беҙҙе ярата һәм бының беҙгә ысын ҡәнәғәтлек килтерәсәген белә. Үҙенең Һүҙе аша Йәһүә беҙҙе ҡат-ҡат һәләттәребеҙҙе дөрөҫ ҡулланырға өндәй. Мәҫәлән, Еврей Яҙмаларында былай тиелгән: «Тырыш кешенең ниәттәре уңышҡа илтә» һәм «Ҡулыңдан килгәндең барыһын да тырышып эшлә» (Ғиб. һүҙ. 21:5; Вәғ. 9:10). Ә Грек Яҙмаларында беҙ былай тип уҡыйбыҙ: «Яйы сыҡҡан һайын һәр кешегә... изгелек ҡылайыҡ» һәм «Алланан ниндәй һәләт алған булһағыҙ, һәр ҡайһығыҙ шул һәләт менән бер-берегеҙгә хеҙмәт итегеҙ» (Гал. 6:10; 1 Пет. 4:10). Күренеүенсә, Йәһүә беҙҙең, үҙебеҙгә һәм башҡаларға файҙа килтерер өсөн, көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләүебеҙҙе теләй.

3. Мөмкинлектәребеҙ ҡайһы яҡтарҙан сикле?

3 Шул уҡ ваҡытта Йәһүә кешеләрҙең мөмкинлектәре сикле икәнен белә. Беҙ камилһыҙлыҡ, гонаһ һәм үлемдән арына алмайбыҙ. Өҫтәүенә, беҙ башҡаларҙы үҙебеҙ теләгәнсә эш итергә мәжбүр итә алмайбыҙ, сөнки һәр кешенең дә ихтыяр ирке бар (1 Бат. 8:46). Белем һәм тәжрибәбеҙ күпме генә булһа ла, Йәһүә менән сағыштырғанда беҙ һәр ваҡыт балалар булып ҡаласаҡбыҙ (Ишағ. 55:9).

Ауырлыҡтар менән осрашҡанда, «Йәһүәгә таян һәм яҡшылыҡ ҡыл»

4. Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

4 Ниндәй генә шарттарҙа булһаҡ та, беҙгә Йәһүәгә таянырға, уның ярҙам итәсәгенә һәм хәлебеҙҙән килмәгән эштәрҙе үҙе башҡарасағына шикләнмәҫкә кәрәк. Шулай ҙа беҙ проблемаларыбыҙҙы хәл итер өсөн һәм башҡаларға ярҙам итер өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләргә тейеш. (Зәбур 37:3-тө уҡығыҙ *.) Икенсе һүҙ менән әйткәндә, беҙ Йәһүәгә таянырға ла, үҙебеҙ яҡшылыҡ ҡылырға ла тейеш. Беҙгә тоғролоҡ менән эш итергә кәрәк. Әйҙәгеҙ, Нух, Дауыт һәм Йәһүәнең башҡа тоғро хеҙмәтселәренән нимәгә өйрәнә алғаныбыҙҙы ҡарап сығайыҡ. Улар Йәһүәгә лә таянған, үҙҙәре лә тырышлыҡ һалған. Беҙ шуны күрербеҙ: улар нимә эшләй ала, ә нимә эшләй алмай икәнен яҡшы аңлаған һәм шуға ҡарап эш иткән.

ЯУЫЗЛЫҠ ХӨКӨМ ҺӨРГӘНДӘ

5. Нух ниндәй донъяла йәшәгән?

5 Нух йәшәгән донъя аҙғынлыҡ һәм «яуызлыҡ менән тулған» булған (Баш. 6:4, 9—13). Нух Йәһүәнең шул яуыз донъяны юҡ итәсәгенә һис тә шикләнмәгән. Шулай ҙа тирә-яҡтағы тәртипһеҙлек арҡаһында, моғайын, уның күңеле әрнегәндер. Нух шуны аңлаған: нимәгәлер тәьҫир итә алмаһа ла, ҡайһы бер эштәрҙе ул башҡара алған.

Вәғәз эшебеҙгә тиҫкәре ҡараш (6—9-сы абзацтар)

6, 7. а) Нух нимә эшләй алмаған? б) Беҙҙең шарттар Нухтыҡына нимә менән оҡшаған?

6 Нух нимә эшләй алмаған? Алланың хөкөм хәбәрен вәғәзләһә лә, Нух яуыз кешеләрҙе шул хәбәрҙе ҡабул итергә мәжбүр итә лә алмаған, Туфандың килеүен тиҙләтә лә алмаған. Нух Йәһүәнең яуызлыҡты юҡ итергә вәғәҙәһен үтәйәсәгенә һәм быны тап билдәләнгән ваҡытта эшләйәсәгенә тулыһынса ышанырға тейеш булған (Баш. 6:17).

7 Беҙ ҙә яуызлыҡ хөкөм һөргән донъяла йәшәйбеҙ һәм Йәһүәнең уны юҡ итергә йыйыныуын беләбеҙ (1 Яхъя 2:17). Әммә беҙ кешеләрҙе «Алла Батшалығы хаҡындағы» һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул итергә мәжбүр итә алмайбыҙ. Шулай уҡ ҙур афәттең башланыуын да тиҙләтә алмайбыҙ (Матф. 24:14, 21). Беҙ, Нух шикелле, иманыбыҙҙы нығытырға һәм Алланың тиҙҙән эш итәсәгенә ышанырға тейеш (Зәб. 37:10, 11). Беҙ Йәһүәнең был яуыз донъяға үҙе ниәтләгәндән хатта бер көнгә лә оҙағыраҡ торорға рөхсәт итмәйәсәгенә бер ҙә шикләнмәйбеҙ (Аб. 2:3).

8. Нух иғтибарын нимәгә туплаған? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

8 Нух нимә эшләй алған? Хәленән килмәгән эштәр тураһында ҡайғырыу урынына, Нух иғтибарын көсөнән килгән эштәргә туплаған. «Тәҡүә тормошто» вәғәзләүсе булараҡ, ул үҙенә тапшырылған хөкөм хәбәрен тоғролоҡ менән иғлан иткән (2 Пет. 2:5). Был эште башҡарыу, һис шикһеҙ, Нухҡа иманын ныҡ килеш һаҡларға ярҙам иткән. Вәғәзләүҙән тыш, Нух көсөн һәм аҡылын кәмә төҙөр өсөн ҡулланған. (Еврейҙарға 11:7-не уҡығыҙ.)

9. Беҙ Нухтан нисек өлгө ала алабыҙ?

9 Беҙ, Нух кеүек, Раббы эшендә бар көсөбөҙҙө һалып ҡатнашырға тырышабыҙ (1 Кор. 15:58). Раббы эше үҙ эсенә бындай эштәрҙе алырға мөмкин: Аллаға ғибәҙәт ҡылыу урындарын төҙөү һәм хеҙмәтләндереү, конгрестарҙа ирекле хеҙмәтсе булараҡ ярҙамлашыу, филиалда йә тәржемә итеү офисында хеҙмәт итеү. Әммә беренсе сиратта беҙ һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү менән мәшғүл, һәм был беҙҙең киләсәккә өмөтөбөҙҙө нығыта. Аллаға тоғро хеҙмәт иткән бер апай-ҡәрҙәш бына нимә ти: «Башҡаларға Алла Батшалығы килтерәсәк фатихалар хаҡында һөйләгәндә, кешеләрҙең бер ниндәй ҙә өмөтө юҡ һәм уларға проблемаларының осо-ҡырыйы булмаҫ кеүек тойола икәнен аңлайһың». Вәғәз эшендә ҡатнашыу беҙгә киләсәккә ныҡлы ышаныс менән ҡарарға һәм тормош өсөн йүгерештә бирешмәҫкә ярҙам итә (1 Кор. 9:24).

ХАТАЛАР ЯҺАҒАНДА

10. Дауыттың ниндәй хәлгә эләккәнен һөйләп бирегеҙ.

10 Дауыт батша хаҡында Йәһүә «күңелемә оҡшаған» ир тигән (Ғәм. 13:22). Дөйөм алғанда, Дауыт тәҡүә тормош алып барһа ла, ҡайһы берҙә ул етди гонаһтар ҡылған. Ул Битсәбиә менән зина ҡылған. Әммә тағы ла насарырағы — гонаһын йәшерергә тырышып, ул Битсәбиәнең ире Урияның һуғышта һәләк булыуын ойошторған. Бының өсөн Дауыт ғәскәр башлығы Йоһабҡа, асылда, Урияны үлтереү хаҡында хат яҙған һәм был хатты Урияның үҙе аша биреп ебәргән (2 Сам. 11:1—21). Ләкин Дауыттың гонаһтары асылған (Марк 4:22). Гонаһтары фаш ителгәс, Дауыт үҙен нисек тотҡан?

Үткәндә ҡылынған гонаһтар (11—14-се абзацтар)

11, 12. а) Гонаһ ҡылғандан һуң, Дауыт нимәне үҙгәртә алмаған? б) Етди хата эшләгәндән һуң тәүбә итһәк, беҙ нимәгә тулыһынса ышана алабыҙ?

11 Дауыт нимә эшләй алмаған? Ул ҡылғандарын үҙгәртә алмаған. Дауыт шулай уҡ хаталарының эҙемтәләренән ҡаса ла алмаған. Был эҙемтәләрҙең ҡайһы берҙәре уның ғүмеренең аҙағына тиклем һуҙылған (2 Сам. 12:10—12, 14). Шунлыҡтан уға иман кәрәк булған. Дауыт шуға ныҡ ышанырға тейеш булған: ул ысын күңелдән тәүбә иткәнгә, Йәһүә уны кисерәсәк һәм уға гонаһтарының эҙемтәләрен кисереп сығырға ярҙам итәсәк.

12 Камил булмағанға, беҙ бөтәбеҙ ҙә гонаһ ҡылабыҙ. Ҡайһы бер хаталар бик етди була. Ҡайһы саҡта уларҙы төҙәтеп булмай, һәм беҙгә уларҙың эҙемтәләренә күнеп йәшәргә генә ҡала (Гал. 6:7). Әммә беҙ шуға тулыһынса ышана алабыҙ: тәүбә итһәк, хатта ауырлыҡтарҙы беҙ үҙебеҙ тыуҙырһаҡ та, Йәһүә беҙгә уларҙы кисереп сығырға ярҙам итәсәк. (Ишағыя 1:18, 19 *; Ғәмәлдәр 3:19-ҙы уҡығыҙ.)

13. Дауыт нисек яңынан рухи яҡтан нығынған?

13 Дауыт нимә эшләй алған? Дауыт Йәһүәгә үҙенә яңынан рухи яҡтан нығынырға ярҙам итергә юл ҡуйған. Мәҫәлән, ул Йәһүәнең вәкиле Натан пәйғәмбәр аша бирелгән шелтәне ҡабул иткән (2 Сам. 12:13). Дауыт шулай уҡ гонаһтарын танып һәм Йәһүәнең илтифатын ҡайтарырға ихлас теләген белдереп доға ҡылған (Зәб. 51:1—17). Ғәйеп тойғоһона үҙен солғап алырға юл ҡуйыу урынына, Дауыт үҙ хаталарынан һабаҡ алған. Ул уларҙы башҡа бер ҡасан да ҡылмаған. Дауыт үлеменә тиклем тоғро булған һәм Алланың хәтерендә тоғро хеҙмәтсе булараҡ һаҡланып ҡалған (Евр. 11:32—34).

14. Дауыттың миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә ала?

14 Дауыттың миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә ала? Етди гонаһ ҡылһаҡ, беҙгә ысын күңелдән тәүбә итергә һәм Йәһүәнән ярлыҡау һорарға кәрәк. Беҙ гонаһтарыбыҙҙы танырға тейеш (1 Яхъя 1:9). Бынан тыш, беҙгә барыһын да рухи ярҙам күрһәтә алған өлкәндәргә һөйләп бирергә кәрәк. (Яҡуб 5:14—16-ны уҡығыҙ.) Бөтә был аҙымдарҙы яһаһаҡ, Йәһүәнең беҙҙе һауыҡтырырға һәм кисерергә вәғәҙәһенә ышаныуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Шулай уҡ беҙгә хаталарыбыҙҙан һабаҡ алырға, Йәһүәгә артабан хеҙмәт итергә һәм киләсәккә ныҡлы ышаныс менән ҡарарға кәрәк (Евр. 12:12, 13).

БАШҠА ОСРАҠТАРҘА

Насарайған һаулыҡ (15-се абзац)

15. Һаннаның миҫалынан нимәгә өйрәнеп була?

15 Моғайын, һеҙ Йәһүәгә таянған һәм үҙҙәре лә тырышлыҡ һалған башҡа тоғро хеҙмәтселәрҙе лә иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ. Мәҫәлән, Һанна балаға уҙа алмаған һәм был хәлде бер нисек тә үҙгәртә алмаған. Әммә ул Йәһүәнең үҙен йыуатасағына ышанған. Шуға күрә ул Аллаға ғибәҙәт ҡылыр өсөн изге сатырға килеүен дауам иткән һәм доғала Йәһүәгә күңелен бушатҡан (1 Сам. 1:9—11). Беҙҙең өсөн ниндәй яҡшы өлгө! Һаулығыбыҙ насарайғанда йә үҙебеҙ хәл итә алмаған башҡа ауырлыҡтар тыуғанда, Йәһүәнең беҙҙең хаҡта ҡайғыртып тороуына шикләнмәйенсә, борсолоуҙарыбыҙҙы уға йөкмәтергә кәрәк (1 Пет. 5:6, 7). Шулай уҡ беҙ йыйылыш осрашыуҙарынан һәм башҡа рухи сараларҙан файҙа алыр өсөн хәлебеҙҙән килгәндең барыһын да эшләйбеҙ (Евр. 10:24, 25).

Хәҡиҡәттән киткән балалар (16-сы абзац)

16. Ата-әсәләр олоғайған Самуилдың миҫалынан нимәгә өйрәнә ала?

16 Балалары дөрөҫ юлдан тайпылған тоғро ата-әсәләр нимә эшләй ала? Олоғайған Самуил буйға еткән улдарын тәҡүәлек нормалары буйынса эш итергә мәжбүр итә алмаған (1 Сам. 8:1—3). Уға барыһын Йәһүәгә ышанып тапшырырға кәрәк булған. Әммә ул үҙе, тоғролоҡ һаҡлап, күктәге Атаһы Йәһүәне һөйөндөрә алған (Ғиб. һүҙ. 27:11). Самуил менән булған хәл хәҙерге ваҡытта йәшәгән ҡайһы бер ата-әсәләргә бик тә таныш. Улар бер ҙә шикләнмәй: Йәһүә, юлдан яҙған ул тураһындағы ҡиссала тасуирланған атай кеше кеүек, гонаһ ҡылыусыларҙың, тәүбә итеп, үҙенә кире ҡайтыуҙарын көтә (Лука 15:20). Шул уҡ ваҡытта ундай ата-әсәләр Йәһүәгә тоғро булып ҡалыр өсөн күп тырышлыҡ һала һәм балаларының, уларҙан өлгө алып, йыйылышҡа кире ҡайтырына өмөтләнә.

Матди ауырлыҡтар (17-се абзац)

17. Ярлы тол ҡатындың миҫалы беҙҙе нимәгә ышандыра?

17 Шулай уҡ Ғайса Мәсих көндәрендә йәшәгән ярлы тол ҡатынды ла иҫкә алып китергә була. (Лука 21:1—4-те уҡығыҙ.) Ул ғибәҙәтханала таралған ҡанунһыҙлыҡ менән бер ни ҙә эшләй алмаған (Матф. 21:12, 13). Һәм үҙенең матди хәлен дә ул, моғайын, яҡшырта алмағандыр. Әммә ул бөтә йөрәктән «үҙенә йәшәү өсөн» кәрәк булған «ике ваҡ аҡса[һын]» иғәнәгә һалған. Был тоғро ҡатын Йәһүәгә тулыһынса таянғанын күрһәткән. Ул һис тә шикләнмәгән: әгәр тормошонда рухи нәмәләр беренсе урында торһа, Йәһүә уның хаҡында ҡайғыртасаҡ. Аллаға таяныу уны хаҡ ғибәҙәткә булышлыҡ күрһәтергә дәртләндергән. Уның кеүек, беҙ ҙә тамсы ла шикләнмәйбеҙ: Алла Батшалығын тормошобоҙҙа беренсе урынға ҡуйһаҡ, Йәһүә беҙгә бөтә кәрәкле нәмәләрҙе бирәсәк (Матф. 6:33).

18. Дөрөҫ ҡараш һаҡлаған ағай-ҡәрҙәш тураһында һөйләп бирегеҙ.

18 Беҙҙең көндәрҙә лә күп кенә ҡәрҙәштәребеҙ, Йәһүәгә таянып һәм үҙҙәре лә тырышлыҡ һалып, яҡшы өлгө күрһәтә. Уларҙың береһе — Малком исемле ағай-ҡәрҙәш, ул 2015 йылда үлеменә тиклем тоғро булып ҡалды. Улар ҡатыны менән бергә тиҫтәләгән йылдар дауамында Йәһүәгә хеҙмәт иткән ваҡытта шатлыҡтар ҙа, ҡайғылар ҙа кисергән. Малком былай тигән: «Ҡайһы саҡ тормошта көтөлмәгән хәлдәр, билдәһеҙлек осорҙары һәм бик ауыр ваҡыттар булып тора. Әммә Йәһүә үҙенә таяныусыларҙы фатихалай». Малком ҡәрҙәш бындай кәңәш биргән: «Йәһүәгә мөмкин тиклем уңышлыраҡ һәм әүҙемерәк хеҙмәт итеү хаҡында доға ҡылығыҙ. Иғтибарығыҙҙы хәлегеҙҙән килмәгән эштәргә түгел, ә хәлегеҙҙән килгән эштәргә туплағыҙ» *.

19. а) Ни өсөн 2017 йылдың йыллыҡ шиғыры бик тә урынлы? б) Беҙ 2017 йылдың йыллыҡ шиғырын тормошта нисек ҡуллана алабыҙ?

19 Был донъя «уҫалланғандан-уҫаллана» бара, тимәк, беҙ етди ауырлыҡтар менән осрашасаҡбыҙ әле (2 Тим. 3:1, 13). Шундай ауырлыҡтарға үҙебеҙҙе аптырашта ҡалдырырға юл ҡуймау ни тиклем мөһим! Бының урынына, беҙ бөтә йөрәктән Йәһүәгә таянырға һәм үҙебеҙ ҙә тырышлыҡ һалырға тейеш. Шуға күрә 2017 йылдың: «Йәһүәгә таян һәм яҡшылыҡ ҡыл», — тигән йыллыҡ шиғыры бик тә урынлы! (Зәб. 37:3)

2017 йылдың йыллыҡ шиғыры: «Йәһүәгә таян һәм яҡшылыҡ ҡыл» (Зәбур 37:3).

^ 4 абз. Зәбур 37:3: «Йәһүәгә таян һәм яҡшылыҡ ҡыл, ерҙә йәшә һәм тоғролоҡ менән эш ит».

^ 12 абз. Ишағыя 1:18, 19: «Килегеҙ, арабыҙҙағы мөнәсәбәттәрҙе асыҡлайыҡ, — ти Йәһүә. — Гонаһтарығыҙ ал ҡыҙыл туҡыма кеүек булһа ла, улар ҡарҙай аҡ булып китер. Ҡуйы ҡыҙыл туҡыма кеүек булһа ла, улар йөн кеүек аҡ булып китер. Тыңларға әҙер булһағыҙ, ерҙең яҡшы емештәрен ашарһығыҙ».